Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шәжәрә – йәшәү тамыры
Шәжәрә – йәшәү тамырыҠариҙел ерендә X республика шәжәрә байрамы үтте. Уҙған йылдарҙан айырмалы, быйыл балалар араһында ла нәҫел ағасын төҙөү конкурсы ойошторолдо. Бығаса әлеге байрам Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Көйөргәҙе, Дүртөйлө райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәйне.
Ҡариҙелдәге осрашыу ҙа бик бай һәм йөкмәткеле булды. Ул район һабантуйы менән тап килде.



Майҙанға йыйылған халыҡты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев тәбрикләне һәм Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың Ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
Унан театрлаштырылған тамаша башланды: халыҡҡа режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм сценарий яҙыусы Нәфисә Тулыбаева әҙер­ләгән фольклор күренеше тәҡдим ителде.
Байрамдың үҙенсәлеге шунда: был юлы республиканың төньяҡ райондары башҡорттары үҙҙәренең нәҫел ебен барланы. Ярышта ҡатнашырға Яңауыл, Дүртөйлө, Октябрьский ҡалаларынан, Нуриман, Асҡын, Яңауыл, Мишкә, Балаҡатай, Салауат, Мәсетле, Саҡмағош, Илеш, Балтас, Баҡалы, Краснокама, Дыуан, Ҡариҙел райондарынан теләк белдергәндәр байтаҡ булды. Сығыштарҙы Башҡортостан Милли архивының бүлек мөдире Зөлфәр Ғәтиәтуллин етәкселегендәге жюри баһаланы.
Билдәле булыуынса, Ҡариҙел районы биләмәһендә Унлар, Ба­лыҡсы, Елдәк, Танып ырыуы вәкил­дәре йәшәй. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса Гран-приҙы ошо төбәктең тыуған яҡты өйрәнеүсе-тикше­ренеүсеһе, балыҡсылар вәкиле Фиҙаил Сафин яуланы. Сарала ырыуҙарҙың тарихы ла бәйән ителде. А. Гәрәев — Елдәк, Р. Мусина — Танып, Ғәлиәскәровтар, Камалиевтар, Аҡбүләковтар, Мөғәл­лимовтар, Хисмәтуллиндар Унлар ырыуы менән таныштырҙы.
Бүләкләүҙән һуң жюри ағзалары үҙ эшен байрамға ярашлы үткә­релгән “Башҡортостандың төньяҡ райондары шәжәрәләрен һаҡлау һәм тикшереү юлдары” ғилми-ғәмәли конференцияһында дауам итте. Был сарала шулай уҡ Өфө ҡунаҡтары — журналист, продюсер, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Тарихи мө­хит”, “Клио” программалары авторы һәм алып барыусыһы, “Башҡорт ырыуҙары тарихы” күп томлы баҫма авторы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның журналистика кафедраһы доценты Искәндәр Сәйетбатталов һәм башҡалар ҡатнашты.
Майҙанда бер үк ваҡытта биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәләре, Ҡари­ҙел 1-се урта мәктәбенең технология уҡытыусыһы Фәйрүз Шакиров етәкселегендә маңлайса тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе эшләне. Төп сәхнәлә урындағы сәхнә оҫтала­рының – Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәр­ҙәренең, ижади коллективтарҙың – концерты ойошторолдо. Билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев “Ҡурайсы” төркөмө менән байрам ҡунағы булды.
“Ғаиләм – ҡәлғәм” I республика ғаилә ижады конкурсын үткәреү Шәжәрә байрамының йөҙөк ҡашына әйләнде. Унда Октябрьский ҡала­һынан, Нуриман, Асҡын, Яңауыл, Мишкә, Балаҡатай, Салауат, Мә­сет­ле, Саҡмағош, Илеш, Балтас, Баҡалы, Краснокама, Дыуан, Шаран, Стәрлетамаҡ, Ҡариҙел райондарынан барлығы 19 ғаилә ҡат­нашырға теләк белдерҙе. Сара бик күп тамашасыны йыйҙы, улар конкурсанттарҙы алҡышлап ҡына ҡалманы, моңло, дәртле көй яңғырағанда бейергә лә төштө. Бәйгелә беҙҙең Ҡариҙелдән Ғабдуллиндар, Ғәлиәскәровтар, Камалиевтар, Аксеновтар ғаиләләре ҡатнашты.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Мәсетле районынан Хафизовтар Гран-приға лайыҡ булды.
Ҡариҙелдә күп милләтле халыҡ йәшәүен иҫәпкә алып, урыҫ, татар, мари йорттары ла билдәләп үтелде. Нәғретдин ауылынан Дәүләтгәрәев­тәр – татар, Уразайҙан Сәлиевтәр – мари һәм Байҡынан Меньшиковтар урыҫ шәжәрәһен яҡланы.
Районыбыҙ быйыл 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан һабантуйҙы ойоштороусылар һәм урындағы хакимиәт Яҡташтар аллеяһын төҙөү идеяһын күтәреп сығып, тормошҡа ашырҙы. Байрамда ҡариҙелдәр, килгән ҡунаҡтар төп трибуна эргәһендә район тарихында яҡты эҙ ҡалдырған һәм әлеге көндә лә тырышып эшләп йөрөгән 22 билдәле яҡташының фотоһы менән дә танышты.
Шәжәрә төҙөү, һис шикһеҙ, күп хеҙмәт талап итә. Финалға сыҡ­ҡандар был эште юғары кимәлдә башҡарғайны. Иң күп призлы урындарҙы Ҡариҙел вәкилдәре яуланы. Район хакимиәте башлығы И. Ғарифуллиндың махсус призына һәм Почет грамотаһына Саҡма­ғоштан Р. Бәкеров лайыҡ булды. Ҡариҙелдең Байҡыбаш ауылынан В. Ғәлиәскәрова – 1-се, Иҫке Аҡбүләктән Р. Әхмәтйәнова – 2-се, район үҙәгенән Р. Мусина, Асҡын­дан Ә. Ғәниева 3-сө урынды яуланы.



Автор: Люция КАРАМОВА. Район: Ҡариҙел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә