Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәүеф олатайҙың батырлығы
[thumb=left]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2017-08/1502099647_r____ef-yapparov.jpg[/thumb]…1952 йыл. Һуғыштан һуңғы ауыр заман. Аслы-туҡлы кешеләр михнәт кисерә, иҫән ҡалғандарҙы барлай. Шуға ҡарамаҫтан, барыһы ла яҡты киләсәккә, мул тормош килеренә өмөтөн өҙмәй. Бөтә ил буйлап төҙөкләндереү эштәре йәйелдерелә. Өфөлә, әйтәйек, 68 метрлыҡ һыу башняһы төҙөлә. Тик барыһы ла яҡшы ғына бармай шул. Ошо төҙөлөштә эштең ҡыҙған бер мәлендә, мәҫәлән, тонна ярым ауырлыҡтағы ҡорос табаҡ һауала аҫылынып ҡала – уны бәйләгән тростар өҙөлә, йөк кронштейнға ғына (башняға беркетелгән арҡыры терәүгә) эләгеп тора. Бына-бына ҡолайым тип сайҡала ул.

“Ҡул ҡалтырай, ләкин тросты эләктерә алдым”

Табаҡ ҡолай ҡалһа, бөтә эште тиерлек емереп ташлау менән янаһа ла, төҙөлөшкә Ленинградтан, Ульяновски­ҙан килгән заманына күрә профессионалдар ҙа ҡоросто “йүгәнләргә” баҙнат итмәй бер-ике көн үтеп китә. Ни ҡылырға, ни эшләргә тип торғанда, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, алдынғы комсомол, үҙе слесарь, үҙе моторсы, монтажлаусы Рәүеф Яппаров өҫкә күтәрелә.
– Йәшермәйем: ҡурҡыныс ине, ҡул ҡалтырай, ләкин тросты эләктерә алдым, – тип хәтерләй ул мәлде Рәүеф Камалетдин улы. – Эләктереп тә бөттөм, ҡорос кронштейндан шыуып та китте…
Инде 88-се йәшен ваҡлаған ветеран был ваҡиғаны көндәлек хеҙмәтенең бер һөҙөмтәһе итеп кенә һөйләй. Уйлай ҡуйһаң, был бит батырлыҡ! Ә күпме ҡаһарманлыҡ ҡылған, михнәттәр кисергән ошо олатайҙар һәм инәйҙәр!
Бихисап быуындашы һымаҡ, Рәүеф Яппаров та атайһыҙ үҫә – ҡәҙерле кешеһе һуғыш башланғас та фронтҡа алына һәм шул киткәндән тыуған Үрге Уҫылыһына (Стәрлетамаҡ районы) әйләнеп ҡайтмай. Ғаилә бағыу, береһенән-береһе биш туғанын тәрбиәләү Рәүефтең иңенә ята, сөнки ҡайғы-сирҙән әсәһе лә түшәккә йығыла. Шуға ветерандың “хеҙмәт стажым 58 йыл” тип әйтеүенә һис ғәжәпләнәһе түгелдер. Ул бит һуғыш башланыу менән атаһы урынына һабанға йәбешә, мал көтә. Эшләгән кеше үлмәй, ти. Бәлки, шул үҫмер бала күтәрә алмаҫтай йөккә сыҙау уға артабан тормош ауырлыҡтарын үтергә ярҙам итәлер ҙә.
…58 йыл стаж. Үҙе бер ғүмер. Ә бит был йылдарҙағы ҡайһы бер көндәр үҙҙәре үк аҙнаға торошло.
– ФЗО-ла уҡып алғас, ҡалаға төҙөлөшкә ебәрҙеләр, ауылда ғаилә бағаһыңмы, туғандарыңды ҡарайһыңмы – һиндә кемдең эше булһын. Йәш малайҙарбыҙ, беренсе смена хеҙмәт кенәгәһенә яҙыла, икенсеһе менән өсөнсөһөн бушлай эшләйһең. Тыуған ил хаҡына! – Йәшлеген хәтерләп ветеран көрһөнөп тә ҡуя, әммә бер генә лә үкенес билдәһе сағылмай уның йөҙөндә. Ниндәй үкенес булһын инде, ғорурлыҡ бит бындай тормош юлы үтеү.


Первомайский ҡасабаһына
нигеҙ һалыусылар


Өфөлә оҙаҡ эшләргә тура килмәй Рәүеф Яппаровҡа – Стәрлетамаҡҡа күсерәләр. Был ҡалала, әйтергә кәрәк, уның ҡулдары ниндәй төҙөлөшкә генә ҡағылманы икән: 4-се төҙөлөш-монтажлау идаралығында хеҙмәт иткәндә Первомайский ҡасабаһын төҙөүҙә уның өлөшө сикһеҙ: ике ҡатлы йорттар, 19-сы мәктәп, “Сода” мәҙәниәт һарайы һәм башҡалар.
– 19-сы мәктәпте үҙебеҙҙең киләсәк өсөн тип һалдыҡ һәм ике балам шунда белем алды ла, – тигән ҡәнәғәтлек белдерә әңгәмәсем.
Иң мөһиме – ниндәй генә эшкә тотонмаһын, хеҙмәтен һәр саҡ намыҫлы башҡара, улай ғына ла түгел, йәш комсомолдан яңынан-яңы идеялар урғылып тора. Булдыҡлы егетте, әлбиттә, совет заманы бит, күрә лә белгәндәр, тик ул ябай хеҙмәт кешеһе булып ҡалыуҙы һайлаған. Хеҙмәт урыны ла мәҡәлә геройының бер нисә генә: төҙөлөш идаралығынан тимер-бетон заводына эшкә күсә лә шунан хаҡлы ялға китә – бына һиңә алты тиҫтәгә яҡын хеҙмәт юлы.


Хаҡлы ял хаҡы

Эйе, ғүмерен төҙөлөшкә арнап үткәргән олатай үрнәк итеп ҡуйырлыҡ герой. Тик йомғаҡлау урынына шуныһы тамаҡҡа төйөр булып тығылды:
– Өсәр смена эшләнек, “Тыуған ил һеҙҙе онотмаясаҡ” тигән ҡанатландырыу һүҙҙәре ишетә торғайныҡ...
Хеҙмәт ветераны тарихын барлағанда хаҡлы ялы, бөгөнгө тормошо тураһында ла һораштырмай булманым. Баҡтиһәң, 58 йыл эшләгән Рәүеф Камалетдин улы бер нисә мең һумлыҡ ҡына пенсияға лайыҡ икән. Үкенесле, әлбиттә. Хәйер, бәхет аҡсала түгел, тип тә үҙебеҙҙе йыуатырға булыр ине ошо урында. Тик улар бит беҙ, йәш быуын, лайыҡлы тормошта йәшәһен, мохтажлыҡ кисермәһен тип ҡоларға торған ҡорос табаҡ өҫтөнә менгән, фермаларҙа 30-ар һыйыр һауған, бармаҡтарын туңдырып сөгөлдөр ҡырған, сменанан сменаға ялһыҙ барған. Хәйер, иҫкә төшөрөргә ваҡыт бар әле тере тарих эргәлә булғанда…

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә