Бөйөк кешеләр тормошо… Ғәжәп ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, бик күптәр, бигерәк тә йәштәр өсөн фәһемле бер донъя ул. Шуның өсөн дә Мәскәүҙең “Молодая гвардия” нәшриәтендә “Арҙаҡлы кешеләр тормошо” (“Жизнь замечательных людей”, йәғни, ҡыҫҡаса, ЖЗЛ) серияһында баҫылған биографик әҫәрҙәрҙең элек-электән популяр булыуына бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Беҙҙә лә кәрәк ине ундай серия! Бөтөн ил, донъя алдында ғорурланырлыҡ күпме бөйөк шәхестәребеҙ бар! Ни эшләп һаман да бик аҙ һуң әле беҙҙә арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең тормошона арналған документаль әҫәрҙәр? Әле яңыраҡ яҡташыбыҙ, Силәбелә йәшәгән журналист Мөнирә Хәлимованың “Батыр рождает батыров. Харис Юсупов и его эпоха” (“Батырҙар тоҡомонан. Харис Йосопов һәм уның заманы”. Силәбе, Игорь Розин нәшриәте, 2016) тигән китабы ҡулыма килеп кереү менән иң элек ошондай үкенесле уйҙар килде башыма. Шул уҡ ваҡытта, китапты уҡып сығып, ҙур шатлыҡ тойғоһо кисерҙем. Һәр йәһәттән дә сәнғәтсә юғарылыҡта нәшер ителгән был зиннәтле баҫма легендар башҡорт батыры, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙә генә түгел, ә донъяла иң көслөләр рәтенә күтәрелгән, Көньяҡ Урал дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалған бөйөк спортсы Харис Монасип улы Йосоповтың балҡып үткән данлы тормош юлын яҡтыртыуға арналған. Китап шул мәктәптең 55 йыллығы айҡанлы донъяға сығарылған.
Шуны ла иҫкә төшөрөп үтергә кәрәк: “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға Харис Йосоповтың исеме яҡшы таныш, әлбиттә. Үҙ ваҡытында, 2014 йылда, уның үҙенең “Теперь я просто папа Ю” тигән китабы тураһында мәҡәлә лә баҫылып сыҡты. Әммә Мөнирә Хәлимованың баҫмаһы бөйөк көрәшсенең тормошон һәм эшмәкәрлеген яҡтыртыуға тағы ла бер уңышлы аҙым булып тора тип әйтә алам. Авторҙың үҙ геройы менән күп йылдар буйы таныш булыуы, Харис Монасип улының тере сағында ҡулъяҙманы уҡып, баҫып сығарырға фатихаһын биреүе лә хеҙмәттең баһаһын бермә-бер арттыра.
Китап Силәбе өлкәһенең физик культура һәм спорт министры Леонид Одерҙың баш һүҙе менән асыла. “Харис Йосоповтың биографияһы – ул, иң элек, шәхестең әһәмиәте, бер кешенең тормош ағышын үҙгәртергә һәләтле булыуы тураһындағы тарих, – тип яҙа Леонид Одер. – Харис Монасип улы һымаҡ кешеләр арҡаһында Силәбе өлкәһе Рәсәй спорты үҫешендә лидерҙарҙың береһенә әйләнде. Был китап, һис һүҙһеҙ, бөйөк оҫтаның исемен мәңгеләштерер һәм уның шәхесен Көньяҡ Урал һәм Рәсәйҙең спорт йылъяҙмаһына индереп ҡалдырыр”.
