Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Беҙҙең халыҡҡа йүнәлеш кенә бир – ул тауҙар аҡтарырға әҙер!”
“Беҙҙең халыҡҡа йүнәлеш кенә бир – ул тауҙар аҡтарырға әҙер!”Йөҙ йыллығын билдәләгән төп милли баҫмабыҙ “Башҡортостан”да һәр заманда ла үҙ һүҙен ярып әйтә белгән, халыҡҡа яҡын торған, уны әйҙәү көсөнә эйә абруйлы баш мөхәррирҙәр хеҙмәт иткән. Тап шундай етәкселәрҙең береһе, матбуғат өлкәһендә генә түгел, фән тармағында, дәүләт эшмәкәрлегендә киң билдәлелек, юғары үрҙәр яулаған, республикабыҙҙың дөйөм мәнфәғәттәрен яҡлауға тос өлөш индергән шәхес Мансур Әнүәр улы Әйүпов ғүмеренең етенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫа.


Дарманы ташып торған абруйлы сәйәсмән бөгөн дә ил, төбәк, халыҡ хәстәре менән янып йәшәй.
– Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылағанда мин замандаштарымдан: “Ә һин Башҡортостанға нимә бирҙең, уның үҫешенә өлөш индерҙеңме, файҙа килтерҙеңме?” – тип һорар инем. Юғиһә хәҙерге йәмғиәттә бит күпселек алымды ғына уйлай. Ошо хәл булмаһын өсөн халыҡты бергә тупларлыҡ, һәр кемде ҡыҙыҡһындырырлыҡ дөйөм маҡсат кәрәклеге бәхәсһеҙ. Барлыҡ урында шундай йүнәлеш булдырғанда, беҙҙең халыҡ дәррәү күтәрелергә, тауҙар аҡтарырға әҙер. Бер-беребеҙҙе тыңлап, ярҙам итешеп, дөйөм үҫешкә ҡулдан килгәнсә өлөш индереп, һәммәбеҙ ҙә республикабыҙҙың йөҙ йыллығын үҙенең, халҡының, милләтенең, нәҫел-нәсәбенең оло байрамы тип ҡаршыларға тейеш.
Мансур Әнүәр улы милли матбуғаттың бөгөнгө торошон “яңы заманға яраҡлашыу ваҡытында була торған хәл” тип баһалай.
– Минеңсә, гәзит-журналдар яҙмышы­ның әлеге осоро Совет власының тәүге йылдарын хәтерләтә. Тик кире тәртиптә, – ти ул. – Элек баҙар иҡтисадынан планлы тормошҡа күскәндәр, ә хәҙер киреһенсә: планлы дәүләт эшен баҙар ҡанундары алмаштыра бара. Совет ҡоролошо урын­лашҡан осорҙа Башҡортостан хөкүмәте башҡортса баҫмалар сығара башлаған, 1922 йылда Академүҙәк асылған. Уларҙың исеме, етәкселәре бар, ләкин эш башларға аҡса юҡ. Байҙар аҫраған “Шура” журналы, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе ябыла... Хәҙер ошо күренештәр ҡабатлана һымаҡ миңә.
Баҙар иҡтисады дәүерендә матбуғат тауарға әйләнергә тейеш. Был – ғәҙәти хәл. Гәзиттең башҡа тауарҙар кеүек үк хаҡы бар, уның баһаһын уҡыусы билдәләй. Теге йәки был баҫма ҡыҙыҡһындыра икән, һатып ала. Теләмәһә, бушҡа таратһаң да, уҡымаясаҡ. Мәжбүри яҙҙырырға партия юҡ. Ни эшләргә? Башҡорт баҫмаларының тиражын арттырыу юлдарын ошолай күрәм. Беренсенән, Рәсәй Конституцияһы, Рәсәй халыҡтары телдәре тураһындағы закон, Рәсәй Конституцияһы судының телгә ҡағылған ҡарары нигеҙендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡулланыуҙы гарантиялау маҡсатында махсус закон сығарырға тейеш. Дәүләт телен файҙаланыуҙы тәьмин итеү сараларын күрергә кәрәк. Бының өсөн дәүләт статусындағы башҡорт телен законлы файҙаланыуҙы түбәндәге өлкәләрҙә тормошҡа ашырыу мөһим: 1) матбуғат, китап баҫып сығарыу тармағында; 2) эш ҡағыҙҙарын ике телдә алып барыуҙы яйға һалыуҙа; 3) мәғарифта; 4) сәнғәт һәм мәҙәниәттә; 5) сауҙала, тәьминәттә һ.б.
Рәсәйҙең бөгөнгө Бюджет кодексы элекке кеүек “бир” тигәнгә генә аҡса бүлергә рөхсәт итмәй. Был эш урындағы (Башҡортостандағы) закондар менән нығытылырға тейеш. Шунһыҙ милли матбуғатҡа аҡса бүлеп булмаясаҡ.
Башҡорт матбуғатының баһаһын (баҙарын тиер ине сауҙагәр) күтәреүҙең тағы бер юлы бар. Ул уның йөкмәткеһен үҙгәртеүҙә. Гәзит-журнал һәр кемдең иң яҡын кәңәшсеһе, ярҙамсыһы, яҡлаусыһы булмай тороп, уҡыусыға яҡынаймаясаҡ. Ә яҙыу өсөн темалар һанап бөткөһөҙ. Пай ерҙәре, урындағы үҙидара мәсьәләләре, социаль хәл... Шул уҡ ваҡытта уңғандарҙың нисек донъя көтөүе, аҡса табыуы, балаларын ҡарауы, дөрөҫ тәрбиә биреүе, йәштәрҙең тормош ҡороуы, йүнселлек, кәсепкә тотоноу алымдары мәңгелек тема булып ҡала.
Интернетта кеше теләһә ниндәй һорауға яуап тапҡан кеүек, гәзиттә лә уға кәрәкле материалдар донъя күрергә тейеш. Иманым камил, уҡыусыла матбуғатҡа ихтыяж бөтмәйәсәк. Тик уны кешегә кәрәкле, файҙалы итеп сығарыу мөһим.
“Башҡортостан” гәзите бер быуатлыҡ ғүмере эсендә төрлө яҙмыш кисерҙе. Әммә халыҡ менән гел бергә булды. Башҡорт халҡы ошо 100 йыл дәүерҙә Рәсәйҙә иң ҡеүәтле милләттәр араһында үҙ дәүләтен булдырып, уны ауыр, фажиғәле йылдарҙа һаҡлап ҡалған, аҫабалығын юғалтмай, башын түбән эймәй, рухын төшөрмәй, күп өлкәләрҙә башҡа халыҡтар менән бергә иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп алға атлай икән, бында халыҡтың төп гәзите “Башҡортостан”дың өлөшө ҙур. Киләсәктә лә бергә-бергә, бер-беребеҙҙе күтәреп йәшәргә яҙһын.



РЕДАКЦИЯНАН. Хөрмәтле Мансур Әнүәр улын күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Уға артабан да ғилми, ижади уңыштар насип булһын. Абруйлы милләттәшебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Дәрт-дарман, тынғыһыҙлыҡ ташламаһын һеҙҙе, киләсәктә лә ил, халыҡ өсөн янып йәшәгеҙ!


Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә