Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерәнсә сәсән тыуған ер
Ерәнсә сәсән тыуған ерАсылда, үҙ-ара бәйләнештәрҙе булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан һәм нығытыуға саҡырған, дуҫ-татыу йәшәүгә өндәгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын бер көндә үткәрәләр. Ә иртәгәһенә иһә туған-тыумаса ҡунаҡҡа саҡырыша, һабаҡташтар йыйылышып алыуҙы ғәҙәткә индергән. Башҡорт Үргене ауылында ошондай күркәм сара йома һәм шәмбе була, тип гәзиттә иғлан баҫылғас, “нисек инде ул шунсама көн, оҙаҡҡа һуҙылып китмәйме?” тип шик белдереүселәр ҙә табылды. “Үргендәр – ихлас һәм берҙәм халыҡ, быға хәтлем ойошторолғандарының береһе лә бер көн менән генә сикләнмәне” тип яуап бирҙек.

Ауылға ҡасан нигеҙ һалынған?

Һәр ауыл арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота, үҙ сиратында һәр беребеҙ өсөн улар маһайырлыҡ. Бынан бер нисә йыл элек аҙна ярым тирәһе Асҡын районында ял итеү бәхете тейҙе. “Ейәнсураның тәбиғәте үҙенсәлекле, Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң – бәхет өләшкәндә төрләндереп таратҡандыр, унда тау ҙа, урман да, дала ла, һыу ҙа бар”, – тип был яҡ кешеләренең тыуған төйәгемә дан йырлауына, белеүенә ғәжәпләнмәнем. Ә бына ауылым тураһында һүҙ сыҡҡас, шунда уҡ Ерәнсә сәсән менән Әхмәтбаҡый хәҙрәтте телгә алыуҙары шәхсән минең өсөн оло ғорурлыҡ һаналды. Ысынлап та, сәсәнебеҙҙең даны тирә-яҡҡа, бигерәк тә Азия тарафтарына киң таралған. Хәҙрәттең иһә Ҡаһирәлә белем алыуы һәм ике тапҡыр хаж ҡылыуы ғына ла күпте һөйләй, ә инде халыҡты дауалауы – үҙе бер мөғжизә. Күтәреп алып ингәндәрҙең үҙҙәренең аяғы менән атлап сығып китеү күренешен ғәжәп итеп һөйләйҙәр. Бынан тыш, республикабыҙҙың элекке вице-премьеры Ирек Аблаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин, мәғариф ветераны Исмәғил Аҡъюлов, йырсылар Иншар Солтанбаев, Венер Абдуллин, ғалимдар Мөхтәр Әхтәмов, Хәҙисә Солтанбаева, Ғәлийән Ҡаһарманов, Сәләхетдин ахун һәм башҡалар – ауылыбыҙҙың ғорурлығы. Форсаттан файҙаланып, билдәле шәхестәре менән дан тотҡан Үргендең тарихын ҡыҫҡаса яҙып үтмәһәк, мәҡәлә тулы булмаҫ кеүек.
Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, XIII–XIV быуаттарҙа Үргенгә нигеҙ һалынған, ә кемдер уны X быуат менән дә бәйләй! Районыбыҙҙағы боронғо һәм электән үк иң ҙур ауылдарының береһе тураһында тәүге рәсми мәғлүмәт 1761 йыл менән билдәләнә. Ул ваҡыттағы атамаһы старо­ста Этбаҡ Сағыровтың исеменән алынған.
Ауыл булып ойошоп ултырғанға хәтлем кешеләр ара-ара булып йылға үҙәндәрендә, тау битләүҙәрендә бер нисә ғаиләнән генә торған ҡышлау-утарҙарҙа, ыҙмаларҙа ғүмер иткән. Ул турала беҙгә килеп еткән ер-һыу атамалары асыҡ һөйләй. Боранғол утары, Иҫке ыҙма, Әҙел ыҙмаһы, Сәләм уяҙы, Ҡушай бисә алған һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Ауыл тураһында тәүге тулы мәғлүмәтте 1816 йылғы рәүиз документтарынан алырға мөмкин. Исемлектә йөҙбашы Мәсәғүт Аҡҡужин, уның улы хорунжий Әбделбәшәр, урядник Шәмсетдин Рыҫдәүләтов, отставкалағы зауряд есаулдар Әбделғәни Ҡолтаев, Ғәйнулла Арыҫланов һәм бүтән дәрәжәле кешеләрҙең, указлы муллалар Ғәлиәкбәр Әхтәмов һәм уның ҡустыһы Шаһиәхмәт Абдуллиндың булыуы ауылда бынан 200 йыл элек үк күренекле кешеләрҙең йәшәүен дәлилләй.
“Тарих менән таныштыҡ, ә бына ауылдың исеме нимәне аңлата?” – тип гәзит уҡыусыбыҙҙың күңелендә һорау тыуыуы ла ихтимал. Бының менән килешмәү мөмкин түгел. Беренсенән, борон ауыл үрге яҡта урынлашҡан, әйтеүе еңелерәк булһын өсөн “н” хәрефен өҫтәгәндәр һәм ул шунан килеп сыҡҡан, тиҙәр. Икенсенән, ҡырҡылған ағастың төбөнән йәки төпһә-тирәләй баш ҡалҡытҡан сыбыҡтар үрген тип атала – уның менән дә бәйләйҙәр.


Тибеҙ урамы –
ауылдың ҡапҡаһы


Ғөмүмән, беҙҙең яҡтарҙа урамдарға бик үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Совет, Ленин, Интернационал, Коммунистик йәки Революцион ишеләрҙе осратырмын тимә. Шул иғтибарға лайыҡ: барыһы ла урындағы топонимия менән тығыҙ бәйләнгән. Сатра, Әмәкәс, Тибеҙ, Бишәй, Тимерлек, Арал, Йәштәр, Мәктәп урамдары – шуға асыҡ миҫал. Мәҫәлән, Сатра ауылыбыҙҙың нәҡ урта өлөшөндә урынлашҡан. Бер нисә урам бер-береһен киҫеп үткәнгә шулай атағандар. Шул уҡ ваҡытта ауыл сатырлы туғайлыҡта ултырғанға Сатра тигән фараз да йәшәй.
Тибеҙ урамын һәммәһе лә ауылдың ҡапҡаһы тип йөрөтә. Үрген менән танышыр өсөн иң беренсе ошо тигеҙ урамдан үтәһең, бүтән бер яҡтан да юл юҡ. Байрам алдынан иң бейек тауҙың маңлайына “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тигән яҙыуҙы күреү күңелдәргә дәрт өҫтәне, уны Әкрәм Солтанбаев ярҙамсылары менән бойомға ашырған. Әйткәндәй, ауыл старостаһы Рәмил Аҡъюловтың да тырышлығын билдәләмәү мөмкин түгел.
Тәүге көндә һис кенә лә берәй йорттоң ишек алдына йә булмаһа мәктәп-клуб янына түгел, ә бына ошо урам уртаһына ҡуйылған өҫтәлдәргә ҡатын-ҡыҙ мул табын әҙерләне, дөрөҫөрәге, изге эштең башында “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе Гүзәл Аҡсурина йөрөнө. Байрамға ҡайтыусы­ларҙың был ерҙә туҡтамай сараһы юҡ ине. Унда күгәрсен һөтө генә булмағандыр!
Кис сараны ойоштороусылар клубта “Баҙар иҡтисады шарттарында ауылды үҫтереү” тигән тема буйынса “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе. Бөгөн халыҡ нимә менән мәшғүл, йәштәр ауылда ҡаламы, эшҡы­уарҙарға етештергән тауарын уңышлы һатыу өсөн шарттар тыуҙырылғанмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләне ауыл мәнфәғәтен хәстәрләүселәр. Шуны таныу зарур: сара яҡташтарҙың инициа­тиваһы буйынса үткәрелде.
Аҙаҡтан ауыл һәүәҫкәрҙәре концерт ҡуйҙы.

Яҙылмаған ҡанун бар

Ҡайһы бер райондар яҡташтар берекмәһен ойоштора алмай ҡаңғырғанда, тегеләй-былай тартҡылашҡанда, ҙур булмаған бер ауыл шундай ойошма төҙөһөнсө! Иҫ-аҡылың китерлек! Ниндәй ауыл тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, үргендәр – беренсе! Был осраҡта берҙәмлек ҙур роль уйнайҙыр. Ысынлап та, килешеп һәм аңлашып план-ниәттәрҙе бойомға ашырыуға бер нимә лә етмәй. Хәйер, киләсәк менән йәшәгән ауылдаштарым ҡайҙа ғына һибелмәгән. Айырыуса Өфө ҡалаһында улар бихисап. Байрамды үткәреүҙә ойошма вәкилдәре әүҙем ҡатнашты.
Беҙҙә ҡунаҡҡа күстәнәс менән барыу йолаһы ошо көнгәсә һаҡлана. “Тыуған ауылыбыҙға нимә бүләк итһәк, яҡшыраҡ булыр икән?” – тип оҙаҡ баш ватты яҡташтар. Ярты быуат элек төҙөлгән һәм быйыл тәүге тапҡыр капиталь ремонт үткәрелгән ауыл клубы өсөн музыка аппаратураһынан да отошлоһо булмаҫ, тигән ҡарарға килделәр һәм яңылышманылар. Шулай уҡ ауылдаштар тәҡдиме менән клубҡа өс иҫтәлекле таҡтаташ беркетелде. Мәҫәлән, быйыл ауылыбыҙҙа төҙөлгән Ер эшкәртеү ширҡәте ойошторолоуға – 90 йыл. Унда бик күптәр бүтән егәрлеләрҙе артынан әйҙәп йөрөгән. Шулай уҡ I Бөтә донъя һуғышы һәм Граждандар һуғышында бихисап үҫәргәндәр ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Тәүге таҡтаташҡа 18 кешенең исем-шәрифе уйып яҙылған.
Бөйөк Ватан һуғышында Үргендән 136 ир-ат ҡатнашҡан, шуларҙың 56-һы яу яланында башын һалған. Улар иҫтәлегенә ауылда һәйкәл эшләнгән. Был һуғышта һигеҙ ауылдашыбыҙ хәрби ордендар менән бүләкләнгән, ҡаһармандарҙың исемдәре икенсе таҡтаташта урын алды.
Бөтә республикаға билдәле “Заветы Ильича” колхозы заманында гөрләп торҙо, төрлө иҡтисади күрһәткестәр буйынса районда бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәне. СССР ордендарын таҡҡан 12 уңған өсөнсө хәтер ташын биҙәй.
– Халыҡ йырында “Был донъялар, дуҫтар, үтер-китер, татыулыҡҡайҙарға ни етер?!” тигән юлдар бар, – ти “Үрген” яҡташтар ойошмаһы рәйесе Юлай Солтанбаев. – Шуның шикелле ауылыбыҙҙы күтәреү һәм бүтәндәргә ыңғай яҡтан күрһәтеү өсөн бары тик татыулыҡ кәрәк. Беҙ, хәҙер ситтә йәшәһәк тә, күңелебеҙ менән ауылдабыҙ – уңыштары тураһында ишетеп ҡыуанабыҙ, етешһеҙлектәргә борсолабыҙ, ярҙамдан өҙмәҫкә тырышабыҙ. Шунан килеп, көс – берҙәмлектә, тип әйтмәй ҡара!
Үргендә ниндәй ҙә байрам алдынан мәсеткә инеп, хәйер-саҙаҡа биреү кеүек яҙылмаған ҡанун бар: был юлы ла уны тоттолар. Имам Айҙар Янбаев изге эшкә фатиха бирҙе.

Йырлы тормош ҡанатландыра...

...Ерекле шишмәһе буйы, һәр ваҡыт­тағыса, быйыл да ҡунаҡсыллығын күр­һәтте, һәммәһен дә алсаҡ йөҙ менән ҡар­шы алып, үҙенең ҡуйынына һыйындырҙы. Ел булмаһа ла, ерек ағастары япраҡтарын өҫкә-аҫҡа сайҡалдырып сәләмләне, ихлас һәм матур итеп көлгән сабыйҙай шыбыр-шыбыр килде. Ботаҡтарына ҡунып һайраған төрлө ҡоштар ҙа шаярышып, байрам төҫөн бирҙе, тейендәр ағастан ағасҡа һикерешеп уйнауын дауам итте. Бәрәкәтле ергә аяҡ баҫып та, ҡул-битен саймай, шишмә һыуынан ауыҙ итмәү мөмкинме?! Юҡтыр. Сарсауыңды баҫыу көсөнә эйә ул, унан ҡайнатҡан сәй эсеп туйғыһыҙ!
Яңы Петровка ауыл хакимиәте баш­лығы Илфат Аҡсурин, байрамды асып, былай тине:
– Ауылдың йәме – уның эшсән һәм тырыш халҡы. Айырыуса йәштәр бер-береһе менән ярышып, сәмләнешеп донъя көтә, ишле итеп мал аҫраусылар артҡандан-арта, заманса йорттарҙың ҡалҡыуы киләсәккә өмөттәр уята.
Илфат Лотфулла улы Үргенгә йәм индереүгә үҙ өлөшөн индергән Радик Янбаев, Дим Мөьминов, Роберт Һырлыбаев, Геннадий Ерофеев һәм башҡаларҙы айырым билдәләп уҙҙы. Һүҙ ҙә юҡ, был йәһәттән ауыл халҡының да өлөшө тос. Ул шулай уҡ аҡсалата ярҙам күрһәтеү­селәргә лә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Ринат Аҡсурин, Хәлил Янбаев, Салауат Имелбаев, Хәмдиә Аҙнабаева, Гөлшат Имелбаева, Нәсимә һәм Илдус Айҙағоловтар, Дим Хәлитовтар – шуға асыҡ миҫал.
Ейәнсура районы хакимиәтенең төҙө­лөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Мөнир Ваһапов район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсу­риндың ҡотлауын еткерҙе.
– Төбәктә ошондай күңелле байрамдар даими ойошторола, – тип башланы телмәрен ҡунаҡ. – Ауылдар күҙгә күренеп күркәмләнә һәм төҙөкләнә. Ә инде көләс йөҙҙәрҙе, осҡон сәсеп, нур һибеп торған күҙҙәрҙе осратыу айырыуса ҡыуаныслы.
Мөнир Валерий улы ауыл хакимиәтенә сертификат тапшырҙы, һуңғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан алдынғыларҙың күкрәктәренә миҙалдар таҡты, шулай уҡ иң-иңдәрҙе район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бүлек начальнигы Шамил Теләүбирҙин сығышында бындай саралар тамырҙарҙы барлауға, берҙәмлеккә бер аҙым булыуына баҫым яһаны. Үрген ауылының почетлы гражданы, мәғариф ветераны Юлай Солтанбаев Үргендең тарихы менән таныштырҙы.
Был көндә эшҡыуарҙарға үҙҙәренең тауарын һатыуҙан бигерәк, уны рекламалау өсөн форсат ҙур ине. Сауҙа кәштәләрендә һөт һәм ит ризыҡтары, ярымфабрикаттар, икмәк, шулай уҡ башҡа аҙыҡ-түлек мул булды. Китап сауҙаһы ойошторолдо, ә Урал Ейәнбирҙин “ЗИД-5” двигателенә икенсе ғүмер биреп, үҙйөрөшлө тракторын күргәҙмәгә алып килгән.
Йүгереү, һикереү, ҡолғаға үрмәләү, көршәк ватыу, бағанаға менеү кеүек сәмгә ҡоролған спорт уйындарында халыҡ теләп ҡатнашты, “Еҙәй” ансамбле таланттары һәм һәүәҫкәрҙәр йыр-моң, бейеү бүләк итте.
Үрген тарихында өсөнсө тапҡыр (быға хәтлем 1987 һәм 2001 йылдарҙа уҙға­рыл­ды) ойошторолған байрамға халыҡ эркелеп килде, Ерекле итәге ҡырмыҫҡа иләүенә тиң ине, бай тәьҫораттар менән таралышты олоһо ла, кесеһе лә.

Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873