Ибраһим ауылы уҙаманы Латип Абдуллин һуғышҡа 1942 йылдың 15 ғинуарында алына. “Тиҙҙән ҡайтырмын, өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ”, – ти ул ғаиләһенә. Китә лә, һыуға төшкәндәй, эҙһеҙ юғала. Оҙон-оҙаҡ 75 йыл буйы уның хаҡында бер хәбәр-хәтер ҙә булмай. Ҡатыны Хәмиҙә лә, улдары – ул киткәндә ун йәшлек булып ҡалған Марат менән дүрт йәшлек Тәлғәт тә ғүмерҙәренең һуңғы көнөнәсә яҡын кешеһен көтә. Ҡыҙғаныс, әммә уларҙың береһе лә ҡәҙерлеләренең һуңғы яҙмышы хаҡында бер ни ҙә белмәй баҡыйлыҡҡа юллана. Хәйер, иренең һәм атайҙарының ниндәй ғазаптар аша үтеүен белмәй китеүҙәре, бәлки, хәйерлерәктер ҙә...1941 йылдың июненән 1945 йылдың февраленә тиклем 5,7 миллион совет кешеһе әсирлеккә эләгә, шуларҙың 3,3 миллионы һәләк була. Ябай ғына һандар, әммә улар артында ҡот осҡос рәнйетеүҙәргә, язалауҙарға дусар булған күпме әсир яҙмышы! Ә һуғыштан һуң уларҙың үҙебеҙҙекеләр тарафынан ситләтелгән яҡындарының күргән-кисергәндәрен иҫәпкә алһаҡ, сәстәр үрә торорлоҡ!
...Фашистарға әсирлеккә эләккәндәрҙең йөҙ меңгә яҡыны Норвегияға оҙатыла. Шуларҙың ун өс меңгә яҡыны шул ерҙәрҙә мәңгелеккә ятып ҡала. Үкенескә ҡаршы, Латип Борхан улы ла тап шул ҡорбандар араһында була.
Быйыл Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына республика Хәрби Дан музейынан “Норвегиялағы концлагерь тотҡоно Абдуллин Латип Борхан улының туғандарын эҙләйбеҙ” тигән хәбәр килгәс, музей директоры Ғәфүрә Әбделмәнова яугирҙең туғандарын эҙләп таба.
Олатайҙарының яҙмышын белеүҙән инде өмөттәрен өҙгән Фәниә Марат ҡыҙы Сафина менән Рузалия Тәлғәт ҡыҙы Ҡотлогилдина Өфөгә Норвегия вәкилдәре менән осрашыуға саҡырыу алғас, бер генә минут та икеләнмәйенсә, оло тулҡынланыу менән юлға сыға.
– Был осрашыуҙан алған тәьҫораттарыбыҙҙы һүҙҙәр менән генә еткереү мөмкин түгел. Музейҙа бик йылы ҡаршы алдылар. Совет Армияһының Төньяҡ Норвегияны фашистарҙан азат итеүенә 70 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған күргәҙмәне асыу тантанаһында (“1941—1945 йылдарҙа Норвегиялағы хәрби әсирҙәр” тип аталған был күргәҙмә тәүҙә Осло ҡалаһында ойошторола, унан һуң Мәскәүҙә күрһәтелә – авт.), Норвегия короллегенең Рәсәйҙәге вәкиле Улава-Нильс Туэ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев һәм башҡалар ҡатнашты. Туэ әфәндегә район хакимиәте ебәргән “Күгәрсен районы” китабын бүләк иттек.
Атайым бала саҡта “әсир, һатлыҡйән балаһы” тип күп ҡыйырһытыуҙар күргән булһа ла, атаһының ғәйепһеҙ икәнлегенә бер ҡасан да шикләнмәне, үҙен рәнйеткәндәргә ҡарата күңелендә асыу йөрөтмәне. Ҡәрсәйем дә ахырғаса ирен ҡайтыр тип көттө, уға һуғыштан һуң хатта эшләгән көндәре өсөн “трудодень” яҙмай этләткәндәр. Уҡымышлы ине, кендек инәһе булып хөрмәт ҡаҙанды.
Олатайыбыҙ ҙа, өләсәйебеҙ ҙә дини кешеләр булған, атайым менән Тәлғәт ағайым да иман юлынан тайпылманы, һуңғы һулыштарынаса атайҙарын көтөп, көн һайын уның рухына доғалар бағышланы.
Олатайыбыҙҙың яҙмышы бигерәк тә аяныслы булған икән шул... Үҙенән яҡты иҫтәлек булып ҡалған Ҡөрьән биттәре араһынан фотоһүрәттәренең килеп сығыуы бер мөғжизә булһа, яҙмышының нәҡ Ураҙа айында асыҡланыуы икенсе мөғжизә булды. Был ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы осрашыуға алып барҙыҡ, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡаранылар.
Һәләк булған яугирҙәрҙең яҙмыштарын асыҡлау менән шөғөлләнгән “Обелиск” эҙәрмәндәр отряды командиры Елена Вязовцева ҡулынан олатайыбыҙҙың яҙмышын асыҡлаған документтарҙы алғанда тулҡынланыуыбыҙҙы күрһәгеҙ!
Яҡыныбыҙҙың концлагерҙа ғазап сигеп вафат булыу хәбәре беҙҙе ныҡ тетрәндерҙе. Күргәҙмәгә ҡуйылған материалдарҙы күреп илаштыҡ, фашистарҙың вәхшилегенә хайран ҡалдыҡ, – ти Фәниә Марат ҡыҙы.
Ысынлап та, Латип олатайҙың, башҡа әсирҙәрҙең дә күргән-кисергәндәрен хатта дошманыңа ла теләмәҫһең. Документтарҙан күренеүенсә, Норвегияға әсирҙәрҙе йөк караптарында ташыйҙар. Ауыр шарттарҙы күтәрә алмайынса юлда уҡ һәләк булғандарҙы, ҡаты яралыларҙы кешелек йөҙөн юғалтҡан фашистар, сүп шайы ла күрмәйенсә, диңгеҙгә ырғыта. Иҫән ҡалғандарҙы шталагтарға – әсирҙәрҙе бергә туплаған лагерға алып киләләр, бында инде уларҙы башҡа концлагерҙарға оҙаталар. Хәҙерге киноларҙа әсирҙәр барактарҙа йәшәгән тип күрһәтелә. Әммә тәүге йылдарҙа бисараларға хатта барактар ҙа булмаған, улар үҙҙәре ҡаҙыған ҙур соҡорҙарҙа йәшәгән. Өҫтән яуып торған ҡар-ямғырҙа күшеккән, һыуыҡтан ҡатҡан, аслыҡтан өҙлөккән, ауыр эштән миктәгән совет кешеләренең күргән ғазаптары йөрәктәрҙе тетрәтә...
Төрлө ауыр эштәрҙә йөрөгән әсирҙәрҙе йүнләп ашатһалар бер хәл: икмәктәре бысҡы вағынан бешерелгән булһа, баланда тигәндәре – ҡоро һыу. Саҡ ҡына яңылышлыҡ өсөн ҡамсы менән туҡмау, ҡасырға маташыу өсөн атып үлтереү ғәҙәти хәл булған. Әсирҙәр аслыҡ-яланғаслыҡтан тыш, дифтерия, туберкулез, үпкә шеше кеүек ауырыуҙарҙан күпләп ҡырылған. Уларҙың күргән-кисергәндәрен ҡоллоҡҡа тиңләп була...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп әсирҙәрҙең ҡайҙа ерләнгәнен белеү мөмкин түгел, сөнки 1951 йылда илдә “Асфальт операцияһы” үткәрелә һәм уның барышында әсирҙәрҙең һөлдәләре Тьетта тигән ергә күсерелә. Нисәмә тиҫтә йыл үткәс, ҡайһы берҙәренең яҙмышы асыҡланһа ла, яҡындары, шул иҫәптән Латип олатайҙың ейән-ейәнсәрҙәре, уларҙың ҡәберенә баш эйеү мөмкинлегенән мәхрүм...
Һәләк булғанда яҡташыбыҙға ни бары 38 генә йәш булған. Үҙе иҫән ҡайтҡан булһа, Латип олатайҙың тағы ла ул-ҡыҙҙары донъяға килер, шәжәрәһе йәнә әллә күпме исем менән тулыланып, бөгөн күп тармаҡлы имәнде хәтерләтер ине лә бит...
Уның ниндәйерәк булғанлығын күҙ алдына килтереү өсөн шәхси карточкаһын йәнә бер күҙҙән үткәрәбеҙ. Концлагерҙа тултырылған был ҡағыҙ киҫәгенә уның хаҡындағы бар мәғлүмәт һыйған: милләте, йәше, исем-фамилияһы, атаһының һәм ҡатынының исеме, тыуған ере, дине, сәсенең төҫө, буйы һәм хатта бармаҡ эҙе.
Ейән-ейәнсәрҙәре уның тыуған йылын белһә лә, ниндәй айҙа, көндә донъяға килгәнен белмәгән, был ҡағыҙҙа иһә асыҡ яҙылған – Латип Борхан улы 1904 йылдың 15 сентябрендә донъяға тәүге ауазын һалған, һуңғы һулышын 1942 йылдың 8 авгусында алған. Әсирлеккә иһә шул йылдың 25 майында Харьков янында эләккән, 4 июндә Норвегияға килтерелеп, шталагта уға 138-се һан тағылған.
Фашистар ҡулында үткәргән 75 көн яҡташыбыҙ өсөн тамуҡ ғазаптарына тиң булғанын фараз итергә лә кәрәкмәй. Уның яҙмышына дусар булған милләттәштәребеҙҙең, исмаһам, берәйһен тап итә алғанмы, аралашҡанмы – билдәһеҙ, исемлектә иһә (билдәле булғандары) иллегә яҡын исем-фамилия – Хисам Хөббөтдинов, Тимерйән Ғәлиуллин, Абдулла Рәхмәтуллин, Ҡәнзәфәр Вәлиев, Муллайән Ғәбдиев, Шәйҙулла Ғайсин, Нәби Ғәниев, Ҡәйүм Ишмөхәмәтов, Аҙнағол Муллагилдин, Имам Нафиҡов һ.б. бар. Кем белә, был исемдәр ҙә, бәлки, билдәһеҙ булыр ине, Фәниә апай һөйләүенсә, концлагерҙағы әсирҙәр араһында табип булған, ул мәғлүмәттәр яҙылған ҡағыҙҙарҙы быяла дарыу шешәһенә һалып, күмгән ваҡытта мәйеттәрҙең уң яҡ ҡултыҡ аҫтына тыҡҡан.
Ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмерҙәр, тыумай ҡалған сабыйҙар, үкенес, әрнеү, һағыш, ҡайғы – һуғыш килтергән афәттәрҙе донъялағы бер генә бизмәнгә лә һалып үлсәрлек түгел. Быны беҙ Латип Борхан улының аяныслы яҙмышы миҫалында асыҡ күрәбеҙ. Шул ғына күңелде йыуата: яҡташыбыҙҙың исеме тарих туҙанында күмелеп ҡалмаған, тамыры ҡоромаған – уның нәҫел ебен ике ейәнсәре, ике ейәне, хәҙер инде бүлә-бүләсәрҙәре дауам итә, бер бүләһе — Фәниә ейәнсәренең улы Надир олатаһының нигеҙен яңыртһа, Фәнүз ейәненең улы Латип исемен йөрөтә...
Күгәрсен районы.