Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яуға киткән саҡта ағайҙар…
Яуға киткән саҡта ағайҙар… Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылын әллә ни ҙур тип әйтеп булмай. Уның ҡарауы, кескәй генә был төбәктән ил азатлығы өсөн 50 ир-ат фронтҡа алына. Үкенескә ҡаршы, араларынан 17-һе генә әйләнеп ҡайта. Бөгөнгө көндә улары ла баҡыйлыҡҡа күскән инде. Ауыр тупраҡтары еңел булһын.


– Беҙҙең ауылдан киткән биш тиҫтә ағайҙарҙың береһенең дә илағанын күрмәнем, – тип хәтерләй бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән Солтанияз Йосопов. – Эсмәйенсә, барыһы ла аттарға тейәлеп, йырлап хушлаштылар ауыл менән. Кемдер, бәлки, әжәлен һиҙгәндер, әммә һыр бирмәнеләр.
Һуғыш башланып күп тә үтмәй, берәүҙәр фронтҡа китә тора, икенселәр ҡайта ла башлай: бәғзеләре һыңар аяҡтарына таянып атлай Мәҡсүтенең урамы буйлап, ҡайһылары һыңар ҡулдары менән сәләм бирә.
– Беҙҙең һымаҡ малайҙарҙың төп эш араһында яратҡан шөғөлө – шул атай-ағайҙарҙы ҡаршы алып, оҙатып тороу ине, – тип дауам итә Солтанияз Зәкәриә улы. – Тик иҫән ҡайтҡандарҙы ҡаршылау – бала-саға өсөн генә ҙур ваҡиғамы һуң – бөтә ауылға кинәнеп туймаҫлыҡ шатлыҡ. Үкенескә ҡаршы, гелән атай-ағайҙар ҡайтып ҡына торманы шул, берәм-берәм “ҡара ҡағыҙ” ҙа тоттороп китә ине хат ташыусы. 33 ауылдашыбыҙҙы тартып алды бит шул ҡәһәрле һуғыш…
Атай тигәндән, Солтан бабай үҙе лә ҡәҙерле кешеһен һуғышта юғалта, тик уның тарихы башҡаларҙан айырыла, ҡатмарлы­раҡ. Һуғышҡа тиклем Зәкәриә Йосопов магазинда һатыусы булып эшләй. Билдәле, әле Германия баҫып ингәнгә тиклем илдә иҡтисади хәл юғары кимәлдә булған тип әйтеү дөрөҫкә сыҡмаҫ. Ауыл ерендә бигерәк тә. Кешенең телеп ашарына икмәге лә булмағанын күреп, һатыусының йөрәге яна. Иҫән ҡалһындар, бөтәйһендәр тип, ул тауарҙы (аҙыҡ-түлекте) көтәсәккә лә тарата, тик өҫтәлендә тәғәм ризығы булмаған кеше нисек бурысын ҡайтара алһын?! Бер ревизиянан һуң барыһы ла асыҡлана. Ғаилә, берҙән-бер һыйырын һатып, ауыл халҡының бурысын түләүен-түләй ҙә бит, тик илдә ҡаты хөкөм барған мәлдә улай ғына ҡотолоу мөмкин түгел шул: Зәкәриәне Ҡаҙағстанға оҙаталар. Билдәле, ултырғандар фронттың иң аяныслы өлөштәренә ебәрелә. Язаға тарттырылған һатыусы, шулай итеп, һуғыш­ҡа барып эләгә (был хаҡта аҙаҡ бергә булған яуҙаштары һөйләй) һәм разведкаға барған мәлдә яралана, аҙаҡ һәләк була (хәбәрһеҙ юғала).
Дөрөҫөн әйткәндә, Зәкәриә Йосоповтың ауылдаштарына көтәсәккә аҙыҡ-түлек таратып биреүе хата булғандыр тип тә иҫәпләргә мөмкин. Тик ул шул аҙымға барып, күпме кешенең яҙмышын хәл иткән бит!
– Уйлай китһәң, әле лә шул уҡ хәл инде ауылдарҙа, – тип бөгөнгө тормошҡа күсә Солтан олатай. – Магазиндар халыҡҡа тауарҙы көтәсәккә тарата. Ни ҡылаһың, кешеләрҙең килеме юҡ, бер быуат ваҡыт үткән, әммә хәл бер ҙә яҡшыға үҙгәрмәгән һымаҡ…
Атайҙары төрмәгә ябылғас, 6 йәшлек Солтанияз өйҙә әсәһе, 3 йәшлек ҡустыһы һәм өләсәһе менән тороп ҡала.
– Әлдә беҙгә иҫән ҡалырға ярҙам иткән өләсәйебеҙ булды, – әңгәмә йәнә һуғыш йылдарына әйләнеп ҡайта. – Юҡһа әсәйебеҙ көнө-төнө тигәндәй колхозда эштә, беҙ өйҙә тилмерәбеҙ, өләсәй юҡты бар итеп беҙҙең тамаҡты туйҙыра. Ә бит 1944 йылда аслыҡтан һәм сирҙән аҙ кеше ҡырылманы. Туң башаҡ ашап үлде улар. Шуныһы иҫтә ҡалған: был мәлдә күрше урыҫ ауылдарында беҙҙәге һымаҡ киҫкен хәл теркәлмәне, бәлки, ашарҙарына булғандыр.
Шулай тылда ла хәлдәр бик аяныс булған. Тик үҙҙәре ауырлыҡтар йотоп йәшәүгә ҡарамаҫтан, ирҙәрен көткән ҡатындар, толдар, бала-саға фронт өсөн тырышҡан. Шуға Бөйөк Ватан һуғышы тип һүҙ башлағанда яугирҙәрҙе генә түгел, тыл батырҙарын да иҫкә алырға бурыслыбыҙ.
Ошо уҡ ауылда йәшәүсе Миңлекамал Мортазинаға һуғыш башланғанда ни бары 14 йәш була. Уның атаһы Мөхәмәтдин Мәҡсүттән иң беренсе булып фронтҡа китә. 14 тиһәк тә, икенсе йылына Миңлекамалды кейәүгә бирәләр. 15 йәшлек кенә көйө ғаилә тормошон башлаған ҡыҙға был йылдар икеләтә ауырға тура килгәндер. Мостафа аяғы аҡһау сәбәпле һуғышҡа алынмай, әммә үҙе ғәрип көйө бында ла фронт өсөн аҙ тир түкмәй. Йәштәр өс сменала иген һуға, фронтҡа кейем әҙерләй.
– Эшләмәгән эш ҡалманы, – тип хәтер ебен һүтә тыл ветераны. – Үҙебеҙҙең тамаҡ ас булһа-булды, тик бөтә игенде фронтҡа тип тапшырып торҙоҡ.
Ғаиләлә һуғыш тамамланып тиҫтә йыл үткәс, ҡыҙ бала донъяға килә. Тик йәштәрҙең юлы бер мәл айырылып китә, Миңлекамал инәйҙең дүрт малайға ғүмер биргән ҡыҙы ла сирҙән донъя ҡуя. Әлеге көндә 90 йәшен билдәләгән инәй ейәндәре тәрбиәһендә йәшәй.



Автор: М. ӘРМЕТОВ. Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә