Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя ҡото толпар тотоп менер ирҙәрҙә
Донъя ҡото толпар тотоп менер ирҙәрҙә “Башҡортостан” гәзитендә ауыл хужалығында, предприятиеларҙа эшләгән, йүнселлек менән шөғөлләнгән ир-егеттәр тураһындағы мәҡәләләрҙе уҡып, күптәр өлгө алалыр. Кемдер интернетты ҡуллана алмай, ә бына гәзиттә сыҡҡан мәҡәләне берәү уҡыһа, барыбер бер нисә кешегә һөйләйәсәк.
Әбйәлил районының Ишкилде ауылында бишенсе мәртәбә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Ауыл районда төҙөклөгө буйынса электән айырылып тора. Ә матурлыҡты ошо ерҙә көн күргән халыҡ булдыра. Ҡайһы бер мәл тыштан да, эстән дә күҙҙең яуын алып торған йорттарға ҡарап һоҡланаһың, ә өйгә ингәс, ҡайҙа баҫырға тип баҙап ҡалаһың. Хужаның һалҡын ҡарашын күрһәң, йә булмаһа, балаһының ул ергә ултырырға ярамағанлығы тураһында киҫәтеү яһаһа, әле генә күҙҙе ҡамаштыр­ған бөтә хозурлыҡ юҡҡа сыға. “Йорто бейек, өйрәһе шыйыҡ” тигәндәй, өйҙөң күркәмлеге түгел, ә күңел йылылығы юғары баһаланған борондан. Ә ул йорт хужаһынан тора ла инде.
Ауылда ҙур, матур йорттар араһында тыштан да, эстән дә нур бөркөп, йылылыҡ һирпелеп торған ике йортта көн иткән ағалы-ҡустылы Хәсәновтар тураһында һөйләмәксе инем.
Донъя ҡото толпар тотоп менер ирҙәрҙәИшкилде ауылында Сәкинә менән Нәжметдин Хәсәновтарҙың ғаиләһендә 1936 йылда өсөнсө бала булып Әхәт исемле малайҙары тыуа. Нәжметдин һуғышҡа алына һәм батырҙарса һәләк була, ҡатыны дүрт бала менән тол ҡала.
Әхәткә, башҡа һуғыш осоро балалары кеүек, тормоштоң әсе-сөсөһөн татырға тура килә. Әсәһе балаларын эшһөйәр, таһыллы итеп тәрбиәләүе арҡаһында улар ауырлыҡтарға бирешмәй, тормошта үҙ юлын таба.
Егет ҡорона еткәс, Әхәт 1959 йылда Ҡырҙас ауылы ҡыҙы Зәкиә менән ғаилә ҡора. Килен ҡәйнә тупһаһынан ярала тигәндәй, килен ҡәйнәһе менән 17 йыл бергә татыу ғүмер итә. Әхәт менән Зәкиәнең өс ҡыҙы, ике малайы тыуа. Яҡшы эшләгәне өсөн колхоз Әхәткә “Иж-Юпитер” мотоциклы һатып алырға рөхсәт итә. Ул ваҡытта ундай мөмкинлек бик һирәктәргә генә тәтей. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда, Зәкиәнең тәүҙә ҡәйнәһе, ике йылдан һуң тормош иптәше Әхәт яҡты донъя менән хушлаша. Уларҙың бәләкәй улы Хәлиткә ни бары ике йәш була, ә оло ҡыҙы Гәүһәр Х класты тамамлап ҡала.
Биш бала менән 38 йәшендә генә тол ҡалған Зәкиә бөтә балаларын үҫтереп, белем биреү, башлы-күҙле итеү өсөн бөтә көсөн биреп колхозда эшләй. Йортонда ла мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, ә балаларға бәләкәйҙән һәр береһенә тәғәйен эште атҡарырға тура килә. Хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫкән балаларҙың бишеһенең дә бөгөн йорт-ҡуралары ауылда башҡаларға өлгө булып тора.
Ғаиләләге баш бала Гәүһәр, Сибай педучилищеһын тамамлап, Таҡһыр ауылына уҡытырға бара һәм тормошҡа сығып өс ул үҫтерә. Әсәһенең үткән юлын ҡабатлаған кеүек, йәшләй генә йәмәғәтен юғалтһа ла, балаларына юғары белем алырға ярҙам итә. Әлфир, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, Сорғотта – етәксе, Ғәзиз – Сибайҙа полиция­ла опер-етәксе (Эске эштәр минис­трлығы ҡарамағындағы юридик университетта белем ала). Ә Илдус, БДУ-ның Сибайҙағы филиалында инженер һөнәренә эйә булып, армияла хәрби бурысын үтәй.
Рәхилә райпо системаһында 25 йыл баш бухгалтер булып эшләгән. Ике ҡыҙына ла юғары белем алырға ярҙам иткән. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ, машинаһын да үҙе йөрөтә.
Рәшиҙә, Ярославль ауыл хужалығы техникумында бухгалтер һөнәренә эйә булып, оҙаҡ йылдар Асҡарҙа, унан Ҡаҙмаш ауылында, Хәлил Фәттәхов менән тормош ҡорғас, лесхозда баш бухгалтер булып эшләй. Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Әлфиә – “Башкиргаз”да инженер, Зөлхизә, экономист-бухгалтер һөнәренә уҡып, диплом алды, Шамилә VIII класты яҡшы билдәләргә тамамланы.
Хөрмәт Һарытау өлкәһендә Балашов техникумын тамамлап, һигеҙ йыл Әбйәлил район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эш­ләй. Ул тарҡалғас, Өфө урман хужалығы техникумында белем алып, биш йыл Буранғол урман хужалығында мастер вазифаһын башҡара. 1990 йылда Архангел һылыуы Гөлсиә Шакирйән ҡыҙы менән тормош ҡора. Өс ул үҫтерәләр. Илнур, тормош ҡороп, ҡурсаулыҡта эшләй, ә Нәғим менән Рәсүл уҡыйҙар әле. Гөлсиә Шакирйән ҡыҙы 27 йыл Ишкилде башланғыс мәктәбендә уҡыта. Ниндәй генә саралар үтмәһен, уға матди яҡтан гел генә хәләл ефете Хөрмәт ярҙам итә.
2000 йылда Хөрмәт Рәхилә апаһының тәҡдиме менән дүрт ауылда магазин төҙөй. Рәшиҙә апаһы ла район үҙәге Асҡарҙа “Хөрмәт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Ишембай предприятиеларында етештерелгән әйберҙәр менән һатыу итә. Унан тыш, ете кешегә эш урыны булдырылған.
Ғаиләлә иң кесеһе Хәлит Сибай педколледжын, Стәрлетамаҡ физкультура академияһын ситтән тороп тамамлай. Ҡаҙмаш, Буранғол мәктәптәрендә көрәш буйынса тренер. Үҙе уҡыған сағында көрәш буйынса республикала чемпион исемен яулап, “Артек” лагерына барыу бәхетенә өлгәшә. Тормош иптәше уҡытыусы Рәйлә менән Ғәлим, Гөлдәриә исемле балалар үҫтерә. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында VIII класты тамамлаған Ғәлим көрәш буйынса чемпион исеменә лайыҡ була. Ул республика ярыштарында ла гел алдынғы урындарға лайыҡ була. Хәлит – беренсе категориялы судья. Бына шулай, тотош ғаилә спорт менән шөғөлләнә.
Хәсәновтар 2012 йылда ауылда мәсет төҙөй. Бураған саҡта өмә менән ауыл халҡы ярҙам иткән. Ҡыйығын, манараһын Межгорье имамы Фәтих Фәтхуллин оҫталарын ебәреп эшләтә. Ә инде ул ваҡыттағы Әбйәлил район советы депутаты Дамир Аллаяров газ үткәреү буйынса ҙур ярҙам күрһәткән.
Бөтә төр дини йолаларҙы үткәреүҙе лә Хәсәновтар үҙ өҫтөнә алған. Тәрбиә дини юл менән бирелә, тиҙәр. Ә балаларҙы ашатыу, кейендереү, уҡытыу өсөн матди байлыҡ кәрәк.
Зәкиә апай, яңғыҙы булһа ла, иң беренсе хеҙмәт тәрбиәһе биреп, балаларын дин юлына баҫтырған. Уның эшһөйәр ҡулдары биш балаһына берҙәм йәшәргә, ололарға ихтирамлы, йәштәргә иғтибарлы булырға үҙ өлгөһөндә өйрәтеп, күңелдәренә ышаныслы орлоҡ сәскән.
Бөгөн дә балаларының һәр береһенә ярҙам итә. Хөрмәт улының ғаиләһе менән ун йыл, Хәлиттәрҙә 17 йыл бергә татыу йәшәп, “Өлгөлө ғаилә” исеменә лайыҡ булғандар. Бөтә балалары ла, йылҡы, һыйыр малы, ҡош-ҡорт аҫрап, аҙыҡ-түлек етештерә. Аш-һыу оҫтаһы булараҡ та Зәкиә апайҙы тирә-яҡта яҡшы беләләр. “Ризыҡтың тәме – бешереүсенең ҡулынан”, тиҙәр. Хөрмәт улы, ауыл старостаһы булараҡ, бөтә сараларҙы ла ойошторорға ярҙам итә. 2011 йылда Хөрмәт Хәсәнов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡулынан маҡтау ҡағыҙы алған.
Ауыл ерендә муллыҡ булдырыу өсөн улар иртә таңдан алыҫ юлға сыға. Ҡайтҡас, йорттағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эште башҡара.
Риф Тойғоновтың “Донъя йәме – шишмә һыуы аҡҡан ерҙәрҙә” тигән шиғри юлдарына ниндәй оло мәғәнә һалынған. Ишкилденең матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан балҡып торған йорттарҙа йәшәгән халҡының да, Көрәк, Сума, Теүәтәй йылғаларының таҙалығы кеүек, күңел сафлыҡтарын юғалтмай, бер-береһенә ярҙам итеп, хөрмәт менән ҡарап, башҡаларға өлгө булып йәшәүҙәрен теләйһе ҡала.

Фирүзә САФИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны.


Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21