Иң төпкөл ауылдарҙың береһе Шанский район үҙәгенән 80 саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан. Ул күрше Баймаҡҡа 60 километр алыҫлыҡта ята, шулай уҡ Бөрйәндең Яңы Усман ауылы менән сиктәш. Ҡасандыр шаулап торған төйәк бөгөн бер аҙ тынып ҡалғандай, сөнки эш урындары юҡ. Ауылда барлығы 47 хужалыҡ иҫәпләнә, 156 кеше йәшәй, шуларҙың 40-тан ашыуы – өлкән йәштәгеләр, биш уҡыусы, 12 мәктәпкәсә йәштәге сабый, ҡалғандары – эшкә яраҡлылар, күбеһе ситкә йөрөп аҡса табырға мәжбүр. Тарихҡа күҙ һалғандаШанский 1948 йылда эшселәр ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Ағас ҡырҡыу ҡул менән башҡарыла. Тәүге төҙөлгән барактарҙы аҡрынлап дөйөм ятаҡ һәм өйҙәр алмаштыра. Республиканың төрлө райондарынан ваҡытлыса килгәндәр ғаилә ҡороп, ошонда төпләнә башлай. Производство көндән-көн үҫешеп, яңы эш урындары барлыҡҡа килә. Иң мөһиме – Сибай леспромхозына Баймаҡ аша ағас ташыу өсөн махсус юл һалына. Халыҡ уны “БАМ юлы” тип йөрөтә. Унан көн һайын бүрәнә тейәлгән оҙон “КамАЗ” машиналары үтеүен күптәр һағынып иҫкә алалыр, моғайын.
Төрлө ерҙән килгән, төрлө милләт халҡы берҙәм һәм татыу йәшәй. Ҡасандыр барактар теҙелгән урында тотош ауыл хасил була. Мәктәп, мунса, магазин төҙөлә, кирбес заводы эш башлай, яңы цехтар асыла, ғөмүмән, тормош ҡайнай. Шанский халҡы ағас эше буйынса районда ғына түгел, республикала тәүге урындарҙы яулай, хеҙмәткәрҙәр йыл һайын төрлө Маҡтау грамоталарына лайыҡ була, призлы урындар ала.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ауылда ағас эшендә ҡатнашмаған бер ғаилә лә юҡ, был йүнәлештә хатта тотош династиялар барлыҡҡа килгән. Улы атаһынан күреп, ҡыҙы әсәһенән өйрәнеп, тап ошо хеҙмәтте үҙ итә. “Ул ваҡытта ауыл гөрләп торҙо. Эшләмәгән бер кем дә юҡ ине, ағас ҡырҡҡан бысҡы тауыштары, уларҙы тейәгән машиналарҙың әленән-әле урамдан туҙан туҙҙырып үтеүе, гараждағы бысҡы, балтаны сарҙа тотҡан, күңелгә яҡын тойолған көй әле булһа ҡолаҡта мөғжизәле моң кеүек ишетелеп тора”, – ти ауылдың ололары. “Һағындыра шул мәлдәр”, – тип бер аҙ үкенеп әйткән һүҙҙәре, ысынлап та, ҡасандыр Шанскийҙағы тормоштоң дәртле, сағыу һәм матур булыуын дәлилләгән кеүек тойолдо беҙгә лә.
2009 йылда ағас эшкәртеү участкаһы ябыла, өлөштәре шәхси эшҡыуарҙар ҡулына күсә. Ауыл халҡы яңы үҙгәрештәргә таянып, яңыса йәшәргә өйрәнә. Кемдер әле лә яңы хужаларға – урман арендаторҙарына эшләүен дауам итә.
“Үҙебеҙҙең духтыр килен”Ауылда берҙән-бер бюджет эш урыны – фельдшер-акушерлыҡ пункты. Башҡа бар йомоштар менән халыҡҡа район үҙәгенә йәки сиктәш ятҡан Баймаҡ һәм Бөрйән райондарына барырға тура килә.
Ирина Ҡотлобаева, Сибай медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған яғында башлай. Ошо ауыл егете Фларисҡа кейәүгә сыҡҡас, йәштәр ауылда төпләнергә ҡарар итә. Ғаилә башлығы урман хужалығында эшләй, ә Ирина 16 йылдан ашыу ауыл халҡын дауалай. “Үҙебеҙҙең духтыр киленебеҙ, – тип кенә йөрөтә уны шанскийҙар. – Итәғәтле, сирлеләргә иғтибарлы, ҡулы шифалы, йөҙө яғымлы”.
