Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Затыңа ҡарап танырҙар
Затыңа ҡарап танырҙар...Ер бүлеүселәрҙең мутлығын һиҙеп ҡалыу менән тегеләргә ташлана ҡыҙыу ҡанлы Ҡорманғәле Мәжитов. Ата-баба аманатына, намыҫына тоғро ҡала. Аҫаба ерҙәргә намыҫһыҙ рәүештә ҡул һуҙырға, башбаштаҡлыҡ ҡылырға кемдең хаҡы бар?! Бында үҙебеҙ хужа!
Төрлө ырыу биләмәләре ҡушылған ер булғанға, бында ошондай ыҙғыштар тынмаған тиерлек. Әммә борон-борондан аҫабалыҡ хоҡуғын баш бирмәй яҡлаған Яңы Усман уҙамандары. Төп нәҫелдәрҙең береһе булған Мәжитовтарға хас илһөйәрлек, изге төйәге, бер-береһе өсөн утҡа-һыуға инергә әҙерлек, тәүәккәллек, ғәҙеллек, намыҫлылыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифаттарҙың нигеҙе тап шундалыр. Һынауҙарҙан һынмаҫ, алға алғанын ҡуймаҫ нәҫелде сәм, ғәм, туғансыллыҡ бер ҡорға туплап тота.


– Туғандар, әйҙәгеҙ, июнь аҙағында дәррәү йыйылышып, үҙебеҙҙең шәжәрә байрамын үткәрәйек!
Ошо хәбәр ишетелеү менән Мәжитов­тарҙың тармаҡлы-тармаҡлы оло ғаилә­һенән һәр кем осрашыуға ашҡынып йыйына башланы. Ойоштора белә төп нигеҙҙә – Бөрйән районының Яңы Усман ауылында – тамыр нығытҡан ағай-эне: ат етмәҫ ергә хат ебәреп, “тау аша” йәшәгәндәргә машинала елдереп барып килеп, нәҫелдәштәрҙең көллөһөн дә ҡорға әйҙүкләне. Ә Мәжитовтарҙа туғанының һүҙен йығыу, инәлтеү, һылтаулау, ситкә ҡайырылырға тырышыу һымаҡ кире сифаттар юҡ. Себер тарафтарында ғүмер иткәндәр ҙә, республиканың төрлө райондарына, күпселектә Баймаҡ, Хәйбулла яҡтарына һибелгәндәр ҙә, Бөрйән ауылдарында йәшәгәндәр ҙә, бер әйтеү менән ризалашып, көндәлек мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, ата-бабаһының кендек ҡаны тамған ергә ҡанатланып осто.
Таңдан һабантуй яланы йыр-моңға күмелде. Берҙәмлеге, эшһөйәрлеге менән дан алған ағай-эне бер нисә көн эсендә күмәкләп барыһын да йүнләгән: туҡтауһыҙ яуған ямғырҙан үткеһеҙгә әйләнгән юлдарға таш түгелгән, осрашыу урынында ҙур табын ҡороу өсөн ҡыйыҡ аҫтына өҫтәл-эскәмйәләр һуҙылған, сәхнә әҙер, усаҡ яғылып, ике ҙур ҡаҙан эленгән. Һәр кемдең алып килгән мул ризыҡ-ниғмәтенән бай табын әҙерләнә, уңған еңгәй-килендәр, апайҙар өлтөрәп йүгереп йөрөй, бер-береһен һағынып өлгөргән туғандар күрешә, хәл белешә, аҡһаҡалдар аяҡ бөкләп ергә сүгәләгән, балалар шәжәрә ағасын өйрәнә...
Бер туған Солтанғәле менән Ҡор­манғәле Мәжитовтарҙан таралған быуын вәкилдәре улар. Тәүгеһенең вариҫтары Бөрйәндән ситтә таралһа, Ҡорманғәле олатайҙыҡылар үҙ төйәгендә тамырланған. Улдарының береһе Әхмәтсафаның биш балаһы – Камилә, Әхмәтзата, Әхмәтғәзе, Әхмәҙулла, Зәкиә – булып, кинйә ҡыҙҙан башҡалары ошо Яңы Усман ауылында төпләнеп ҡалған. Ике ул – Әхмәтзата менән Әхмәтғәзе – нәҫелде тағы ла ҡеүәтләндереп, унар бала үҫтергән. Ағаһында – биш, ҡустыһында алты ул! Ошо 11 ир-аттың туғыҙы Яңы Усманда төпләнеп ҡалып, һәр береһе ишле ғаилә ҡорған, дөйөм алғанда, ҡырҡтан ашыу бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре йөҙҙән ашып китә.Затыңа ҡарап танырҙар
– Күмәклектең иң йәтеше шул: һәр беребеҙ бәләкәй генә өлөш индереп, бөтөн байрамдарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙың туйҙарын еңел генә үткәрә лә ебәрәбеҙ, – тип мәрәкәләп башланы һүҙен Яңы Усман мәҙәниәт йорто етәксеһе, оҫта гармунсы, йырсы, балта оҫтаһы, сәсән телле Шәфҡәт Әхмәтғәзе улы. Атай нигеҙендә ҡалып, биш бала үҫтергән, күптән түгел олатай ҙа булған, хайран ҡалмалы ойоштороу һәләте арҡаһында ауылдаштарына “йоҡлап йәшәргә” ирек бирмәгән, һәр кемгә иғтибарлылығы, ихтирамы менән хөрмәт ҡаҙанған, төйәгенең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәгән арымаҫ-талмаҫ уҙаман ул. Шәжәрә байрамын үткәреүҙе лә Шәфҡәт Әхмәтғәзе улы тәҡдим иткән, ағай-энеһе уның әйткәнен дәррәү күтәреп алған.
Сәләмләү тантанаһынан һуң ветеран-уҡытыусы Вәзимә Ишбулды ҡыҙы нәҫелдең тарихы, бөгөнгөһө хаҡында ихлас телмәр тотто. Үткән быуаттың алтмышынсы йылдары аҙағында Баймаҡ яғынан Мәжитовтарға килен булып төшөү менән ауылдың үткәне, ер-һыу атамалары, урындағы йолалар, мәҙәни ҡомартҡылар, һәр араның тамырҙары хаҡында өлкән­дәрҙән бай мәғлүмәт туплап, урындағы барлыҡ халыҡ өсөн ҙур эш башҡарған, яҙып алғандарын дәрестәрендә киң ҡулланып, йәш быуын күңелендә илһөйәрлек, үҙ тамырҙарына ҙур ихтирам тәрбиәләгән хөрмәтле педагог ул.
Артабан сәхнәгә, шәжәрәгә ярашлы эҙмә-эҙлекле рәүештә, ғаиләләр күтәрелеп, үҙе менән таныштыра башланы. “Мәжи­товтар араһының парады” тип аталды ул. Һәр ғаилә башлығы балалары ғына түгел, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре менән ихлас таныштырҙы, ҡайҙа нисек йәшәүҙәре тураһында бәйән итте, шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашты. Мәжитовтар – ҡыҫҡа һүҙ оҫтаһы, “һыу ҡойоп”, көноҙоно һөйләп тормай, кәрәклеһен генә аныҡ итеп ихлас еткерә белә. Өҫтәүенә бер-береһен күңелен биреп тыңлай ҙа. Шуға күрә, ғаиләләр шул ҡәҙәр күп һәм ишле булһа ла, “парад” ғәжәп тиҙ үткәндәй тойолдо. Туғандар бер-береһен йәнә бер ҡат барлап, тамырының ныҡлығына ҡыуанып, кинәнес кисереп ултырҙы. Күҙҙәргә йәш төйнәлгән мәлдәр ҙә булды, әлбиттә. Аранан иртә киткән туғандарҙы йәнә бер ҡат иҫләп...
Алты бала үҫтергән тынғыһыҙ йәнле, ғүмеренең һәр минуты хеҙмәттә үткән ғәжәп туғансыл күңелле Дауыт Әхмәтзата улы; көслө спортсылар, талантлы моң эйәләре, оҫта гармунсылар, нимәгә тотонһа ла, барыһын атҡарып сығыр Хәлил, Исмәғил, Вәкил Әхмәтғәзе улдары; яҡындары өсөн ут-һыуға инергә әҙер, баҫҡан ерендә ут сығарыр Дамир; алтын ҡуллы, йор һүҙле һунарсы Данияр...Затыңа ҡарап танырҙар
Нәҫелдәштәрҙең барыһы ла – үҙ һөнәренең оҫтаһы. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, хеҙмәтен бөтөн күңелен һалып, намыҫ менән башҡара улар. Мәҫәлән, барлыҡ ғүмерен тыуған төйәгенә бәйләп, матур ғаилә ҡорған, күмәк бала үҫтергән Ғәле Әхмәтғәзе улы, Йәүҙәт һәм Зиннәт Әхмәтзата улдары – республика Ауыл хужалығы министрлығының юғары наградаларына лайыҡ булған абруйлы һөнәр эйәләре.
Мәжитовтар – балта оҫталары. Бер-береһенә ярҙамлашып, матур-матур йорттар ҡалҡытҡан улар. Тәлғәт Әхмәтзата улы, мәҫәлән, туғандарына ғына түгел, ауылдаштарының күбеһенә өй төҙөшкән, мейесенә хәтлем эшләп биргән оҫта ҡуллы һөнәрмән, тынғыһыҙ хеҙмәт кешеһе булып танылған. Өлкәндәрҙәге ошондай күркәм сифаттар йәштәргә лә күскән. Әйтәйек, 25 йәшлек балта оҫтаһы, шәп спортсы Артур Камил улының үҙ зауығы буйынса төҙөгән заманса ҡупшы өйө янынан һоҡланмайса үтеү мөмкин түгел. Уңған йорт хужаһы Бөрйән районында күптән түгел үткәрелгән балта оҫталары конкурсында беренселекте яулап, нәҫеленә дан өҫтәгән.
Эшҡыуарлыҡ сәме лә ят түгел Мәжитовтарға. Камил Әхмәтғәзе улы, Ниғәмәт Дауыт улы, Фидан Тәлғәт улы – үҙ ғаиләһен генә түгел, тотош төйәгенең яҙмышын ҡайғыртҡан йүнселдәр. Ауыл Советы, мәҙәниәт йорто, мәктәп тарафынан ойошторолған сараларҙың даими бағыусылары улар. Нәҫелдәге ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Гәүһәр Әхмәтғәзе ҡыҙы иһә – Яңы Усманда уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында үҙ кәсебен асҡан тәүге эшҡыуар. Әле лә ауылдаштарының терәк-таянысы ул.
Мәжитовтарҙың еңгәй-килендәре лә егәрлелеге, тырышлығы, сабырлығы, күндәмлеге, изге күңеллелеге менән айырылып тора. Шул ҡәҙәр татыу, берҙәм улар – дөйөм эш кенә түҙһен! Уңғандар йүгереп йөрөгәс, барлыҡ саралар, һуғым аштары, байрам-туйҙар бер-бер артлы гөрләп үтеп тора. Нәҫелде ишәйтеү, тәрбиәле, әҙәп-әхлаҡлы, туғансыл күңелле, эшһөйәр балалар үҫтереү бурысын бергәләп лайыҡлы атҡара еңгәй-килендәр.
Еҙнәй-кейәүҙәре менән дә данлы күркәм зат. Сараның тантаналы өлөшөнән һуң ойошторолған концертта ла, спорт ярыштарында ла һәр яҡлап оҫталығын йәнә күрһәтте улар. Ҡайнағалары менән арҡан тартышҡанда, милли көрәштә еңелделәр-еңелеүен. Борон-борондан бил бирмәҫ­леге менән танылған Мәжитовтарҙы алып ташлап буламы һуң?!
Ауылда төпләнгән туғандар урындағы барлыҡ тармаҡтарҙа ла үҙ урынын тапҡан. Күптәр мәктәптә хеҙмәт итә, алда әйтелгәнсә, Шәфҡәт Әхмәтғәзе улы – мәҙәниәт йорто директоры, Азат Ғәли улы – ауыл биләмәһе башлығы, Фидан хәҙрәт – “Нуршәриф” мәсетендә имам-хатип, Эльвира Юлай ҡыҙы – ауыл китапханаһы мөдире, Лилиә Кәрим ҡыҙы – алдынғы почтальон һ.б.
Хәйбулла районының Таштуғай, Вәлит, Баймаҡтың Байым, Икенсе Этҡол ауылдарында ла Мәжитовтар ишлелеге, берҙәмлеге, эшһөйәрлеге менән һоҡландырып ғүмер итә. Шул уҡ холоҡ, шул уҡ төҫ-ҡиәфәт, дәрт-дарман, сәм, ғәм... Затыңа ҡарап танырҙар – затың данын төшөрмә, ти халыҡ. Ошо аҡылды онотмайынса, нәҫеленә көс-ҡеүәт өҫтәп йәшәй Солтанғәле олатайҙың һоҡланғыс вариҫтары.
...Яңы Усмандағы туғандар әлеге байрам алдынан шәжәрәне йәнә бер ҡат өйрәнә икән.
– Ете быуыныбыҙҙы беләбеҙ. Ә бына Мәжиттең атаһы кем булды икән? – тип һораған йәштәрҙән берәү.
Телгә маһир, йор һүҙле Камил Әхмәтғәзе улы мут йылмайып әйтеп ҡуйған:
– Урал батырҙыр ул, ағай-эне!
Бында күкрәк һуғыу түгел, ә затың менән ғорурланыу тойғоһо ятҡаны асыҡ тойола. Тыуған төйәген – йәншишмәһен – һаҡлап, нәҫелен яҡлап, Ватанына, милләтенә, теленә ҡеүәт өҫтәп йәшәр киләсәктә лә Мәжитовтар.Затыңа ҡарап танырҙар







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872