Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әсә һөйөүе ҡөҙрәтле
Әсә һөйөүе ҡөҙрәтлеБәләбәй ҡалаһында йәшәүсе Эльмира Ғәлиәхмәтова — ауыр сиргә дусар булған балаһының һауығырына өмөтөн өҙмәгән, ғәзизе кисергәндәрҙе үҙ йөрәге аша үткәреп өҙгөләнгән, шул уҡ ваҡытта һынауҙарға бирешмәй, барыһында ла һоҡланыу тойғоһо уята алған әсәләрҙең береһе. “Әсә йөрәге” фонды, Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, ошондай һынмаҫ рухлы алты ҡатынды бер сәхнәгә йыйып, “Гүзәлкәй-2012” конкурсын ойошторҙо.
Конкурсанттарҙың һәммәһе үҙен хәстәрлекле әсәй, алтын ҡуллы хужабикә, заман менән йәнәш атлаусы эшлекле ҡатын-ҡыҙ итеп күрһәтеүгә өлгәште. Сараның режиссёры, сценарий авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова гүзәл ханымдарҙың ижади һәләттәрен асырға булышлыҡ итерҙәй үҙенсәлекле һынауҙар уйлап тапҡан. Ҡатын-ҡыҙ тамашасыны моңло йырҙары һәм дәртле башҡорт, Көнсығыш бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө, физик күнекмәләр яһаны, тапҡырлыҡта көс һынашты, хатта супермаркетта аҙыҡ-түлек һатып алғанда ла нәзәкәтле булып ҡала белеүенә инандыра алды.
Һәр әсәгә үҙ балаһы — иң матуры һәм аҡыллыһы. “Гүзәлкәй”ҙә ҡатнашыусылар ҙа ул һәм ҡыҙҙарының сабырлығы, ныҡышмаллығы, тәүге уңыштары хаҡында ғорурланып һөйләне. Араларынан актриса Фирҙәүес Ғиззәтуллина ике малай менән бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән.
— Кинйә улыбыҙ үҙенсәлекле бала булып донъяға килде, әммә бирешмәй, көн һайын үҫешергә ынтыла, бәләкәйҙән үк көслө ихтыяры менән һоҡландыра. Беҙ уны ныҡ яратабыҙ, — тине әсә.
Эльмира Ғәлиәхмәтова ла кинйәкәйенең һынауҙарға сыҙам булыуын билдәләне.
— Хоҙай беҙгә ике ул бирҙе. Туғыҙ йәшлек Эмиль көндән-көн үҙаллыраҡ була бара. Өс йәшлек Әхәтебеҙ, тыумыштан йөрәге ауыртыуға һәм ошо көндәрҙә ҡатмарлы операция үткәреүенә ҡарамаҫтан, ағаһынан ҡалышмаҫҡа тырыша. Беҙ Әхәт менән ғорурланабыҙ. Ул һәләтле, байтаҡ сүрәне яттан белә, — тине ханым.
Жюри барыһын да төрлө номинацияла билдәләне. “Вице-Гүзәлкәй” исеменә Эльмира Ғәлиәхмәтова лайыҡ булды. Өфөләге “Салют” балалар шифаханаһы етәкселеге уға “Әсә һәм бала” программаһы буйынса өс аҙналыҡ путёвка бүләк итте. Күптән түгел дауахананан сыҡҡан кескәй Әхәттең һаулығын нығытыуҙа был ҙур ярҙам буласаҡ. Төп бүләкте алған Светлана Маликоваға “Капитоль” күн һәм затлы тире салонының ун мең һумлыҡ сертификаты тапшырылды.
Асылда “Гүзәлкәй” конкурсына, башҡа матурлыҡ бәйгеләренән айырмалы, ҡатын-ҡыҙ еңеү, үҙен күрһәтеү ниәте менән килмәгәйне. Улар әсә һөйөүенең бар дарыуҙан да көслөрәк булыуын, уның донъялағы иң ҡөҙрәтле хис икәнлеген күрһәтергә тип йыйылғайны.
Н. ХӘСӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә