Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иҫке Күктау урамдары яңыра, яҡтыра
Иҫке Күктау урамдары яңыра, яҡтыраРеспублика Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҡағылышлы бурыстар ҙа ҡуйылған. Юлдарҙы яҡшыртыу, урамдарға асфальт түшәү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарын төҙөкләндереү кәрәклеге хаҡында әйтелгән. Был маҡсаттарҙа былтыр республиканың һәр ауыл биләмәһенә тәүге тапҡыр 200 мең һум күләмендә аҡса бүленде. Бындай финанс ярҙамы быйыл да буласаҡ.
Ҡаҙна аҡсаһын ниндәй маҡсаттарҙа ҡулландығыҙ, тип Иҫке Күктау ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наил Хөрмәтуллинға мөрәжәғәт иттек.
— Беҙҙең ауыл Советына Красный Октябрь, Ибраһим, Иҫке Күктау ауылдары инә. Биләмәлә 414 хужалыҡ иҫәпләнеп, уларҙа 1043 кеше йәшәй. Ҡаҙнанан бүленгән аҡса ауылдарҙы төҙөкләндерергә мөмкинлек бирә.
Мәҫәлән, беҙ уны тәү сираттағы ихтыяждарға йүнәлттек. Иҫке Күктау ауылының Юлсы, Кесеһыу, С. Юлаев урамдарына ҡом-таш түшәлде. Барлыҡ эштәрҙе лә Илеш юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшсәндәре башҡарҙы. Яңы урамдарҙа йәшәүселәр ҡәнәғәт ҡалды, сөнки улар юлдың насар булыуынан яфа сигә ине. Шулай уҡ өс ауылда ла урамдарҙы яҡтыртыу һәм электр селтәрен яңыртыу йәһәтенән ҙур эш башҡарылды. Автоматик яҡтыртҡыстар урынлаштырылды, йәғни ҡараңғыла янып, иртән яҡтырыу менән үҙе һүнә торған энергия һаҡлаусы ҡоролмалар ҡуйылды. Унан тыш, аҡсаның бер өлөшөн урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға тотондоҡ. Был эшкә “Дорожник” йәмғиәте, Илеш юл-төҙөлөш идаралығы техникаһы йәлеп ителә. Былтыр юл буйҙарындағы сүп үләндәрен сабыуға ла тотонолдо был аҡса. Уны “Агроил” муниципаль унитар предприятиеһы эшсәндәре башҡарып сыҡты. Бағана, һайғауҙар һатып алып, баҡсалар һәм сүплектең ҡоймаларын яңырттыҡ.
Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙә йәштәр ауылда ҡала. Әле бына Иҫке Күктауҙа 40 кешегә өй һалыу өсөн ер участкаһы бүлеп бирелде. Киләсәктә ауылды һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булдырмау маҡсатында өҫтәмә скважина ҡаҙыу, Красный Октябрь ауылының урамына ҡом-таш түшәү һәм башҡа эштәр планлаштырыла, уларҙы уңышлы башҡарып сығырбыҙ, тип ышанам. Әлбиттә, бының менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ, артабан да ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса эште дауам итәсәкбеҙ, сөнки райондың йөҙө уларҙың төҙөклөгө менән билдәләнә бит.
ҺҮРӘТТӘ: Иҫке Күктау ауылы биләмәһе башлығы Наил Хөрмәтуллин.
Лира ГӘРӘЕВА
Илеш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә