Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя – һинең уйыңда…
Донъя – һинең уйыңда…Кешелек алға барған һайын, уның проблемалары ла арта. Аң-зиһене ғаләм киңлектәренә сығырлыҡ, яһалма есемдәр булдырырлыҡ бәндәнең дуҫ-татыу йәшәрлек аҡылы бармы? Әллә был, ғөмүмән, сисеп булмаҫлыҡ мәсьәләме?
Фекерләүҙең дүрт дәрәжәһе бар икән: симплементар, дуплекс, полиментар һәм омниментар.
Симплементар фекер йөрөтөүселәр – тормошта иң киң таралған төркөм. Улар араһында мәктәпте тамамлау менән аҡыл-зиһенен байытыу юлдарын эҙләмәйсә, аҡрын ғына деградацияға бирелеүселәр күп. Сәғәттәр буйы телевизор ҡаршыһында ултырыуҙары ихтимал. Ҡурҡыу һәм наҙанлыҡтары сәбәпле, улар ябайлыҡты – ябай һорау һәм ябай яуаптарҙы – ярата. Улар өсөн йә “аҡ”, йә “ҡара” ғына, йә “эйе”, йә “юҡ” ҡына бар. Әгәр симплементар дәрәжәләге кешеләр дини ҙә булһа, улар ультра-дини, йәғни үҙҙәренсә уйламаған, улар кеүек кейенмәгән, уларса йәшәмәгән кешеләргә дошмандарса ҡарашта торалар.
Симплементар дәрәжә – фекерләү­ҙең иң түбән дәрәжәһе. Ундай кешеләрҙе үҙ арттарынан эйәртерлек көслө хакимдар йәлеп итә. Был “көтөү”гә “ныҡлы ҡуллы” көтөүсе кәрәк. “Беҙ һеҙҙең проблемаларығыҙҙы хәл итәсәкбеҙ!” тип әйткән көтөүсе. Нисек – көс менәнме, хакимиәт ярҙамындамы – быныһы мөһим түгел. Иң яҡшыһы – уларға был турала уйларға тура килмәһен. Улар өсөн башҡалар уйлаһын! Тарих биттәрендә сәселеп ятҡан парадокстар күҙ алдына килеп баҫа. Ленин… Сталин… Коммунизмда йәшәү теләге быуаттар буйы тупланған рухи (әҙәбиәт һәм мәҙәниәттең төрлө ағымдары, мәҫәлән) һәм матди (мәсет, сиркәүҙәр) мираҫты сүплеккә һепереп түгерлек иткән икән, был төр кешеләрҙең күп һәм ҡурҡыныс булыуы бәхәсһеҙҙер. Хатта татлы емешле ҡармаҡҡа (“Кто был никем, тот станет всем!”) эләккән кешеләр өсөн зыянлы ҡатлауҙы юҡҡа сығарыу ҙа әллә ни ауыр эш тойолмай. Дәрдмәндтең дә алтын приискылары хужаһы булыуы ғына иҫкә алына. “Бөйөк” (!) маҡсаттар булғанда, мәҙрәсә-мәсеттәр, нәшриәттәр тотоуы, мохтаждарға ярҙам итеүе – былар барыһы ла иғтибарға лайыҡ эштәрме ни…
Бәғзеләрҙең ниндәйҙер, кемдәндер ишетеп ҡалған һүҙҙәрҙән глобаль проб­лема яһап, шуға ваҡыт сарыф итеүе йәки кемдәрҙеңдер ғүмерҙәренең күп өлөшөн сериалдар ҡарап юҡҡа сығарыуы – симплементар дәрәжә өсөн хас күренеш. Бындай кешеләргә эске ҡурҡыу ныҡ йоғонто яһай. Примитив йәмғиәттәрҙә был иһә йола-ғәҙәттәрҙе тайпылышһыҙ үтәүгә, башҡаса тәртиптең булыу мөмкинлеген инҡар итеүгә ҡайтып ҡала. Бында бүтән фекер әйткән йәки үҙ йәшәйештәренең дөрөҫлөгөнә шик белдергән кешеләргә урын юҡ: уларҙы ырыуҙан ҡыуалар, язалайҙар… Кешелектең үҫеш баҫҡыстарын барлаһаҡ, һәр яңылыҡтың йәмғиәт тормошона үтеп кереүе утлы-ҡәһәрле ҡаршылыҡтар аша барған түгелме?! Әйтәйек, Ғайса пәйғәмбәрҙе түбән дәрәжәләге кешеләр тәрегә ҡаҙаҡламаймы? Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе Мәккәнән ниңә ҡыуалар? Ә Джордано Бруно? Коперник? Беренсе театрҙарҙы ойоштороп йөрөүселәр… Һәр осорҙа ла фекерләү дәрәжәһенең юғарыраҡ баҫҡысында торған кешеләргә күпселектең стереотип ҡараштары менән көрәшә-көрәшә алға барырға тура килгән.
Кешелек донъяһы үҫеш-үҙгәрештә булғас, аң-фекер дәрәжәһенең иң түбәненә эйә кешеләр кәмергә тейеш кеүек. Тик “ылау” һаман шул урында. Телевизорҙы асыу менән бының шулай икәненә инанырға тура килә: унда – теракт, бында – үлтереш… Бер-береһен алмаштырып торған сериалдар, өс тинлек йырҙар, шау-шоулы тамашалар… Кемгә хеҙмәт итә был мәҙәниәт? Ҡараусыға. Тыңлаусыға. Ҡараусыһы ниндәй аҙыҡты йота ала – шул тәҡдим ителә.
Алға киткән йәмғиәттәрҙә лә симплементар фекерләгән кешеләр күпселек икән. Бында ла шул уҡ проблемалар: эске ҡурҡыу кешене үҙенекен генә яҡларға, башҡаларҙың донъяға ҡарашын инҡар итергә этәрә. Кеше үҙенең күңел донъяһын емерелеүҙән һаҡларға маташа. Хатта юғары белемле кешеләр араһында ла шул типтағы кешеләр байтаҡ.
Был төр кешеләр араһында хайуани ихтыяждар, түбән дәрәжәләге эске һиҙемләү тойғоһо менән генә йәшәгәндәр күп. Шул кешеләрҙең ҡулына ҡорал тоттороп: “Һин, ана, ул кафырҙан йәки басурмандан күпкә өҫтөн, сөнки һин хаҡ юлда, Изге китапта шулай тиелгән (!), һинең эшең – изге ғәмәл…” – тип “эшкәртеп” тороуҙарын хәҙер ҙә күрмәйбеҙме ни?! Үлтерергә рөхсәт, дошманыңдың ҡатынын, ҡыҙын көсләргә рөхсәт, етмәһә, йәннәт рәхәтлектәре лә вәғәҙә итәләр – тағы ни кәрәк?!
Икенсе баҫҡысҡа дуплекс фекерләү ҡуйыла. Ундай кешеләр донъяны ике яҡлы ғына ҡабул итә: аҡ йәки ҡара, башҡа варианттар юҡ. Дуплекс фекерле кешеләр иң түбән дәрәжәнән ижтимағи зирәклектәре менән өҫтөнөрәк тора, ләкин уларҙың да фекер офоғо шаҡтай тар. Улар бар нәмәгә “яҡшы-насар”, “дөрөҫ-дөрөҫ түгел”, “әхлаҡлы-әхлаҡһыҙ”, “беҙҙең менән – беҙгә ҡаршы” күҙлегенән сығып ҡарай.
Уларҙа ла эске ҡурҡыу хисе бар: кеше һүҙенән, ни ҙә булһа эшләп уңышһыҙлыҡҡа юлығыуҙан, яңылыш аҙым яһап, көлкөгә ҡалыуҙан… Ундайҙар һәр нәмәнең ике яғы бар тип ҡабул итә, төрлөсә булыу мөмкинлеген күрмәй. Күптәрҙең шул рәүешле фекер йөрөтөүе сир дәрәжәһенә етеп, йәмғиәттең йәшәү рәүешенә ҡурҡыныс тыуҙыра. “Көнсығыш менән Көнбайыш ҡаршылығы”, “Ислам менән христиан диндәре көрәше” кеүек һүҙҙәр менән проблеманы дөйөмләштереп, ике яҡлы ғына итеп күрһәтеү ул ҡаршылыҡтарҙы тағы тәрәнәйтә.
Әгәр дуплекс фекерле кеше дини икән, ул диндең тышҡы сағылыштарын энәһенән-ебенә саҡлы үтәргә тырышасаҡ. Намаҙҙы нисек уҡырға, ниндәй доғалар ҡайһы ваҡытта уҡылырға тейеш, “Фатиха”нан һуң “амин” тип ҡысҡырыу кәрәкме-юҡмы, имам артына ойоған мосолмандар аяҡтарын айырып баҫырға тейешме-юҡмы һ.б. – нисек өйрәткәнсә, быларҙы ул бер хилафлыҡ килтермәйенсә үтәргә тырышасаҡ, сөнки былай эшләү – уның фекеренсә, иң дөрөҫө. Башҡаса үтәһә, әйтһә, уҡыһа… – Аллаһтың рәхмәтенә ирешмәйәсәк. “Хаҡ – хаҡ түгел!” Башҡа варианттар була алмай. Төрлө ҡараштарҙы сағыштырып ҡарап, ниндәйҙер аныҡ һөҙөмтә яһау был төр кешеләргә хас түгел. Бында ла ҡаршы яҡҡа ҡарата агрессия булырға мөмкин, ләкин симплементар фекерләү менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ.
Полиментар фекерләүселәр – юғарыраҡ баҫҡыста торған кешеләр. Улар иһә тормоштоң ике төрлө генә түгел, ә төрлө төҫтәрҙә булыуын аңлап эш итә, төрлө фекерҙәр барлығын таный һәм уларҙы ихтирам итә. Түҙемлелек, билдәһеҙлектән ҡурҡмау, киреһенсә, ҡаршы барыу хас…
Улар һәр проблеманың бер нисә сиселеше булыуын аңлай, башҡаларҙың фекерен тыңлай, ҡаршылыҡтың сәбәбенә төшөнөргә тырыша. Аңлы рәүештә һәр кемдең үҙ хәҡиҡәте булыуын таный. Улар өсөн, хаҡлы булыуға ҡарағанда, рухи үҫеш ҡиммәтерәк. Үҙҙәренән аң-зиһен яғынан түбәнерәк кешеләр менән аралашҡанда ла үҙ өҫтөнлөктәренән насар маҡсатта файҙаланмайҙар. Фекерләү офоҡтары бында инде бөтөнләй башҡа. Был төркөмдә ихтыяр көсө ныҡ булып, кире хистәргә тышҡа сығырға, әхлаҡһыҙ ғәмәлдәргә барырға кәртә булып тора. Был кешеләр ҙә, башҡалар кеүек, яҡшы һәм насар сифаттарҙы үҙҙәрендә туплаған, ләкин эске контроль уларға ваҡытында тыйылырға, сабыр булырға ярҙам итә. Иманлы кеше (ғөмүмән, шул дәрәжәләге фекер эйәһе) үҙенең кәмселектәре өҫтөндә эшләй, уларҙы бөтөрөргә тырыша, башҡаларҙан йөй эҙләмәй.
Полиментар фекерле ата-әсә, мәҫәлән, балаһы яңылышлыҡ ҡылһа, мөйөшкә баҫтырыу йәки башҡа язаларҙы ҡулланырға ашыҡмай. Башта тыңлай, баланың был хәлгә мөнәсәбәтен белергә, сәбәптәрен аңларға тырыша. Улар өсөн ысынбарлыҡ бер нисә төрлө: баланың ысынбарлығы, ата-әсәнең үҙенеке…
Дини кеше нәҡ бына шул баҫҡыста торорға тейеш (кәмендә!) Үҙен хөрмәт иткән фәнни-атеистик ҡарашлы кешеләр ҙә тип өҫтәйек. Насар менән яҡшының бер үк булмауын аңлап, үҙенә ҡарата әшәке һүҙ ишетһә, насарлыҡтар ҡылһа, был хәлде үҙенең үҫеше маҡсатында файҙаланырға тейеш: сабырлыҡ күрһәтергә, насарлыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирергә. Күптәребеҙ быға һәләтлеме? Уң яңағыңа һуҡһалар, һулын ҡуй… Әшәкелекте арттырма. Ә беҙ ни эшләйбеҙ? Урынына ултыртабыҙ! Кеше, ысынлап та, әшәке икән, яҡшылыҡ эшләй алмай икән, уның менән юлдарың киҫешмәү яғын ҡара, күрмәмешкә һалыш, бер ҡасан да уның тураһында насар һөйләмә. Был да әшәкелекте арттырмауға керә. Уйҙар матдилаша…
Ошо урында бер хәҙис иҫкә төшә. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең күршеһендә бер йәһүд йәшәй, көн дә иртән үҙ йортондағы сүп-сарҙы уның йортона ташлай. Пәйғәмбәр өндәшмәй-нитмәй генә ҡыйҙы йыйып түгә. Күрше хаҡын һаҡлап, бер һүҙ әйтмәй. Шулай шаҡтай ваҡыт дауам итә. Көндәрҙән бер көндө ул йортонда сүп-сар күрмәй. Уны дошман һанаған йәһүд күршеһе лә күренмәй. “Быға бер-бер хәл булманымы икән?” тип, Мөхәммәт пәйғәмбәр уның өйөнә керһә, ысынлап та, тегеһе сирләп ята икән. Шунан һуң быларҙың аралары яйланып китә, ике йорт араһына ташландыҡ сүптәр ҙә күренмәй.
Һорау тыуа: беҙҙең ҡайһы бер етәкселәр фекерләүҙең ниндәй дәрәжәһендә тора икән? Санкция юлы менән генә араларҙы яйлап булмаҫын аңламаймы улар?!
Омниментар фекерләүселәр – иң юғары дәрәжәләге фекер эйәләре. Улар күп төрлөлөктө күреп һөйөнә, улар – үҙ “эго”ларын еңә алған кешеләр. Тормоштағы ғәҙелһеҙ мөнәсәбәтте күреп (хыянат, ялған, ғәйбәт һ.б.), улар бер кемде лә ғәйепләмәй, ә алға барыу өсөн юл эҙләй. Уңышһыҙлыҡҡа осраһалар йәки кемдәндер кәмһеткес, уҫал һүҙҙәр ишетһәләр, бының Хоҙай тарафынан ебәрелгән һынау һәм уның һабаҡ өсөн булыуын аңлайҙар. Улар билдәһеҙлектән ләззәт ала, унан ҡурҡмай. Ғөмүмән, шөрләү хисе юҡ. Улар кемделер ғәйепләү, “һабаҡтарын уҡытыу”, үс алыу кеүек теләктәрҙән азат. Тормоштоң ағышына ситтән ҡарап, йәшәүҙең һәр миҙгеленән рәхәтлек алалар. Ауырлыҡтарҙы ла рәнйеү-һыҡтау, ғазап-әрнеү аша түгел, ә ысынбарлыҡ булараҡ ҡабул итәләр. Сәйер, был төр кешеләргә миҫал килтереүе лә ҡыйын икән. Пәйғәмбәрҙәрҙе генә иҫкә алмаһаҡ… Әллә булғанына шөкөрана ҡылып, һәр кешегә ҡарата изге доғала булған, ғәйбәт-хөсөтлөктән өҫтөн торған үҙебеҙҙең инәйҙәрме?.. Рухи аслыҡ, матди хәйерселек кеүек һынауҙарҙы сабыр, түҙем һәм… рәхмәтле булып ҡабул ит. Ай-һай… Выжданыңды тапанылар, мал-мөлкәтеңде тартып алдылар, яҡындарыңды юғалттың… Быны һынау тип ҡабул ит… Түҙемле булһаң, юғалып ҡалмаһаң, бирешмәһәң, юғалтҡандан күберәк бирелер… “Беҙ Илаһиҙан килдек… Уның янына китәсәкбеҙ”. Килешәһегеҙҙер, быны аңлау ауырыраҡ һәм, иң мөһиме, шул рәүешле йәшәү ҙә мөмкин түгел кеүек. Төрлө психологик һәм эзотерик әҙәбиәт, тренингтар ҙа беҙҙе шуға өндәй. Ләкин бит белеү бер нәмә, шул белемде үҙеңдең йәшәү рәүешеңә әйләндереү – бөтөнләй икенсе.
Омниментар ҡарашлы кешеләр ғилемлелекте юғары баһалай, яңынан-яңы белемгә ынтыла, үҙенең йомшаҡ яҡтары өҫтөндә эшләй, “яңы юлдар аса”.
“Уйҙар, иҫтәлектәр, хис-кисерештәр – барыһы ла нейрондарҙың электрохимик үҙ-ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә тыуа”, – ти Н. Карр үҙенең “Пустышка: Что Интернет делает с нашими мозгами?” тигән китабында. Бөгөнгө нейробиология раҫлауынса, беҙҙең уйҙар, хистәр тәьҫирендә мейеләге электрохимик схемалар ҙа үҙгәрә. Яҡшы уйҙарҙы ғына башыңа индерһәң, билдәле бер ваҡыттан һуң аң шул рәүешкә көйләнә, ти. Хәйер, халыҡтың зирәк аҡылы ла шуны тәҡрарлай: “Юрағаның юш килер”.
Бөгөнгө тел менән әйткәндә, уйың матдилаша. Бының ысынлығына ышаныр өсөн тирә-йүнегеҙгә күҙ һалығыҙ әле: бар нәмәгә ҡәнәғәтһеҙлек белдергән кешеләр сәләмәтерәкме, әллә уйын-көлкө яратҡан оптимистармы? “Ауыҙың салыш булһа, көҙгөгә үпкәләмә”, тиҙәр бит. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: был донъяның матурлығын күрерлек күңел күҙебеҙ булһын да уны асырлыҡ аҡылыбыҙ булһын! Ә бының өсөн үҙебеҙҙең шәхесебеҙҙе камиллаш­тырыуҙан туҡтарға ярамай: фекерләүҙең полиментар һәм омниментар дәрәжә­ләренә ынтылырға кәрәк. Был – үҙебеҙ өсөн генә түгел, кешелектең имен, тыныс йәшәүе өсөн дә мөһим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873