Ай һайын үҙҙәренә бер пенсия биреп торған кешеләр хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Ә мин улар менән таныштым. Ҡайҙа тиһегеҙме? Өфөлә йәшәгән Ренара һәм Мансур Юламановтар тыуған ауылдарындағы баҡсала үҫтергән йәшелсәләрен, тоҙлаған әйберҙәрен, тәмләткестәрен ҡыш буйы Өфө халҡына тәҡдим итә. Мин уларҙан әнис орлоғо, тоҙло ҡыяр, керән менән яһалған аш тәмләткесе алғас, һүҙҙән һүҙ сығып, һөйләшеп киттек. Баҡсасы баҡсасыны әллә ҡайҙан таный, тигәндәй, үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙем. Ошо керәнле тәмләткесте эшләүен-эшләйбеҙ ҙә, тик, һыуытҡыста торһа ла, помидоры өҫкә ҡалҡып, һыуы аҫта ҡала ла әсей ҙә ҡуя. Шуның сәбәбе нимәлә икәнен белгем килде.— Һеҙ, моғайын, помидорына керән менән һарымһаҡты бергә ҡушып әҙерләйһегеҙҙер. Ул саҡта, әлбиттә, тәмләткес әсей. Ә беҙ помидорҙы ит турағыс йә блендер аша үткәргәс, бер аҙ тоҙ һалып ҡайнатабыҙ ҙа, стерилләнгән өс литрлыҡ банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. Керәнде ҡаҙып алып, кипмәһен өсөн ҡағыҙға, сепрәккә төрөп, һалҡын урында һаҡлайбыҙ. Ҡышын, кәрәк саҡта, 130-140-шар грамм керән менән һарымһаҡты турап, блендерҙа ваҡлағас, өс литрҙағы баяғы алдан әҙерләнгән помидор иҙелмәһенә ҡушабыҙ. Әле генә яһалған кеүек була. Бөтә сере шунда, — тине Ренара ханым.
Юламановтарҙың был рецебы, моғайын, күптәргә файҙалы булыр. Тағы шуныһына иғтибар итергә кәрәк: улар керән тәмләткесе өсөн помидорҙың иң һәйбәттәрен, эре, итле, һутлыларын ғына һайлап ала. Юғиһә керәнгә бара ул тип ярым серек, бешмәгән помидорҙарҙан яһағандар бар бит. Шуға күрә сифатһыҙ йәшелсәнән әҙерләнгән тәмләткесте оҙаҡ һаҡлап та булмай.
Юламановтар икеһе лә Шишмә районынан: Ренара — Суҡраҡлынан, Мансур — Иҫке Ябалаҡлынан. Өйләнешеүҙәренә быйыл 45 йыл тула. Танышыуҙары ла бик ҡыҙыҡ була уларҙың. Һигеҙенсе класта уҡыған ҡыҙ хәҙер Рәми Ғарипов исемен йөрөткән гимназияға математика буйынса республика олимпиадаһына барырға юлға сыға. Шөңгәккүл станцияһына хәлдән тайып килеп еткәс, кассала билет алып торған үҫмерҙе күреп: “Их, ошо малай минең менән барһа ине”, — тип уйлап ҡуя. Юрағаны юш килә. Шулай танышып китә улар. Ә яңы уҡыу йылы башланғас, үҙҙәренең ауылында урта мәктәп булмау сәбәпле, Ренара Иҫке Ябалаҡлыға бара. Икенсе йылына класс етәкселәре Флүрә Миңнулла ҡыҙы Хәсәнова: “Ҡыҙҙар менән ҡыҙҙар бер партала ултырһа, һөйләшәләр, дәрескә ҡамасаулайҙар. Шуға унынсыла егеттәр менән ултыраһығыҙ”, — тигәс, Мансур Ренара менән бер партала урын ала. Шунан алып уларҙың бөгөнгәсә тормош юлдары бергә. Үҙ-ара туғандар кеүек яҡын мөнәсәбәттә булған ҡыҙ менән егеттең хистәре оло мөхәббәт тойғоһона әйләнә. Ренара Мансурҙы армияға оҙатып ҡала, көтөп ала, һәм яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр. Ҡыҙҙары Светлана, улдары Илдар тыуа. Мансур Өфө нефть эшкәртеү заводында 42 йыл оператор булып хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға. Ренара иһә, “Мир” фирмаһында ике йыл эшләп алғас, 40-сы заводҡа күсә, уға 26 йыл ғүмерен бағышлағас, ире хеҙмәт иткән заводтың теплицаһына бара. Йәшелсә үҫтереү серҙәренә, бәлки, шунда ла өйрәнгәндер.
— Февралдә — ҡыяр, апрелдә помидор өлгөрә торғайны, — тип иҫләй ул. — Ҡәйнәм, Суфия Сәлим ҡыҙы, үҙе иҫән саҡта баҡсаларында мине эшләтмәне, урыным аш-һыу бүлмәһендә ине. Аҙаҡ инде барыһына ла өйрәнергә тура килде.
Утыҙ өс йыл эшләп, Ренара ла хаҡлы ялға сыға. Хәҙер инде байтаҡтан бирле Мансурҙың тыуған ауылы Иҫке Ябалаҡлыла баҡса үҫтерәләр. Атай-әсәй нигеҙен һыуытмай, яҙҙан көҙгә тиклем шунда йәшәйҙәр. Икеһе лә биш балалы ғаиләнән. Икеһенең дә атай-әсәйҙәре — уҡытыусылар. Мансурҙың әсәһе Суфия Сәлим ҡыҙы әҙәбиәттән уҡыта, атаһы Миңлебай Ғәлим улы, һуғышта ҡатнашҡан кеше булараҡ, хәрби эште, математиканы алып бара, мәктәп директоры вазифаһын да тарта. Ренараның атаһы Мөҙәрис Искәндәр улы Дәүләтов — туған телде, әсәһе Ғәлиә Әбделғәлим ҡыҙы башланғыс кластарҙы уҡыта. Зыялы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән Мансур менән Ренара үҙҙәре лә өлгөлө ғаилә тормошо алып бара, бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәттә.
— Мансур бик уңған, уға ҡарап, мин ялҡау булырға ғәрләнәм, — ти Ренара ханым.
Шул сифаттары арҡаһында улар, шөкөр, етеш тормошта йәшәй. Мансурҙың ата-әсәһе йортонда 31 сутый ерҙә нимә генә үҫтермәйҙәр: картуф, кәбеҫтәнең әллә нисә төрө — төҫлө, брокколи, сөгөлдөр, кишер, топинамбур, һуған, һарымһаҡ, тәмләткестәрҙән укроп, петрушка, сельдерей, базилик, бер нисә сорт еләк, борсаҡ, фасоль, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, помидор, татлы борос, әсе борос... Үҙҙәренең һәм улдарының ғаиләһен йыл әйләнәһенә етерлек йәшелсә-емеш менән тәьмин итеп кенә ҡалмайынса, ҡыш буйы Өфө халҡына ла һаталар. Былтыр уңған баҡсасылар 182 ҡабаҡ үҫтергән. Ике подвалдарына килтереп тултырғандар. Был йәшелсәнең ни тиклем файҙалы икәнен белгән даими һатып алыусылар ҙа бар. Улар бер килгәндә ҙур-ҙурҙарын машиналарына өйөп һалып алып китә икән. Ә ҡабаҡтары Юламановтарҙың, ысынлап та, ғәләмәт уңа. Мәскәүҙән яҙҙырып алған “Титан” тигән сорт 50 килоға тиклем барып етә. Иң бәләкәс тигәндәре 25 килограмм тирәһе.
— Хәҙер уларҙы үҫтермәҫкә булдыҡ, күтәреп алып ҡайтыуы ла ауыр, урынлаштырыуы ла ҡыйын, — ти Мансур. — Ҡалған сорттар ҙа 10-15-әр кило тарта. Ваҡтары ике-өс кило була.
Юламановтар Башҡортостан телевидениеһында барған “Бай баҡса” тапшырыуының рецепттар конкурсында ҡабаҡтан бәлеш һәм манты бешереп күрһәтеп, беренсе урынды алып, теплица менән бүләкләнде.
Тырыш баҡсасыларҙың хеҙмәте бай уңыш менән ҡыуандыра. Бер йылы Юламановтар 114 биҙрә кишер йыйып ала. Ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә һалып ҡуйһалар ҙа, салаттар эшләһәләр ҙә, һатһалар ҙа — бөтмәй. Ҡайҙа ҡуйырға? Үҫтергән йәшелсәне әрәм итеп булмай бит инде.
— Аптырап, бер ашхана менән һөйләштем дә 14 тоҡ тейәп алып барып тапшырҙым, — ти Мансур.
Редисканы бер йәйҙә өс тапҡыр, йыл һәйбәт килгәндә хатта биш мәртәбә сәсеп үҫтерәләр. Әлеге лә баяғы уларын да ҡала халҡына һаталар.
140 баш кәбеҫтә үҙҙәренә лә етә, һатыуға ла сығаралар.
— Яҙ балтырғанын да, ҡуҙғалағын да, кесерткәнен дә йыйып киптерәбеҙ. Алалар. Тағы килтерегеҙ, тип һорап ҡалалар хатта, — ти Ренара.
Көҙгө уңыш мәлендә күп төрлө йәшелсә-емештәре менән баҙарға килеп торған Юламановтарға ҡайһы саҡ: “Колхоз баҫыуҙарынан йыяһығыҙ ҙа бында килеп һатаһығыҙ”, — тигән нахаҡ һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килә. Ни эшләйһең, ергә эйелеүҙең ни икәнен белмәгән ундай кешеләргә аңлатып, аҡланып тороуҙың файҙаһыҙ икәнен белгәнгә күрә, яуап ҡайтарыуҙы кәрәкле һанамайҙар. Апрелдән алып октябргә тиклем нисек тырышып эшләгәндәрен үҙҙәре генә белә баҡсасылар. Апрелдән тиеүем ауылға килгән мәлде иҫәпкә алып әйтеүем генә. Ә бит баклажан, борос, помидорҙарҙың үҫентеләрен февраль, мартта уҡ ултырта башлайҙар. Уның өсөн етерлек ерен дә алдан хәстәрләп ҡуйыу мөһим. Инде ауылға алып барып, ергә ултыртҡандан һуң ҡырау һуғып ҡуймаһын тип ҡарауыллап ҡына торорға, теплицаны асып елләтергә, һыу һибергә, утарға, ашларға кәрәк.
Үҫтергәнде әрәм итмәй эшкәртеү ҙә егәрлелек талап итә. 60 банка ҡыяр, помидор тоҙлайҙар, ҡарағат, ҡурай еләге, сейә, алмаларынан ҡайнатма яһайҙар, һут эшләйҙәр, алманан компот, ҡаҡ әҙерләйҙәр. Виноградтарынан шарап яһайҙар.
Бына шулай Юламановтар йәй айына 10—20, хатта 30 мең һум аҡса эшләй.
— Баҡса үҫтереүҙә үҙегеҙ генә белгән серҙәрегеҙ ҙә барҙыр, моғайын, — тиеүгә уңғандар: “Эшләргә, ерҙе яратырға кәрәк”, — тип яуапланы. Ренара ханым ял көндәрендә “Ләлә” мәсетенә дини дәрестәр алырға йөрөй. Үҫентеләрен дә доғалар уҡып ултырта. Һатыуға алып сыҡҡанда ла сүрәләрен ҡабатлай.
— Баҡсасылар өсөн сыҡҡан бер журналда ҡыҙыҡ ҡына мәҡәлә уҡығайным. Мин дә тәжрибә яһап ҡарарға булдым, — ти, көлөп, Мансур. — Һәр кеше бер орлоҡто үҙенә атап ултыртырға тейеш, тип яҙғайны берәү унда. Яратҡан йәшелсә орлоғон 10-20 минут тирәһе ауыҙҙа тоторға кәрәк икән. Шул ваҡыт эсендә орлоҡ төкөрөк менән еүешләнеп кенә ҡалмай, ә кешенең бөтә ауырыуын хәтеренә һеңдерә. Аҙаҡ, сәскәс, үҫеп емеш биргәс, шуны ашаһаң, әлеге сирҙәреңә шифа була тиелгәйне.
— Шунан тәжрибәгеҙ нимә менән бөттө? Ярҙамы тейҙеме?
— Был үҫентене башҡаларынан айырылып торһон өсөн билдәләп ҡуйырға кәрәк булған бит. Ә мин онотҡанмын. Ҡайһыһы икәнен дә белмәнем инде.
Тиреңде түгеп, ихлас доғалар менән, бер ниндәй химикатһыҙ тырышып үҫтергән үҙ емешеңдең файҙаһы теймәй ҡалмағандыр. Ер ҙә уңғандарҙы ярата, ҡул йылыһын, хәстәрлекте тоя, шуға мул уңыш менән яуап ҡайтара.
Юламановтар ең һыҙғанып эшләгәндән һуң матур итеп ял итергә лә форсат таба. Италияла йәшәгән ҡыҙҙары Света менән кейәүҙәре Джовани янына ҡунаҡҡа баралар. Новосибирскиҙа сәскә үҫтереп һатыу менән шөғөлләнгән туғандарының хәлдәрен белеп, уларҙың тәжрибәһенә хайран ҡалып ҡайталар. Йыл һайын ниндәй ҙә булһа бер сәйәхәт менән үҙҙәрен ҡыуандыралар.
Кемдәрҙер ауылда йәшәп баҡсаһында йәшел һуған да үҫтермәй, ә Ренара менән Мансур кеүек уңған баҡсасылар Өфөлә йәшәһәләр ҙә, ерҙән айырылмай эшләп, мул уңыш та, килем дә ала. Ерҙең иҫ киткес мәрхәмәтле, рәхмәтле булғанына хайран ҡалырлыҡ. Уны яратырға кәрәк шул. Юламановтарҙың ерҙән бәхеттәре бар.