Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уф, йөрәгем, тиерлек булмаһын
Уф, йөрәгем, тиерлек булмаһын “Табип менән һөйләшкәс тә,ауырыу үҙенең сәләмәтләнә башлағанын тойорға тейеш”, – тигән бер аҡыл эйәһе. Аҡ халатлыларҙың һүҙҙәренең дә, һөнәри оҫталығының да илаһи ҡөҙрәткә эйә булыуына ишара был һүҙҙәр. Нефтекама ҡалаһындағы “Кардиосервис” клиникаһында мин был хәҡиҡәткә йәнә бер инандым.
Был клиника Нефтекама ҡалаһында ғына түгел, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында ла киң билдәле. Табип-кардиолог Гөлнара Заһирова Ҡалтасы районынан килгән ханымды ҡабул итә. Ғәҙәти поликлиникаларҙағы үлсәм менән, табиптың ҡабул итеү ваҡыты күп тигәндә лә 15 – 20 минутҡа һуҙылыр тип, ваҡыт үткәнен көтәм. Әммә яңылыштым булып сыҡты. Ауырыу табип бүлмәһенән 1 сәғәт 40 минут үткәс кенә күренде. Юҡһа холда әсәһенең сыҡҡанын көтөп ултырған улы ла борсола башлағайны инде.
– Бигерәк яҡшы табипҡа алып килгәнһең, улым. Йөрәгемдең һәр тамырын тиерлек тикшереп, сиремде асыҡланы, дарыуҙар ҙа яҙып бирҙе, бер ай дауаланғандан һуң йәнә килеп күренергә ҡушты, – тип белгескә рәхмәт уҡый-уҡый үҙ юлдарында булдылар.
Гөлнара Салауат ҡыҙының да йөҙөндә ҡәнәғәтлек тойғоһо сағыла ине, сөнки табипҡа ваҡытында күренеп, тейешенсә дауаланғанда сирҙе сигендереп була. Тимәк, йәшәү дауам итәсәк. Был инде йәнә бер ҡотҡарылған ғүмер тигән һүҙ. Быны ул үҙ хеҙмәтенә иң ҙур баһа булараҡ ҡабул итә. Әммә, ни аяныс, күптәр һуңғы сиккә еткәс кенә табипҡа күренеү тураһында уйлана башлай.
Клиникаға төрлө ауырыуҙар мөрәжәғәт итә. Гөлнара Салауат ҡыҙы һәр береһен үҙе ҡабул итә. Ҡояштай балҡып торған яҡты йөҙлө, сибәр, эске матурлығы һәм мәрхәмәтлелеге бөтә булмышында сағыла уның. Заманса йыһазландырылған клиникала йөрәккә электрокардиография, эхокардиография, ультратауыш тикше­реүе үткәрелә. Бигерәк тә тәү тапҡыр мөрәжәғәт иткәндәрҙең сир тарихына ныҡлап төшөнөргә, дөрөҫ диагноз ҡуйырға кәрәк. Шуға ла табип етди иғтибарлы, бөтә белемен, тәжрибәһен файҙалана.
Ҡайһы бер пациенттарҙы ашығыс рәүештә дауаханаға, хатта Республика кардиология үҙәгенә оҙатырға ла тура килә, сөнки Гөлнара Заһированың клиникаһы халыҡты сәләмәтләндереүҙә дауаханаларға ярҙамсы булып тора. Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәр клиника ишеген асып ингәндә үҙ йөрәгенең өҙөлөргә торған ҡыл хәлендә булыуын белмәй ҙә. Йөрәктә тыумыштан килгән өйәнәктәрҙең иҫәбе генә лә ике йөҙҙән күберәк. Ә йәшәү барышында беҙ уны күпме әрнетәбеҙ, һыҙландырабыҙ. Йөрәкте һаҡлау тураһында бик һирәктәр генә уйланалыр, моғайын. Һуңлап, уф, йөрәгем, тиерлек булмаһын ине лә бит...
– Һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамыр­ҙары ауырыуҙары арта. Быға йәмғиәттәге хәл-шарттар, кешенең стресс кисереүе, йәшәү рәүеше, эскелек һәм тәмәке тартыу кеүек яман ғәҙәттәр, дөрөҫ туҡланмау, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнмәү, үҙ сәләмәтлегенә битарафлыҡ сәбәпсе, – тип һөйләй Гөлнара Заһирова. – Әммә шуны ла билдәләп үтеү урынлы: һуңғы тиҫтә йылда кардиология тармағы ныҡ үҫеш алды. Кардиологтар хәҙер заманса технологиялар менән эш итә. Был өлкәләге белгестәргә талаптар үҫә. Диагностикалау һәм дауалау тағы ла камиллаша, йәғни халыҡҡа юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге киңәйә.
Гөлнара Салауат ҡыҙы диагностикалау һәм дауалау менән бер рәттән, сирҙе иҫкәр­теү сараларына етди иғтибар йүнәлтә. Пациент үҙенең ауырыуы ха­ҡында мәғлүмәтле булһын, кәрәк саҡта үҙ хәлен еңеләйтә белһен, сәләмәт тормош алып барһын өсөн, хәтернамә өләшә, дауаланыу көндәлеге алып барырға кәңәш итә. Ҡыҫҡаһы, кешеләрҙе үҙ йөрәген аңларға өйрәтә. Бындай талапсанлыҡ уның тәбиғәтенән килә.
Гөлнара Учалы районының Ишмәкәй ауылында тыуып үҫә. Бәләкәй сағында уға һыуыҡ тейҙереп бер нисә тапҡыр дауаханала ятырға тура килә. Медицинаға һөйөү уның күңелендә шул саҡта бөрөләнә лә инде. “Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә укол яһайым, тип тиҫтерҙәремде аптыратып бөтөрә инем, ә укол һалған йомшаҡ уйынсыҡ­тарҙан һыу аға ине”, – тип йылмайып хәтергә ала ул бала сағын.
Ураҙ мәктәп-интернатын тамамлағас, медицина институтына имтихандар тапшыра, әммә, бер генә балл етмәү сәбәпле, конкурстан үтмәй. Шулай ҙа аптырап ҡалмай, Учалыға ҡайта ла поликлиникаға санитарка булып урынлаша, бер үк ваҡытта киләһе йылға имтихандарға әҙерләнә һәм маҡсатына өлгәшә – студент була. Тырышып уҡый, өсөнсө курстан башлап дауаханаларҙа санитарка, һуңы­раҡ шәфҡәт туташы булып эшләй. Һуңғы курста уҡығанда һабаҡташы Ирек Фәнис улы менән ғаилә ҡоралар.
Йәш белгестәрҙең ғаиләһен Нефтекама ҡалаһына эшкә тәғәйенләйҙәр. Ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп улдары Руслан тыуа, ләкин Гөлнараға декрет ялында оҙаҡ ултырырға тура килмәй. Поликлиникала кардиолог булмау сәбәпле, баш табип эшкә сығыуын һорай. Шулай итеп, кардиология йүнәле­шендә белемен камиллаштырырға тура килә. Был тармаҡта ул бөтә мөмкинлектән файҙалана: бер нисә тапҡыр Мәскәүҙә махсус курста уҡый, Ю.И. Бузиашвили, С.Т. Мацкеплишвили кеүек күренекле академиктарҙың лекцияларын тыңлай, А.Н. Бакулев исемендәге Йөрәк-ҡан тамырҙары үҙәгендә кардиология өлкәһендәге заманса технологияларҙы өйрәнә. Республикалағы кардиология белгестәре араһында үҙенә профессор Альбина Генриховна Берг кеүек остаздар таба.
Гөлнара Заһирова поликлиникала ике тиҫтә йылға яҡын эшләй. Күңелендә артабан үҙаллы ижади эшләү теләге тыуа. Ул үҙенең “Кардиосервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштора. Ире Ирек Фәнис улы бар яҡлап ярҙам итә. Клиника өсөн бина хәстәрләп, кредит аҡсаһына медицина йыһаздары һатып алып урынлаштыралар. Гөлнара оҙаҡ йылдар шәф­ҡәт туташы булып эшләгән хеҙмәттәше Луиза Хәкимова менән икәү эш башлай. Ул – бөгөн дә етәксенең ышаныслы ярҙамсыһы.
Клиникаға халыҡ күпләп килә, сөнки бында юғары квалификациялы кардиология ярҙамы күрһәтелә. Хеҙмәтләндереү хаҡтары ла халыҡтың финанс мөмкин­легенә тура килә.
Заһировтарҙың улы Руслан да ата-әсә һуҡмағын һайлаған. Ул М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт универси­тетының фундаменталь медицина факультетын тамамлаған, ординатурала уҡый. Нейрохирург булыу тураһында хыяллана. Гөлнара Салауат ҡыҙының йөҙөндә заман медицинаһы менән бер аҙымда атлаған, кешеләрҙең сәләмәтлеген ихлас ҡайғыртҡан юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә табибәне, ғаиләлә лә, эштә лә үҙен раҫлай алған заман ҡатын-ҡыҙын күрҙем.

Нефтекама ҡалаһы.


Автор: Г. ҒӘЛЛӘМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә