Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һәр кемде ынтылыш кеше итә”
“Һәр кемде ынтылыш кеше итә”Күҙәткәнегеҙ барҙыр: тормошта ҡайһы бер ваҡиғаларҙың аҙналарға һуҙылғанын да кисереп, хәтер түрендә уның саңы ла ҡалмауы ихтимал. Юлыбыҙҙа осраған шәхестәр менән дә шулай уҡ. Күңел, күрәһең, иң илаһи һәм мөһим мәлдәрҙе мәңгеләштерергә тырыша. Был ваҡиғаға ла инде биш-алты йыллап барҙыр. Стәрлетамаҡ филармонияһының миҙгел асыу концерты тураһында һүҙем. Шул тамашала бер йырсының сығышы хәтерҙә уйылып ҡалған. Улай ғына ла түгел, бер генә йыр башҡарыусының ижадына башкөллө ғашиҡ итте! Бына нисек килтереп ҡуя мәлен тормош – бөгөн Ғафуан ФАЗУЛЛИНдың үҙе менән әңгәмә ҡороу бәхете тәтене.
— Ҡайҙан килгән һеҙгә был моң, Ғафуан ағай?
— Нуриман районындағы бер баҡсала асылды ул (көлә). Шул райондың Иҫке Исай ауылында бишектә бәүелдем. Һигеҙ балалы ишле ғаиләнең етенсе бәхете булһам да, ағай-апайҙарҙан миңә лә эш “артып ҡала” ине. Мал көтәм, утын ярам, шул арала ҡысҡырып йырлайым. Атай-әсәйемде, туғандарымды ауыҙыма ҡаратып теге-был хәбәр теҙәм, көлдөрәм. Баҡсала йырлағанды өйҙәгеләр генә тыңламай ине, уҡырға киткәс, күрше инәй: “Ғафуан улым бәрәңге утамағас, күңелһеҙ”, — тип ҡайғырған хатта.
— Ә ҡайҙа уҡырға киттегеҙ?
— Мәктәп-ауыл концерттарының, район һабантуйҙарының береһен дә ҡалдырмай йырлап йөрөгәс, хыялым да артист булыу ине — сәнғәт училищеһына барырға ниәт ҡылдым. Әммә ауыл балаһы күп мөмкинлектәрҙән мәхрүм бит. Мин эштән арынып, барып еткәнсе, имтихандар тамамланып килә ине инде. Уҡырға индем барыбер. Артабан эшләп, хәрби бурысты үтәп ҡайтҡас, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының әҙерлек курсына яҙылдым. Ике йылдан һуң әлеге уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлеге студенты инем. Вокал буйынса белгес дипломын алғанда, ышанаһығыҙмы-юҡмы, утыҙынсы йәшкә киткәйнем.
— Студент көйө өйләндегеҙме?
— Юҡ. Юғары белемде һуң алған кеүек, ҡырҡ йәш тулып килгәндә осраттым мөхәббәтемде.
— Һуң белем алыу, һуң өйләнеү… Берәй сере барҙыр, бәлки?
— Минеңсә, был тормошта осраҡлы бер нәмә лә булмай. Мәҫәлән, теге саҡта училище имтихандарына өлгөрһәм, тормошом башҡаса йүнәлеш алыр, ә, бәлки, бөтөнләй артист тормошонан төңөлөп, ауылға кире ҡайтып киткән булыр инем. Яҙмыш, күрәһең, белем алыуҙы тормошто аңлай башлаған мәлемә тиклем ҡалдырып торған.
Өйләнеүгә килгәндә, шундай насар холҡом бар: минеңсә, һәр нәмә идеаль булырға тейеш. Бихисап ғаиләләрҙең тарҡалыуын, бәғзеләрҙең эт менән бесәй һымаҡ йәшәүен күреп-ишетеп, шундай тормош кәрәкме икән ни, тип уйлай торғайным. Был ғаилә ҡороу алдындағы ҡурҡаҡлыҡмы тиһәм, ысын мөхәббәтемде, әлеге хаталарҙы ҡабатламаҫлыҡ йәремде эҙләү булған икән. Таптым барыбер. Үкенескә ҡаршы, ҡатыным, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын, мәрхүмә инде. Нисек кенә булмаһын, ике тиҫтә йылға ла етмәгән ғаилә тарихынан үтә лә уңдым, тип әйтә алам. Ҡатыным ысын мәғәнәһендә тормош юлдашы ине. Һәр хәл-ваҡиғанан сығыу юлын таба белде. Барыһы өсөн дә рәхмәт уға.
— Йәнә һәләт темаһына туҡталайыҡ. Йырсының төп ҡоралы – тауыш тигән фекер бар…
— Хәҙерге эстрадала кемдер буй-һынын пропагандалауҙы ла ҡорал итеп ала, шуға ғашиҡ иттерә, шул һоҡланыуҙан ләззәтләнә, илһамлана хатта. Шулай ҙа тәү сиратта моңо, тауышы менән арбарға тейеш йырсы. Иң мөһиме — уны тоя белеп, кәрәкле йүнәлешкә бороу. Һаҡлауға килгәндә, эскелектән ошо байлыҡты юғалтҡан шәхестәрҙе аҙ белмәйбеҙ.
Ғүмер буйы йырлап йөрөп, бер күренешкә һаман да аптырайым. Күңел биреп концерт ҡуйһам, үҙ хәлемә ҡайтҡансы кәм тигәндә аҙна үтә. Ҡайһы бер артистарҙың гастролдәренә ҡарайым да ғәжәп итәм: бер туҡтамай хатта 45 көн концерт бирәләр. Өҫтәүенә улар үҙҙәре был тамашаның режиссеры ла, продюсеры ла, алып барыусыһы ла һәм башҡалары. Шул тиклем көслө организмлы кешеләрме икән ни улар?
Өс минутлыҡ ҡына йыр башҡарғанда ла ваҡиғалар эсендә йәшәп алыу, минеңсә, һәр башҡарыусының бурысы. Ундағы хәлдәрҙе күңелең аша үткәрмәһәң, был тарих хаҡында нисек итеп башҡаларға һөйләргә йыйынаһың? Мөхәббәт темаһы икән, һин — һөйгәнең өсөн упҡынға һикерергә әҙер ҡол, һуғыш темаһы булһа – яу башында сабыр батыр!
— Тимәк, ошо һәләткә эйә булһаң, концертыңдың уңышын көт тә тор?
— Был — төп критерийҙар, тинем. Тамашасы менән йырсы араһындағы бәйләнеште нығытыусы башҡа күренештәр ҙә бар бит әле: сағыу костюмдан алып яҡшы эшләгән микрофон, биткә дөрөҫ итеп төшкән утҡа тиклем. Мәҙәниәт усаҡтарының етәкселәре тәү ҡарашҡа ошо ваҡ төшөнсәләр хаҡында ла уйланһын ине, тип өҫтәге килә.
— Әйтелгәндәрҙән сығып, ижады­ғыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙ, тип һығымта яһарға мөмкиндер? Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡһығыҙ, шулай уҡ ике тапҡыр Мәскәүҙә Союздар йортоноң Колонналар залында оркестрға ҡушылып йырлауығыҙ менән дә ғорурлана алаһығыҙ.
— Һәммәбеҙҙә ниндәй ҙә булһа ынтылыш йәшәргә тейеш, ул беҙҙе Кеше итә лә. Хыялдарым тормошҡа ашты, тиһәм дә булалыр. Тик был эҙләнмәй-яфаланмай, ҡәнәғәтлек кисереп йәшәргә ҡала тигәнде аңлатмай.
— Ижад йортоғоҙҙағы көндәлеккә ҡайтайыҡ әле. Йәш коллегаларығыҙҙың “Ғафуан ағай үҙен репетиция ваҡытында ла концерттағы һымаҡ хис итә” тигән шаяртыуын ишеткән бар…
— Репетиция нимә ул? Ваҡыт уҙғарып, музыка аҫтында сәхнә буйлап өйөрөлөү түгел, ә концерт мәлендә әҫәрҙе башҡарыу вариантын эҙләү, шуға был ижади мәлдә лә тауышың яҙҙырылған фонограммаға ауыҙ асып ҡына тороу ярамай, бынан тыш, бая телгә алып киткән йыр сюжетындағы хәл-ваҡиғаны кисереүгә лә урын табылырға тейеш. Йәш коллегаларыма ла был хаҡта ҡат-ҡат тылҡыйым. Һәр хәлдә, үҙем ошо ҡанунды тулыһынса үтәргә тырышам. Шуға ла репетицияларым концерт һымаҡ күренәлер.
— Репетиция залы сәхнә булғас, сәхнә түре ниндәй баһаға лайыҡ?
— Бәлки, ҡалыплыраҡ яңғырар, тик артислыҡ – һөнәр генә түгел, ә булмыш. Киң танылыу яулау, хөрмәт, ҡыҙыҡлы тормош – бер, “йырым менән мин нимә әйтергә теләйем?” тигән төп һорауға ла яуап бирергә кәрәк бит. Минең өсөн, мәҫәлән, сәхнә эш урыны түгел, ә ошо донъяны саҡ ҡына булһа ла пакларға мөмкинлек биргән таяу. Ә паклау эше нисек бара – уныһына инде тамашасы хөкөм бирә.
— Һеҙ хеҙмәт иткән Стәрлетамаҡ филармонияһы — республиканың данлыҡлы сәнғәт йорто.
— Әлбиттә, һәр тамаша йортоноң, ижади мөхиттең үҙ ҡанундары, баһаларлыҡ ҡиммәттәре бар. Ә Стәрлетамаҡ филармонияһы мине коллективтың берҙәмлеге, ижад итергә сикһеҙ теләге һәм көсө менән әсир итте. Ошо сифат алдағы көндәрҙә лә юлдаш булһын.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20