– Район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан төпкөл ауылда эшләүе лә, йәшәүе лә еңел түгел, – ти Ирина. – Бигерәк тә ҡыш өҙәрем ваҡытта ҡапыл сирләп киткән ауырыуҙы Ҡананикольский ауылына алып барырға тура килә, артабан Йылайырға илткән саҡтар ҙа юҡ түгел. Шуға күрә төрлө юл мажараларына күнегеп тә бөттөк. Хәйер, хәҙер юл ярайһы рәтле, техника ла һәр саҡ әҙер.
Мәғлүм булыуынса, урманлы яҡта йәшәүселәр өсөн иң уңайлы техникаларҙың береһе – “Нива” автомашинаһы. Ул һәр йортта тиерлек бар, шунһыҙ был юлдарҙан йөрөүе лә мөмкин түгел.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктына һәр көн ололар эшкә килгән кеүек килә, кемдер ҡан үлсәмен тикшертә, икенселәре укол һалдыра. Хатта ошонда килеп, үҙ-ара һөйләшеп, көндәлек яңылыҡтар менән уртаҡлашып, хәлдәрен бер аҙ еңеләйтеп ҡайтҡандар ҙа юҡ түгел. Ирина Николаевна ауылдағы һәр кешене, кемдең ниндәй сир менән интегеүен яҡшы белә, уға ниндәй дарыу кәрәклеген алдан хәстәрләп, барыһын да йүнләп ҡуя. Шуға күрә табип тәүге ярҙам күрһәтергә һәр саҡ әҙер.
“Бигерәк тә мәктәпкәсә йәштәге балаларға иғтибарҙы күберәк бүлергә тырышам, һәр көн тиерлек улар янына барып, сәләмәтлектәрен тикшерәм. Ауылдың киләсәге улар икәнлеген оноторға ярамай”, – тип йылмая ауыл “духтыры”.
Ирина ханым ире менән Ангелина исемле бик матур ҡыҙ тәрбиәләй.
Ағинәй һағышыҠасандыр был ауылға Әбйәлил районынан эшкә ебәрелгән Фәриҙә һәм Ғәлимйән Аҙнағоловтар тап ошонда төпләнеп ҡалыуына һис тә үкенмәй. Өс барактан башланып, 80–90-сы йылдарҙа гөрләп торған Шанский ауылы тарихында уларҙың да үҙ өлөшө бар. Биш бала үҫтереп, әле кинйә ҡыҙы Зөлфиә менән бергә йәшәгән Фәриҙә Фәтҡулла ҡыҙы – үҙе тере тарих, бында иң оло кешеләрҙең береһе. Һикһәненә аяҡ баҫҡан инәйҙең хәтере яҡшы, зиһене салт. Беҙ барғанда ураҙа тотоп, аяттарын уҡып, барыһына изге доғалар ҡылып ултыра ине.
– Элек, хеҙмәт ауыр булһа ла, күңелле ине, – тип хәтирәләрен тағатты ауыл ағинәйе. – Эштең еңеле буламы? Юҡ. Һәр кемгә үҙ хеҙмәте ауыр тойола. Ағас эшендә бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға еңелдән булманы. Улар ир-ат менән бер рәттән был бөктө, шул уҡ норманы үтәне. Һыуыҡ, буран көндәрҙә ағас ҡырҡыу, уны сығарыу үҙәктәргә үтә ине, әммә бер кемдең дә ризаһыҙлыҡ белдермәүенә, бурысын теүәл атҡарыуына хәҙер аптырап та ҡуям. Бөгөнгө халыҡ улай итмәҫ ине.
Нисек кенә ауыр булмаһын, ниндәй генә ҡыйынлыҡтарға осрамаһын, оло быуын үҙ осорон яҡшы яҡтан ғына хәтерләй, ул саҡтарҙы хатта һағынып һөйләй, шул тормошо, үткәне, булғаны менән ғорурлана. Хеҙмәт ветераны, ауылдың иң абруйлы ағинәйҙәренең береһе Фәриҙә Аҙнағолованың бәхетле ҡартлығын ун ейән-ейәнсәре, биш бүлә-бүләсәре йәмләй.
Ҡулдарында йәйғор уйнайШулай ти уның хаҡында ауылдаштары. Ысынлап та, Ғәлиә Ҡотлобаеваның сиккән, бәйләгән әйберҙәрен күреп, барыбыҙ ҙа хайран ҡалдыҡ. Әйтерһең дә, ҡул оҫталары күргәҙмәһендә йөрөйбөҙ!
Бала саҡтан оҫта булған Ғәлиә Йәноҙаҡ ҡыҙы буш ваҡыттарын ошо яратҡан шөғөлөнә бағышлай.Тәүҙә күңел ҡушыуы буйынса төрлө әйберҙәр, атап әйткәндә, ултырғыс, диван япмалары, ейәнсәре Ангелинаға кофта, күлдәк, сарафан бәйләй, сәскәләр сигә. Биҙәкле бейәләй һәм ойоҡбаштар, салфеткалар, ҡулъяулыҡтар, ашъяулыҡтар... Маһирлыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, оҫта ҡуллы ханым һуңғы ваҡытта Интернет селтәре аша яңы өлгөләр менән танышып, пончолар, кофта-итәктәр, сағыу палантиндар, шәлдәр бәйләргә тотона.
– Эштәремде килендәремә, ейәнсәрҙәремә, туғандарыма бүләк итергә яратам. Һәр береһенә күҙ нурымды, йөрәк йылымды һалып бәйләгәс, һатырға нисектер күңелем тартмай. Шуға ҡайһы осраҡта эштәрем өйөлөп китә. Байрам етһә, тиҙ арала таратып бөтәм. Үҙемә оҡшаған әйберҙе күрһәм, шуны яһап ҡарамайынса булдыра алмайым. Төндәр буйы ултырһам-ултырам, әммә теләгем тормошҡа ашмайынса туҡтамайым. Эшемдең һөҙөмтәһен күреп, ҡәнәғәтлек хисе алғандан һуң ғына татлы йоҡоға талам, – ти оҫтабикә.
Ауылда ул сигеү-бәйләүгә оҫталығы менән генә танылмаған. Баҡсаһының, ишек алдының иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә төрлө сәскәгә күмелеп ултырыуын ауылдаштары әйтте. Пластик һауыттарҙан төрлө һындар, әйберҙәр ҙә яһай икән. Уңған кеше бар яҡлап та егәрле тигәндәй, аш-һыуға, ҡул эштәренә маһирлығы менән бергә, сәләмәт тормош алып барыуы, өлгөлө хужабикә булыуы хаҡында ла белдерҙе ауылдаштары. Бында күптәр ситтән эшкә килеп, ошонда төпләнеп ҡалыу хаҡында белдерһә, Ғәлиә Ҡотлобаева – Шанский ҡыҙы, ошо ауыл егетенә кейәүгә сығып, баһадирҙай өс ул тәрбиәләп үҫтергән.
Ҡыҙыл эремсектең сере ниҙә?Күп кенә баш һыйыр аҫрап, уның ағын эшкәртеп, һөт ризыҡтарын баҙарға сығарып, шуның иҫәбенә йәшәүселәр ауылда бихисап. Шундай уңған хужабикәләрҙең береһе – Гөлнара Ҡотошева. Ире Әбделнасир ауылдағы пилорамда эшләй, өс бала үҫтерәләр. Баймаҡ районынан төшкән килен был яҡтарҙы тиҙ арала үҙ итә, гөрләтеп донъя көтөргә тотона. Иш янына ҡуш булһын тип, аҡтан төрлө ризыҡтар әҙерләп, артығын һатыуға сығара.
Әйткәндәй, был яҡтарҙа ҡыҙыл эремсек эшләүҙе күптәр белмәй. Ә бына Гөлнара Ҡотошева әҙерләгән был ризыҡты һораусылар күп. “Үҙҙәренә өйрәтеп тә ҡарайым, ниңәлер, килтереп сығара алмайҙар. Серең барҙыр, әйтмәй ҡалдырғанһың, тип үпкә белдергән ҡатындар ҙа бар, уларға, килегеҙ, бергәләшеп эшләйек, тип әйтәм. Күрәһең, ҡулдан да булалыр, йәки бала саҡта күңелгә һеңеп ҡалған шөғөл үҙен һиҙҙермәй ҡалмайҙыр”, – тип йылмая Баймаҡ ҡыҙы.
Был яҡтарҙа күпләп мал аҫрап та булмай, сөнки бесән әҙерләүе еңелдән түгел: сабынлыҡтар юҡ, урман бесәнен сабыуы, киптереүе ҙур мәшәҡәт тыуҙыра. Икенсенән, мал күпләп юғала, уны табыусы ла, күреүсе лә юҡ. Шуға күрә бик һирәк хужалыҡтарҙа ғына ишле малды осратырға мөмкин, күбеһе һөт-ҡатыҡлыҡ тип кенә бер-ике һыйыр аҫрай.
– Көндәлек аҡ ризыҡтарҙы йыйып, Баймаҡ баҙарына алып барам. Йәй юл була, алып барғандарым үтемле лә, – ти хужабикә. – Бер һыйырға ғына ҡарап ултырмайбыҙ, күпләп йәшелсә үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Һәр миҙгелдең үҙ тауары тигәндәй, баҙар һайын нимә өлгөрә – шуны һатыуға алып сығам. Беҙҙең яҡтарҙа урман еләге күп була, уны һораусылар ҙа бихисап, хаҡы ла юғары.
Зәкиә һәм Сәлих Кәлимуллиндарҙы ла ауылдаштары тик яҡшы яҡтан телгә ала. Улар ҙа өс бала тәрбиәләп үҫтергән, әле төп йортта икәүһе генә донъя көтә. Сәлих Садиҡ улы ғүмер буйы леспромхозда эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Оҫта ҡуллы пенсионер әле лә буш ултырмай, бура бурау, ағас эштәре менән булыша.
Кәлимуллиндарҙың йортона яҡынлашыу менән йәнле, гөрләп торған тормош алып барыуҙарын тойҙоҡ. Күркәм йорт әллә ҡайҙан балҡып, бар урамға йәм биреп ултыра. Өй, ихата эсендә һоҡланғыс таҙалыҡ, гөлдәр сәскә атҡан, тәмле бәлеш еҫтәре аңҡый.
– Йәштәрҙең ауылда ҡалмауын аңламайбыҙ, шөғөлләнәм тиһәң, кәсеп күп бит. Ваҡытында беҙ эшләнек тә, хеҙмәт хаҡын да алдыҡ, – ти Зәкиә ханым.
Байрамдар осраштырыр Тәнзилә һәм Йосоп Яманаевтар менән яҡындан танышҡас, Шанский ауылының киләсәге булыуына инандыҡ. Тыуған ере, уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн йән атып, уны бар яҡлап ҡурсалап йәшәүселәр барында алдағы көнгә ышаныс ҙур.
Әйткәндәй, урындағы халыҡ тиҙҙән төйәгенең 70 йыллығын һәм “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрергә әҙерләнә. Был эштәрҙе Тәнзилә Хәбир ҡыҙы башлап йөрөй, ойоштороу, ауылды төҙөкләндереү, урамдарҙы таҙартыу, ҡунаҡтарҙы саҡырыу кеүек тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән мәшәҡәттәрҙе лә үҙ иңенә алған. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан килен булып төшкән Тәнзилә апайҙы урындағылар күптән инде үҙ иткән. Ире менән баһадирҙай өс ул үҫтергәндәр. Улдары Чечняла, Тажикстанда хеҙмәт иткән. “Төпсөгөбөҙ ҙә ҡыҙыу нөктәгә эләккәс, уны икенсе урынға күсереүҙәрен үтенгәс, военкоматта ултырған хәрби офицерҙарҙың береһенең: “Башҡалары ҡайтҡан бит, быныһына ла бер нәмә лә булмаҫ”, – тип әйтеүе йөрәгемде телгәндәй тойолғайны. Аллаға шөкөр, улдарымдың барыһы ла имен-һау әйләнеп ҡайтты”, – тип ҡыуана әсә.
Беҙ барғанда Артур төп йортҡа ярҙамлашырға ҡайтҡан ине. Ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләгән егетте бер аҙға эшенән туҡтатып, уй-теләктәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.
– Ауылда йәшәргә уй бар, – тине ул. – Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, үҙ ереңдә ғүмер кисереүгә ни етә?! Тик ауылда мәктәп юҡ, уларҙы көн һайын автобус менән ситкә йөрөтөп уҡытыуы еңел булмаясаҡ, әлбиттә.
Артурҙың һүҙе менән килешмәү мөмкин түгел.
Заман заңын тойопАуылдың йөҙөн, үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген ошо ерҙә йәшәгән кешеләр билдәләй. Шундайҙарҙың береһе – Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән Ираида Медведева. Ул эшләгән саҡта белем усағы гөрләп тора, уҡыусылар район буйынса төрлө олимпиадаларҙа, ярыштарҙа призлы урындар яулай, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Шанский мәктәбен тамамлағандар республиканың юғары уҡыу йорттарында белем ала, вазифалы урындарҙа хеҙмәт итә.
Сибай педагогия училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса төпкөл ауылға эшкә килгән Ираида Медведева ошонда йәшәрмен тип һис уйламағандыр, моғайын. Ире Василий Михайлович менән татыу ғүмер кисерә, әле икеһе лә – хеҙмәт ветерандары. Буш ваҡыттарында улар ауылдың тарихы менән ҡыҙыҡһына, уны йәш быуынға тапшырыу өсөн китап әҙерләй, төрлө фотоһүрәттәрҙе йыйып барлай.
– Һуңғы ваҡытта ауыл тарихын төрлөсә яҡтыртып, белмәйенсә, унан-бынан ишетеп яҙыусылар, һөйләүселәр күбәйҙе, – ти Ираида Ивановна. – Тарих дөрөҫ һәм аныҡ дәлилдәргә нигеҙләнергә тейеш, шуға күрә һәр һан, ваҡиға артында ысынбарлыҡтың булыуы мөһим. Ирем Василий Михайлович менән ошо юҫыҡта күптән эш алып барабыҙ, оло быуын кешеләре иҫән саҡта яҙып алған хәтирәләрҙе яңыртып, ҡайтанан компьютерҙа йыя башланыҡ. Осрашыуға тиклем өлгөртөргә иҫәп бар.
Интернет заманында ҡасандыр ошо ауылда тыуып үҫкәндәрҙе эҙләп табыуы ла ҡыйын түгел. Социаль селтәрҙә Шанскийҙың төркөмө лә булдырылған, унда һәр кем тыуған төйәгенең тарихын, үҙҙәренең элекке фотоларын, атай-әсәйҙәренең йәш һәм матур саҡтарын күрә ала, ауылға бәйле хәтирәләр менән уртаҡлашырға ла мөмкин.
* * * Ауыл халҡын, бөгөнгө йәшәйештәренән тыш, уның киләсәге лә борсой. Йәштәр тыуған төйәгендә ҡалһын өсөн эш урындарының булыуы шарт, әммә әлегә был мәсьәлә асыҡ килеш ҡала.
Урал аръяғы райондарының әллә күпме ауылдарында булырға, уларҙың тормошо, йәшәйеше менән яҡындан танышырға насип итте, әммә ошоғаса элекке тормошто бар тулылығында һаҡлаған, ябай йәшәйеште сағылдырған, хәҙерге тел менән әйткәндә, асыҡ һауала боронғо музейҙы сағылдырған Шанский кеүек ауылды тәүге тапҡыр осратыуым. Һәр йортта ағартылған мейес, таҡта менән ябылған өй, һарай ҡыйыҡтары, аласыҡ һәм йорт араһына түшәлгән иҙән, юлдарҙың текәлеге, урамдарҙың киңлеге – быларҙың барыһы ла ауыл һауаһы танһыҡ кешегә әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәтлек һәм күңелгә аңлата алмаҫлыҡ ниндәйҙер тыныслыҡ өҫтәгәндәй. Һәр хәлдә, миңә шулай тойолдо.
Төпкөлдә, район үҙәгенән алыҫта урынлашыуына ҡарамаҫтан, Шанский район хакимиәте етәкселегенән дә, Ҡананикольский ауыл биләмәһе башлығы Надежда Корнева яғынан да һис үгәйһетелмәгән. Киреһенсә, һәр эш, башланғыс халыҡ менән бер төптән алып барыла. Быйыл федераль программа буйынса ауылға юл һалынасаҡ.
Ҡасандыр барактарҙан барлыҡҡа килгән, артабан эшселәр ҡасабаһы, аҙаҡ ауыл статусы алған Шанский халҡының “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамын лайыҡлы үткәреп ебәреренә ышаныс ҙур, сөнки бында үҙ ерен яратҡан, уны ҡәҙерләгән, берҙәм һәм татыу халыҡ йәшәй.