Китапта Харис Йосоповтың тормош юлы һәм Силәбеләге Көньяҡ Урал дзюдо мәктәбенең тарихы, уның атаҡлы спортсыларының ҡаҙаныштары ғәйәт ҡыҙыҡлы бәйән ителә. Унда башҡорт милләтендә батырлыҡтың, рухи һәм физик бәһлеүәнлектең тамырҙары тәрән, батырҙарҙан батырҙар тыуа тигән фекер бөтөн хеҙмәт буйлап ҡыҙыл еп булып үтә. Шуның өсөн дә Салауаттың ырыуҙашы Харис Йосоповтың изге Салауат төйәгендә үткән бала һәм үҫмер саҡтарына арналған очерктар айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Йыр, моң, легендалар һәм риүәйәттәр тыңлап, ожмахтай хозур тәбиғәт ҡосағында күп балалы ғаиләлә үҫә Харис Монасип улы. Оҙон көйлө илаһи башҡорт халыҡ йырҙары бәһлеүәндең нескә күңелендә ғүмер буйы көс, дәрт биреп тороусы илһам сығанағына әйләнә.
Ошо урында, бер аҙ ғына алғараҡ китеп, батырҙың үҙе хаҡындағы һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп үтәйек. Харис ағай һөйләй, ти автор: “Иртән торам да, башҡорттоң берәй оҙон көйөн тыңларға ҡуйып, төрлө күнекмәләр эшләй башлайым. Кассетаның бер яғындағы йырҙар яңғырап бөткәс, икенсеһен әйләндерәм дә күнекмәләремде дауам итәм. Күп йылдар шулай йәшәйем. Йөрәгемә ял, күңелемә ләззәт бирә был моңдар”. Харис Монасип улы, башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡурай моңон яратыу менән бергә, бала саҡтан йырҙарҙың тарихын да яҡшы белеп үҫкән. Шиғриәт иленең хистәргә байлығы, нескәлеге менән дә таныш Харис ағай, тип яҙа Мөнирә Хәлимова. “Силәбе өлкәһе радиоһы һәм телевидениеһында тапшырыуҙар алып барғанда, – ти ул, – Харис батырҙың үткән юлы, яҙмышы, эшенең һөҙөмтәләре менән таныштыра барҙым. Башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге тапшырыуҙарҙа ул башҡорт халыҡ шағирҙары Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим шиғырҙарын яттан һөйләй торғайны”. Ә инде үҙенең ауылдашы, замандашы, башҡорт халыҡ шағиры Рәми Ғарипов шиғырҙары олоғая бара уның рухи терәгенә әйләнә.
Йосоповтар – быуындан быуынға күсә килгән бәһлеүәндәр династияһы, тип билдәләй автор. Харис батырҙың алыҫ олаталары ла, атаһы ла, бер туған ағалары ла бил бирмәҫ көрәшселәр булған. Әммә физик көс кенә түгел, унан да бигерәк рух ныҡлығы арҡаһында Йосоповтар ғаиләһенә ауыр замандарҙа бик күп тормош һынауҙарын еңеп сығырға насип булған. Китапта болғансыҡ 30-сы йылдар башында Харистың атаһы Монасип ағайҙың, ғәйепһеҙҙән ғәйепләнеп, төрмәгә ултырыуына бәйле тетрәндергес бер ваҡиға бәйән ителә. Был осраҡта Харистың әсәһе Гөлзәбиға апай иҫ киткес батырлыҡ, тәүәккәллек өлгөһө күрһәтә. Береһенән-береһе бәләкәйерәк балаларын, хатта имсәк сабыйын таныштарына, туған-тыумасаһына ҡалдырып, ирен ҡотҡарыу ниәтендә башта Өфөгә, унан тауар поезында Иркутскиға юллана. Иренең эшен яңынан ҡаратыуға өлгәшә, ниһайәт, хаҡлыҡ өҫкә сыға. Ун йылға хөкөм ителгән Монасип Йосопов, шулай итеп, бер йыл да һигеҙ ай тигәндә аҡланып, өйөнә ҡайтып керә. Урыҫса белмәгән көйөнсә, аслы-туҡлы шул тиклем оҙон юл үтеп, балаларының ҡәҙерле атаһын ҙур бәләнән йолоп алып ҡала Гөлзәбиға апай.
Хәстәрлекле автор үҙ ваҡытында Харис Йосоповтың ата-әсәһе, туғандары, тыуған ауылы, ауылдаштары тураһында күңел түренән сыҡҡан тағы ла әллә күпме иҫтәлектәрен аҡ ҡағыҙға теркәй барған. Бындай материалдар китаптың йөкмәткеһен байыта, уны уҡымлыраҡ итә, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең портретына ғәйәт әһәмиәтле яңы һыҙаттар өҫтәй.
Харис Йосопов иң элек – милли көрәш, самбо һәм дзюдо буйынса таң ҡалырлыҡ уңыштарға өлгәшкән, башҡорт халҡының борондан килгән милли көрәш традицияларын өр-яңы юғарылыҡҡа күтәргән бөйөк көрәшсе. Шул уҡ ваҡытта уның исеме, алда әйтелгәнсә, данлыҡлы Көньяҡ Урал дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалған һәм оҙаҡ йылдар буйы уның башында торған атаҡлы тренер, педагог булараҡ Рәсәйҙең спорт тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Йәғни ул милли көрәш, самбо һәм элегерәк беҙҙең ил өсөн яңы күренеш булған дзюдо көрәше буйынса ҡаҙанған уңыштары менән сикләнеп ҡалмай, ә йәштәрҙе үҙ тирәһенә йыйып, яңы быуын көрәшселәр һәм тренерҙар плеядаһын тәрбиәләп, ҙур спорт аренаһына сығара. Китапта хәбәр ителеүенсә, Харис Йосопов тәрбиәләнеүселәре араһында халыҡ-ара класлы ун бер спорт мастеры, дүрт донъя чемпионы, ун дүрт Европа чемпионы, 250-нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры иҫәпләнә.
1973 йылдан алып оҙаҡ ваҡыт Харис Монасип улы Силәбе физкультура институтында асылған көрәш кафедраһына етәкселек итә. Аҙаҡ уның профессоры була. Силәбелә иң ҙур хөрмәт ҡаҙанған шәхестәрҙең береһенә әйләнә. Тәрбиәләнеүселәре остаздарын яратып, ололап, “Папа Ю” тип кенә атай башлай. Силәбе хакимиәте уны “Ҡаланың почетлы гражданы” тигән исем биреп ололай. 2004 йылда 75 йәше тулыу айҡанлы, Башҡортостан Президенты Указына ярашлы Харис Йосопов Салауат Юлаев ордены менән наградлана.
Дзюдо буйынса Рәсәй һәм донъя кимәлендә танылыу менән бергә, Харис Монасип улы башҡорт милли көрәшен үҫтереүгә күп көс һала. Уның хәстәрлеге менән Силәбелә лә, тыуған ауылында ла был спорт төрө буйынса турнирҙар үткәрелә. Харис ағай изге төйәгенә, бәләкәй Ватанына һөйөү тойғоһо менән рухланып йәшәй. Шуның билгеһе итеп, 1997 – 1999 йылдарҙа улдары Морис һәм Марсель менән бергәләп Аллаһ ризалығына сауаплы эш атҡара: Арҡауылда мәсет төҙөп, ауылдаштарына оло шатлыҡ бүләк итә.
Бөйөк көрәшсе, атаҡлы тренер һәм педагог Харис Монасип улы Йосопов Рәсәйҙең спорт тарихында, халҡыбыҙҙың йөрәгендә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ул 2009 йылдың 7 июнендә 80-се йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.
“Батырҙар тоҡомонан” китабы мәғлүмәткә бай булыуы, авторҙың ҡатмарлы спорт донъяһын төплө өйрәнеп, йыш ҡына тәрән мәғәнәле әйтемдәр, мәҡәлдәр ҡулланып яҙыуы менән дә ҡыҙыҡлы. Ғөмүмән, Мөнирә Хәлимова был хеҙмәте аша бөйөк милләттәшебеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән. Йәнә шуныһы мөһим: баҫма бер юлы өс телдә – урыҫса, башҡортса һәм инглизсә – нәшер ителеүе менән дә үҙенсәлекле. Тимәк, ул, Рәсәй һәм Башҡортостандан тыш, сит илдәрҙә лә үҙенең уҡыусыһын табасаҡ.