Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таш ҡаяға тарих яҙғанда
Таш ҡаяға тарих яҙғандаРәми Ғарипов данлыҡлы яҡташыбыҙ, Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал Миңлеғәле Шайморатов һәм уның яуҙаштары һәләкәтен тикшереүҙә ҡатнашҡан. Тыйылғанлыҡтан йомолоп ятҡан тарих бер аҙ асыла төшкәс, был урынды тамғалап ҡуйыу сараһын күргән. Һүҙ таш ҡаяға сүкеп яҙыу тураһында. Бик боронғо замандарҙан килгән ташҡа яҙыу алымын нисек уйлап сығарғандыр, ғәжәпләнмәү мөмкин түгел. Егерменсе быуат уртаһы бит, бөтә нәмә заманса камил ысулдарҙа яҙыла, ә Рәми юлдашы менән ҡая ташын соҡой…
Зирәк аҡыллы егеттәр ул саҡта үҫеп буй еткермәгән, 1-се мәктәп-интернатта 8-се класты тамамлап өлгөргән булған. Булдыҡлы беләгенән беленә тигәндәй, Рәми Ғарипов Донбасс төбәгенә сәйәхәт ваҡытында, хатта тәрән шахтаға төшөп, ташкүмер сапҡанда ла һынатмай.
Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, һуғыштан һуң йылдарҙа аҡылға ултырған йәштәр тарихты һыу кеүек эсә ине. Белем сығанаҡтарының буй етмәҫ ҡатламдарына ынтылыуҙан да тартынманылар. Яҡта­шыбыҙ Шайморатов етәкселегендә фронт­тарҙа ҡаһарманлыҡ менән дан яулаған кавалерия дивизияһының тарихы ул саҡта, ысынлап та, тыйыулы булды. Дебальцев рейды тамамланыуға алты йыл үтеп кит­кән, ләкин был турала эҙләнеү, яҙыу һаман юҡ. Ҡәләм оҫталары айырым яугирҙәр тураһында очерктар биреү менән сикләнә. Батырҙарса һәләк булған генерал Шайморатов фажиғәһе ситтә ҡалдырыла килә. Уның ҡарауы, еңеп ҡайтҡан яугирҙәр араһында имеш-мимеште уйлап сығарған кемдер яман хәбәр тарата: имеш, юҡ, ул үлмәгән, әсирлеккә эләккән. Осраҡлы рәүештә күреп ҡайтҡан кеше үҙе һөйләгән, тип өҫтәй.
Был республика етәкселегендә ты­рышлыҡ һалғандарға ла еткерелә. Ә дивизияның сәйәси бүлегендә тир түккән Сабир Ҡадиров, дөрөҫлөктө яҡлап, Шайморатов һәләкәтен тикшерәйек, тип ныҡы­ша. Ә үҙәктән төшөрөлгән күрһәтмәлә, милли атлы дивизиялар тураһында һүҙ урынһыҙ, тиелә. Ил башлығы Иосиф Сталин үҙе тыйылып торорға ҡушҡанлығы асыҡлана аҙаҡ.
Ҡыҫҡаһы, 1941 йыл аҙағында ойошто­ролған 20 милли дивизия фронттарҙа үҙен ыңғай яҡтан күрһәтә алманы, бер Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғыш юлдарын еңеү һәм дан менән үткән. Бер тарынан бутҡа булмай тигәндәй, башҡорт атлылары тураһында ғына һүҙ ҡуйыртыу урынлы булмаҫ һымаҡ. Өҫтәүенә Шайморатов тарихы асыҡланып бөтмәгән. Үлгәнлеге билдәле булмағас, яугиргә ҡарата шик һаҡлана килә. Ҡадиров бөтә көсө менән Шайморатов исеменә төшкән күләгәне алып ташлауҙы хәстәрләй. Ниһайәт, уның һүҙе өҫкә сыға һәм Башҡортостан Хөкүмәте Донбассҡа экспедиция ебәреүгә рөхсәт бирә. Бөтә яуаплылыҡ майор Кәлимулла Ғәбитовҡа йөкмәтелә. Бер ҡатарҙан бер төркөм мәктәп балалары һәм уҡытыусылар юлға йыйына. Рәми Ғарипов улар араһында.
Һүҙ ыңғай шуны иҫкәртеү урынлы. Фронт шарттарында сәйәси бүлек хеҙмәткәрҙәре бер-бер артлы сафтан сыға торғанда, бөтә ауыр йөк майор Ҡадиров елкәһенә төшә. Баштараҡ эскадронда политрук булған Ғәбитов та сәйәси бүлеккә үрләтелә, ике һүҙ менән әйткәндә, уның төплө фекерле, талапсан шәхес икәнлеге күптән иҫбатланған, ә дүрт һуғыштан орден эйәһе булып ҡайтыуы күп нәмә һөйләй, наградалар Ғәбитов полкта саҡта уҡ бирелгән. Фронттан ҡайтҡас ул “Кызыл таң” гәзитендә хеҙмәт итә.
Мәктәп балалары Донбассҡа килгәндә, һуғыш яландары бәрелештәр төҫөн тулыһынса тиерлек һаҡлап килә ине. Ер өҫтөн ҡаплап ятҡан үлектәр йыйып алынһа ла, ҡан һәм дары еҫтәре һаман һаҡлана кеүек тойола яугир Ғәбитовҡа. Ул, бөтә белемен һәм тәжрибәһен туплап, Шайморатов һуңғы тапҡыр аттан ҡолап төшкән урынды ҡарай.
Ул ваҡытта ветерандар ойошмаһы булдырыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Күп һанлы яугирҙәр исеменән бер Ҡадиров йөрөй. Дивизия Дебальцев рейдында булған көндәрҙә ул сәйәси бүлек начальнигы ла, шул уҡ ваҡытта комиссар вазифаһын да башҡара. Шайморатовтың алмаштыр­ғыһыҙ яҡыны, бер ҡашыҡтан аша­ған иптәше. Шуға бәйле Шаймо­ра­товҡа ҡарата билдәһеҙлек йәшәп килеүе, “ул әллә һәләк булған, әллә дошманға әсир алынған” кеүегерәк фекер йөрөтөүҙәр Ҡадировтың йөрәген сәнсеп-сәнсеп үткән көндәр була. Рәсми кабинеттарҙа шикле һүҙҙәргә ышанғандар ултыра. Ҡадиров улар менән аяҡ терәп һөйләшә, дөрөҫлөктө өҫкә сығарайыҡ тип көс һала.
Баштараҡ партия өлкә комитеты секретары Игнатьев теше-тырнағы менән ҡаршы була. Ә Совнарком рәйесе Ваһапов, Шайморатовтың намыҫына инанып, Ҡадировҡа теләктәшлек күрһәтә. Ҡыҫҡаһы, 1948 йылдың йәй көндәрендә беренсе экспедиция ойошторолоп, уға К. Ғәбитов етәксе итеп тәғәйенләнә һәм Ҡадиров юллауҙарының уңышҡа сығыуын раҫлай. Рәми Ғариповтың романтик ынтылыштарҙан сығып, был сәфәрҙә ҡатнашыуы юҡтан түгел. 1-се мәктәп-интернат уҡыусылары араһында Рәми – иң абруйлыһы, уның гражданлыҡ ынтылыштары күптәргә билдәле. Төркөмдә 13 кеше, шул иҫәптән уҡытыусы.
Запастағы гвардия майоры К. Ғәбитов – ул йылдарҙа “Кызыл таң” гәзите хеҙмәткәре – генерал Шайморатов һәләкәте эҙҙәренән йөрөгәндә, дары еҫе китеп бөтмәгән һуғыш үткән яландарҙа мәктәп балалары баштарын юғалтырҙай булып саба. Әле бер окопта ятып ҡарайҙар, әле танкка үрмәләйҙәр. Урындағы халыҡ вәкилдәре менән танышалар, хатта шахта эше менән мауығалар. Рәми Ғарипов был турала үҙенең көндәлек дәфтәрендә яҙа.
Үҙем иһә Донбассҡа беренсе тапҡыр 2007 йылда барҙым. Һаман шул Шайморатов тарихына аҙмы-күпме асыҡлыҡ индереү теләгенән. Генералдың ҡаһарманлығы мине оҙаҡ йылдар бимазаланы. Дөрөҫөн әйткәндә, Кәлимулла ағай менән танышыу 1953 йылда булһа, уның Шайморатов тураһында һоҡланып һөйләүе бер аҙ һуңғараҡҡа тура килде…
2007 йылдың ноябрендә Донбассҡа – Дебальцев, Петровское ҡалаларына барыуым журналист теләгенән ине, сәфәр республика Мәҙәниәт министрлығы рөхсәтенән булды.
Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығынан һуң 1-се мәктәп-интернат балалары, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары был тарихи төбәккә йыш йөрөнө, ләкин 80-се йылдар аҙағына табан мөмкинлектәр сикләнде, шул сәбәпле изге сәфәрҙәр ҙә өҙөлөп ҡалды. Ошо 2007 йылда тәүләп барыуымда бәйләнештәрҙең туҡталып ҡалыуы айырым-асыҡ тойолдо. Дөрөҫ, Петровское ҡалаһында һәм уға яҡын Штеровка ауылында ла мәктәп балалары Шайморатов шәхесенә бәйле эштәр башҡарыуы күңелгә йылылыҡ бирҙе-биреүен. Мәктәптәрҙә махсус музейҙар эшләй. Петровское ҡалаһы тарихи-мәҙәни музейында ла мөйөш бар. Балалар йәй һайын Шайморатов ҡаяһына һуҡмаҡ һала, алыҫ һәм яҡын төбәктәрҙән килеүселәргә юл күрһәтә. Шуныһын әйтеү урынлы: К. Ғәбитов “Генерал Шаймора­товтың һәләк булған урыны” тип аталған бик төплө белешмә яҙып биргән булған, шуға ярашлы, ул урын билдәле һанала.
…Штеровка ауылынан ҡалҡыулыҡ башлана. Эреле-ваҡлы таштарҙан торған рельеф. Атлап барыу өсөн уңайһыҙ. Яҙ көнө буй һуҙған нескә үлән йәй уртаһында ҡороп юҡҡа сыға. Төбәктең үҙенсәлеге оҙонға һуҙылған тәрән соҡорҙар (балка) булыуында. Роман соҡоро тип аталғанында ҙур булмаған таш ҡая айырылып тора. К. Ғәбитов асыҡлауынса, Шайморатов шул ҡаянан өҫтәрәк һәләк булған. Яралыларҙың бер нисә тәүлек дауамында ярҙам һорап ялбарыуына ҡарамаҫтан, немецтар был ҡалҡыулыҡҡа бер кемде лә ебәрмәй. 1943 йылдың 23 февраленән һуң көндәр йылына башлай. Шунан һуң ғына урындағы халыҡ ҡыуып килтерелә һәм совет һалдаттарының мәйеттәрен ерләү ойошторола. Шайморатовҡа килгәндә, уның кителе кеҫәһендә документтары булмай (алдан юҡ ителгән), “билдәһеҙ ҙур начальник мәйете” атамаһында уны ошо ташлы ҡалҡыулыҡта снаряд шартлауҙа барлыҡҡа килгән соҡорға ерләйҙәр.
Рәми Ғариповтың исемен телгә алыуҙан башлаған яҙмам уның был тарихҡа ҡатнашлығын хәтергә алыу маҡсатынан.
2007 йылда тәүге барыуымда мине уҡытыусылар оҙатып йөрөнө. Барыһы ла өлкән йәштә. Етмеш, һикһәнде уҙғандар ҙа бар ине. Улар миңә тарих һөйләй-һөйләй, юғарыла телгә алынған ҡаяға алып килде. Ҡыш үҙ көсөнә инмәһә лә, ер аҡ кейемгә төрөнөп өлгөргәйне, һыуыҡ ел үтәләй өрә ине.
“Бына Шайморатов ҡаяһы”, – тине Мария Германовна Никифорова, арабыҙҙа иң өлкәне.
Ҡаянан аҫҡа төшөп ҡарап торғанда, алдыбыҙҙа иҫ киткес аһәңле яҙыу барлығы күренде: “Бында 43 йылдың 23 февралендә генерал Шайморатов һәләк булған” – “Здесь 23. II.43 погиб генерал Шаймуратов”.
Тарихи дөрөҫлөктө яҡлау һәм һаҡлау теләгенән ниндәй ҙур тырышлыҡ һалынған, тигән фекер тыуҙы, йөрәгемде сәнсеп алғандай булды. Аҡ эзбиз таштан торған ҡаяла 25 сантиметр самаһындағы хәрефтәр уйып яҙылған.
— Беләһегеҙме, — ти Мария Германовна, – хәрефтәрҙе ел ашай, бөтөнләй юғалмаһындар өсөн буяп торабыҙ. Йәй буйы эш бөтмәй.
Ирекһеҙҙән һорау тыуа:
— Кем яҙған был тарихты?
— Мәктәп балалары... Теүәл әйтә алмайбыҙ.
Ҡаянан түбәндә имән үҫә. Башҡорт­остандағы имәндәрҙе хәтерләткән ағас. Юҡһа был төбәккә имән хас түгел. Бәлки, яҡташын эҙләп килгән ағастыр. Шайморатов атаһы менән һалсы булғанында, бейек ҡаяға баҫып, имәнгә тотоноп “и-һа-һай” тип һөрән һалып торған бит.
...Юлдаштарым алдында бер аҙ уңайһыҙ булһа ла, дөрөҫлөктө әйтмәй булдыра алмайым.
— Ә ҡаялағы яҙыу Рәми Ғариповтыҡы икәнен онотоу ғәҙел булмаҫ ине.
Әңгәмәләштәрем бер-береһенә ҡара­шып алды, минең һүҙгә ышанманы. Төрлөсә фаразлауҙар булып алды. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, шағир көндәлектәрен ҡуйын кеҫәһенән тартып сығарыр форсат етте. Улар Рәми Ғарипов исемле шәхестең булғанлығы хаҡында хәбәрҙар ҙа түгел. Күп йылдар үткән, быуындар алмашынған. Болғансыҡ йылдарҙа хәтер ептәре өҙөлгән. Башҡортостан вәкилдәре килмәй башлауы, бәлки, төп сәбәптер.
Рәми Ғарипов ана шул иҫтәлекле 1948 йылдың йәйендә ҙур эштәрҙә ҡатнаша. “Билдәһеҙ ҙур командир”ҙы беренсе тапҡыр ерләүҙә ҡатнашҡан Гетманский һ.б. менән снаряд соҡорон — воронканы табып, уның тирәләй таштар өйә. Күренеп торһон тип тырыша. Күмәк кеше башҡара был эште, шул иҫәптән К. Ғәбитов та. “Шайморатовтың һәләк булған ҡая ташына сүкеп яҙып китергә ине” тип тәҡдим әйткәс, балалар сәйерһенеп ҡала, ә Рәми иһә ҡанатланғандай була. “Беҙ Рифҡәт менән икәү барабыҙ!” — тип әйтә. Кәлимулла Ғәбитов ул арала ҡаяға яҙыласаҡ тамғаларҙы раҫлап өлгөрә.
Рәми Ғарипов һәм Рифҡәт Алғушаев 14 июль иртәһендә сүкеш, тешәүес, баҫҡыс һ.б. менән ҡоралланып эш башлаған­дарында, был башланғыстың ғүмере оҙайлы буласағын самалағандыр. Көндәлектә теүәл отчет. “Здесь” һүҙен — мин, “23.II.1943 г.” һәм “Героически” тип Рифҡәт яҙҙы. Мин тағы “погиб генерал” тип өҫтәнем, тип белдерә көндәлек авторы. Шуны ла өҫтәй: “Роман ҡаяһының ҡаты таштарынан ут сығып, шаҡылдаған тауыштар ҡая күкрәгенән тағы ситкә китеп яңғырай ине. Ниндәй күңелле иртә бөгөн!
