— Бына ошонда ғына булырға тейеш ине, ошонда ғына-а... Хәҙер, ағайҙар, хәҙер табам...
Табылманы. Иҫтәлекле таш табылманы. Ҡар тәрән булғанға табылманымы, әллә... Әллә, тим, беҙҙең күңел-хәтерҙе “көрт” баҫып киттеме? Белмәҫһең...
Иҫтәлекле таш ҡайҙа?— Хәҙер табам, хәҙер... Ағайҙар, көтөп тороғоҙ.
Ғайса урынында тапанды, ҡаҙып ҡараны, икенсе ергә күсте, тағы көрәне. Юҡ, табылманы таш. Иҫке саман кирбестәренең ҡалдыҡтары ғына сыҡты... Мин дә бында гөрләп торған ауылды күрермен, кешеләре менән осрашырмын тип, әллә нисәмә йөҙ саҡрымдан килеп, Хәсәнде таба алманым. Тик ҡараштар ҡар аҫтынан һерәйгән өй урындары, саман стеналарға ғына барып бәрелде... Ә Ғайса, ауылда тороп ҡалған, дөрөҫөрәге, көн иткән берҙән-бер ҡырҡты уҙған яңғыҙ ир, тапаныуын белде, әммә эҙләгән әйберен тапманы. Был таш мәктәп алдына ошо ауыл ҡыҙы, халҡыбыҙҙың бөйөк ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшина хөрмәтенә һалынған булған икән. Ауыл халҡы уны заманында үҙе хәстәрләгән. Һуңыраҡ инде рәсми рәүештә башҡаһын, иҫтәлекле таҡтаташ рәүешендәгеһен, күрше генә ятҡан Костино ауылындағы элемтә бүлексәһе бинаһының кәртә эсенә ҡуялар. Тик, ни өсөндөр, ул миңә ҡәбер ташын хәтерләтте. Бәлки, уны Хәсән ауылына — тыуған нигеҙе урынына илтеп, Костиноға Һәҙиә Дәүләтшинаның бюсын ҡуйырғалыр?
Хәсәндә бынан ун дүрт йыл элек булғайным. Шуға ла күҙ алдында ошо ваҡыттағы күренештәр һаҡланған. Килгән саҡта ла таныш йөҙҙәрҙе күреп, таныш урам буйлап үтермен, хәл-әхүәлдәрен һорашып, кешеләре тураһында яҙырмын тигәйнем. Бөтөнләй башҡа — киләсәккә өмөт менән һуғарылған мәҡәлә булырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ер йөҙөнән тағы бер башҡорт ауылы юҡҡа сыҡҡан, тип уфтанаһың, күңел әрней. Шулай тинем дә, тағы тетрәнеп киттем. Ырғыҙ, Кәрәлек, Кәмәлек буйы кеүек башҡа ауылдарҙы ла Хәсән яҙмышы көтмәйме? Хәйер, өмөттө өҙмәйек, осҡонон һүрелтмәйек. Кире Хәсәнгә, Байсура тауы яғына ҡайтайыҡ...
Киләсәге булмаһа ла, тарихы бай“...Бейек тауҙар араһынан сығып, далаларҙа борғоланып-борғоланып шыуған оло аҡ йылан һымаҡ, наҙланып аҡҡан Ырғыҙ йылғаһы, Байсура тауҙың итәгенә юл алып, киң таҫма кеүек әйләнә лә тағы әллә ҡайҙа ағып китә. Яҙ башында ҡалын боҙ иреп ташҡандан бирле уның тыныслығын бер кем дә боҙғаны юҡ. Балыҡтар ҡояш нурында сәсрәтеп сиртә лә, түңәрәк ҡырлы йондоҙҙар яһап, төпкә сума, үҙҙәрен ҡыуалаған эре балыҡтарҙан ҡасып юҡ була...”
Шулай матур итеп, үҙ күреп, йәне-тәне менән яратып таныштыра тыуған яғы менән Һәҙиә Дәүләтшина.
Ырғыҙ башланған ерҙән түбәнгә табан иң тәүге ауыл — Хәсән. Билдәле ғалим, тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров яҙыуынса (“История башкирских деревень Саратовской и Самарской областей Российской Федерации”, “Китап”, 2002 г.), Хәсәндең икенсе исеме лә булған — Бигилде. 1842 йылда ауылға нигеҙ һалыусы Хәсән Ҡыуатовҡа 79 йәш, тимәк, 1763 йылда тыуған. Улдарының исемдәре лә билдәле — Мораҙым (1786 йылғы), Юлдыбай (1794), Килдебай (1798), Ҡотлобай (1799), Хисаметдин (1807), Баһауетдин (1809). Бөтәһе лә сығышы менән — Ырымбур өйәҙе Үҫәргән волосынан. 1842 йылда 34 ир-уҙаман, тыуған еренә һәм Ҡара-Ҡыпсаҡ волосына ҡайтырға теләген белдереп, тейешле урынға хат яҙған. Шунса уҡ ир һәм 28 ҡатын-ҡыҙ 1842 йылда Верхне-Уральск волосы Кейекбай ауылына (хәҙерге Бөрйән районы) ҡайтырға ниәтләгән. Улар араһында Бигилдиндар ҙа булған. Йәғни Хәсәндең икенсе исемен йөрөтөүсе Бигилде ҡарт балалары. Үҙ сиратында Кейекбай халҡы уларҙы — элекке яҡташ-ырыуҙаштарын — ҡабул итергә, ер бирергә риза булған.
Ауылда башҡа Хәсән дә йәшәгән — Әбүзәров. Ул 1786 йылда тыуған, 1834 йылғы VIII ревизия дүрт ҡатыны (61, 49, 37, 19 йәшлек) булғанлығын күрһәтә. Нәҫел-нәсәбе — 6-сы башҡорт кантонының Ҡарағай-Ҡыпсаҡ волосынан (хәҙерге Әбйәлил, Бөрйән райондары ауылдары). Шулай итеп, Хәсән ауылында бөрйән (моҡаш), ҡыпсаҡ (ҡары, ҡарағай, һуун), үҫәргән (айыу) ырыуҙарынан йыйылған халыҡ көн иткән. Уларға казактар тынғылыҡ бирмәгән. Шунлыҡтан башҡорттар Сәҙе (Үҙән-Сәҙе бассейны) буйҙарын ҡалдырып, Оло Ырғыҙ буйына күсенә. Был турала, тарихи документтарҙан тыш, халыҡ йырында ла әйтелә:
“Сәҙе буйҡайы, ай, киң ялан,
Ата-бабаларым йәйләгән.
Киң яланда аҡ тирмәләр ҡороп,
Рәхәтләнеп бейә бәйләгән.
Йәмле генә Сәҙе буйҙарынан
Башҡорттарҙың барын ҡыуҙылар.
Башҡорттарҙан ҡалған, ай, ерҙәргә
Межаларын ҡағып ҡуйҙылар.
Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Бөрйән илдәренән
Киткән беҙҙең ата-бабалар.
Сәҙе буйҡайҙары ҡулдан киткәс,
Үкһеп-үкһеп илай балалар...”
Ғөмүмән алғанда, Хәсән ауылы өс тапҡыр урын алыштыра. Ырғыҙ буйының башҡа башҡорт ауылдарын да шул уҡ хәл көтә. Ләкин шуныһы ҡыҙыҡ: улар яңы урында ла ошо уҡ исемле ауылға нигеҙ ҡора. Элегерәк был яҡтарҙа төпләнгән башҡорттарға яңы ҡан-ҡәрҙәштәре килеп ҡушылғас, тәүгеләре “иҫке”, һуңғылары “яңы” тип йөрөтөлә башлай. Шуға ла хәҙер, һеҙ ниндәй ырыуҙан, тип һораһаң, урындағы халыҡ үҙен йә “иҫке”, йә “яңы” (икенсе исемдәре — арҙар) тип атай.
Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан, дөрөҫөрәге, сығарылған ауыл тураһында яҙғанда, оло кеше хаҡында әйткәнсә, уның үткәне генә була, киләсәге — юҡ. Шуға ла, Хәсән тарихта халҡыбыҙ яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырған ауыл булып ҡалыр, тип ныҡлы ышаныс менән әйтәһең. Күңелде әрнетеп, йөрәкте һыҡратып булһа ла...
Хәсән ауылына нигеҙ элегерәк һалыныуы менән генә түгел, тирә-яҡта тотҡан урыны менән дан алған. Мәҫәлән, 1850 йылда 2-се собор мәсете хәҙерге Хәсән яҙмышын ҡабатлап, ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан Зыямбәт (98 кеше йәшәгән), Байрамғол (176), Хамбил (86) ауылдарын, әлеге Диңгеҙбай (363), Ташбулат (63), Күстәнде (130) берләштереп, уларҙың дини яҡтан үҙәге булып торған. Әйткәндәй, Диңгеҙбай ауылына VIII быуат аҙағында Диңгеҙбай Юлымбәтов тарафынан нигеҙ һалына. Диңгеҙбай — Хәсән ауылы кешеһе. Шулай итеп, халҡыбыҙҙың данлыҡлы ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшина менән башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти күпмелер кимәлдә ҡәрҙәш тә булып сыға. Уларҙы бер үк ер тойғоһо, бер үк шишмә тәме бәйләй.
Ауыл юҡ — мәсьәлә “хәл ителде”... йәки буш ҡыуыҡтай буш вәғәҙәләрХәсәндең бөтөүгә дусар ителеүен бынан 14 йыл элек үк күҙаллағайным. Хәйер, күңелдә өмөт осҡоно һүрелмәгәйне әле ул саҡта. Ни тиһәң дә, фермерҙар ҡалҡып сығыр, ил дә ауылдарға, ауыл хужалығына йөҙ менән боролор тигән ышаныс та бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...
Сәбәптәргә килгәндә, бәлки, ауыл бөтөрөлгәнсе — 14 йыл элгәре — уларҙы ниндәйҙер кимәлдә кәметеп, мәсьәләне хәл итеп була ине, бөгөн иһә бик һуң. Тик шуларҙан сығып ҡына ла, бөгөнгө башҡа ауылдарҙың бөтөрөлөүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәклеген аңларға була. Эйе, аңларға ғына. Беҙ иһә бер ни эшләй алмайбыҙ, тик, Һәҙиә Дәүләтшинаның иҫтәлегенә мәктәп алдына ҡуйылған иҫтәлекле ташты эҙләгән Ғайса һымаҡ, ҡулдарҙы йәйеп: “Юҡ бит, ағайҙар, табып булмай. Туҡтап тороғоҙ, хәҙер табам мин”, — тип йөрәк өҙгөс тауыш менән һөрәнләй генә алабыҙ...
...Бөгөн Хәсән ауылы юҡҡа сығып бара. Йәштәр совхоз үҙәгенә, яҡын-тирәләге башҡа ауылдарға, ҡалаға тартыла. Көнкүреш шарттары бөтөнләй тыуҙырылмаған. Урындағы халыҡ, дөрөҫөрәге, ҡалған пенсионерҙар һәр төрлө йомош менән “Красный Октябрь” совхозының бүлексә үҙәге Костиноға бара. Ҡарттар әйтеүенсә, хатта эсәр һыу өсөн дә арба-санаға һауыт һалып, шунда юлланалар.
Ауылдың бөтөрөлөүенә илдә инде йылдар буйы хөкөм һөргән ысул ҡулланылған. 80-се йылдарҙа башланғыс мәктәп бөтөрөлгән (ул саҡта 17 бала уҡыған), совхоз үҙәгендәге һымаҡ йорттар төҙөлмәгән, эш урындары Костино яғында ғына булған. Ҡыҫҡаһы, “перспективаһыҙ” рәтенә индерелгән...
Ул саҡта ауылда 40-лап йорт булып, яртыһынан күбеһендә кистәрен ут алалар ине. Бөгөн иһә тик 44 йәшлек яңғыҙ ир — Ғайса Зәйнетдиновтың ғына өйөндә йәшәү ғәләмәте һиҙелә. Урам буйында уның ике эте йөрөй. Был яҡтарға килеп сығыусы һунарсыларға, зыярат ҡылып, тыуған өй урынында оҙаҡ-оҙаҡ ултырып китеүсе элекке ауылдаштарына абаулап өргән булалар. Шул саҡ элек килгәнемдә 72 йәшлек Хөсәйен бабай Аҡйәновтың әйткән һүҙҙәре иҫкә төштө.
— Өфөнән халыҡ күп килеп йөрөнө. Тик һуңғы бер нисә йыл беҙҙе иҫкә алған кеше юҡ. Элек Хәсән ауылы бөтөргә тейеш түгел, тип һөйләй торғайны өфөләр, бер кемгә лә кәрәкмәйбеҙ...
Ошондай уҡ һүҙҙәрҙе башҡа оло кешеләрҙән дә ишетергә тура килгәйне. Эйе, Хәсән ауылы бөгөн юҡҡа сыҡты. Бында иң беренсе түрәләр, район етәкселеге ғәйепле. Хәйер, ил буйынса шундай сәйәсәт алып барылды. Бәлки, бында Һәҙиә Дәүләтшина тыуған өсөн генә нығыраҡ әсендерәлер? Кем белә... Инглиздәр заманында “һәйбәт индеец — үле индеец” тигән шикелле, ауыл да юҡ — проблема ла хәл ителдеме? Халҡы ил буйлап таратылды (улар яҙмышын башҡалар хәстәрләһен), социаль мәсьәлә “сиселде” — электр селтәрен ҡарарға кәрәкмәй, газ, һыу үткәрергә түгел, мәктәп “елкәлә” тормай...
“Өфө халыҡтары, Хәсән ауылы бөтөргә тейеш түгел, тигән”гә килгәндә, ҡарттарҙы аңлап була. Беҙ, улар әйткәнсә — Өфө халыҡтары — ҡулдан киләме-юҡмы, барып вәғәҙә бирәбеҙ ҙә, ҡайтыуға, һығылған өҫтәлдәрҙең һыйы ҡорһаҡтан, баштан сыға башлағас та, уларҙы онотабыҙ. Ауылдарҙың бөтөүен туҡтата, матди ярҙам күрһәтә алмағанда ла, Һәҙиә Дәүләтшинаның бюсының күсермәһен өй нигеҙе йә әлеге “ҡәбер ташы” урынына илтеп ҡуйыу ғына хәлдән килгән эш түгелме ни? Энтузиастар башлап ебәреп, Хөкүмәт етәкселеге тотонғас, милли батырыбыҙҙың бюсы Балтик ярына барып баҫты лаһа!
Хәсән, Рәсәйҙең йөҙҙәрсә, меңдәрсә ауылы һымаҡ уҡ, юҡҡа сыҡты. Ырғыҙ, Кәрәлек буйына килгәндә, һигеҙ башҡорт ауылынан иң боронғоларының береһе ер йөҙөнән юғалды. Тик йорт урындарында ваҡыт еленә емерелгән саман стеналар ғына, өндәшмәҫ шаһит булып, байтаҡ йылдар ултырыр.
Буш йорт нигеҙҙәре. Кисерештәрҙе аңлатыу өсөн башҡа һүҙ кәрәкмәйҙер...
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Һамар өлкәһе,
Оло Чернигов районы,
Хәсән ауылы.