Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сәләм, мин – Илгизәр, алкоголик!”
Эскесене кем ҡотҡарыр?

“Аноним алкоголиктар” клубы тәүге тапҡыр ХХ быуат башында Америкала барлыҡҡа килә. Уны ойоштороусылар ағзаларға ҡәтғи талап ҡуя – эсеүҙе ташлағандар ғына йөрөй ала. Клубтың маҡсаты нәҡ “ысҡынмаҫҡа” ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала, бының өсөн 12 аҙымдан торған айныу программаһы ла бар. Һөҙөмтәлә йәмғиәт шул тиклем көсәйә, хатта уның ағзалары әле үткән быуат аҙағында ике миллиондан артып китә, ә эшмәкәрлек 141 илдә йәйелдерелә. Шуныһы үҙенсәлекле: был клуб коммерция нигеҙендә түгел, ағзаларҙың мөмкинлектәренә ҡарап йыйған аҡсалар ярҙамында эшләп килә. Әлеге ойошманың эшен дауам итеүселәр Стәрлетамаҡта ла бар. Стәрлетамаҡтарҙың бихисабы, һуңғы сиккә етеп тигәндәй, клуб ярҙамында эсеүҙән туҡтағандан һуң, ошонда артабан йәшәргә көс туплай. Элекке эскеселәр көн дә аралаша, үткәндәренән һабаҡ ала, бер-береһен ҡабаттан “араҡы һаҙлығына” батмауҙан һаҡлап килә. Сираттағы йыйылышта ошо юлдар авторына ла булырға тура килде. Иҫкәртәм: хеҙмәт бурысы менән.


– Сәләм, мин – Илгизәр, – тип таныштыра үҙе менән урта йәштәрҙәге бер ир. – Ғүмер буйы эстем. Аңымды юғалтҡансы эсә торғайным. “Наркологияға” аҙнаһына бер нисә мәртәбә һала торғайнылар хатта. Ҡойма аша сығып өлгөрмәйем, йәнә шешәгә… – Илгизәр һөйләүгә оҫта икән, тотлоҡмай ҙа, туҡтамай ҙа хәтер ебен һүтә бирә. – Дауаланып сығам… Алырға тип килгән әсәй менән ҡустымдың йөҙөнә ҡарарға оялам. Таксиҙа ҡайтабыҙ ҙа, тамаҡ ялғап алғас, улар үҙ мәшәҡәте менән булыша башлай, сөнки мине көнө буйы ҡарауыллап ултыра алмайҙар ҙа инде. Мин үҙ эшем менән булам. “Бурысымды” аңлайһығыҙҙыр инде – үтеп барған таныш-дуҫтарҙы тәҙрәнән күҙәтәм, урамға сығам һәм “ҡуласа” яңынан башлана…
– Эсеп йөрөй торғас, бер мәл әсәй әллә нисәмә танышлыҡ аша май заводына эшкә урынлаштырҙы, – һүҙгә икенсе клуб ағзаһы ла ҡушыла. –- “Блат” буйынса эләгеү эш урынына ҡытлыҡ булыуға бәйле түгел, әлбиттә. “Хеҙмәт кенәгәһе”нә ҡарайҙар ҙа ниндәй юл үткәнемде шунда уҡ аңлап ҡалалар: эстем-ҡыуылдым, эстем-ҡыуылдым, – тип бәйән итә ул үҙ тарихын, килештереп. – Завод тигәндән, йәш саҡта малайлыҡтан егет ҡорона ингән мәлдә үк ҙур производствола эшләп ҡараным. Унда әле ауыҙға бер грамм да алмай инем. Эштәге ағайҙар: “Тотаһыңмы әллә?” – тигәндә сирҡана, үҙҙәрен йәлләй инем, әммә бер йыл да үтмәне, үҙем улар рәтенә баҫтым. Ғөмүмән, бер нисә айҙан шулай ҙа тотҡолай башланым, ә йыл үтеүгә көн дә эсер кешегә әйләндем. Әлбиттә, туҡтаған саҡтар ҙа була, шундай бер мәлдә өйләндем. Ҡыҙыбыҙ тыуҙы, хәҙер уға – 12 йәш. Ғаилә булғас, һауыт-һаба шалтырай, әлбиттә. Ошондай саҡтарҙа ҡатыныма үс итеп эсә инем, алкоголикка әйләнгәнде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әле инде өс йыл эсмәгән ваҡытта ла, әлбиттә, ҡатын менән әрләшмәй тормайбыҙ, тик бындай мәлдәрҙә әсәйҙә йәшәйем. “Эскәнсе, шунда булһа ла ятып тор”, – ти ҡатыным. Ярай әле улар бар, ҡыҙымды күрмәйенсә, нисек йәшәр инем, күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Уйлайым да, элек бөтөнләй йүләр булғанмын икән, ниңә эстем шул тиклем? Ошо клубҡа килеп эләкмәһәм, бәлки, һаман да эсеп йөрөр инем. Һөйләгәнем бар, ҡатыным имселәргә йөрөттө, әсәйем, мине дауалайым тип, “наркология” юлын тапаны, тик файҙа булманы.
Артабан әңгәмәсем тағы май заводына эшкә урынлашыу тарихын иҫенә төшөрә:
– Май заводында ла аҙмы-күпме эшләп алдым, шунда тәүбәгә килерлек ваҡиға кисерҙем: бер мәл шулай май урлап һатып эсергә булдыҡ. Берҙе барып килдем, икенсене, өсөнсөнө… Саҡ ҡына хәтерләйем: дүртенсе шешә артынан йүнәлгәндә, ҡойма аша ырғый алмай бер булдым. Инде менгәйнем, икенсе яҡҡа бит-ҡулды һыҙырып ҡолап төштөм, хәҙер ошоларҙы уйлап, оялып ҡуям. Уянып киткәндә көмөшкә һатыусының ҡатынын ҡосаҡлаған көйө карауатта ята инем. Күҙемде астым, ҡайҙа ни булғанын аңламайым. Ярай ваҡытында уянғанмын: әллә ҡайҙан ҡайтып ингән йорт хужаһы башыма балта менән һелтәнде. Ауып-түнеп барған кешелә ҡайҙан көс булғандыр, ялтанып ҡалдым да тышҡа уҡталдым. Ә тышта йәй түгел, тик мин кейемһеҙ баҫып торам. Күршеләге бер йортта башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙың бүркен, шулай уҡ ниндәйҙер гүзәл заттың иҫкереп бөткән тунын бирҙеләр. Ярай, уныһына шөкөр. Әйткәндәй, троллейбуста ҡайтып етерлек аҡса ла һондолар әле, шатлығымдың сиге булманы. Тик бына кондукторҙы алдап, ауыр хәлгә тарыным, тип аҡсаны янда ҡалдырҙым. Ул көмөштәр көмөшкәгә китте тағы…
Телмәр тамамланыуға, ҡыңғырау яңғырай – тәнәфес икән. Журналисҡа һорауҙар биреү мөмкинлеге тыуа. Клубтың нисек көн күреүе тураһында һорашҡас, “китап-брошюра сығарырға, ҡуртым хаҡын түләргә һәм, бына, сәй-кәнфит алырға үҙебеҙ аҡса йыябыҙ”, – тигән аңлатма алам. Ҡуртым тигәндән, әле клубтың йыйылыш үткәрергә бинаһы юҡ, ваҡытлыса бер ятаҡтың бүлмәһендә осрашалар икән.
– Әлбиттә, быға тиклем ҡала хакимиәте махсус бүлмә менән тәьмин итә ине, тик һуңғы арала ундай ярҙамдан өҙөлдөк, – тип проблема ла күтәрә Илгизәр.
Өсөнсө ағза башҡаларҙан айырылып тора: матур костюм, галстук таҡҡан. Есеме исеменә тап килә тигән һымаҡ:
– Институт тамамланым, оҙаҡ йылдар урта звено етәксеһе булып эшләнем. Тик өҙлөкһөҙ эсеүем арҡаһында эштән бушаттылар. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланды, – ти ул. – Һүҙ ҙә юҡ, алкоголикка әйләнеүебеҙҙә тәү сиратта үҙебеҙ ғәйепле, әммә беҙҙә эсмәйенсә эшләү ауыр ине. Заводтарҙа иптәштәрең берәй нимә “йыуғанда” ситтән ҡарап торһаң йә иһә алданыраҡ ҡайтып китһәң, һин, тимәк, йә сирле, йә һатлыҡйән. Йәнәһе, компанияны үҙ итмәйһең. Хәҙер генә ул, теләгең юҡ икән, бер кем дә көсләмәй ҙә, саҡырмай ҙа. Беҙ йәш саҡта сменаларҙан һуң “Хөрмәт итһәң, эсеп ҡуй” тигән һүҙҙәр йыш ҡабатланды. Шул “ултырыштарҙа” эскегә һабышып киттем дә инде.
– Сәләм, мин – Лилиә…
Ҡарап торғанда төҫкә-башҡа актрисаларҙан бер ҙә ҡайтыш түгел был ҡатынды, дөрөҫөн әйткәндә, тәүҙә берәйһенә эйәреп кенә килгәндер, тип уйлағайным. Яңылышҡанмын икән, уның да тарихы егеттәрҙекенән кәм түгел.
– Йәшләй генә эсә-тарта башланым. 14 йәштән дискотекаларға йөрөнөм. Егеттәрҙең иғтибарына бер ҡасан да тилмермәнем. Күтәреп кенә йөрөтөргә риза ине үҙҙәре. Әлбиттә, бының өсөн хаҡы ла булды… Йәшләй генә буласаҡ ирем менән таныштым. Ауырға ҡалдым. Тик Игорь наркоман булып сыҡты, әйткәс әйтәйем, уның менән бергә үҙем дә “шаярғылай” инем. Нисек кенә булмаһын, бер саҡ Игорҙы ултырттылар, үҙем Хоҙай ярҙамы менән генә тороп ҡалғанмындыр инде. Бала тыуҙы, тик уның ҡайғыһы юҡ. Эскегә бирелдем. Аҙналар буйы айнымаған саҡтар булды. Ярай әле ҡыҙымды әсәйҙәр ҡараны.
Эсеп йөрөй торғас, тамам бындай тормоштан ялҡтым да әсәйгә әйттем: “Зинһар, нисек тә мине ҡотҡар, артабан былай йәшәй алмайым”. Ике көндән ауылдағы инәйемдә йәшәй башланым. Өйҙә генә ултырам, кешеләр менән аралашыуҙы тыйҙылар, үҙем дә тыйылдым. Ике ай буйы ыҙаланым, иҫәргә әйләнәмме икән тип ҡотом оса ине ваҡыты менән – һаташыуҙар, кәйефтең юҡлығы… Ике ай үткәс, әсәкәйем Себерҙә эш табып, шунда оҙатты. Эшләй башланым, эсмәйем, аҡса йыям, тик нимәлер етмәй. Баланы һағыныу ғына түгел ине был. Урамға сығам, паркка ял итергә барам, күңелһеҙ… Ҡыҫҡаһы, йәнә эсә башланым. Эштә “артыма типкәндәрен” һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ярай әле, ныҡлап эскесегә әйләнгәнсе, тыуған яҡҡа ҡайтып еткәнмен. Себерҙә, бәлки, үлеп тә ҡуйыр инем.
Бында ҡайтҡас та Лилиә элекке ғәҙәтен ташлай алмай аҙаплана. Йәнә урамда ятҡансы эсеү кимәленә еткәс, упҡын төбөнә тәгәрәгәнен аңлап ҡала. Туғандары ярҙамында аяҡҡа баҫа ул. Хәҙер яңынан ғаилә ҡорған, ҡыҙына ваҡыт арауығында аҙашып ҡалған һөйөүен биреп йәшәргә тырыша.
…Бүлмәлә тағы ла бер нисә аноним алкоголик бар ине. Әлбиттә, уларҙың да үткәндәре күп урында теләктәштәренеке менән ауаздаш, хатта үкенеслерәктер ҙә әле. Әммә барлыҡ тарихты ла барлап сығыу түгел теләгем. Һабаҡ алам, тәүбә ҡылам тигән кешегә өҫтә яҙылғандар ҙа етерлек, сәс үрә торорлоҡ. Бер урында ла ҡабартыу ҙа, кәметеү ҙә булманы – һөйләүселәрҙең телмәре шымартылды ғына. Шул уҡ ваҡытта был мәҡәлә менән әлеге клубҡа реклама яһау тип тә уйларға ярамай, бары тик эскелек проблемаһына яңы күҙлектән, эскеселәрҙең үҙҙәренең күҙлегенән, бағыу ғына әлеге яҙма. Хәйер, реклама тип, клуб бит, ҡайһы бер ойошмалар һымаҡ, эскелек ҡолона эләгеүселәрҙе эш ҡолона әйләндереүсе лә, аҡса һуғыусы ла түгел. Үҙ көсөнә йәшәп килгән йәмғиәт.
Ошо урында бер әңгәмә иҫкә төштө. “Наркологияла” эшләүсе бер табиптан: “Һеҙ, медицина белгесе булараҡ, имсе әбейҙәрҙең дауалауына нисек ҡарайһығыҙ?” – тип һораным. Ул: “Әбей түгел, шайтан булһа ла, дауалаһын, әммә эскесене аяҡҡа баҫтырһын, иң мөһиме – ярҙам итһен!” Шуның һымаҡ, әлеге аноним алкоголиктар ҙа урамда эсеп-туҙып, аунап ятҡансы ошо клубҡа йөрөһөндәр. Бер-береһенең рухын нығытһындар, ярҙам итһендәр. Ә иң яҡшыһы: башҡа бындай кимәлгә төшмәү!
…Йәнә ҡыңғырау тауышы яңғырай, инде йыйылыш тамамланғанына ишаралап. Лилиә шунда уҡ ҡыҙына шылтыратып, хәлен белешергә тотона. Бәйләнештең теге осонда шатлыҡлы ауаз ишетелә: күрәһең, бала әсәһенең айыҡ тауышын ишетеүенә өмөтләнә һәм өмөтө аҡлана. Һәр саҡ шулай булһа икән ул был ғаиләлә. Лилиә һөйләшкән арала, егеттәр тышҡа йүнәлә, улар ҙа, яҡындарының өмөтөн аҡлап, телефондарына үрелә.
Эскесене кем ҡотҡарыр? Әлеге күренештән сығып, һығымта яһаһаҡ, үҙҙәре генә. Яҡындары ярҙамында, әлбиттә. Юҡ, уларҙың бер-береһен ҡанатландырыу хаҡында ғына һүҙ бармай. Нимәгәлер өлгәшер өсөн ныҡлы теләк, ихтыяр көсө кәрәк бит. Ә укол, етенсе быуын сихырсыһы, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәй таралған дауалау ойошмалары – сара ғына ул...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872