Сүкей торғас, тешәүестәр үтмәҫләнә. Нисек кенә уңайһыҙ булмаһын, ике егет иҫтәлекле яҙыуҙы тамамлап, тулҡынланыу тойғоһо кисерә. Һәм балаларса шаян уй: “Давай беҙ эш ҡоралдарын йәшереп китәйек!” 2009 йылда Башҡортостан делегацияһы составында килгән журналист Вадим Хәбиров (“Йәшлек”) ул ҡоралдарҙы оҙаҡ эҙләгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, таба алмаған. Юғиһә музей өсөн үтә ҡиммәт табыш булыр ине.
...Был тарихты, беренсе башҡорт делегацияһының 1948 йылда Шайморатов эҙҙәренән йөрөүе, тере шаһиттар менән осрашып күп нәмәне асыҡлай алыуы, шул иҫәптән таш ҡаяға сүкеп яҙыуҙары тураһында ишеткәс, юлдаштарым баҙап ҡалды. Бер аҙҙан Мария Никифорова телгә килде: “Булғандыр: башҡорт егеттә­ренең өлгөр ҙә, тапҡыр ҙа икәнлеген күптән беләбеҙ түгелме ни?” — тип йөпләп ҡуйҙы.
Иң мөһиме шул — Рәми Ғарипов мөһим Хөкүмәт заданиеһы менән килгән майор Кәлимулла Ғәбитовтың уң ҡулы була, уға ярҙам итә, ҡушҡандарын ашҡынып үтәй. Фекер алышҡанда Рәми Ғариповтың олуғ шағир булып етешеүе, тик яҡты донъянан иртәрәк китеүе тураһында хәбәр иткәс, юлдаштарым берсә һоҡланып, берсә ҡыҙғанып һөйләшеп алды.
Танылған журналист, батыр яугир Кәлимулла Ғәбитовтың (уның ғорур күкрәгендә дүрт хәрби орден балҡый ине) ошо 1948 йылғы командировканан һуң биргән “Место гибели генерала Шаймуратова” тип аталған белешмәһе рәсми органдар өсөн генә түгел, йәмәғәт ойошмалары, тарихсылар һәм журналистар өсөн дә бай һәм төплө нигеҙ булып ҡала килә һәм әле лә ҡулланылышта. Был документ өсөн материал туплауҙа Рәми Ғарипов әүҙем ҡатнаша. Көндәлектәрендә сағылған эпизодтар ғына ла күп нәмә һүрәтләй.
Таш ҡаяла Рәми һәм Рифҡәт сүкеп яҙ­ған һүҙҙәр, ысынлап та, йылдар үткән һайын үҙгәртелә килә. Берҙән, ел, ямғыр тәьҫире, икенсенән, урындағы “белдек­леләрҙең” ҡатнашып тороуы. Ләкин шуны­һы бәхәсһеҙ: Шайморатов ҡаяһы уның данлы исеменә тап төшөрмәй. Был турала һүҙ сыҡҡанда, хәтер Рәми Ғариповтың, Рифҡәт Алғушаевтың һәм Кәлимулла Ғәбитовтың яҡты образдары күҙ алдына баҫа. Егетмен, ирмен тигән кеше ҡайҙа ла үҙе булып ҡала, ер йөҙөндә изгелекле ғәмәл ҡылыуҙан ләззәт табып йәшәй. Таш ҡаяла сүкеп яҙған ике егет Рәми һәм Рифҡәт ҡасан да булһа бер әйләнеп килһен ине был урынға, тип хыяллана. Үкенескә ҡаршы, хыял бойомға ашырылмай ҡала...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872