Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күҙ күреүе — оло бәхет
Күҙ күреүе — оло бәхетБәғеркәйем, бик ныҡ ҡарап,
Күҙҙәремде күҙләмә:
Минең күҙҙәр — төпһөҙ даръя,
Уларҙан сер эҙләмә!


Бала саҡта ишеткән ошо йырҙың һүҙҙәрен тиҙ генә ятлап алдым, үҙ алдыма һәр ваҡыт йырлап йөрөй торғайным, әммә, ни өсөндөр, уның мәғәнәһенә иғтибар итмәгәнмен. Тормош тәжрибәһенең байый барыуы, матур тәбиғәт ҡосағында йәшәү был хаҡта уйланырға мәжбүр итте. Бигерәк тә баш ҡаланың Пушкин урамындағы ғилми-тикшеренеү институтына барыу, табиптарҙың ошо “төпһөҙ даръя”ның серҙәрен өйрәнеп, кешеләргә күҙҙәренең нурын ҡайтанан бүләк итеп, яҡты донъя менән һоҡланып йәшәргә мөмкинлек биреүе менән хайран ҡалдырҙы, һоҡландырҙы.


Институттың 209-сы бүлмәһендә ауырыуҙарҙы үҙ эшенең оҫталары, кеше яҙмышы өсөн янып-көйөп йөрөгән табиптар Ирина Назимова менән Наилә Ғабдрахманова ҡабул итә. Сиратта тиҫтәләгән кеше ултыра, күбеһе — оло йәштәгеләр, уларҙы балалары йәки ейәндәре етәкләп йөрөй, ҡайһылары үҙе инеп сыға. Ҡыйғы районынан берәү: “Күҙ алдым томаланып, кешеләрҙе лә танымай башлағас, такси яллап ошонда килергә булдым”, — тип учреждениеға ҙур өмөт бағлауын әйтте. Сиратлап саҡырылған һәр ауырыуҙы шәфҡәт туташы оҙатып йөрөй, бүлмәнән бүлмәгә алып инә, төрлө аппараттар аша тикшереүҙәр үткәс, йәнә 209-сы бүлмәгә килтерә. Унда һығымта яһап, йә ҡайтып дауалана торорға, йәки һис кисек­термәй операция яһарға тәҡдим ителә һәм 20-се корпусҡа юллама бирелә.
Унда ла сират көтөп ултырыусылар байтаҡ, операция яһатып сыҡҡандар ҙа етерлек. Кешеләр яҡты донъяны күрә алыуына сикһеҙ ҡыуана. Мәҫәлән, Әнфир Ғәлиханов ғүмер буйы Тәтешле районында колхоз бухгалтеры булып эшләгән. Күҙҙәре күрмәй башлағас, әлеге институтҡа килгән. Операция уңышлы үткән. Ике-өс минут һайын ҡулын күтәреп, бармаҡтарына күҙ һала. “Бына күрәм бит!” — тип шатлана, институт эргәһендәге бина­ларға ҡарап ҡыуана. Табиптарға рәхмәт һүҙҙәрен ҡат-ҡат ҡабатлай. “Тик бер нимә йөрәгемдә төйөр булып ҡалды, — тине ул. — Шат­лығымды уртаҡлашыу маҡсатында табипҡа күстәнәс алып ингәйнем — алманы. “Беҙ эшебеҙ өсөн хеҙмәт хаҡы алабыҙ, ә һеҙгә донъяны күреү бәхете бүләк иткәнмен икән — минең өсөн шунан да ҙур ҡыуаныс юҡ. Был күстәнәсте ҡатынығыҙға, балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә ҡарап, уларҙың шатлыҡтарын тойоп, бергәләп ашағыҙ”, — тип кире бирҙе. Бик дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр, әлбиттә. Уларҙы тыныс ҡына тыңлай алманым, күҙҙәремдән йәштәр тәгәрәп төштө. Рәхмәтемде тотош институт хеҙмәткәрҙәренә әйтәм”.
Ә бына Сәфәрғәле Байбулатов Баймаҡтан килгән. “Баймаҡ, Сибай табиптарында булдым. Ҡаранылар, тикшерҙеләр ҙә Магнитогорск ҡалаһына барырға тәҡдим иттеләр. Барҙым. Операция өсөн 30—35 мең һум һорайҙар. Дауаханалары юҡ. Шуға операция яһағас уҡ ҡайтарып ебәрәләр. Уңышлы булмаһа, аҡсам елгә осормо икән, тип икеләнә төштөм. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуя юлына, ти халыҡ. Шунда Баймаҡ тарафынан килгән танышымды осраттым. Ул миңә асыуланып: “Бында ни ҡарап йөрөйһөң? Күҙ ауырыуҙарын дауалау, күреү һәләтен ҡайтарыу буйынса Өфө ҡалаһы республикала ғына түгел, илдә, хатта донъяла дан тота. Яңы алымдар, алдынғы технологиялар файҙаланылған институтҡа донъя халыҡтары ағыла. Ә һин бында йө­рөп ятаһың. Бар ҡайт, әйберҙәреңде ал да Өфөгә юллан”, — тип әрләп ташланы. Хоҙайға шөкөр, табиптар бик ихлас, ентекләп тикшерҙе, операция көнөн билдәләне. Иң мөһиме — үҙебеҙҙең башҡорт телендә һөйләшеп, аңлаштыҡ. Шатлығым эсемә һыймай”.
Фән докторы, профессор Дамир Нуриев, Өфө, Стәрлетамаҡ, Татарстан, Бәләбәй, Салауат һәм башҡа тарафтарҙан килгән ауырыуҙар бер тауыштан медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Миңнулла Әбсәләмовҡа рәхмәт әйтте. Ул ауырыуҙарға файҙалы кәңәштәрен бирә, ярҙам итә. Шундай кешелекле һәм кеселекле булыуы бүтән табиптарға ла күсә, күрәһең. Уның менән бергә эшләгән күҙ табиптары Айгөл Бикбулатова, Ольга Оренбуркина, Юлай Борханов һәм башҡалар кешеләрҙең ихтирамын яулаған, үҙҙәренең изге сифаттары менән лайыҡлы абруй ҡаҙанған. Яҡты донъяны, матур тәбиғәтте күреп һоҡ­ланыу, яҡындарыңдың күҙҙә­ренә, йөҙҙәренә ҡарап ултырыу — үҙе оло бәхет бит, уны бер ни ҙә алмаштыра алмай.
Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикше­ренеү институты директоры, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр акаде­мияһының ағза-корреспонденты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре Мөхәррәм Бикбовтың пациенттарға ҡарата мәрхәмәтле, кешелекле булыу талабы хеҙмәткәрҙәр тарафынан тулыһынса тормошҡа ашырыла. Етәксенең һөнәри бурыстарына тоғролоғо, ойоштороу һәләте коллектив менән ауырыуҙар араһында һәйбәт мөнәсәбәт урынлаштырыуға ярҙам итә, учреждениеның халыҡҡа намыҫлы хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләй. Ошоларҙы күргәс, ирек­һеҙ­ҙән, тормошомда осраған күңелле һәм тетрәткес ваҡиғалар хәтеремә килеп төштө.
“Бибиямал, — тине Ғарифулла ҡатынына, — иртән торғандан кис ятып киткәнсә эш менән мәшғүлбеҙ, ял итеүҙе оноттоҡ, шикелле. Бөгөн ҡоймаҡ ҡойоп, майлап ҡуй. Ҡымыҙ яғын үҙем хәстәрләрмен. Иртәгә тәбиғәткә сығып, ял итеп ҡайтайыҡ”. Бибиямал ихлас күңелдән риза булды. Иртәгәһен төйөнсөктәрен төрөп алып, яланға киттеләр. Одеал йәйеп ултырҙылар ҙа, алдарына ашъяу­лыҡ түшәп, ашамлыҡ-эсемлектәрҙе теҙеп ултырттылар. “Мин был урында булғаным бар һымаҡ тоям. Нәҡ бөгөнгө кеүек, ғүмергә йылдар өҫтәп, кәкүк саҡыра ине, анау таллыҡта моңло итеп һандуғастар һайрап торҙо, нәҡ әлегеләй яланды баҫып алған матур сәскәләр күҙҙең яуын алып, танауҙы ҡытыҡлай ине. Тик ҡасан икәнен дөрөҫ кенә хәтерләмәйем”, — тине ҡатын.
“Был хәл бынан нәҡ илле йыл элек булды. Һинең менән өйлә­не­шергә һүҙ бирешеп йөрөгәндә ошо урында ултырғайныҡ. Билдәле, ул саҡта аҙ ғына һөйләштек тә бер-беребеҙҙең күҙенә, йөҙөнә генә ҡарашып ултырҙыҡ. Тик ул ваҡытта кәкүк тауышы сағыуыраҡ ишетелә ине, һандуғастар һайрауы ла бер аҙ тоноҡлана төшкән, ә сәскәләр — элеккесә матур, тәбиғәткә нур һибеп торалар, — тип элекке ваҡиғаны ҡатынының хәтеренә төшөрҙө ир. — Тәбиғәт матурлығын күреп йәшәү — үҙе ҙур бәхет, артабан да тормошобоҙ шулай барһын”.
Институтта күреү һәләтен юғалтҡан кешеләр менән танышҡас, бала сағымдағы йөрәкте тетрәткес хәлде хәтерләмәй булдыра алманым. Бынан 75 йыл самаһы элек концерт күрһәтергә үҙешмәкәр артистар килеп төштө. Кис ауыл халҡы башланғыс мәктәп бинаһына ағыла башланы (клуб юҡ ине). Иҙәндә урын алып ҡалыу өсөн беҙ ҙә (малайҙар) йүгерҙек. Мәктәп кешеләр менән шығырым тулды. Сәғит ауылы халҡын юҡҡа ғына “ҡойондар” тип атамағандар, һәр ваҡыт дәррәү улар. Алып барыусы сыҡты ла: “Концертыбыҙҙы гармун моңдары менән башлайбыҙ, хөрмәтле тамашасылар”, — тип ултырғыс ҡуйҙы. Шунда уҡ гармунсыны етәкләп алып сыҡты ла ултырғысҡа ултыртты. Ағай, тамашасылар менән сәләмләшкәс, тальян гармунда моңло итеп башҡорт көйҙәрен уйнарға тотондо. Халыҡҡа бик оҡшаны, һорап ҡат-ҡат уйнаттылар. Концерт тамамланғас, йәштәр килеп, гармунсының бейетеүен үтенде. Ул риза булды. Уйын тамамланғас, һуғыштан ҡаты йәрәхәт алып ҡайтҡан ағай, бер нисә ҡыҙ гармунсыны төшкән фатирына алып барҙы. Өҫтәлгә ҡабыҡлы бешкән картуф, ҡаймаҡ ҡуйылды. Ул саҡта икмәк тураһында уйлау мөмкин түгел ине. Ағайҙарға эйәреп мин дә барҙым — оҫтаның гармунын тотоп ҡарарға ине. Ул ашағандан файҙаланып, ниәтемде тормошҡа ашырырға булдым. Ағай ризалыҡ бирҙе. Күректәрҙе һуҙғылай торғас, хатта бер көйҙө лә килтереп сығарҙым. “Афарин, ҡустым! Тырышһаң, гармунсы булырлыҡ сифаттар бар үҙеңдә”, — тип маҡтап ҡуйҙы. Ашау тамамланғас: “Ауылығыҙҙың халҡы һәйбәт икән. Күҙҙәрем күрмәһә лә, күңелем менән тоям. Кешелекле, ярҙамсылһығыҙ. Рәхмәт һеҙгә”, — тине гармунсы.
Бөгөн уның хаҡында уйлап: “Эх, ошо институт булһа шул саҡта... Ағай, күреү һәләтен тергеҙеп, тамашасыларға күҙҙәрен тултырып ҡарап, уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныс­тарын күреп уйнар ине гармунын”, — тип ҡуйҙым.
...Бер мәктәп алдында сибәр егет менән һылыу ҡыҙ һөйләшеп тора. Тормош, мөхәббәт тураһында фекер алышалар, киләсәккә план ҡоралар. Улар бит бер-береһенең күҙҙәрен дә, йөҙҙәрен дә күрмәй, мәктәп алдында тулҡынланып үҫкән матур сәскәләр ҙә юҡ һымаҡ улар өсөн. Мин үҙемде шул йәштәр урынына ҡуйып ҡараным, һуҡырҙар мәктәбендә уҡыйым икән тип хис иттем. Ниндәй бәхетһеҙлек, тәбиғәт тарафынан ҡыйырһытылыу! Яҡты донъяны күрмә, көн дә, төн дә бер, тәбиғәт матурлығына һоҡланыуҙан мәхрүмһең...
Ғәжәп ҙур һәм изге эштәр башҡара Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты. Дауаланырға килгән бик күптәргә күреү бәхете бүләк итә, тирә-йүнгә, йәмле тәбиғәткә һоҡланып йәшәү шатлығын кисертә, ғаиләләргә, балаларға ҡыуаныс өҫтәй. Шуғалыр ҙа уңған, эшлекле институт коллективына рәхмәт һүҙҙәре бер туҡтауһыҙ яуып тора.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872