Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һуғыш күгенең яҡты йондоҙо
Һуғыш күгенең яҡты йондоҙо Башҡорт халҡының данлыҡлы ҡыҙы, күренекле осоусы, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланованың тыуыуына 105 йыл тулды.
Башҡорт дворяндары Сыртлановтар нәҫеле илебеҙгә байтаҡ билдәле шәхес бирҙе, Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы – шуларҙың береһе.

Ул 1912 йылда Бәләбәй ҡалаһында тыуа. Бәләбәй башҡорт һәм татар ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 1928 йылда Сыртлановтар ғаиләһе Ҡазанға күсеп китә, ә йәш кенә Мәғүбә Урта Азия Һауа юлдары идаралығында эшләй башлай. Комсомол путевкаһы буйынса Һарытау өлкәһендәге Балашов хәрби авиация училищеһына уҡырға инә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1933 йылда Оборона буйынса халыҡ комиссариаты бойороғо менән авиация училищеларындағы барлыҡ ҡыҙҙарҙы демобилизациялайҙар. Бер курс тамамлаған, ул саҡта яңы иҫәпләнгән У-2 (аҙаҡ По-2) самолетында оса башлаған курсант Сыртланованы Тбилиси авиация ремонтлау предприятиеһына механик-моторист итеп ебәрәләр. Мәғүбә бер юлы аэроклубҡа йөрөй, һәм оҙаҡламай тырыш ҡыҙҙы летчик-инструктор вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Аэроклубта планер мәктәбе ойошторолғас, унда шулай уҡ летчик-инструктор итеп күсерәләр.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың июлендә Мәғүбә Сыртланова Хәрби һауа көстәренә мобилизациялана. Был осорҙа осоусы ҡатын-ҡыҙҙарҙан өс авиация полкы туплай башлайҙар. Яңы 586-сы авиаполк менән Тамара Казаринова, 587-се полкта Марина Раскова, 588-се полк менән Евдония Бершанская етәкселек итә. Сыртланова 588-се төнгө бомбардировщиктар авиация полкында 1942 йылдың декабренән башлап һуғышта ҡатнаша.
Полк По-2 самолеттарында һуғыша. Бакелитланған фанеранан эшләнгән самолет, бомбалар тейәгәс һәм бактарына бензин тултырғас, үҙ экипажы өсөн бик хәүефле машинаға әйләнә. Бортта пулемет булмай – ул аҙаҡ ҡына ҡуйыла. Тәүҙә ҡыҙҙар хатта парашютһыҙ оса – улар етешмәй, шул сәбәпле күптәр һәләк була.
Тәүге айҙарҙа 588-се авиаполк Төньяҡ Кавказдағы немец аэродромдарына һөжүм итә, Керчь десант төркөмөнә йөк ташыйҙар. Севастополь аэродромындағы бер нисә “Юнкерс” бомбардировщигын юҡ итәләр. Был һөжүмдәр бик ҡиммәткә төшә: немец истребителдәре ҡыҙҙарға ҡаршы ысын һунар ойоштора һәм бер төндә генә дүрт самолетты юҡ итә – һигеҙ ҡыҙ һәләк була. Сыртланованың күҙ алдында күренекле осоусы Марина Чечневаның машинаһы һауала шартлай. Сыртланованың самолеты зениткалар утынан ныҡ зыян күрә, моторы һүнгән, ҡанаттары тетелеп бөткән машинаны Мәғүбә Тамань ярымутрауы ярындағы аэродромға көс-хәл менән ултырта – ҡоро ергә етә алмай, һыу ситенә төшә.
Ҡыҙҙар фашистарға тынғылыҡ бирмәй. Оҙаҡламай Сыртланова ҡорал тейәлгән эшелонға һөжүм итеп, паровозға бомба тейҙерә. Шунан һуң йәнә дүрт тапҡыр бомбалар тейәп әйләнеп килеп, платформаларға ҡуйылған зенит пулеметтары туҡтауһыҙ атыуына ҡарамаҫтан, составты тулыһынса яндыра. Мәғүбә оҙаҡламай йәнә бер эшелонды, ике күперҙе юҡ итә. Күп тапҡырҙар ныҡ ҡыйралған самолетта ҡайта, әммә бер тапҡыр ҙа яраланмай. Әхирәттәре араһында яраланып, аэродромға төшөү менән самолет кабинаһында йән биргәндәр була. Ҡаҙаҡ ҡыҙы Хиваз Доспанованың төнөн, ауыр шарттарҙа аэродромға төшкәндә ергә бәрелеп, ике аяғының да һөйәктәре селпәрәмә килә. Ул ярты йыл госпиталдә ятып, полкка ҡайта һәм яңынан оса башлай.
Мәғүбә һуңғы яуға Берлин ситендәге Про аэродромынан оса. Был 1945 йылдың 5 майына ҡаршы төндә була. Диңгеҙ буйындағы дошман төркөмөн бомбаға тоталар. Зенитка утына эләгәләр. Снаряд ярсыҡтары был юлы ла Сыртланованың самолетын теткеләп бөтә. Машина ниндәйҙер мөғжизә менән генә Про аэродромына барып етә…
Полк экипаждары дошман объекттарына бөтәһе 3 миллионға яҡын авиабомба ташлап, немецтарҙың бихисап тере көсөн, техникаһын, 17 күперҙе, 9 эшелонды (2 күпер һәм 2 эшелон – Мәғүбә иҫәбендә), 2 тимер юл станцияһын юҡ итә. Һуғыштарҙа 32 ҡыҙ һәләк була. Полкка 46-сы гвардия авиация полкы исеме бирелә. 23 ҡыҙ, шул иҫәптән Мәғүбә Сыртланова Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Өлкән лейтенант Сыртланова Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 782 тапҡыр яуға осоп, һауала 928 сәғәт үткәрә, Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә.
1945 йылдың октябрендә 46-сы авиаполк таратыла. Мәғүбә Сыртланова демобилизациялана һәм, Ҡазан ҡалаһына ҡайтып, хәрби заводта контролер булып эшләй башлай.
1971 йылдың 1 октябрендә халҡыбыҙҙың данлыҡлы ҡыҙы Мәғүбәнең йөрәге тибеүҙән туҡтай. Ул һуғышта күберәк төндәрен оса – йондоҙҙар ҡалҡҡан саҡта һауаға күтәрелеп, йондоҙҙар һүнә башлағас килеп төшә. Мәғүбә беҙҙең өсөн алыҫтағы дәһшәтле һуғыш күгенең иң яҡты, иң матур бер йондоҙо булып ҡаласаҡ.


Автор: Фәрит ВӘХИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә