Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ике йылдан китәм тигәйнем”
“Ике йылдан китәм тигәйнем” Гүзәл затты Хоҙай Тәғәлә тормошто матурлау, йәмләү, нәҫел ебен дауам итеү өсөн яралтҡан. Тәбиғәттән йомшаҡ телле, үҙенсәлекле фекерләү ҡеүәһенә, дипломатияға, кешеләр менән аралашҡанда һығылмалылыҡҡа эйә ҡатын-ҡыҙ. Уның иңендә тағы ла бер мөһим бурыс ята: ғаилә мөхитендә лә, йәмәғәт кимәлендә лә тотороҡлолоҡ, тыныслыҡ, именлек урынлаштырыу, яҡындарыңдың күңел бөтөнлөгөн ҡайғыртыу. Бар ғәменең, уй-ниәтенең ғаиләһенең ҡотон арттырыуға, өйөн бөтәйтеүгә йүнәлтелеүе менән бәхетле лә, бөйөк тә ҡатын-ҡыҙ.
Сәкинә Басирова ла – ана шундай һоҡланғыс заттарҙан. Ире Рәсүл ағай менән улар илле йыл иңгә-иң терәшеп, татыу йәшәй. Биш бала үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырғандар. Бөгөн дә уларға терәк-таяныс булып, тиҫтәнән ашыу ейән-ейәнсәрен тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерәләр.
— Бынан илле йыл элек Ҡормантау ауылынан Һабайға зоотехник булып эшкә килгәнем бөгөнгөләй күҙ алдында. Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса ошонда ебәргәйнеләр. Ике йыл ғына эшләйем дә китәм, тип килгәйнем, ғүмерлеккә төпләндем, — тип бәхетле йылмая Сәкинә апай.
Егермеһе лә тулмаған Сәкинәне тәү күреүҙән йөрәгенә ут ҡаба Рәсүлдең. Һап-һары оҙон сәсле, төпһөҙ зәңгәр күҙле, һомғол буйлы һылыуҡай ауылдағы күп егеттең һушын алғандыр. Әммә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлап, ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп йөрөгән Рәсүл дә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Баҫҡан ерендә ут сәсеп торған сая егет ҡыҙға артыҡ уйланырға ла бирмәй, өйләнешергә тәҡдим яһай. Никах уҡытып, туй үткәреп, йәштәр тормош арбаһына егелә.
Ир — энә, ҡатын — еп. Рәсүл Солтангәрәй улы уҡытыусылыҡ һөнәренә тоғро ҡалып, юғарынан ҡайҙа эшкә ебәрһәләр, шунда юллана. Тәүҙә Юлыҡ мәктәбендә уҡыта, унан Ҡауарҙыға күсәләр. Был мәктәптәрҙә күп йылдар директор булып эшләй, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта, ауыл балаларын белемле, рухлы, тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмаҫлыҡ көслө, зиһенле итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һала. Сәкинә апай бер ат йөгө әйберен арбаға тейәп, ҡош-ҡортон, һыйырын алып, ире менән ауылдан ауылға күсенеп йөрөй, бер-бер артлы донъяға килгән балаларын да ҡарай, донъяһын да гөлдәй итеп көтә. Әсә кешенән балалар ҙа, ире лә күберәк иғтибар талап итә. Һөҙөмтәлә Сәкинә яратҡан эшен, йәйрәп ятҡан баҫыуҙарын ҡалдырып, тынысыраҡ урынға — ире янына – күсә, балаларға биология фәненән белем бирә. Тегеү-бәйләүгә, хужалыҡ эштәренә шәп булыуы бында ла ярап ҡала: ҡыҙҙарҙы хеҙмәт дәресенән уҡыта, уларҙы һөнәргә генә өйрәтеп ҡалмай, ә ысын ҡатын-ҡыҙ булыу серҙәренә төшөндөрә. Ул ваҡыттағы уҡыусылар, хәҙер инде үҙҙәре әсәй булған гүзәл зат вәкилдәре, теген машинаһында эшләргә, балаҫ һуғырға өйрәткән, хужалыҡ өлкәһендә тағы ла әллә күпме ваҡ-төйәк яһау таһыллығы һалған Сәкинә апайҙарына фәһемле тормош мәктәбе өсөн әле лә рәхмәтле. Ул заманда онотолоп барған халыҡ кәсептәрен тергеҙеү буйынса районда ғына түгел, республика кимәлендә лә семинарҙар уҙғара Сәкинә Басирова. Уҡыусыларының ҡул эштәре төрлө күргәҙмәлә маҡтала, баһалана.
— Бәләкәйҙән эшләп, хеҙмәт тәмен татып үҫте беҙҙең осор балалары. Ике малай, биш ҡыҙ инек ғаиләлә. Атай-әсәй көнө-төнө колхоз эшендә булды, беҙ үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрҙек, ниндәй эш бар, шуға ҡурҡмайынса тотондоҡ. Йәйҙәрен биҙрә-биҙрә еләк йыйып һатып аҡса таптыҡ. Кейергә кейем булманы — үҙем оҫта итеп тегергә өйрәндем. Мәктәпте тамамлаған йылда, иҫемдә, ҡыш кейергә өҫкө кейем юҡ ине. Аптырап торманым, иҫке һалдат шинеленән бына тигән пальто тегеп кейҙем. Тырышһаң, йүне табыла ул. Ғүмерем буйы башҡармаған эш, тотонмаған шөғөл ҡалмағандыр: кейеҙ баҫырға, балаҫ һуғырға өйрәндем, тире иләнем, балаларға барлыҡ өҫ кейемдәрен үҙем тектем, әле лә ейән-ейән­сәрҙәремә ойоҡбаш-бейәләй бәйләп кейҙерергә тырышам. Быйыл ҡыш дауамында балаларға тип 20 йөн юрған һырып ҡуйҙым. Ауылыбыҙҙа йәштәр байтаҡ, уларға өлгө булырға тырышабыҙ, беҙҙән дә арттырып мал тапһындар, гөрләтеп донъя көтһөндәр тип. Хәҙерге заманда тырышҡан кешегә матур йәшәү өсөн барлыҡ шарттар бар. Бер нисә йыл элек күпләп картуф үҫтереп һаттыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнәбеҙ, ике һыйыр тотабыҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, — ти Сәкинә апай.
Ир-ат бәхете ҡатын-ҡыҙҙан тора. Рәсүл ағай ғүмер буйы яуаплы вазифалар башҡара, мәктәп директоры була, район, республика кимәлендә ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты итеп һайлана... Әле лә ваҡытлы матбуғатты, сәйәси ваҡиғаларҙы күҙәтеп бара, тормош һулышын тойоп йәшәй ул. Әйткәндәй, “Башҡорт­остан” — Басировтарҙың яратҡан гәзите, тиҫтә йылдар дауамында улар республика тормошон тулы кимәлдә яҡтыртҡан олпат баҫмаға тоғро ҡала. Башкөллө эшкә сумған Рәсүл Солтангәрәй улы командировкаларҙан, район үҙәгендәге йыйылыш, семинарҙарҙан ҡайтып кермәй тиерлек. Балалар үҫтереү, тормош мәшәҡәттәре, донъя йөгөн тартыу — барыһы ла күбеһенсә Сәкинә апай иңенә төшә. Үлсәүгә һыймаҫлыҡ йөккә, һа­нап бөткөһөҙ мәшәҡәттәргә зарланмай, бар йөрәген мәктәптәге уҡытыу кимәлен күтәреүгә арнаған иренә терәк-таяныс булып, уның абруйын һаҡлап, рухи ынтылышын аңлап йәшәй ул. Ғаи­ләне ҡарау, яҡындарыңа йөрәк йылыһын өләшеү — ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенә Хоҙай Тәғәлә тарафынан һалынған изге бурыс, тип иҫәпләй Сәкинә Басирова.
1988 йылда ғаилә Һабайға ҡайтып төпләнә, йорт һалып инә. Шул йылдарҙа Рәсүл ағайҙың тырышлығы менән ауылдағы башланғыс мәктәп туғыҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Бюджеттан бер тин аҡса алмай, ул ваҡыттағы колхоз рәйесе Ғәли Кинйәбулатовтың ярҙамы менән яңы мәктәп бинаһы төҙөлә. Йәй эсендә колхоз эшсәндәре менән берлектә, Басировтарҙың тырышлығы менән күркәм бина ҡалҡып сыға, көҙөн йөҙләгән бала тыуған ауылындағы мәктәп ишеген асып инә. Был изге эште атҡарып сығыуға ул саҡтағы КПСС район комитетының беренсе секретары Ринат Тәминдәров та ҙур көс һала, ауыл халҡының теләген хуплай.
Рәсүл Солтангәрәй улы Мәғариф министрлығы тупһаһын тапай-тапай астырыуға өлгәшкән мәктәп, үкенескә ҡаршы, 20 йылға яҡын эшләгән­дән һуң, яңынан башланғысҡа тороп ҡала. “Тыуған еренә ҡайтып төпләнгән йәштәр күп, белем усағыбыҙ киләсәктә яңы һулыш алыр, – ти 35 йыл хеҙмәт стажы булған ветеран уҡытыусы, элекке директор. – Мәктәп — ауылдың йөрәге. Ул һаҡланырға тейеш”.
— Балаларыбыҙ бөтәһе лә тиерлек юғары белем алды: өлкән улыбыҙ Ғайса ике юғары уҡыу йортон тамамланы, ҡыҙҙарыбыҙ Шәүрә, Рәйсә, Зөлфиә беҙҙең юлдан китте — уҡытыусы һөнәрен һайланы. Тормошта үҙ юлын таптылар, юғалып ҡалманылар, үҙ иштәре менән ҡушарлап Өфөлә, Әбйәлилдә, Ғафуриҙа гөрләтеп донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр, ҙур йорттар һалып инделәр, һәр береһендә машина. Донъябыҙ түңәрәк, күңелебеҙ бөтөн бөгөн, балаларыбыҙ шатлығына һөйөнөп йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр, — ти Басировтар.
Бөгөн йәмле Еҙем буйында урынлашҡан Һабай халҡы һәүетемсә тормош менән йәшәй. Ауыл бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан (бында йәмғеһе 70-ләп йорт), халыҡтың тырышлығы арҡаһында мәсет асылған. Шуныһы һөйөнөслө: ололар ғына түгел, йәштәр ҙә иман йортона юлды һыуытмай.
...Яңы мәктәп асылған йылдарҙа, бынан егер­меләп йыл элек, Сәкинә һәм Рәсүл Басировтар мәктәп уҡыусылары, балалары менән бергәләшеп юл буйына ҡарағай үҫентеләре ултыртҡан. Хәҙер инде был ағастар ылыҫ еҫе бөркөп, килгән-киткән кешене һоҡландырып, мөһабәт булып тора. Ошо юлдан үткән һайын гөрләп үҫкән урманға ҡарап, үҙҙәренең йәшлек йылдарын, эш тип янып йөрөгән дәүерен, балаларының бәләкәй сағын хәтергә төшөрә улар. Эйе, йылдар уҙа, һыуҙар аға, ғүмер үтә, кеше башҡарған изге эштәр иһә халыҡ күңелендә мәңгелеккә тороп ҡала.


Автор: Луиза СӘЙФЕТДИНОВА. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 3

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 4

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған 03.06.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште 03.06.2026 // Йәмғиәт

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа ......

Тотош уҡырға 3

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә