Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » О, мөхәббәт! Күпме исемдәрҙе Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың...
О, мөхәббәт! Күпме исемдәрҙе  Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың... Вил ағай менән танышып, йышыраҡ күрешә башлағас, былай тинем: “Бар бит ул һоҡланғыс кешеләр, бар бит халҡыбыҙҙың аҫыл улдары, ғүмерҙәре йәштәргә өлгө булырҙайҙары!” Улар өгөт-нәсихәт тә уҡымай — тормоштары үҙе ҙур мәктәп. Әйткән һүҙҙәре аҡһаҡалдарса — сәп-күңелдең нескә ҡылдарына барып етә лә уйланырға мәжбүр итә, сәсәндең думбыраһылай ошо ҡылдарҙы сиртә.
Вил ағайҙың тағы бер аҫыл сифаты — баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Тоғролоҡ, итәғәтлек, тырышлыҡ һымаҡ сифаттарҙы ла ғүмере буйы һаҡлап килеп, намыҫына тап төшөрмәйенсә атлай ул тормоштоң юлынан. Тыуған еренә ныҡлы баҫып тип тә өҫтәргә кәрәк.
Техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техник эшмәкәре Вил Айса улы ӨМӨТБАЕВ тураһында яҙмаларҙан өҙөктө уҡыусыға тәҡдим иткәндә, бөтә тормош юлын күрһәтеү маҡсат түгел. Ә мәңгелек хис — мөхәббәт, уға тоғролоҡ хаҡында. Ошонда ирҙең — ғаилә башлығының, ике ул атаһының, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәрҙәре олатаһының бар булмышы сағыла.


Барыһы бергә — тәүге
осрашыу, осҡон, ялҡын, эш...

Беҙҙең халыҡ мөхәббәт тураһында ауыҙ тултырып һөйләп йөрөмәй. Хатта үҙ ғүмерендә һөйгәненә “яратам” тип тә әйтмәгәндәр бар. Сөсөләнеп, аҙым һайын сәскә лә бүләк итмәҫкә мөмкиндәр. Беҙ эстән — күңел төпкөлөнән ярата торған. Асылыкүлдәй, Яҡтыкүлдәй төпһөҙ күҙ ҡарашыбыҙ менән һөйгәнебеҙҙе йота алабыҙ. Сикһеҙ киңлеккә Һомайҙай уй-хыялдары­быҙҙы осора, кәрәкһә, Уралдай ҡурсалап, өҙә сабабыҙ ҙа уйылған ерҙәрҙән иҙелдәр урғылтырлыҡ көс табабыҙ. Быларҙың барыһын-барыһын ғүмеребеҙ буйы күҙ ҡараһылай һаҡлап, һуңғы һулышыбыҙға саҡлы мөхәббәткә тоғро ҡала алабыҙ.
Бер уйлаһаң, ҡыҙыҡ бит ул кеше күңеле. Ҡайһы саҡ тәү ҡараштан уҡ ғашиҡ була ла ғүмерлек ишен таба. Ҡайһы ваҡыт, киреһенсә, инде таптым тигәнең дә яҡынайған һайын офоҡтай алыҫлаша бара. Вил менән Наилә тәүгеләр рәтенә инә. Хоҙай тәҡдире шулдыр: осраҡлы осрашыу...
Ҡулына диплом, Ҡаҙағстан далаларына китергә йүнәлтмә алған егет Белорет леспромхозының Үҙәнбаш бүлексәһендә йәшәгән туғандарын күрергә була. Унда әсәһенең бер туған һеңлеһе Нәзифә апай менән еҙнәһе Тамъян йәшәй. Күҙәнәктәрендә йәшлек дәрте урғылған, бала саҡтан эшкә өйрәнгән Вил көн буйы түҙеп ята буламы һуң, икенсе көндә иртүк утын ярырға керешә. Әлеге шул йәшлек дәртеме, яҙмышмы урамдан магазин яғына үтеп киткән сибәркәйҙең ҡайтыуын да күҙ ҡырыйы менән генә һағалата. Бына ул... Фанилыҡтың Алиһәһе!
Баҡһаң, ҡыҙҙың йомош тапҡан булып әле теге­ләй, әле былай үтеп йөрөүе лә юҡҡа түгел икән — Нәзифә апаһы уға гелән: “Беҙҙең килен булырһың”, — тигән. Бәлки, һылыуҡайҙың да ҡунаҡ егетте күргеһе килгәндер — ҡыҙыҡһыныуы еңеп, иңдәренә күренмәҫ ҡанат ҡуйғандыр. Йәшлек ҡайҙа ла, ҡасан да йәшлек булып ҡала бит: ашҡындыра, дәртләндерә, талпындыра. Бер үтеп барғанында Нәзифә лә урамға сыға. Ҡыҙыҡай уға сәләм биреп, һаулыҡ һораша. Шул саҡта йәштәр таныша ла инде.
— Вил...
— Наилә...
Донъя — ҡуласа, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән, хас Вилдең атаһы менән әсәһе танышҡанса килеп сыға: ошо уҡ уйҙар, ошо кисерештәр. Шундай мәл була, оҙаҡҡа һуҙыламы ул, юҡмы — белмәҫһең. Бәлки, йәшен уҡтары һауаны телеп үткән саҡлы ғыналыр, ҡараштар осраша ла, ике йөрәк тертләп китә. Кем ниндәй тойғо кисергәндер, әммә быға тиклем һис һыр бирмәгән егеттең быуындары тотмай башлай, телһеҙ ҡала. Бер күреүҙән ғашиҡ булыу киноларҙа ғына була икән тип йөрөгән бәһлеүән менән ысын мөхәббәт китаптарҙа ғына яҙылалыр ул тигән сибәркәйҙең ҡараштары осраша ла... кү­ңел­дәре аша серле тойғо йөрәк түренә үтеп инеп, илаһи орлоҡто Мөхәббәт тигән ерлеккә һала...”
Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға була Вил — кискеһен ҡыҙҙы осрашыуға саҡыра. Ул ваҡыт леспромхоздарҙың гөрләп торған сағы: клубта тансалар үтә, уйындар ойошторола.
— Тротуар урынына унда таҡтанан, ағастан эшләнгән юл үтә. Шуның менән барабыҙ, — тип хәтерләй ул саҡтарҙы Вил ағай. — Шунан теге ҡыҙыҡай шахмат уйнай. Малайҙарҙы бер-бер артлы еңә. Наилә миңә лә уйнарға тәҡдим итте. Әй, мин әйтәм, был ҡыҙҙы ни — еңәм дә ҡуям. Берҙе тиҙ генә еңелдем, икене... Баҡһаң, ул Белорет ҡалаһында үҙ йәштәштәре араһында чемпионка булған икән. “Спартак” йәмғиәтенең республика йортонда ла фотографияһы торған...
Йәштәр осрашып оҙаҡ йөрөмәй — дүртенсе көнөндә үк Вил Наиләнең ҡулын һорай. Ут һымаҡ уңған, дәртле егеткә ҡыҙ ҙа ҡаршы килмәй. Сосновка ауылына силсәүиткә барып, секретарҙы эҙләп табалар, ЗАГС-ҡа инәләр. Ике йәш йөрәккә береһе лә ҡаршы килмәй. Етмәһә, Наилә лә Белорет медицина училищеһын грамотаға тамамлап, Ленинград медицина институтына имтиханһыҙ инергә хоҡуҡ-йүнәлтмә алған икән. Кейәүгә сәҡҡас инде... Ҡыҫҡаһы, йәштәр Ҡаҙағстанға юллана.
Иҫең китә: бына-бына ҙур ҡаланың иң ҙур уҡыу йорто ишеге асылып, ҙур медицина өлкәһенә күпер тоташтырылды тигәндә, күрешеүҙәренә аҙна-ун көн дә булмайынса кейәүгә сығып, һөйгәнең менән билдәһеҙлеккә юллан инде. Нимә был: мөхәббәтме, тәүәккәллекме, романтика эҙләүме? Һорауҙар, һорауҙар... Яҙмыштыр, моғайын. Шулай уҡ алда телгә алғандарҙың барыһын бергә туплаусы — Мөхәббәт!
Беҙҙең халыҡ ҡайҙа ла өйрәнә, ауырлыҡтарға бирешмәй. Хатта ҡурҡынысыраҡ хәлдәрҙе лә һуңынан ҡыҙыҡ итеп һөйләй.
— Ҡатын менән землянкала йәшәйбеҙ. Мед­сестраға эш юҡ бит инде, уны ашнаҡсы ярҙамсыһы итеп урынлаштырҙылар. Скважина базанан ике саҡрымдай аралыҡта, — тип хәтерләй Вил ағай. — Бер заман ҡатын йүгереп килгән — йөҙө ап-аҡ. Землянканың түбәһе ағастан булһа ла, ер менән ҡапланған бит инде. Шунан йыландар кереп, түбәнән аҫылынып торған икән. Йылан күп ине. Чу тигән ҙур йылға аға. Эҫелә һыу төшөргә барһаҡ, йыландар ҙа шунда эргәлә йөҙә, беҙ ҙә инәбеҙ...
Беҙҙең яҡ тәбиғәтенә хас булмаған ҡурҡыныстарҙан фаланга, саянды (скорпион) ла атарға кәрәк. Скважинала эшләгән һәр мастерҙа, хәйер, бөтә базалағыларҙа тиерлек айырым спирт тотола. Әгәр саян тешләһә, кешегә бер стакан эсерергә кәрәк.
Өмөтбаев менән дә шундай хәл була. Будкаға ял итергә инеп ятһа, артында ниндәйҙер хәүеф барлығын тоя. Әйләнеп ҡараһа, саян иҙән буйлап уға табан килә. Тиҙ генә тороп, одеял менән ҡаплай ҙа тапай башлай...
Эш булғас, уңыштары ла, уңышһыҙлыҡтары ла етерлек инде уның. Нимә генә тимә, барыһы ла бит һинең үткән ғүмерең. Әйтергә кәрәк, бик-бик ҡыҫҡа мәлдәрҙең иң ҡәҙерлеләре, онотолмаҫ­лыҡтары ғына күңелгә уйыла. Ҡатын-ҡыҙ менән ирҙәрҙең айырмаһы шундалыр ҙа: көслө заттың хәтер һандығына күберәк ил хәстәре, һалдат хеҙмәте, эштә үткәндәре һалына. Ҡатындарҙыҡы иһә ғаилә усағына бәйле.
Өмөтбаев та хәтерен яңыртҡанда бик йыш эшенә туҡтала. Бигерәк тә юғары белемле белгес булып тәүге тапҡыр үҙаллы оло юлға сыҡҡан йылдарына. Ул хеҙмәт юлын Көньяҡ Ҡаҙағстан нефть разведкалау экспедицияһында башлай.
— Беҙ нефть-газ эҙләнек. Бер заман нефть-газ урынына скважинала газ таптыҡ. Быраулағанда иҙмәнең баҫымы аҙ булыуы арҡаһында аҫтағы газдыҡы күберәк ине, ҡапыл газ фонтаны бәрҙе. О-о, ҡыуандыҡ, — тип тәүге шатлыҡтарын иҫләй Вил Айса улы. — Алма-Атанан Падесский фамилиялы Көньяҡ Ҡаҙағстан нефть разведкалау идаралығы етәксеһе килде. Самолеттан төшөп, бер-береһенең ҡулын ҡыҫып ҡыуаналар. Шунан инде был фонтанды томалап торорға кәрәк. Томалағайныҡ... ул газды башҡаса таба алманыҡ.
Бына шундай шатлыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡапыл ғына эстә урғылған хистәрҙе һүрелтеүсе лә хәлдәр була эш ваҡытында, ләкин тырыш хеҙмәт күпселектә уңыш килтерә. Мәҫәлән, азот – гелийлы газ табыуҙы алайыҡ. Был газ стратегик сеймал булып тора. Ана шуны торба аша ебәреп, икенсе скважинала быраулау өсөн файҙаланғандар. Был бик күп ваҡытты, сығымдарҙы кәметеүгә булышлыҡ итә. Йәш белгес яйлап эш тәжрибәһе туплай, ололарҙан өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта “былай итһәк, нисек булыр ине икән, тегеләй итһәк” тип уйлана башлай. Ғиллә дипломда түгел, ә эшкә ижади ҡарашта икәненә инана. Ана, үҙҙәренең мастерын ғына ал. Хатта белеме тураһында остоҡ ҡына ҡағыҙы ла юҡ, ә ба-аш...
— Ер өҫтөнән тәүге ике йөҙ метр быраулағанда ҡаҙылмалар ҡаты түгел. Улар ишелеп тора, стенаны нығытыу өсөн һалынған иҙмәне “йота” бара. Минең мастер милләте буйынса украин ине. Чернуха фамилиялы, — тип хәтерләй Вил ағай Ҡаҙағстан далаларында эшләгән сағын. — Ике класс белеме булдымы икән, ҡағыҙҙарға саҡ ҡул ҡуя торғайны. Ну, баш — академик инде. Бөтөн нәмәне ер аҫтынан үтә күреп торғандай белде. Бер заман вышканың бер “аяғы” аҫтынан иҙмә шыла башланы. Ул бик ҡурҡыныс, вышка аунарға, кешеләрҙе үлтерергә мөмкин. Нимә эшләргә? Иҙмә һеңмәһен өсөн ҡуйыһы, бөтөнләй башҡаһы кәрәк. Ә бөтә нәмә – меңәр саҡрым алыҫлыҡта. Шунан мастер, башы эшләүе арҡаһында, һалам эҫкертен ташып, шыйыҡлыҡҡа бергә ҡушып тултырабыҙ, ти. Шулай итеп, аварияны булдырманыҡ...
Шундай мәшәҡәттәр, ығы-зығы менән көндәр үтә тора. Эш кенә түгел, ҡулға-ҡул тотоношоп, Наилә менән дә тормош тигән оло юлға сыға улар. Тик тәүге улдары тыуыр алдынан ғына һөйгәнен Башҡортостанға ҡайтарып ебәрә. Ни тиһәң дә, тыуған ер тойғоһо, һулап туймаҫ һауаһы – үҙе шифа бит...

Ғаиләм — ҡәлғәм

Бала. Вил менән Наилә ғүмер буйы ғаилә усағын һүндермәйенсә, өй ҡотон балаларында күреп йәшәй. Ҡайҙа ғына булмаһын­дар, ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, ошо изге төшөнсәне алға ҡуялар. Кеше өйөнән эшенә, эшенән өйөнә тартылһа, ашҡынһа ғына бәхетле була, тиҙәр бит. Вилде лә берсә алыҫ скважиналар әйҙәй, берсә тор­мош тулҡыны Ҡаҙағстан, Алжир тарафтарына ташлай, ҡабат ҡайтара, ләкин әлеге йылы усаҡ, һөй­гәне бешергән ризыҡтар, “атай” тип өлтөрәп тор­ған ике улы үҙенә саҡыра. Күңеле бында ашҡына.
Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Үҙенсә, төрлө шарттарҙа донъяға килә. Вил менән Наиләнең тәүге улдары, тәүге ҡыуаныс-шатлыҡтары яҡты донъяға ауазын сығарғансы ла тыуасаҡ сабыйҙың ата-әсәһе төрлө хәлдәргә тарый.
Телеграмма. Вилдең тәне ҡалтырап, быуындары йомшарып китә. Бар күҙәнәктәре этешә-төртөшә тәне буйлап йүгерешә. Ҡуҙ баҫҡандар тиерһең, йөрәк тәңгәле сәнсеп ҡуя. Хәле бөтә. Ни булған? Күҙҙәре алдында тоноҡ ҡына хәрефтәр пәйҙә була бара — һеңлекәше ауырыған!
— Әсәйем юҡҡа телеграмма һуҡмаҫ, һин йыйына тор, Наилә. Мин ҡайтып килер өсөн бер нисә көн һорармын, — тип Вил өй ишеген яба.
Эшендәге етәксенән рөхсәт алғас, икәүләшеп Башҡортостанға — Әбйәлил районының Таштимер ауылына юлланалар. Наилә бына-бына бәпесен табырға торғанда. Аллаға шөкөр, иҫән-һау барып етәләр, хәл-әхүәл белешәләр. Һеңлеһе лә ярайһы икән — һауығып бара. Оҙаҡламай Вилгә кире китергә кәрәк. Был юлы ул кәләшен юлға алмай — табырға көнө килеп еткән. Хоҙай күрһәтмәһен, оҙон саҡрымдар араһында ни булмаҫҡа мөмкин.
Өмөтбаев китеп оҙаҡ та тормай, Наилә бала табыу йортона инә.
— Таштимер ауылында участка дауаханаһы бар ине. Унда йәш врач Рауза Ғибәҙәтова эшләне. Шул минең малайҙың кендек инәһе булған, — тип хөрмәт менән иҫкә ала ул саҡтағы йәш, тырыш ҡыҙҙы Вил ағай. — Ифрат рәхмәтлемен уға. Малай 2 декабрҙә тыуҙы, ә...
Вил ағайҙың “ә” тип яңы һүҙ башлауы шунан ғибәрәт: 20 декабрҙә йәш әсә, егерме көнлөк тә булмаған сабыйын күтәреп, ире ҡырына ашҡына. Иҫең китер — Ҡаҙағстанға! Йәшлекме, дыуамаллыҡмы, әллә инде оло Мөхәббәтме — белмәҫһең. Ундай кисерештәрҙе аңлатып булмай. Моғайын, тәүҙә йәшлектер, һуңынан уға эйәреп башҡаһы киләлер. Аҙаҡ Наилә былай тип иҫләр булған: “Бик ыҙалап барҙым. Һалҡын. Ел. Станцияларҙа аҙыҡ алырға төшәм, һалҡын булғас, баланы вагонда ҡалдырам. Нисек уны ҡалдырып китә алдым икән?”
Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс: Урта Азияға табан барған поезд шығырым тулы халыҡ, сабыйҙы бит урлауҙары ла ихтимал. Юҡ шул, был әлеге күҙлектән ҡарап шулай һымаҡ. Ирекһеҙҙән, элек кеше барыбер бүтән, йәғни кешелекле булған, тип ҡуяһың. Хәйер, бер станцияла Наиләнең барлыҡ аҡсаһы менән көшөлөгөн урлайҙар. Бер тинһеҙ тороп ҡалған ҡатын, әлеге шул миһырбанлы әҙәмдәр ярҙамында Чимкент ҡалаһына барып төшә.
Ҡаҙағстанда бит ҡырыҫ, киҫкен климат. Һалҡын ел ашанан-аша үтә.
— Бик һалҡын ине. Мин машина менән ҡаршы алырға барҙым. Наилә аҙаҡ көлә, малайҙы күтәргәнмен дә, киткәнмен дә барғанмын. Әйберҙәр, сумаҙандар тороп ҡалған. Ярай әле шофер барлаған, — тип хәтер төйөнөн сисә Вил ағай.
Өмөтбаевтар ул саҡта Чимкенттан ун биш саҡрым алыҫтағы Тогус станцияһында йәшәй. Улын шунда алып бара ла, ике аҙнаға вахтаға китә. Шулай икешәр аҙна алыҫ сүллектә нефть сығаралар. Йәш инженер эштең гелән уртаһында була. Самолет менән ҡом далалары киңлектәренә оса. Һуңынан ғаилә тағы ла алыҫҡараҡҡа — Джамбул ҡалаһынан 200 саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан Уч Арал тигән ергә китә. Унда бар уңайлыҡтары булған фатир бирәләр, Вил Айса улын экспедицияның баш инженеры итеп тәғәйенләйҙәр.
Эй, тормош, ни генә яҙмай йәш ғаилә яҙмыш дәфтәренә. Донъя төрлө хәлдәрҙән, хатта парадокстарҙан тора. Ул заманда әйбергә ҡытлыҡ була торғайны. Был бигерәк тә СССР-ҙың үҙәге һаналған, ун биш союздаш республиканы берләштергән Рәсәй Федерацияһында ныҡ сағылды. Мәскәү менән ул саҡтағы Ленинград ҡына Рәсәй түгел бит әле, төбәктәре менән ил ныҡлы. Ана шул төбәктәрҙә бигерәк тә әйбер, аҙыҡ дефициты һиҙелде. Ул заман кешеләре (заман, уйлаһаң, уйылып китерлек — беҙҙең осорҙа йәшәүселәр ике системала — социализм + коммунизм өлөшө менән ҡырағай капитализм, дөрөҫөрәге, ҡырағай баҙар шарттарын кисерҙе) иҫләй: туй, ҙурыраҡ мәжлес үткәрер өсөн хатта самолет менән Мәскәүгә аҙыҡ-түлек, колбаса-маҙарға барғандар. Ана шул осорҙа беҙҙең урманлы яҡта бензин бысҡыһы (“Дружба”, “Урал”) юҡ ине, ә ҡомло Ҡаҙағстанда тулып ятты. Мотоцикл, машина менән дә шул уҡ хәл булды. Хәтеремдә, машинаны сиратҡа яҙылып, ауылдарҙа тик колхоз аша ғына алырға мөмкин ине — ике-өс йыл көтөргә, тәртипле булырға, эштән ҡалмаҫҡа тейешһең. “Урал” һымаҡ коляскалы мотоцикл менән дә шул уҡ хәл булды. Һүҙ ситкәрәк китте буғай, ыңғайына ҡайтайыҡ.
Өмөтбаевтарға атаһының бер туған ҡустыһы Рамаҙан ағай, ҡатыны Ғәфиә апай ике ҡыҙы менән ҡунаҡҡа килеп төшә. Һүҙҙән һүҙ китеп, мотоциклға барып төртөлә. Баҡһаң, Рамаҙан ағай һиртмәле мотоцикл таба алмай икән — Башҡортостанда юҡ. Һәр хәлдә, алырлыҡ түгел. Китә былар ҡышлаҡтар буйлап.
— Беренсе ауылда юҡ ине. Икенсе ауылға инһәк, ҙур булмаған магазин бар. Магазин алдында вертикаль рәүештә рам-йәшник эсендә “люлька” тора. Һатыусынан һорайым: “Әллә мотоцикл бармы?” — тим. Бар, ти. “Һатыламы?” “Аҡсағыҙ булһа, пажалыста”. Шунда мотоциклды алып, Джамбулға алып барып, “упаковать” итеп, Магнитогорскиға ебәрҙек...
Ул саҡта Вил Өмөтбаев ошо мотоцикл артынан үҙҙәре лә Башҡортостанға ҡайтып китерен белмәй әле. Ҡайтҡас, һөйләшкән арала был турала Рамаҙан ағаһы әйтә. Былай ҙа тыуған яҡтарға тартып торған йәш күңелгә күп кәрәкме ни, тәүәккәлләй йәш атай — эштән китергә ғариза яҙа. Етмәһә, Наиләгә лә уҡырға кәрәк. Күптән медицина хеҙмәткәре, табип булырға хыяллана. Мөхәббәтен осратҡас, Ленинградтағы юғары уҡыу йортона ла китмәй. Хәҙер нәҡ уҡырға ваҡыт. Шулай итеп, булған, йыйнаған әйберҙәрен алып, юлға сығалар. Әлбиттә, Вилде тиҙ генә ебәрмәйҙәр: йәш белгес, фәлән-төгән... Өмөтбаев һүҙендә ныҡ тора: ғаилә хәлдәре, ҡайтырға кәрәк!
Тәүҙә Әбйәлил районының Хәлил ауылында эшләгән Рамаҙан ағайҙарға килеп төшәләр. Бер аҙ торғас, Өфөгә юлланалар — эш, фатир эҙләргә кәрәк. Эш тигәндән, ул саҡта уныһы тиҙ хәл ителә: Вил үҙенең һөнәре буйынса ғилми институтта, ә Наилә республика клиник дауаханаһына урынлаша. Фатирҙы ғына ике-өс көн эҙләйҙәр. Һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах, тиҙәр бит. Шуның һымаҡ, Өфө ситендә ғүмер иткән Шамов фамилиялы урыҫ ҡарты таҡтанан яһалған төкәтмәлә йәшәргә рөхсәт итә. Күпмелер унда тороп, ян-яғына ҡаранғас, проспектта фатир табалар. Ләкин оҙаҡ йәшәй алмайҙар — хужабикә тормошҡа сығып, йәшәргә тағы торлаҡ эҙләргә ҡуша.
— Эҙләп-эҙләп, саҡ таптыҡ. Яр буйында, “Архиерейка” тип аталған ерҙә бер өй. Уның нигеҙе икегә бүленгән, өй емерек. Мейес менән яғыла. Шунда дүрт йыл йәшәнек, — тип хәтер төйөнөн сисә Вил ағай.
Үҙҙәре генә түгел, Мәғариф министрлығына эшкә һеңлекәше Лена килә, әсәләрен эргәләренә алалар — күмәкләп ошо өйҙә йәшәй башлайҙар. Нигеҙе ярылған булһа ла, ғаиләнеке ныҡлы була. Уны тағы ла нығытып, 69-сы йылда Марат улдары тыуа. Әле сабыйҙары донъяға килгәнсе үк Наилә фатир мәсьәләһе буйынса йөрөй башлай. Ҡаланың коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы Голованов фамилиялы кеше була. Уның кабинеты ишеген ҡатын аҙна һайын аса. Аптырағас, теге: “Өмөтбаева, һеҙ минең кабинетта бала табырға йыйынаһығыҙмы?!” — ти. Шулай итеп, Машина эшләүселәрҙең мәҙәниәт һарайы аръяғынан фатир бирәләр. Алыҫ булһа ла үҙ мөйөшөң, үҙ өйөң. Етмәһә, ғүмерҙә күрмәгәнсә — ике бүлмәле. Эшкә йөрөргә йыраҡлығы, ул саҡта транспорт яғынан тора-бара тығынлыҡ үҙенекен итә. Шул саҡта Вил Айса улы тәүге тапҡыр туған тейешле ағаһына – “Аҡ йорт”та эшләгән Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевҡа бара. Ул: “Ҡабаланма, бәлки, был яҡтан яйы сығыр”, — ти. Аҙна ла үтмәй, Вилде саҡыра. Шулай итеп, уға яҡыныраҡ ерҙән, “хрущевка” тип аталған йорттан фатир асҡысы бирәләр. Был хәл 69-сы йылдың ноябрендә була. Ул ваҡытта Наиләнең бала табыу йортонда бәпесен донъяға килтергән генә сағы. Шулай итеп, йәш ғаилә тағы бер малайлы ла, фатирлы ла була. Ир иһә икенсе улын өр-яңы өс бүлмәле фатирға алып ҡайта.
— Такси ялланым инде. Таксист: “Малаймы, ҡыҙ­мы?” — тип һорай. Малай, тим. “Улай булғас, биш һум. Ҡыҙ булһа, өс һум”, — тип көлә. Шулай итеп, “Новостройка”ға алып ҡайтып, шунда егерме өс йыл йәшәнек, — тип хәтерләй Вил ағай ул саҡтарҙы.
Вил ағай өсөн дә, Наилә апай өсөн дә, иң мөһиме, ғаилә. Юҡҡа ғына халыҡ “Ғаиләм — ҡәлғәм” тимәгән бит. Ысын мәғәнәһендә ҡәлғә була ғаиләһе Вил Айса улы өсөн: ҡатыны өлтөрәп тора, әсәһе иҫән-һау, ике улы үҫеп килә. Алжирға киткән саҡта өлкән улдары туғыҙынсы класта уҡый, ул өләсәһе менән ҡала. Бәләкәсе үҙҙәре менән китә. 80-се йылда Вадимға институтҡа инергә кәрәк була, шуға Наилә Марат менән кире ҡайта. Ә Вил Айса улы килешеү буйынса ҡаралған ваҡытҡа алыҫ сит илдә ҡала. Хатта ошо айырылып тороу ҙа ғаиләнең ныҡлығын һыуытмай, киреһенсә, ир ме­нән ҡатынды бер-береһенә эҫендерә, һағындырта.
Аллаға шөкөр, тип әйтәйек, өлкән улдары нефть институтының тау-нефть факультетына уҡырға инеп китә. Алдан сабып булһа ла шуны бәйән итәйек, ул газ йүнәлеше буйынса уҡып бөтөп, Ырымбурға эшкә китә. Өс йыл тәжрибә туплағас, Өфөгә — “Башнефть”кә ҡайта. Хәҙер 1988 йылдан алып ошонда эшләй. Марат иһә ата-әсәһе ҡырында булып, 8-се класты тамамлағас, профессиональ белем ала — эшсе һөнәрен һайлай.
Вадим 4-се курста уҡыған сағында уҡ Юлиә исемле ҡыҙға өйләнә. Өмөтбаевтарҙың ҡоҙалары ла нефтсе. Тимәк, нефтселәр династияһын дауам иттерәләр. Юлиәнең атаһы Риғат Минһаж улы Баттаров — иҡтисад фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар мәғлүмәт-иҫәпләү үҙәгендә директор вазифаһын үтәй, әсәһе Валентина Александровна ла “Башнефть”тә эшләй. Йәштәр 84-се йылда өйләнешеп, бер йылдан Динә исемле ҡыҙҙары тыуа. Бөгөн Вил ағайҙың ейәнсәре Динәнең үҙенең өс балаһы бар. Вил Айса улы, үҙе әйтмешләй, дүрт тапҡыр ҡарт олатай (прадед). Ошонан да, тамырыңдың тәрәнгә китеүен күреүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән кеше өсөн?!
Вадим — 2002 йылдан техник фәндәре кандидаты. Атаһына оҡшатып, эштән бушамағандарҙы, йәғни баштан-аяҡ эшкә сумғандарҙы руссалап “трудоголик” тиҙәр. Был һис насар түгел. Бигерәк тә ирҙәр өсөн. Күңел кәрәҙеңде эш менән тултыраһың, ваҡытыңды хеҙмәткә арнайһың икән, тимәк, ғаиләңдә лә тыныс, яҡшы тигән һүҙ бит ул. Шулай булғанда ғына күңел эшкә тартыла, уңыштарға өлгәшәһең. Вадим менән Юлиә ике ҡыҙ үҫтереп, ике ейәнсәр, ике ейәнгә олатай-өләсәй. Балалары һәр береһе үҙ ғаиләһе менән йәшәй. Өлкән ҡыҙы Динә — табип. Бәләкәй ҡыҙы Лия нефть институтының геология факультетын тамамлай. Вил ағай – башлаған династияны дауам итеүсе. Динәнең тормош иптәше Виктор тәүҙә медицина институтын, һуңынан нефть институтын тамамлаған. Лияның һөйгәне Максим нефть институтының иҡтисад факультетында уҡый.
— Балаларым, туғандарым иҫән-һау, шуныһы мөһим, — ти Вил ағай. — Бөтәһе лә иғтибарлы, килеп торалар, хәлде беләләр. Олоғая бара, хәтирәләр менән йәшәйһең дә балалар шатлығына ҡыуанаһың инде...
Вил ағай һүҙен әйтеп тә бөттө, ихлас көлөп ал­ды. Ғүмерендә шатлығын да, ҡайғыһын да аҙ күр­мәгән ул. Зарланып, аһ-зарын ил-күскә сәсеп йәшәй торған кеше түгел. Ундайҙар тураһында, күҙ йәше аша ла көлә белә, тиҙәр. Вил ағай йәшәү мәғәнәһен ғаиләһендә, туғандарына ярҙам итеүҙә күрә. Һәр ваҡыт яңы көнгә яңы өмөттәр менән баға...

Күҙ алдынан
ғүмер миҙгелдәре үтә

Тормош юлдарын саҡрымлаған һайын әҙәм балаһы артына баға: дөрөҫ йәшәгәнме, берәйһен рәнйетмәгәнме, һөйгәнеңә йәш саҡта бәхеттәр юрап, күктәге йондоҙҙарҙы сүпләп бирерҙәй саҡтарыңда вәғәҙә иткәндәрҙең барыһына ла өлгәшә алғанмы, ныҡлы таяныс булғанмы? Һәр кемдең шатландырған да, үкендергән дә саҡтары барҙыр. Шунһыҙ тормоштоң асылы ла, мәғәнәһе лә юғала. Әгәр юлыңда ҡара һыҙаттар осрамаһа, аҡтың ҡәҙерен белмәҫ ине кеше. Төндөң ҡәҙере көндөҙ, көндөҙҙөкө төндә беленә бит. Әлеге һыҙаттар аҡ булһа ла, ҡара булһа ла, оло юлда улар һөйгәнең менән бергә үтелгән. Ә бына яңғыҙың ҡалғас, ай-һай, ауыр...
Бындай ваҡыттарҙа Вил Айса улы ҡулына ҡәләм ала ла аҡ ҡағыҙға күңелен бушата:
“Ваҡыт бик тиҙ үтә, уны туҡтатып булмай. Йәш саҡта ғына кешегә ваҡыт бер урында торған кеүек, сөнки маҡсаттар, хыялдар алға әйҙәй. Беҙ ҙә тормош иптәшем Наилә менән шулай йәшәнек: ваҡыт­ты тиҙләтергә тырышып, бала булыуын көтөп, фатир тураһында хыялландыҡ, белемде арттырырға тырыштыҡ һәм тормош баҫҡыстарынан йәһәтерәк үрмәләргә ашҡындыҡ. Олатай, өләсәй, ҡарт олатай, ҡарт өләсәй булып киттек. Тормоштоң, майланған тәгәрмәс кеүек, үтә лә шәп әйләнә башлауын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
Наиләнең етмеш йәшлек юбилей тантанаһын, алтын туйыбыҙҙы үткәреп, хәҙер инде ял итергә лә ваҡыт, тип йөрөгән көндәрҙең береһендә уның йөрәге туҡтаны... Бала саҡтан күп ауырлыҡтарҙы кисергән, ғүмер юлдарының һикәлтәле үрҙәренән артыла-артыла арыған йөрәге биреште. Был ҡара көндәрҙән һуң ярайһы ваҡыт үтте. Минең йөрәк ҡайғыға нисектер түҙә әле, хәләл ефетемдең хәс­тәрлеге һөҙөмтәһелер инде. Шулай ҙа бер уй тын­ғы бирмәй. Элек-электән ир заты иртәрәк донъя ҡуйған. Тормош күҙлегенән сығып уйлаһаң, был ғәҙелдер ҙә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, күрәһең.
Ваҡыт үтеү менән ҡайғының ҡая таштары шымара төшә, кеше ысынбарлыҡ менән килешергә мәжбүр була, тәҡдиргә күнә, тиҙәр. Ләкин бының менән һис килешә алмайым. Киреһенсә, көндәр үтеү менән үкенеү, күңелһеҙлек тойғоһо көсәйә бара, йыш ҡына күҙ йәштәре маҙаһыҙлай. Хәтер-хәтирәләр аяҡтан йығылмаҫҡа ярҙам итә. Илле йыл бергә кисергән ғүмер миҙгелдәре күҙ алдынан үтә, ҡанатланып матур йәшәгән көндәр, йылдар, томанды ярып сыҡҡан ҡояш нурҙары кеүек, күңелде йылыта. Һаман да бергә икәнбеҙ, таяныр йөрәктәребеҙ айырылмаған һымаҡ. Наилә рухынан көс алабыҙ. Атҡарған эшебеҙҙе, ҡылған ҡылығы­быҙҙы уның күҙлегенән баһаларға тырышабыҙ, яҡшыһына ҡыуаныр тип өмөт итәбеҙ, оҡшамағаны өсөн ғәфү итеүен һорайбыҙ.
Бер-береңә бирелгәнлек, йөрәк яҡынлығы, бер бөтөндөң ике яртыһы булыу беҙҙең өлөшкә төшкән көмөштөр. Икебеҙ ҙә һуғыш балалары. Шуның өсөн дә беҙ тормошто сағыш­тыра, аҡты ҡаранан айыра белдек, ил мәнфәғәтенән сығып эш иттек. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, Наилә лә, мин дә, заманалар үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, совет кешеһе булып ҡалдыҡ, илебеҙҙе яраттыҡ һәм уға тоғро хеҙмәт иттек. Беҙҙең атайҙар Ватан өсөн ҡан ҡойҙо. Береһе һуғыш яланында уның азатлығы хаҡына башын һалды. Наилә бер ваҡытта ла илебеҙ тарихын кәмһеткән, уға хыянат иткән әҙәмдәрҙе яратманы.
Ул ғүмер буйы таянысыбыҙ, яҡлаусыбыҙ, ярҙамсыбыҙ, ышаныслы тылыбыҙ, яҡты йәшәү усағы булды...”
Тағы ниҙәр яҙырға? Йөрәк ярһыуын ҡайһылай баҫырға? Һорауҙарына яуап эҙләп, Өмөтбаев тағы хәтер йомғағын тағатты: “Илебеҙҙе яраттыҡ һәм уға тоғро хеҙмәт иттек...”
Ҡайҙа ғына булмаһындар, ҡайҙа ғына йәшәмә­һендәр, Өмөтбаевтар ошо тоғролоҡ тигән бөйөк төшөнсәгә тап төшөрмәй эшләй, хеҙмәт итә. Юҡ, былар ҡағыҙ өсөн яҙылған яңғырауыҡлы һүҙҙәр түгел — уларҙың тормош мәғәнәһе, асылы ошо. Ғөмүмән, илгә бирелгәнлек, һалдаттарса тоғролоҡ һуғыш заманы, унан һуң тыуған балалар өсөн изге ғәмәл. Улар шулай булырға тейеш тип йәшәргә күнеккән. Оло йәштәге кешеләрҙән: “Йәшлегегеҙгә ҡайта алһағыҙ, нисегерәк йәшәр инегеҙ?” — тип һорағаным бар. “Ғүмер юлы нисек үтелгән, шулай уҡ”, — ти күбеһе. Иң мөһиме — ниндәй заманда ла һөйгәнең менән йәнәшә, иңгә-иң терәп ғүмер кисереү.
Яҙмыш ҡайҙа ғына һынамаған Өмөтбаевтарҙы. Ҡаҙағстан, Алжир...
— Яҙмыш һеҙҙе сит илдәргә лә ташлаған. Тәжрибә, ғилем туплау йәһәтенән тормошоғоҙҙа ул ниндәйерәк урынды биләй? — тип һораным Вил ағайҙан бер рәсми интервьюла.
— 1979 йыл ине. Ул саҡта министрлыҡтан “разнарядка” килә торғайны: фәлән-фәлән белгес кәрәк тип. Китеү теләгең булһа ла, өлкә комитетына тиклем тикшерәләр. Алжирҙа нефть сығарыу мәсьәләләре буйынса өс йыл ярым эшләнек. Әйтергә кәрәк, анһат булманы. Бөтөн документтар француз телендә. Дәүләт теле — алжир теле ме­нән француздыҡы. Өйрәнер өсөн айырым түңәрәккә йөрөнөк, ете-һигеҙ отчет яҙып яҡланым. Аҙ-маҙ һупаларға өйрәндем. Кинйә улыбыҙ Марат ун йәшлек ине. Ул алжир балалары менән бергә аралашып, шунда уҡ французсаны үҙләштереп алды, тел белер өсөн кеше менән гелән ҡатнашып йәшәү кәрәк бит. Беҙ торған урын Урта диңгеҙ ярында булды. Балалар көнө буйы шунда һыу инә, уйнай...
Ситтә булһаҡ та, тыуған ер тойғоһонан айырылманыҡ – “Совет Башҡортостаны” гәзитен, “Ағиҙел” журналын илселек аша алдырҙыҡ.
— Ул заманда Африка илдәрен иң артта ҡалған тип иҫәпләп өйрәнгәнбеҙ. Йәшәү рәүештәре, эш итеү алымдары ҡайһылай ине?
— Алжирға китергә булғас, шундайыраҡ уй тыуҙы: колониаль ил, ауыр тормош, артта ҡалған... Барғас, аптыраным. Әлбиттә, байҙар менән ярлылар араһында айырма бик ҙур. Хәҙер беҙҙә лә байҙар коттедждар төҙөй, ул ваҡыт юҡ ине бит. Унда берәүҙәр бейек-бейек йортта торһа, ярлылар ағастан, фанерҙан эшләнгәндәрҙә йәшәй торғайны.
Ә икенсе яҡтан, нефть сығарыуға килгәндә, улар­ҙың технологияһы юғары булды, сөнки бөтөнө­һө иҡтисади яҡтан алға киткән илдәрҙән килтерел­гәйне. Шуға унда саҡта һәр белгестә “ошо технологияны үҙебеҙҙә файҙаланырға кәрәк” тигән уй булды...
Тағы бер нәмә: беҙ йәшәгән ер менән эш урыны араһы — 25 саҡрым. Төшкө ашҡа сәғәт ярым ваҡыт бирелә. Ашханала ҡатын-ҡыҙ юҡ. Гел ирҙәр эшләй. Ашарға бик күп кеше килһә лә, артыҡ сират күрмәҫһең, сөнки биш-алты ерҙә касса тора. Тағы шуныһы: иң ҙур хужа ла беҙҙең менән бергә туҡлана. Йәнә беҙҙең өсөн яңылыҡ — Ураҙа ваҡыты. Ашарға, эсергә рөхсәт юҡ. Беҙ ҙә күрһәтмәй генә һыу эсергә, тамаҡ ялғарға тейеш. Бер шулай коридорҙағы һыу эсә торған автоматҡа стаканымды ҡуйыуым булды, теге остан: “Өмөтбаев, ни эшләй­һең?” — тип өндәште хужа. Ер тишегенә кереп китерҙәй булдым оялыштан. Бына шундай тәрбиә. Ә йәштәр барыбер йәштәр булып ҡала. Алжирҙар төшкө аш ваҡытында ишек туҡылдата ла, инеп, бутерброд булһа, ҡабып сығып китә торғайны. Бәҙрәфтә бикләнеп тәмәке лә тартып алалар. Улар шундағы ҡалыпҡа һыйып бармай ине...
Шулай иҫтә ҡалған өҙөк-өҙөк булып Алжир ере. Һөйгәнең менән үткән ғүмерҙең бер миҙгеле. Э-эх!..
Иҫтәлектәр, юҡһыныу, һағыныу. Һәр кемгә хас күренеш һымаҡ. Ләкин һөйгәнең менән ярты быуат йәшәп, унан айырылыу, һуңынан да тоғролоҡто һаҡлап ҡалыу, ай-һай, күптәргә бирелмәй. Вил ағай һарыға һабышып, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Башкөллө эшкә, ижадҡа сума. Бына әле лә һөйгәне тураһында уйҙарын ҡағыҙға тө­шөрҙө, Наилә апайҙың һүҙҙәре менән иҫтә­лектәренең сираттағы битен япты:
“Халыҡта шундай әйтем бар: ваҡыт үткән һайын ҡайғылар яйлап уңала бара һәм ысынбарлыҡ менән килешәһең, яҙмышыңа буйһонаһың. Беҙҙең ғаиләлә, киреһенсә, мин — һөйгәнемде, балалар — әсәһен, ейәнсәрҙәр — өләсәһен, бүлә-бүләсәрҙәр ҡартәсәһен юҡһына. Иҫтәлектәремде Наиләнең һүҙҙәре менән тамамлағы килә: “Башҡаларға яҡтылыҡ өләшеү өсөн үҙем янам, тиҙәр, ләкин мин ундайҙарҙың янмайынса, башҡаларға оҙон-оҙаҡ юл яҡтыртыуын теләр инем...”






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873