Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бал ҡортона оҡшатам
Йәмле йәйҙең матур бер көнөндә осраҡлы ғына күрешкән мәлдә әхирәтемде умартасы кейемендә күреп, ғәжәпләнеп ҡуйҙым.
— Был минең яратҡан шөғөлөм, бал ҡорттарының эшсәнлегенә иҫең китерлек, — тине ул. — Әсәйем янына ҡайтып, тыуған ауылымда еләк-емеш йыйып, Мәндем һыуында рәхәтләнеп ҡойоноуҙан да яҡшыраҡ ял юҡтыр ул!
Икебеҙ ҙә уҡытыусы булғас, беҙҙең һөйләшеү ҙә шул юҫыҡта барҙы. Әхирәтем менән яңы ғына айыртылған йүкә балы менән хуш еҫле сәй эстек.

Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында йәшәгән Мәрүә һәм Мөхәмәтдин Ғә­зизовтар ун балаға ғүмер бүләк итә. Эш­һөйәр, яҡшы уҡыған ул-ҡыҙҙары ба­ры­һы ла махсус урта һәм юғары бе­лем­гә эйә булып, хәҙерге көндә респуб­ликабыҙҙың төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итә. Улар араһында иҡтисадсы, китапха­насы, уҡытыусы, төҙөүсе, инженер бар.
Шәмсиә — ғаиләлә бишенсе бала. Етди ҡарашлы, һәр һүҙен уйлап һөйләр, үҙенә талапсан, алдынғы фекерле был ҡыҙға уҡытыусы һөнәре тап килеп торғандай. Етмәһә, яҡшы уҡый, тәртипле, дәрестәргә ентекле әҙерләнә. Хоҙай биргән һәләтте бала саҡтан уҡ танып, артабан камиллаштырып, үҫтереп ебәргәндә, ошо йүнәлештә буласаҡ һөнәрҙе һайлағанда ғына үҙ эшенә бирелгән шәхес сығалыр ул. Шәмсиәнең әсәһе Мәрүә апай ҡыҙын киләсәктә тап уҡытыусы итеп күрә, унынсыны бөткәс, уны сит телдәр бүлегенә уҡырға инергә дәртләндерә.
Институтты уңышлы тамамлап, Шәм­сиә Мөхәмәтдин ҡыҙы тыуған яғына эш­кә ҡайта. Хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә башлай.
Үҙе уҡыған мәктәптә эшләп йөрөгән саҡта Сәйетбаба егете Фәрғәтте осрата, һәм улар яҙмышын бергә бәйләй. Ауылда ҙур йорт һалып сығалар, ҡыҙҙары Ләйсән тыуа.
Шәмсиә Мөхәмәтдин ҡыҙы алдына ҙурыраҡ маҡсат ҡуя, ҡала мөхитендә эшләп ҡарау теләге уны Стәрлетамаҡҡа алып килә. 20-се мәктәпкә инглиз теле уҡы­тыусыһы булып урынлаша. Клас­тарҙа балалар күп, остаз-уҡытыусылар яңы килгән тырыш ҡыҙҙы үҙ итә. Шәмсиә лә бай тәжрибә туплап өлгөргән: ҡала уҡыусыларына сит телдең нескәлектәрен оҫта һәм еренә еткереп аңлата. Уның көслө уҡытыусы икәнен ата-әсәләр ҙә һиҙеп ҡала, балаларын Шәмсиә Мөхә­мәтдин ҡыҙы уҡытҡан төркөмгә бирергә тырышалар.
Өлгөр әхирәтем үҙ өҫтөндә ныҡыш­малы эшләй, һәр дәрескә етди әҙерләнә, шулай иткәндә генә уңышҡа өлгәшеп булыуын яҡшы аңлай. Заман гел бер урын­да тормай, уҡытыусыға ла, уҡыусы­ға ла яңынан-яңы талаптар өҫтәлеп кенә тора.
— Миңә ҡайһы бер ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханы алдынан балаларын алып килә, инглиз теленән имтихан бирергә кәрәк, ә уҡыусы телде бик насар үҙләштергән. Үҙем уйлап тапҡан алымдарҙы файҙаланып, уға дәрестәр бирәм. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, бала юғары балл менән уҡыу йортона инеп китә, — ти тәжрибәле педагог.
Ә республика олимпиадаларында призлы урындар яулағандар араһында әлеге көндә ҙур ҡалаларҙа тел белгестәре булып эшләгәндәр, хатта академик та бар!
— Улар менән аралашып торам, — тип ғорурлығын йәшермәй Шәмсиә Мөхәмәтдин ҡыҙы.
2013 йылда конкурс нигеҙендә инглиз теле йүнәлешендәге 1-се ҡала гимназияһына эшкә алынғас, яңы офоҡтар асылғандай була. Бында уҡыуға ҙур ынтылышы булғандар йыйылған, улар менән эшләү өсөн тәжрибә, белем талап ителә, ә ата-әсәләр, коллегалар араһында үҙеңдең эшеңде күрһәтә алыу, һөҙөмтә биреү өсөн ныҡышмалылыҡ, талапсанлыҡ кәрәк.
Шәмсиә Мөхәмәтдин ҡыҙының эш көнө иртәнән кискә тиклем дауам итә. Мәк­тәптәге дәрестәр тамамланғас, Пионерҙар һарайында БДИ-ға әҙерлек маҡсатында ойошторолған дәрестәрҙе лә алып бара.
— Эшемдән ҡәнәғәтләнеү хисе алам, уҡыусыларымдың уңыштары миңә көс, дәрт өҫтәй, — ти ул.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының иң көслө уҡытыусылары исемлегенә ингән, өс тиҫтәнән артыҡ хеҙмәт стажы булған Шәмсиә Мөхәмәтдин ҡыҙы ғилми эш менән дә шөғөлләнә. “Инглиз теле фоне­тикаһы” исемле проекты Стәрлетамаҡ типо­графия­һы тарафынан нәшер ител­гән баҫмала урын алған. “Инглиз теленең теоретик грамматикаһы” курсы буйынса юғары уҡыу йорто студенттарына лекциялар ҙа уҡый алдынғы педагог. Уҡы­тыусыларҙың ҡала методик берләшмәһе ағзаһы, “Гагарин кубогы”, “Фәнгә старт”, ҡала олимпиа­да­ларындағы эштәрҙе тикшереү комиссияһы составына ингән уҡытыусы-методист, уҡытыусы-новатор, уҡытыусы-экспериментатор исем­дәрен йөрөткән Шәмсиә Мөхәмәт­дин ҡыҙы күп тапҡыр республика Мәғариф министр­лығының Маҡтау ҡағыҙ­ҙарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
Шәмсиә менән бер класта уҡып, студент йылдарында аралашып йөрөнөк. Шөкөр, дуҫлығыбыҙ дүртенсе тиҫтә йыл дауам итә. Ике ейәнгә хәстәрлекле өләсәй, ир ҡатыны, һөйөклө әсәй, уңған хужабикә булған әхирәтемдең уңыш­та­рына һөйөнөп, ҡаҙаныштарына һоҡ­ланам.
— Үҙем эшләгән коллективтағы йәш­тәр менән тәжрибәмде ихлас уртаҡ­лашам, кәңәштәремде бирәм, — ти ул. — Күп кенә уҡыусыларым, сит телдәр уҡытыу­сыһы һөнәрен һайлап, эшләп йөрөй, был хеҙмәтемә иң ҙур баһа, тип һанайым.
Инглиз телен бөтә яҡлап үҙләштереп, уҡытыу методикаһын оҫта ҡулланып, ваҡытын йәлләмәй, булмышын бала­ларға арнаған Шәмсиә Мөхәмәтдин ҡыҙы. Әхирәтемде татлы хеҙмәт емештәренән һутлы кәрәҙ ҡойған эшсән бал ҡортона оҡшатам.


Автор: Минира БИКӘНӘСОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә