Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дәрестәре – ҡабатланмаҫ моңло бер йыр
Дәрестәре – ҡабатланмаҫ моңло бер йырБынан 46 йыл элек, тап ошо мәлдә, беҙ БДУ аудиторияларында мәж килеп имтихандар бирә инек. Арабыҙҙа Совет Армияһынан ҡайтҡандар, бер нисә йыл хеҙмәт стажы булғандар, педучилище тамамлап, эшләп йөрөгәндәр ҙә бар ине. Шулай ҙа күптәребеҙ – яңы парта артынан торған йәш-елкенсәк.
Имтихандарҙы уңышлы тапшыр­ҙыҡ. Ниһайәт, үҙебеҙҙе студенттар исемлегендә күреп, түбәләр күккә тейгән көндө лә күрергә насип булды.
Уҡыу башланған көндә 30 студент, алты ирекле тыңлаусы студент тормошона аяҡ баҫтыҡ. Телсе-ғалим Марат Вәли улы Зәйнуллин беҙҙе куратор булараҡ үҙ ҡанатына алды. Старостабыҙ – әрме мәктәбен үтеп ҡайтҡан Ҡыйғы егете Рәфҡәт Яруллин, комсоргыбыҙ – педучилище бөтөп эшләргә лә өлгөргән Дыуан ҡыҙы Лилиә Мөхәмәт­йәно­ва,Ҡырмыҫҡалы ҡыҙы Рәфилә Ғәйфуллина булды. Үҙҙәре эштә янған, беҙҙе лә тоҡандыра белгән төркөм етәкселәре арҡаһында һәр эштә лә әүҙем, өлгөр булдыҡ.
“Ғүмер юлының иң зауыҡлыһы – йәшәй белгәнгә”, – тип юҡҡа әйтмәй халыҡ. Зауыҡлы йәшәү серҙәренә иһә бер-беребеҙҙән өйрәнә инек. Һабаҡташтар бит беҙ. Бергә уҡып, белем алыу ғына түгел, ә тиҫтерҙә­ребеҙҙән өлгө, аҡыл, фәһем дә ала белә инек. Ундайҙар бихисап булды. Шундайҙарҙың береһе – төркөмөбөҙ йәме, Ғафури егете Әнүәр Ғәзизов. Ил алдындағы хәрби бурысын үтәп, эшләп тә алған һабаҡташыбыҙ Өфө дәүләт сәнғәт институтында бер йыл уҡып та өлгөргәйне. Шуғалыр ҙа өндәшкәндә “һеңлекәш”, “энекәш”тән генә һалдыра, һәр кем менән иркен аралаша, уртаҡ тел таба белә, йылмайып бер һүҙ өндәшһә, таныш түгел кеше лә уға яҡты йөҙ күрһәтер ине. Уның ихлас күңелдән зыңғырлатып көлөп, һуштарҙы алып, күкрәк киреп йырлап ебәреүе һәммәбеҙҙе әсир итә, хайран ҡалдыра. Әртислек һәләттәре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Тиҙ арала йырсы егете­беҙҙе танымаған, уға һоҡланмаған берәү ҙә ҡалмағандыр университетта. Билдәле йырсы Флүрә Ноғоманова етәкселегендәге вокал түңәрәгендә шөғөлләнеп, тауышы ныҡлап асылғас, уҡыу йортондағы мәҙәни сараларҙың уртаһында булды ул, әммә бер ҡасан да һауа­ланманы, беҙгә ҡарата хәстәрлеге, күңел йылыһы ла кәмемәне.
Тәбиғәттең бүләге булған моң-һәләт талымһыҙлыҡ менән генә табылмай, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Ошо балҡыштарың артында күпме йоҡоһоҙ төндәр, күңелдәрҙе әрнеткән мәлдәр, бар донъяһына ҡул һелтәрҙәй саҡтар – барыһы ла булды. Әсәһенә ҡарата яуаплылыҡ хисе ҡулына диплом алғас та тыуған яғы Ғафуриға йүнәлтә уны.
Ең һыҙғанып эшкә тотона Әнүәр Әсғәт улы. Еңел булмаған мәктәп эштәренән тыш, йәмәғәт тормошонда, бигерәк тә райондың мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша: йырлай, халыҡ театрында уйнай, смотр-фестивалдәрҙә, һөнәри бәйгеләрҙә лә көсөн һынап ҡарай. Район етәкселәре булдыҡлы егетте тиҙ күрә, мәҙәниәт бүлегенә етәксе итеп саҡыралар. Әммә үҙаллылыҡты, ижади эште өҫтөнөрәк күргән Әнүәр мәктәбенән айырылмай. Уның дәрестәрен, эш алымдарын өйрәнеү өсөн төрлө мәғариф тармаҡтарынан киләләр. Университеттағы уҡытыусыбыҙ, күренекле ғалим-фольклорсы Әхмәт ағай Сөләй­мәновтың “Әнүәрҙең дәрестәре ҡабатланмаҫ моңло бер йыр һымаҡ” тип баһалауы күптәргә өлгө булып тора.
БАССР-ҙың халыҡ артисы, йырсы Зәки Мәхмүтовтың Әнүәрҙең талантын юғары баһалауы күптәргә мәғлүм. “Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Башҡорт­остандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуы – быға асыҡ дәлил. Һабаҡташыбыҙ хәҙер хаҡлы ялда. Ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылай. Бындай бәхетле көндәрҙе күрергә насип булыр инеме икән, яндарында йән яратҡан яртыһы Ләлә Иштимер ҡыҙы булмаһа? Студент саҡтарында уҡ ҡауышып, матур донъя көттө улар. Ләлә ханым оҙаҡ йылдар “Красноусол” шифахана­һында эшләне, “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” тигән юғары исемгә лайыҡ. Йырлы-моңло парлы ғаиләнең һөйөү емештәре – улдары Булат, ҡыҙҙары Лилиә буй еткерҙе. Булат Өфөлә йәшәй, һөнәре буйынса архитектор, Лилиә – юғары категориялы табип.
Әнүәрҙең студент сағыбыҙҙа күре­некле режиссер Әмир Абдразаҡов төшөргән “Туй” фильмында уйнауын телевизор аша әле лә ҡарап ҡыуанабыҙ.
Сәйетбаба ауылының 300 йыл­лығына арналған күркәм байрамда һабаҡташыбыҙҙың Ырыу башлығы булып ихлас уйнап, оҫта һыбай йөрөүе әле лә күҙ алдында. Уның ҡатнашлығындағы күп фильмдар Башҡортостан телевидениеһының алтын фондында ҡәҙерләп һаҡлана.
Моңо, йыры менән генә түгел, йомшаҡ һүҙе, күркәм холҡо менән дә беҙгә өлгө һабаҡташыбыҙ. Уның үҙ фиғелендә ҡала алыуына һоҡланабыҙ.

Самат ФӘЙЗУЛЛИН,
Мәүлиә САФИУЛЛИНА.


Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды 10.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды...

Тотош уҡырға 5

2027 йылда Рәсәйҙә страховка пенсияһын ике тапҡыр арттырасаҡтар
Башҡортостанда сирена тауышы яңғыраясаҡ

Башҡортостанда сирена тауышы яңғыраясаҡ 08.10.2026 // Йәмғиәт

9 октябрҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеү системаһы тикшерәләсәк....

Тотош уҡырға 5

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны 06.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында балаларға грипҡа ҡаршы вакцина яһауҙың ......

Тотош уҡырға 3

Республикала көндәр йылына

Республикала көндәр йылына 06.10.2026 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 6

Башҡорт ауылы Бөтә Рәсәй инициативалар конкурсында иң яҡшыһы булды
9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай

9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай 05.10.2026 // Йәмғиәт

7 октябргә планлаштырылған Бөтә Рәсәй халыҡты иҫкәртеү системаһын комплекслы тикшереү 9 октябргә ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы 05.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы...

Тотош уҡырға 5

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған 05.10.2026 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда 700 йылға яҡын эш стажы булған уҡытыусылар династияһы йәшәй

Башҡортостанда 700 йылға яҡын эш стажы булған уҡытыусылар династияһы йәшәй 05.10.2026 // Йәмғиәт

Был нәҫелдә уҡытыусылар 20 быуат башында уҡ барлыҡҡа килгән....

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә