Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балаларҙа ижади һәләтте нисек һаҡларға?
Ғалимдар билдәләүенсә, еңеүҙәр өсөн бирелгән бүләктәр балаларға ыңғай йоғонто яһамай. Ул кескәйҙәрҙең уйлап табыу һәм тирә-яҡты өйрәнергә теләү һәләтенең юғалыуына килтерә, сөнки бәләкәй бала баһаны бүләкләтә алыу өсөн генә көс һаласаҡ һәм яңы мәғлүмәтте ижади ҡыҙыҡһыныу менән тәрәндән өйрәнергә теләмәйәсәк.

Баланы ниндәйҙер матур эше өсөн дәртләндереү бер – ҙур шатлыҡ, ихласлыҡ, күңел йылыһына һәр кем мохтаж, әммә матди әйбер баланың еңеүе өсөн түләнгән хаҡ рәүешендә ҡабул ителеүе ихтимал. Был осраҡта өлкәндәр өсөн балаға дөрөҫ йүнәлеш биреү һәм сама белеү мөһим. Уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлегендә баһа ҡуйыу түгел, ә баланың күңел ынтылышы менән тыуған ҡыҙыҡһыныуы – төп шарт. “Биш” билдәләре менән тулы көндәлегенә йәки дәфтәренә ҡыуанған баланың йөҙөн түгел, ә ниндәйҙер яңылыҡты белеүенән ҡанатланған уҡыусыны күреү дөрөҫөрәк булыр.
Һәр саҡ өйрәтеү һәм һәр нәмәне контролдә тотоу уҡытыу-тәрбиә эшенең төп бурысы түгел. Өлкәндәр (ата-әсә, уҡытыусы һ.б.) бары йүнәлеш биреүсе генә. Һәр аҙымды контролдә тотоу баланың донъяға һәм эшкә ҡарата булған ижади ҡарашын һүндерә, үҙаллы һығымта яһай алыу мөмкинлеген кәметә, ул һәр саҡ кемдеңдер раҫлауын, күрһәтмәләрен көтәсәк. Бала үҙаллы фекер йөрөтөргә, дөрөҫ һәм хаталы эштәре аша ҡарар ҡабул итергә, һығымта яһарға өйрәнергә тейеш.
Шулай уҡ балаларҙы һайлау хоҡуғынан мәхрүм итергә ярамай, ти белгестәр. Беҙ бит күп осраҡта йәш быуынды бер ҡалыплы сис­тема эсенә индерергә тырышабыҙ. Билдәле, хатта уйынсыҡтар ҙа ниндәйҙер бер тәғәйен күрһәтмәләргә нигеҙләнгән. Шулай ҙа баланы сикләмәгеҙ, киреһенсә, нығынған ғәҙәти ҡалыптар эсенән сығарырға тырышығыҙ. Стандарт булмаған фекер йөрөтөүҙәренән тыймағыҙ. Улар, үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙары менән бергә, үҙ юлдарын тапһын, эҙләнһен, өйрәнһен, ә беҙ был осраҡта йүнәлеш кенә бирәйек.
Саманан тыш планлаштырыу ҙа баланың уйлау, фекер йөрөтөү һәләтен юҡҡа сығара. Билдәле көн тәртибе буйынса шөғөлләнеү, түңәрәктәр, осрашыуҙар саманан тыш күп булып китмәһен. Был ҡаты талап һәм ҡәтғи эҙмә-эҙлелек балаларҙың ижади һәләттәрен кәметеп, автоматлыҡҡа алып килә. Күп осраҡта беҙ бит үҙебеҙ ҙә эштәрҙән арынып, уйҙарыбыҙҙы ипкә килтерергә теләйбеҙ, әммә ниңә был осраҡ балалар өсөн дә ҡулланылмай. Уларға ла үҙаллы уйланып алырға форсат булырға тейеш.
Ысынлап та, уйлап табыусанлыҡ, ҡыҙыҡһыныу, ижадҡа ынтылыш бары яратып башҡарылған эш барышында һәм ошо эштән ҡәнәғәтлек кисергәндә генә тормошҡа ашырыла. Ниндәй генә осраҡта ла тәү сиратта кешенең тәүйөҙөн, күңел донъяһын, ҡылыҡ-фиғелдәрен билдәләгән ижадилыҡтың юлын япмаһаҡ ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә