Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үпкәләрҙең үпкәһе хәтәр! ...“сигәрит” үпһәң әгәр
Бынан байтаҡ йылдар элек булған хәл бөгөнгөләй хәтерҙә. Һәр ауыл малайының һарайҙа йә мунса-аласыҡта шәхси “сейфы”, “штабы” була торғайны. Бер көн шуны әсәйем осраҡлы барып тапҡан. Әйберҙәр араһынан бер ҡап тәмәке лә килеп сыҡҡан. Унан әсәй “иманды уҡыта” башламаһынмы, түҙеп кенә тор! Ҡул күтәреү түгел, тырнаҡ осо менән дә теймәне ул, әммә һүҙҙәре күңелгә ғүмерлеккә һеңеп ҡалды: “Тәмәке тартып, үпкәң серегәнен теләйһеңме?!”


Дөрөҫөн әйткәндә, был бер ҡап тәмәкене, велосипед запчасына алмаштырырға тип, олораҡ бер малайҙан һатып алғайным. Тик әсәйгә аңлатып, һүҙ ҡыҫтырып ҡара һин… Һәр хәлдә, иҫкәртеү үҙ емешен бирҙе: тәмәке “ҡолона” әүерелмәнем.
Һүҙҙе, әлбиттә, әсәй һабағынан осраҡлы башламаным. Уйлай китһәк, насармы-яҡшымы – һәр күренештең башында тәрбиә тора. Тәмәке тартыуҙа ла сағыла ул. Әгәр ҙә ваҡытында атай-әсәй балаһының ғәҙәтен өйрәнеп, унан организм ныҡлап күнекмәҫ үк биҙҙерһә, киләсәктә проблемалар аҙыраҡ булыр ине, моғайын. Тик ваҡыты бармы ла теләге бармы бының өсөн! Иҫкәртеүҙе атай-әсәй мәктәп иңенә һалғанда, белем усағы, киреһенсә, барыһы ла өйҙән башлана, тип дәлилләгәндә, был һорауға ҡапыл ғына яуап биреп тә булмай. Шулай ҙа үҙ миҫалында балаһын рухлы, сәләмәт шәхес итеп үҫтергән ғаиләләр бар ул – быныһын да инҡар итеп булмай. Киреһенсә, башта бала алдында тартып, аҙаҡ бергә ултырып көйрәткән атайҙар һәм әсәйҙәрҙе лә күҙҙән ысҡындыра алмайбыҙ. Тәмәке генәме һуң… Бер әсәйҙең ҡыҙына кальян һатып алып биргәнен, икенсеһенең үҫмер улына: “Мә, барыбер тартҡаныңды беләм инде, аҡсаңды бөтөрмә”, – тип тәмәке һуҙғанын күргәнем бар. Миҫалдар төрлө, һығымта бер: үҙе ултырған ботаҡты сабыусылар был. Кальяндың да, тәмәкенең дә кешегә сәләмәтлек биргәнен күргән юҡ әле. Киреһенсә, статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, донъяла 1,3 миллиард кеше тәмәке көйрәтә, үкенескә ҡаршы, йыл да уларҙың 7 миллионы ошо ғәҙәт арҡаһында баҡыйлыҡҡа күсә тора. Һәр алты секундта донъяла тәмәкенең бер ҡорбаны табыла тигән һүҙ был – юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусыларҙың һанынан да күберәк түгелме һуң? Ярай, юлда беҙҙең иректән тыш булған хәлдәр ҙә килеп сыға. Ә тәмәкене бит бер кем дә ауыҙға көсләп тыҡмай…
Тәрбиә тигәндән, уны ата-әсәгә генә япһарыу килешмәҫ ине, йәмғиәттең дә роле ҙур был йәһәттән. Тик магазин кәштәләрендәге тәмәке ҡаптарын йәшереү, уның хаҡын арттырыу, рекламаны тыйыу ғына һөҙөмтә бирмәй, ахыры. Модамы был, генетикамы – ғалимдарға ла эш етерлек. Мода тигәндән, хәҙер йәштәр араһында был ғәҙәттән күмәкләп баш тартыусылар бар. Мәҫәлән, дин юлына баҫыусылар араһында йыш осрай ундайҙар. Нисек кенә булмаһын, дин юлындамы, спорт менән шөғөлләнәме, насар ғәҙәттәре булмаған йәштәргә өмөт ҙур. Бәлки, уларҙың тәмәкеһеҙ “модаһы” йәмғиәттә лә таралып китер.
…Һүҙ менән генә эш атҡарып, тау аҡтарып булмай, тиһегеҙме? Улайһа дәлилдәр килтерәйек: баҡтиһәң, тәмәке тартыусы наркотик ҡулланыусынан да “ирекһеҙерәк” икән. Бәғзе ағайҙарҙың тәжрибәһенә килгәндә, тәмәкене араҡыға ҡарағанда ташлауы ауырыраҡ, тип тә ебәрәләр… Медицина белгестәре фекеренсә, тәмәкенең психофизик йоғонтоһо көслө. Хатта был насар ғәҙәттән арынам тигәндәрҙең психикаһы боҙолоуы ихтимал. Ғөмүмән, имсе әбейҙәр, электрон сигарет һәм башҡа төрлө ысулдар бер мәлдә барыһын да хәл итә алмаған кеүек, был ғәҙәттән тиҙ генә ҡотолоу мөмкин түгел. Ҡыҫҡаһы, насар ғәҙәттән ни тиклем иртәрәк баш тартһаң, шул тиклем хушлашыуы еңелерәк. Бөтөнләй тартмаһаң, тағы ла яҡшыраҡ, тигәндәй.
Дәлилдәргә әйләнеп ҡайтҡанда, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы, башҡа органдар сирҙәренең, онкологияның сәбәбе башлыса нәҡ тәмәке тартыуға бәйле. Шулай ҙа уның зарары тәүҙә үпкәгә тәьҫир итә: әлеге органда яман шеш барлыҡҡа килеү осрағының 99 проценты биш йыл һәм унан күберәк тәмәке тартыусыларҙа теркәлә.
Рәсәйҙәге иң йәш көйрәтеүсегә – уртаса 12-13 йәш (ҡайһы бер төбәктәрҙә ул 9-ға тиклем етә). Шул уҡ ваҡытта илебеҙ донъяла тәмәке тартыусы ирҙәр һаны буйынса бишенсе урынды биләй, гүзәл заттарыбыҙ – ун алтынсы урында. Уйланырға урын бар.
Ниндәйҙер бер хикәйә хәтерҙә ҡалған: Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә бер һалдаттың тәмәкеһе бөтә, түҙә алмайынса, ул төндә дошман яғына сығып, сигарет эҙләргә була, тик уны атып үлтерәләр. Тамаҡ тамуҡҡа илтә тиһәләр ҙә, тәмәке лә башҡа етә шул... Әйткәндәй, тәмәкенән бер йылда(!) үлеүселәр һаны менән һуғышта һәләк булыусылар һанын сағыштырғанда, тәүгеләрҙән тик үрҙә телгә алынған тарихи ваҡиға ҡорбандары ғына күберәк. Әйтерһең дә, тыныс тормошта ла һуғыш бара, аҫыл егеттәребеҙҙе, гүзәл заттарыбыҙҙы сүпләй…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 12

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 12

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 11

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 11

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән 13.08.2025 // Йәмғиәт

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән...

Тотош уҡырға 10

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды
Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған 12.08.2025 // Йәмғиәт

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған...

Тотош уҡырға 15

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата? 12.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?...

Тотош уҡырға 32

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне 12.08.2025 // Йәмғиәт

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 16

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана 12.08.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика...

Тотош уҡырға 16