Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөнәрле булам тиһәң, Аксёнға кил!
Һөнәрле булам тиһәң, Аксёнға кил!2016 йылда уҡыу йорто 160 йыллыҡ оло юбилейын билдәләне. Ошо йылдар эсендә тормошҡа ашырылған маҡсаттар, өлгәшелгән уңыштар колледждың алыҫ үткәндәренә байҡау яһап, матур бөгөнгөһөн һәм яҡты киләсәген күҙалларға ярҙам итә. Барлыҡҡа килгәндән алып уҡыу йорто – 25000, шул иҫәптән ситтән тороп уҡыу бүлегендә 6000 белгес әҙерләп сығарған.
Заманса яңы матди база, белемле һәм тәжрибәле уҡытыусылар, күп төрлө спорт секциялары, төрлө фәндәр буйынса түңәрәктәр, ижади клубтар – былар барыһы ла колледжға уҡырға килгәндәрҙе һәр яҡтан үҫешкән белгестәр итеп әҙерләп сығарыуға булышлыҡ итә.
Әлшәй районының Раевка ҡасабаһынан алыҫ түгел урынлашҡан уҡыу йортонда белем алған белгестәр һәм бөгөн белем эстәүселәр һайлаған юлдарынан ҡыйыу һәм ышаныслы бара. Тап Аксен колледжы төплө белемле, хеҙмәт баҙарында көнәркәшлеккә дәғүә итерҙәй, үҙ-үҙҙәренә ышанған көслө белгестәр әҙерләй. Уҡыу йорто үҙ белгестәре өсөн эшкә урынлашыу, артабан юғары уҡыу йорттарына индереү, социаль партнер­ҙар менән бәйләнеш булдырыу сараларын да үҙҙәре хәстәрләй. Билдәлелек һәм абруй, белем алыусылар өсөн уңайлы көнкүреш шарттары, сәләмәт тормошҡа һәм спортҡа иғтибар – колледждың абруйын күтәргән, уның уңышлы эшен раҫларлыҡ йүнәлештәр. Һөнәр һайлау алдында торған үҫмерҙәр Аксен агросәнәғәт колледжы тураһында мәғлүмәтте уҡыу йортоноң сайтында ла уҡый ала.
Шулай ҙа уның бай тарихы, үҫеш юлы, уңыштары һәм, әлбиттә, белгестәр әҙерләүҙәге төрлө йүнәлештәре хаҡында әйтеп үтеү ҡамасауламаҫ. Колледждың тарихы 1894 йылдың 12 майына – Өфө земство аҡсаһына губернала Аксен түбәнге ауыл хужалығы мәктәбенә нигеҙ һалыуҙан башлана. 1986 йылдың көҙөнән иһә уҡыу йорто ул ваҡыттағы Ер эшкәртеү һәм дәүләт мөлкәте министрлығы рөхсәте менән Бәләбәй ауыл хужалығы мәктәбе булараҡ асыла. Яңы Александрий ауыл хужалығы һәм урмансы институтының профессоры Николай Сибирцев теләктәшлеге менән мәктәптең урынлашҡан ере лә уңышлы һайлана, хозур тәбиғәтле ерҙә барлыҡҡа килә ул. Ошо урында уҡыу корпусы, уҡытыусылар өсөн йәшәү урыны төҙөлә, тәжрибә участкалары өсөн ер бүленә. Беренсе ҡаты йәшәү өсөн ҡулайлаштырылған 60 балаға иҫәпләнгән йортта – “Андреев” шифаханаһында туҡталған профессор Н.М. Сибирцев килеп дәрестәр үткәрә. Мәктәптә рус телен белгән төрлө милләт малайҙары ике йыл әҙерлек үтә, дүрт йыл төп кластарҙа белемдәрен камиллаштыра. Земство иҫәбенә уҡыу бушлай алып барыла. Мәктәпте тамамлағандан һуң йәштәргә ил буйынса агроном булып эшләргә мөмкинлек биргән аттестат тапшырыла.
1912 йылда мәктәп Аксен ауыл хужалығы училищеһы, 1919 йылдан техникум тип йөрөтөлә башлай. Ул 1925 йылда беренсе белгестәрен әҙерләп сығара. Ватан һуғышын үткән шул 25 кешенең иҫән ҡалған 13-ө 40 йылдан һуң уҡыу йортонда йыйылып, уҡыусылар алдында сығыш яһай, ысынлап та ғорурланырлыҡ бай тарихлы колледж хаҡында бәйән итә...
Һөнәрле булам тиһәң, Аксёнға кил!...Төрлө үҙгәрештәр, һуғыш йылдары, үҙгәртеп ҡороуҙар заманы ауырлығын да үҙ иңендә лайыҡлы күтәргән техникум, ниһайәт, 2014 йылда Аксен ауыл хужалығы колледжы итеп үҙгәртелә. Бына инде ул 120 йыл рәттән лайыҡлы исемен аҡлап, үҙ эшенең оҫталары, яҡшы белгестәр әҙерләүсе уҡыу йорто булараҡ уңышлы эшләп килә. Унда белем алған билдәле кешеләр иҫәбендә Советтар Созы Геройҙары Евгений Чуров, Солтан Бикеевтар ҙа бар. Студенттар колледж менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана.
Бөгөн иһә колледж – көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә алты йүнәлеш буйынса үҙ эшенең оҫталарын әҙерләүсе уҡыу йорто. Унда агрономия, ветеринария, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, ҡортсолоҡ, ашнаҡсы һәм кондитер, иретеп йәбештереүсе, тракторсы-машинист, етештереү технологияһы һәм ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеү, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе йүнәлештәре буйынса уҡып, һөнәр үҙләштерәләр. Уҡыу йортона ҡабул итеү белем тураһында документ нигеҙендә имтиханһыҙ. Йыл һайын төрлө йүнәлешкә бюджет урындарына конкурс 1,3 һәм 5 кеше тәшкил итә.
Аксен ауыл хужалығы колледжын тамамлаусылар льготалы шарттарҙа уҡыуҙарын артабан илдең төрлө юғары уҡыу йорттарында дауам итә ала. Башҡорт дәүләт аграр университеты, Һамар дәүләт ауыл хужалығы академияһы, Тимирязев исемендәге Рәсәй Көньяҡ Урал дәүләт аграр университеттары йәш белгестәр өсөн яңы мөмкинлектәр асыусы колледж менән килешеү төҙөгән. Колледждан һуң сығарылыш студенттарының эшкә урынлашыу мөмкинлеге иһә бөгөн 75–85 процент тәшкил итә.
Студенттар үҙләштергән бөтә һөнәрҙәргә лә республикала һәм илдә һорау ҙур ғына. Мәҫәлән, иретеп йәбештереүсе һәм ашнаҡсылар – Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы тәҡдиме менән иң талап ителгән 50 һөнәр иҫәбендә. Колледжда белем алыусы һәр студент өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Уҡыу йортонда 50 өҫтәмә әҙерлек һәм белемде камиллаштырыу курстары, өс китапхана, спорт секциялары, тренажер залы, фән буйынса түңәрәктәр, музей эшләй, Интернетҡа сығыу мөмкинлеге бар. Белем алыусыларҙың әүҙем ялын ойоштороу маҡсатында ике спорт залы, ике спорт ҡаласығы, стадион, ике спорт бүлмәһе лә даими эшләй. Ятаҡ, ашхана, хоккей майҙансығы, стадиондың бер урында урынлашыуы ла уңайлы. Артабан белем алырға теләгәндәр вуздарға льготалы нигеҙҙә ҡабул ителеп, өс йыллыҡ ҡыҫҡартылған программа буйынса уҡый.
Йәш үҙенсәлектәренә ҡарамайынса, һөнәр үҙләштерергә теләгән һәр кемгә көндөҙгө, ситтән тороп, дистанциялағы, ҡатнаш уҡыу бүлектәрендә белемде камиллаштырыу мөмкинлеге бар. Уҡыу дауамында ай һайын студенттарға академик, социаль стипендиялар түләнә. Бынан тыш, иң әүҙем студенттар өсөн башҡа дәртләндереү саралары, етем балаларға бушлай йәшәү, ашау, шулай уҡ канцелярия тауарҙары һәм кейем өсөн бер тапҡыр түләнә торған пособие ҡаралған. Буласаҡ белгестәр ауыл ерендә ҡалған осраҡта, эш хаҡына өҫтәп, дәүләт тарафынан стипендия рәүешендә ярҙам да күрһәтелә.
Колледжда 48 белгес, шул иҫәптән 19 юғары категориялы, 28 беренсе категориялы уҡытыусылар, белем бирә. Уҡытыусылар һәр производствоға өйрәтеү мастерҙары йыл һайын һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ҡатнаша, һуңғы биш йылда уҡытыусылар төрлө ғилми үҙәктәрҙә белемен камиллаштыра. Студенттар һәм уҡытыусылар, төрлө конкурс һәм ярыштарҙа, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, уңыштарға өлгәшә.
Республика Хөкүмәте ҡарары менән колледж 2007, 2009, 2016 йылдарҙа “Иң яҡшы белем биреү йорто” тигән почетлы исемгә лайыҡ булған. 2012–2014 йылдарҙа “Республиканың иң яҡшы белем биреү сайты” исеме, “Агрокомплекс” республика, Бөтә рәсәй “Алтын көҙ” күргәҙмәләрендә яуланған алтын миҙалдар ҙа Аксен ауыл хужалығы колледжының уңышлы эшен баһалай.
Уҡыу йорто республиканың инновациялы белем биреү учреждениелары иҫәбендә: колледжда ғилми тикшеренеүҙәр һәм тәжрибәләр майҙансығы эшләй. Мәктәптәр, колледждар, юғары уҡыу йорттары менән ике яҡлы бәйләнеш тә булдырылған, Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары колледжда лекция һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Былар барыһы ла – һуңғы өс йылда уҡыу йортоноң фиҙакәр эшмәкәрлеге менән өлгәшелгән матур эштәрҙең емеше.
Белеме бар меңде йығыр, ти халыҡ. Әгәр ҙә үҙ юлығыҙҙы ауыл хужалығы эшмәкәрлеге, техник һөнәр менән бәйләргә теләһәгеҙ, Аксен ауыл хужалығы колледжы һеҙҙе көтә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872