Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Заман менән бергә атлау отошло
Заман менән бергә атлау отошлоМәғариф буйынса республика август кәңәшмәһен, ғөмүмән, яңы уҡыу йылын уҡытыусыларҙың ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршылауы, әлбиттә, һөйөнөслө. Бер нисә белем усағының асылыуы, мәктәп һәм балалар баҡсаларына ремонт эштәре башҡарылыуы, ҡыҙ һәм егеттәрҙең төрлө конкурстарҙан еңеү менән ҡайтыуы, педагогтарҙың бейеклектәр яулауы һәм башҡа шатлыҡлы ваҡиғалар – шуға асыҡ миҫал. Быйыл иһә сараның тәрбиә мәсьәләһенә арналыуы ла осраҡлы түгел, сөнки бөтә башланғыстар һәм изгелектәр тәрбиәгә ҡайтып ҡала.

Бер-береңә ҡарата ихласлыҡ, йылы мөнәсәбәт, көләс йөҙҙәр – быларҙың барыһы ла Конгресс-холға йыйылған мөғәллимдәрҙең йөҙөндә сағылыш тапты.
– Бергәләшеп мәғариф системаһы үҫеше тураһында фекер алышыу, уның хәл итеү юл­дарын барлау күпкә отошло, – тине Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Һүҙ ҙә юҡ, был уға яуаплылар, педагогтар, ата-әсәләр өсөн бик тә мөһим. Бигерәк тә әле мәғариф тармағы үҙгәрештәр кисергәндә быға оператив рәүештә иғтибар бүлеү зарур. Мәғарифтың айырым тармаҡ булыуы аңла­шыла, уға ҡағылған хәл-торош һабаҡ биреү­селәргә йәки дәрес алыусыларға ғына ҡа­ғылмай. Дөйөм һәм һөнәри белем биреү проблемалары бөтә йәмәғәтселек өсөн дә мөһим. Уның нисек хәл ителеше иһә ватан иҡти­садының, фәндең, ғөмүмән, илдең үҫешенә бәйләнгән. Бөгөнгө стратегик бурыс – мәғариф системаһын заманса рельстарға йүнәлтеү, уны бөтә төр тормош йәмәғәтселегенең яңыртылған локомотивына әүерелдереү.
Әйткәндәй, үҫеш тураһында һүҙ йөрөткәндә, телгә алырлыҡ күрһәткестәр бихисап. Мәҫәлән, тиҙҙән Дим районының – Дим, Киров райо­нының Колгуев биҫтәләрендә һәм Нуғай ауылында заманса төҙөлгән белем усаҡтары сафҡа инәсәк. Улай ғына ла түгел, Бүздәк, Ға­фури, Дәүләкән, Тәтешле, Учалы райондарында мәктәпкәсә белем биреү учреж­дениеларының файҙаланыуға тапшырылыуы эш планында. Ә һуңғы биш йылда ғына республикабыҙҙа 15 565 урынға иҫәпләнгән 100 балалар баҡсаһы, шулай уҡ 32 мәктәп (күбеһе яңынан төҙөлгән) асылған.
Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, заман менән бергә атлау өсөн мәғариф ойош­маларының эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороу, уларҙы яңы эш алымына күсереү кәрәк. Был йәһәттән ил Президенты, Рәсәй Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы ышаныслы аҙымдар яһай. Мәктәп иң беренсе сиратта уҡыусының уҡытыусы менән аралашыуҙан, класта коллектив эш менән мәшғүллектән алған үҫеш сифаттары өсөн яуаплы.
Республика Башлығы өҫтәмә белем биреү мәсьәләһенең мөһимлегенә лә баҫым яһаны. “Айырыуса ауыл ерендә заманса программалы методик үҙәктәр булдырылырға тейеш. 2020 йылға хәтлем егет һәм ҡыҙҙарҙың 70 проценты бындай мөмкинлектән файҙалана алһын. Беҙҙә балалар өсөн ғилми-техник ижад йорттарын, түңәрәк, секция хәрәкәттәрен үҫтереү зарур”, – тине ул.
Йыл һайын республиканың мәғариф системаһына ҙур күләмдә аҡса (30 миллиардтан ашыу) йүнәлтелеүен танымау мөмкин түгел! Был – бюджеттың өстән бер өлөшө. Уға яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлә, ремонт үткәрелә, компьютер кластары һәм спорт залдары йыһазландырыла, мәктәп автобустары алына, уҡытыусыларға эш хаҡы түләнә. Башҡортостан матди-техник базаны яҡшыртыу тәңгәлендә иң яҡшылар исем­легендә.
“Йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре” фәнен тәрәндән уҡытыу кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. Фән тигәндән, Башҡортостанда 14 тел өйрәнелә, шуның алтыһында уҡытыу ойошторолған. Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙа башҡорт телен уҡытыуға айырым баҫым яһаны.
Заман менән бергә атлау отошло– Беҙ закондарҙы, федераль дәүләт мәғариф стандарттарын үтәргә тейешбеҙ. Туған телде өйрәнеү, туған телдә уҡытыу өсөн шарттар тыуҙырыу зарур. Республи­кабыҙҙа бының өсөн мөмкинлектәр етерлек, – тине Рөстәм Зәки улы. – Шул уҡ ваҡытта закон талап иткән яңылыҡтар, үҙгәрештәр тыныс, бәхәсһеҙ, уйлап ғәмәлгә индерелергә тейеш. Рәсәй халыҡтарының хоҡуҡтары Конституция менән яҡлана. Хәүеф зонаһында булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленең киләсәге ҙур. Беҙгә дөрөҫ ҡарарҙы табырға кәрәк. Уны табасаҡбыҙ.
Шулай уҡ электрон белем биреүҙең берҙәм системаһын яйға һалыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Сара һуңында иң-иңдәргә дәүләт наградалары тапшырылды.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә