Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Гармунсы ДУҪ– Өйөгөҙ ҡотло булһын, иҫән-һау йәшәргә яҙһын!
– Эйе, Алла бирһә, шулай ғына була күрһен!
– Ҡайһылай иркен, бала-сағаларың, тотош туған-тыумасаң килеп йәшәһә лә һыйырлыҡ таһа бында.
– Аллаға шөкөр, урын етерлек.
Ике ҡатлы бит әле. Ауыл ерендә күреп өйрәнмәгәс ни, зәрә ҡыҙыҡ икән дә ул. Икенсе ҡатында нимә буласаҡ?
– Йоҡо бүлмәләре.
– Бигерәк матур бит, әй.
Солтандарға өй туйларға килгән халыҡ шулай күңелле итеп шаулаша-гөрләшә мул итеп әҙерләнгән табын артына ултырышты. Дуҫтар, туғандар, йорт һалғанда ярҙам иткән бөтә ауылдаштары йыйылды. Былай ҙа ҡунаҡсыл Солтандың шатлығының сиге булманы. Иртән торғас та ҡатынына йүгереп йөрөп ярҙамлашты. Әллә нисә тапҡыр магазинға барып килде, өҫтәлдәр теҙеште, хатта аш-һыу тирәһендә лә булышты. Бәй, шулай булмай, көн дә өй туйлап ултырмайһың да инде. Ә шулай ҙа күңелгә нимәлер етмәгән кеүек. Йөрәге лә семетеп-семетеп алды. Шатлыҡтан да ҡайһы саҡта шулай булыуы мөмкин. Ана, ҡайһылай күңелле ултыра ҡунаҡтары. Уларҙы ҡотлайҙар, матур-матур теләктәр еткерәләр. Бәләкәстәрен алып, балалары ла ҡайтҡан. Ҙурлап бүләктәр алғандар. Шунан нисек шатланмайһың инде?!
Ейәндәрен йүнләп күреп тә өлгөрмәгән Солтан йәһәт кенә икенсе ҡаттағы бала-саға янына күтәрелергә булды. Арҡаларынан бер тупылдатып алһа ла, күңеле урынына ултырасаҡ. Тик баҫҡысҡа баҫыуы менән терт итеп туҡтап ҡалды. Бына нимә етмәгән уға... Рәмил дуҫы юҡ бит бөгөн табында. Ошо йортто күтәргәндә башынан алып аҙағынаса тырышып йөрөгән Рәмил дуҫы юҡ араларында. Иҫән булһа, өҫтәлдең иң түрендә үҙе өй туйлатҡан кеше кеүек ҡалай маһайып ултырыр ине. Күптән инде гармунын һыҙҙырып уйнап ебәрер, ә бейеүҙән өй һелкенеп торор ине. Бөтә табындың йәме була торғайны ла бит... Эх, иртәрәк китте шул.
...Солтан өйөн күтәрергә өмәгә саҡырғас, Рәмил шатланып ризалашҡайны. Шулай булмай, бәләкәйҙән йән дуҫтар бит улар. Тик яҙмыштары ғына төрлөсәрәк. Йәшәй белә уның дуҫы. Илле йәше тулыуға икенсегә хан һарайы һымаҡ йорт һала. Ул ғына һаман атаһынан ҡалған иҫке өйҙә ғүмер итә. Ярай, төҙөп сығыр әле. Быйыл булмаһа ла, киләһе йыл ныҡлап тотонорға кәрәк. Ағасы ла күптән әҙер, әллә ниңә шуны күтәреп ҡуя алмай йонсой бит. Ваҡыты ла етерлек тә. Башланған эш – бөткән эш тигәндәй, бер башлаһа, китер ине әле.
Иртәгәһен Рәмил иртә торҙо. Ҡатыны һыйырҙарҙы һауғансы, һарай тирәһендә булышты. Өйгә кереп бер аҙ ҡапҡылап алғас, өмәгә ашыҡты. Ул килгәндә шаҡ та шоҡ килеп эшләй башлағайнылар инде.
– Э-э-й, Рәмил ағай, ҡояш төшкә еткәнсе кеше шулай йоҡлап ятмай инде, – көн башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, уны йәштәр шулай мәрәкәләп ҡаршы алды. – Иртә торһаң, ит бешә тигәндәй, беҙ ни рәхәтләнеп һыйланып сыҡтыҡ. Һиңә унда бер нәмә лә ҡалмағандыр ул, ошо тимгә тиклем ни...
“Быларҙың теленә эләкһәң бөттөң инде”, – тип уйларға өлгөрмәне, ишектән Рәсимә еңгә күренде.
– Шулай булмаһа ярар ине, ҡәйнешемде әбижәйт итеп торорға әллә! Уның үҙенең өлөшө көтә. Әйҙә, Рәмил, ин, бер ыңғай ашап сығырһың, – тип уны аш бүлмәһенә саҡырҙы.
Ауыл ерендә кеше берәй ҙур эшкә тотонһа, күрше-күлән, туған-тыумаса – барыһы йыйыла. Үтеп барыусылар ҙа һөйләнеп тороп, һүҙ араһында бер нәмәһен тотошоп торған булып, ҡушылып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ҡатындар ҙа аш әҙерләүҙә ярҙамлашырға тип килеп етә.
Балта, бысҡы, сүкеш тауышынан урам тирәһе геү килеп торҙо. Төшкә тиклем күмәк кеше туғыҙ ниргә күтәреп тә ҡуйҙы. Ундағы шаярышыуҙар, төртмәкләшеүҙәр һуң?.. Ҡолаҡтарың ғына сыҙаһын. Бигерәк тә йәштәр телгә оҫта. Уйламайынсараҡ берәй нәмә әйттеңме, үҙҙәренсә болғап, әллә нимәгә алып барып еткерәләр. Үсеккәнерәк кешенең бөтөнләй күҙен астырмайҙар. Шуға нисек кенә ҡыйын булмаһын, үпкәләгәнеңде күрһәтергә ярамай.
Рәмилдең кәйефе күтәренке ине. Йүгереп йөрөп, йәштәрҙән ҡалышмай эшләне. Сәмләнеп, ике баҫаһын бер баҫып йөрөнө.
– Рәмил ағай, йәш кеше түгелһең дәһә, артыҡ осонма әле. Ҡолап төшөүең бар, унан еңгәйгә нимә тип әйтербеҙ, – тип йәштәр бер нисә тапҡыр иҫкәртеү ҙә яһаны үҙенә.
– Быға нимә булған? Ен һымаҡ йөрөй, хәйерлегә булһын. – Аҫта бисәләр ҙә үҙ-ара шыбырлашып алды.
– Ҡурҡмағыҙ, бура башында бер бөгөн йөрөмәйем дәһә. Унан ағайығыҙҙың йығылғанын күргәнегеҙ бармы? Ысын күңелдән шатланырға ла ярамай. Дуҫым өсөн ҡыуанам, аңлайһығыҙмы?
– Ярай-ярай, ҡыҙма, Рәмил ағай. Һинең сәләмәтлегеңде ҡайғыртыуыбыҙ инде...
Төштән һуң ҡояш нығыраҡ ҡыҙҙырҙы. Шуға ашап алғас, ашыҡманылар, бер аҙ ял итеп, һыу инеп, шунан ғына башларға булдылар. Көн оҙон. Бөгөн барыбер күтәреп бөтөп, ҡыйыҡты ҡороп ҡуясаҡтар.
Һыу инеп сыҡҡас, Рәсимә Рәмилдең ҡулына гармун килтереп тотторҙо.
– Әйҙә әле, ҡәйнеш, бисәләр бер аҙ һелкенеп алһын. Күңелдәре күтәрелеп китер, исмаһам. Әтеү йоҡлап тик йөрөйҙәр, ярҙам итергә килгән берәүҙәр, – тип шаяртып алды.
Рәмилдең һыҙҙырып уйнап ебәреүе булды, тегеләр, шуны ғына көткәндәй, тыпырлап төшөп тә китте. Туҡтатырмын тимә. Күңел асыуға һыуһаған булғандар икән шул. Күптән ауылда байрам-фәлән үткәне юҡ бит. Урамдың туҙанын туҙҙырҙылар ғына. Кәйефе күтәрелгән Рәмил тороп баҫып, үҙе уйнап, үҙе бейене. Ярһып бейене, ҡояшта эҫе ҡапмаһын тип яҙып ябынған аҡ яулығы елдә елберләп кенә торҙо. Башҡалар үҙҙәренән-үҙҙәре уға ҡамасауламайым тигән һымаҡ ситкәрәк барып баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды, һуштары китеп күҙәттеләр. Үәт, бейей, исмаһам! Осоп йөрөймө ни?! Гармунда нисек уйнай бит әле! Бейемәй түҙеп торормон тимә.
...Ә Рәмил уйҙары менән әллә ҡайҙарға барып ураны. Йәш саҡтарын бик йыш һәм һағынып иҫкә ала ул. Тормош та, кешеләр ҙә ул ваҡытта бөтөнләй икенсе ине. Йәшәүе лә нисектер күңеллерәк була торғайны. Төҫкә-башҡа сибәр, оҙон буйлы, үҙе йырсы, үҙе гармунсы Рәмилде ҡыҙҙар яратты. Урамдан бер йырлап үтеп, әллә күпме ҡара ҡашты тәмле йоҡоһонан яҙҙырған кеше инде. Ә тауышты Хоҙай йәлләмәй биргән. Үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп йырлай бит ул. Әле уҡыусы ғына ваҡы­тында студент ағай-апайҙары каникулға ҡайтып, концерт менән күрше ауылдарға йөрөгәндә уны ла алды. Шул ваҡытта уҡ аяғөҫтө баҫып алҡышлайҙар ине үҙен. Йыш ҡына шулай өлкән ағай-апайҙарының танауына сиртеп тә ҡуя торғайны. Көнләш­кән саҡтары ла булғыланы. Шулай ­булмай, бәләкәй генә малайҙы һинән өҫтөн ҡуй­һындар әле. Ә Рәмилгә үҙен алҡыштарға күмеү оҡшай. Хәйер, кемгә оҡшамаһын? Шул ваҡытта уҡ ул фәҡәт артист булырға хыялланды.
Мәктәптән һуң егет уйлап та тормай, сәнғәт училищеһына юлланды. Имтихан­дарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инеп тә ҡайтты. Ә Солтан ауыл хужалығы юлынан китте. Һуңынан икеһе лә тыуған ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтты. Армияла хеҙмәт иткән сағы ла үҙе бер күңелле мәл булып хәтерендә уйылып ҡалған Рәмилдең. Көнөнә нисә ҡыҙҙан хат ала ине икән ул? Бергә хеҙмәт иткән иптәштәре көнләшеп: “Рәмил, улай ғәҙел түгел. Һин бер үҙең әллә нисә ҡыҙҙан хат алаһың, беҙгә берәүҙән дә килмәй. Берәйһенең генә адресын бир инде”, – тип теңкәһенә тейеп бөтәләр ине. Рәмил иһә эре генә итеп: “Береһенең дә үҙемдән артҡаны юҡ”, – тип кенә ебәрә торғайны. Ни эшләп әле ул ете-ят кешегә үҙенең яҡын кешеләренең адрестарын таратып ултырырға тейеш?
Ауылдан бик күп хаттар алһа ла, Рәмилдең тәғәйен генә йөрөгән ҡыҙы юҡ ине. Барыһына ла бер иш, дуҫтарса мөнәсәбәттә булды. Береһенә-бер күңелен рәнйетерҙәй һүҙ әйтмәгәндер. Барыһын да яратты, тигеҙ ҡараны. Шуға ла ҡыҙ­ҙарҙың һәр береһенә Рәмил фәҡәт уны ғына яратҡан кеүек тойолғандыр.
...Армиянан ҡайтҡас, аҙна-ун көн тирәһе генә өйҙә торҙо ла ауыл клубына эшкә сыҡты. Ниһайәт, айҙар, йылдар буйы бикле торған мәҙәниәт усағының ишеге асылды. Ауылға шунда уҡ йән кергәндәй булды. Халыҡ та дәртле – рәхәт­ләнеп спектакл­дәрҙә, концерттарҙа ҡатнашалар, клуб юлына саң ҡундырманылар. Тамаша булған көндө бөтә ауыл халҡы йыйылыр ине. Спектаклдәрҙә етмешәр йәшлек инәй-олатайҙар ҙа, бала-сағалар ҙа ҡатнашты. Рәмил дәртләнеп, йөҙөп йөрөп эшләне. Ә концерттар шәп үтте. Бигерәк тә үҙе мәк­тәптә ашнаҡсы булып эшләгән Зәлиә менән йырлағанда, залда шылт иткән тауыш та ишетелмәй. “Шул тиклем дә моңло булырҙар икән! Рәмиле ярай инде, бынау ҡата башындай ғына Зәлиәһенең тауышы ҡайҙан килә икән?” – тип хайран ҡалырҙар ине.
Хәҙер ундай күңел асыуҙар бөттө. Ул замандың дәртле кешеләре ҡартайҙы, күбеһе араларында юҡ инде. Ә йәштәрҙе ҡуҙғатыуы ауыр. Клубта берәй байрам уңайынан концерт күрһәтеү, спектаклдәр әҙерләү тураһында һүҙ ҡуҙғатһаң, ауыҙҙа­рын ҡыйшайтып көлөп кенә ҡуялар. Урам буйлап аҡырышып йөрөүҙе хуп күрәләр.
Яңы йыл алдынан булды был хәл. Сираттағы репетициянан һуң Рәмил йылмайып килеп сыҡты ла: “Минең һеҙгә әйтер яңылығым бар. Тик йығылып китмәҫ өсөн тотонобораҡ тороғоҙ”, – тине һәм һүҙен нисек башларға белмәй, күкрәген тултырып тәрән тын алды. Барыһы ла һағайып ҡалды. Нимә әйтергә уйлай икән тағы? Оҙаҡ ҡына шулай тын торғандан һуң: “Мин өйләнәм! – тимәһенме. – Яңы йылда гөрләтеп туй үткәрәсәкбеҙ. Бары­ғыҙҙы ла саҡырасаҡмын. Килмәй генә ҡарағыҙ, үпкәләйәсәкмен”.
“Юҡ, туҡта әле, кемгә өйлән­мәксеһең һуң?”, “Ни эшләп беҙ бер нәмә лә белмәйбеҙ?”, “Ситтән алаһыңмы әллә?” Һорауҙар яуҙы ғына.
– Бына ул, минең янымда тора, – тип Зәлиәгә күрһәткәс, барыһы ла шаҡ ҡатты. Ҡыҙҙарҙың өҫтөнә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни!
– Нисек инде? Шул ҡара сорнайҙан башҡа ҡыҙ бөткәнме икән ни? – тип быға ышанырға теләмәнеләр.
Теләйҙәрме-теләмәйҙәрме, туй булды. Йәштәр матур ғына итеп тормош ҡороп ебәрҙе. Клубта бергәләп эшләнеләр. Зәлиә ситтән тороп сәнғәт училищеһына уҡырға инде. Күңелле йәшәнеләр. Ауылда бер туй ҙа, бер мәжлес тә был икәүҙән башҡа үтмәне. Рәмил менән Зәлиәһеҙ табындың йәме юҡ тип, уларҙы бер ваҡытта ла байрам мәжлесенән ситтә ҡалдырманылар. Өйҙә булмаһалар, ҡайтҡандарын көттөләр.
Тәүге балаларының донъяға килеүе Зәлиә менән Рәмилгә генә түгел, бөтә ауыл өсөн байрамға әйләнде. Ҡотларға килеүселәр көн дә табылып торҙо. Байрам итеү айҙар буйына дауам итте. Көн дә эске ялҡытып китһә лә, кешене ҡыуып ебәреп булмай ҙа инде. Хөрмәт итеп килгәндәр икән, рәхим итһендәр. Ә “йәшел йылан” бик әшәке нәҫтәкәй бит ул – бер эйәләшеп алһа, ҡотолормон тимә. Ана шул турала уйламаны йәштәр.
Кеше һинең балаңдың һаулығы өсөн эскәндә, ауыҙыңды асып ҡарап тороу уңайһыҙ, тип Рәмил дә тост әйткән һайын төп күтәреп кенә ултырҙы.
– Килен, бәпәйеңдең иҫәнлеге өсөн тотмайһыңмы ни? – Зәлиәгә лә шулай өлөш сығарҙылар. Баланың тәпәйе икәү ҙәһә, тип артынан икенсе рюмканы һуҙҙылар...
“Эй-й, подъем!”– тигән тауышҡа Рәмил терт итеп ҡалды. Ҡайһылай онотолоп киткән. Гармунын таҡта өҫтөнә ҡуйҙы ла яйлап ҡына баҫып иптәштәре янына атланы.
Юғарыға менгән һайын ауырлаша барһа ла, йәштәр менән ярышып эшләү барыбер күңелле. Уларҙың темпына күскәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ял итеп тә алғас, эш тағы ла ҡыҙыуыраҡ барҙы. Көндөң эҫелеге лә бер аҙ кәмегән кеүек. Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, егеттәрҙең булдыҡлылығына һоҡланып йөрөнө Рәмил. Телгә лә, эшкә лә шәптәр.
Бына аҙаҡҡы ниргәне лә күтәрҙеләр. Хәҙер өрлөк ағастары ғына ҡалды.
– Шәп эшләйһегеҙ, егеттәр. Мин былай тиҙ бөтөрбөҙ тип уйламағайным да. Бөрөп алып бараһығыҙ, – тип Солтан өмәселәрен дәртләндереп алды. Айран эсеп, бер аҙ ҡапҡылап алғас, дәррәү генә тағы эшкә тотондолар.
– Ысҡынып китмәһен, ныҡ итеп бәйләгеҙ, – тип өҫтәгеләр өрлөк ағасын күтәрергә йыйынды.
– Тартығыҙ, йоҡланығыҙмы? Бер, ике, өс... Бүрәнәнең ике башы тигеҙ генә барһын.
– Егеттәр, аптырап ҡарап тормағыҙ әле, йылдамыраҡ ҡыланығыҙ. Ҡарағай ағасы былай ҙа ауыр, етмәһә, бүрәнәләр ниндәй йыуан. Төшөп китһә, Алла һаҡлаһын.
Бына тәүге өрлөк ағасы менеп тә ятты. Унан икенсеһе, өсөнсөһө... Һуңғыһын күтәреп һалыуға, ҡатын-ҡыҙ бер кәстрүл бешкән йомортҡа күтәреп килеп тә сыҡты. Көтөп кенә торғандар, ахыры. Хәҙер шуларҙы матур-матур теләктәр теләп өҫкә ырғытасаҡтар.
Тегеләр иһә тоторға тейеш. Йолаһы шулай.
– Йәгеҙ әле, ырғытып ҡарағыҙ. Кемегеҙ­ҙеке менеп етер икән? – тип иң алдан көр тауышы менән хужа үҙе команда бирҙе.
– Тормошобоҙ ҙа ошо йомортҡа кеүек түп-түңәрәк булһын, – тип Рәсимә еңгә үҙе башлап ебәрҙе. Солтаны ул ырғытҡан йомортҡаны тотоп алды ла иптәштәренә ҡарап күҙен ҡыҫа һалып ҡуйҙы: ағайығыҙ нишауа әле, йәнәһе. Шунан күршеләре Вәсилә апай елгәрҙе, аҙаҡ – башҡалар. Кәстрүл төбөндәге иң һуңғы йомортҡа бәләкәй генә йомро кәүҙәле Мәхмүзәгә тура килде. Ул яулығының осон бөтәрләп, бер аҙ урынында тапанып торғандан һуң, йомортҡаны алып, бөтә көсөнә ырғытып ебәрҙе, артынса үҙе һөрлөгөп кесерткән араһына барып та төштө. Юҡ ҡына нәмәнән дә ҡыҙыҡ табырға торған егеттәргә етә ҡалды, бына көлөргә тотондолар бит әй: “Еңгә, хәҙер кесерткән араһынан һине эҙләйекме, әллә ҡайҙалыр ҡыйыш осҡан йомортҡаңдымы? Әрәм генә иттең бит. Ҡуй инде. Шул тиклем дә ҡыйыш ҡул булырһың икән...”
Ярай әле Рәмил булды. Юғиһә күҙен дә астырмаҫтар ине Мәхмүзәнең.
– Еңгәм ни зерә лә тура ырғыттысы, бына үҙем тоттом, – тип бая кемдер ебәргән йомортҡаны күрһәтте. Быны күреп бала-саға һымаҡ ҡыуанған Мәхмүзә башын ғорур күтәрҙе лә эре генә баҫып ситән буйында торған эскәмйәгә барып ултырҙы. Бигерәк әсе теллеләр, тип эстән генә йәне көйһә лә, өндәшмәне. Йә тағы ла әллә нимәләр әйтеп мыҫҡыл итерҙәр.
– Егеттәр, әйҙәгеҙ, аҫҡа төшәйек инде. Еңгәгеҙҙең ашы күптән әҙер,– тип барыһын да хужа киске ашҡа саҡырҙы.
– Киленгә лә өндәшерһең, – тип Рәсимә Рәмилгә Зәлиәне саҡырырға ҡушты. – Телефондан ғына шылтырат, хәҙер килеп етер.
– Уңайһыҙ бит әле.
– Юҡты һөйләмә, нимәһе уңайһыҙ булһын, ти. Сит кеше түгел дәһә. Килһен.
– Ярар улайһа. Тик мин ҡатыным менән бергә керермен, – тип Рәмил гармунын алып урам буйына сығып ултырҙы. Әкрен генә “Заһир менән Ғәлиә” көйөн уйнай башланы. Ҡасандыр уларҙы ошо йырҙы һәр концертта йырлағандары өсөн “Заһир” һәм “Ғәлиә” тип йөрөтә торғайнылар. Иҫ китмәле күңелле саҡтар... Тормоштары шул тиклем матур башланғайны ла бит. Хатта ҡасан да бер Өфө театрҙарында эшләргә хыялланған кешеләр бит улар. Тик әллә нисек бөтәһе пыран-заран килде лә ҡуйҙы бит. Тәүге улдары Иҙелдән һуң ҡыҙҙары Земфира, унан Ирек, Самат тыуҙы. Мәжлестәр, күңел асыуҙар шул ваҡытта бигерәк йышайып китте шул. Зәлиәнең әхирәттәре лә килгән һайын эсмәйенсә ултырманы. Шешәне үҙҙәре лә тотоп килде, хужабикәнең дә запасы һәр ваҡыт булды. Зәлиәнең эсеп иҫергән саҡтары йыш ҡабатланды. Эшкә барһа – барҙы, бармаһа – юҡ.
Рәмил дә ни өсөндөр быға артыҡ иғтибар бирмәне. Үҙе лә йыш ҡына ҡыйыш тейәп ҡайтты. Кеше ҡунаҡҡа саҡырһа ла, иң һуңға улар ҡалыр ине. Эсһәләр, береһенән-береһе бәләкәй балалары тураһында ла оноттолар. Төн уртаһында ҡайтып кереп, ашамай-эсмәй йоҡлап киткән балалары янына килеп: “Башҡаса эсмәйем, валлаһи, йән киҫәккәйҙәремде былай йонсотмаясаҡмын”, – тип әллә нисә тапҡыр тәүбәгә лә килде Зәлиә. Тик һүҙен тота алманы. Шуны эсмәй торһа, донъяның йәмен күрмәй башланы. Юҡҡа-барға ҡыҙып китеп, былай ҙа рәхәт күрмәгән балаларын туҡтауһыҙ әрләне, йыш ҡына ҡул да күтәрҙе.
Сабыйҙарҙы йәлләп, аҡылға ултыртырға теләп кәңәш биргән күршеләре иң яман дошмандарына әйләнде. Ата-әсәһенең әйткәне лә бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты. Солтан менән Рәсимә лә йыш ҡына сығып кәңәш биреп ҡараны. Күп осраҡта балаларҙы үҙҙәрендә ҡалдырҙылар. Таныш табиптары менән һөйләшеп, дауалап та ҡаранылар. Тик файҙаһыҙға. Дуҫтары ипкә килергә уйламаны ла. Ярты йыл самаһы йөрөйҙәр ҙә йәнә эсә башлайҙар. Аҙаҡҡа табан ауыл халҡы ла биҙҙе үҙҙәренән: “Килһәләр, ҡайта белмәйҙәр”, – тип ҡунаҡҡа ла саҡырманылар. Тик шул ваҡытта: “Ҡыҫтай-ҡыҫтай үҙебеҙ эсергә өйрәттек. Эсмәһәләр, асыуландыҡ”, – тигән уй берәйһенең башына инеп сыҡтымы икән?
Бер аҙҙан Зәлиәне көн ҡалдырғаны өсөн эшенән дә бушаттылар. Быға артыҡ бошонманы ҡатын. Эскән кешегә диңгеҙ тубыҡтан, тигәндәре шулдыр инде. Рәмил дә бөтөнләй ҡотола алманы был афәттән. Эсмәгән сағында һин дә мин. Клубта ла эшләй, мәктәптә түңәрәктәр ҙә алып бара. Ә балалар үҙен нисек ярата! “Ағай” тип ауыҙына ғына ҡарап торалар. Үҙенә лә эше оҡшай. Ҡыҙҙар-малайҙар төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, урындар алып һөйөндөрөп кенә тора. Мәктәптә уҡып йөрөгән Иҙел менән Земфираға ла аталары тураһында яҡшы һүҙ ишетеү күңелле. Үҙҙәре лә түңәрәктәрҙә ихлас шөғөлләнә. Иҙелдең тауышы бигерәк матур булмаҡсы. “Был бала атаһынан да уҙҙырыр, ахыры”, – тип әйтеүселәр ҙә бар хатта. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын яратып башҡара. Яңыраҡ “Урал моңо” бәйгеһендә ҡатнашып, Гран-при алып ҡайтты. Был юлы ул айырыуса дәрт менән йырланы, сөнки бәйгегә үҙенән бер класҡа түбән уҡыған Айгизә лә барғайны. Ул да матур йырлай. Шундай һәйбәт ҡыҙ үҙе. Янында рәхәт, тыныс. Башҡалар кеүек көлөп, мыҫҡыл итеп тә бармай. Юғиһә тиңдәштәре араһында төрлө кеше бар. Ата-әсәһе эскән өсөн күпме әсе һүҙ ишетергә тура килә уға. Ә Айгизә, киреһенсә, тынысландырып, матур-матур кәңәштәрен биреп, дәртлән­дереп ебәрә. Оҡшай ул Иҙелгә. Был юлы конкурста йөрөгәндә оҙаҡ ҡына һөйләшеү мөмкинлеге тейҙе. Дәрт­ләнеп, матур хыялдар менән йөрө­нө. Тик ҡайтып ишекте асҡас та кәйефе ҡырылды ла ҡуйҙы. Иҙән бысраҡ, мейес яғылмаған. Әсәһе һәр ваҡыттағыса өйҙә юҡ. Айгизә­неке, ана, электричкаға ҡаршы төшкән хатта. Ниңә беҙҙеке лә шундай түгел икән? Башҡа әсәйҙәр һымаҡ ҡайтҡаныбыҙҙы ашарға бешереп көтөп алмай, уңыштарыбыҙ өсөн ҡыуанмай. Көн дә бер үк күренеш: йә эсеп иҫереп йоҡлаған була, йә бөтөнләй өйҙә юҡ. Һалҡын, яғылмаған йортҡа ҡайтып инеүе лә имәнес. Ялҡытты...
Шулай Иҙел сығарылыш класына ла килеп етте. Тик бына мәктәптән һуң ҡайҙа барыр? Аҡса кәрәк. Иптәштәре һөнәр һайлай башлаған да инде. Кем ҡайҙа барырын белеп тора. Ә ул нимә эшләр? Сәнғәт училищеһы хаҡында хыяллана ла бит. Килеп сыҡмаҫ инде. Һуңғы ваҡытта уҡыуы ла хөртәйеп китте, етмәһә. Оҙаҡламай имтихандар. Ә уның мәктәпкә барғыһы ла килмәй, бер нәмәгә лә күңеле төшмәй. Уҡытыусылар әрләп тә, һәйбәтләп һөйләшеп тә ҡараны үҙе менән. Ләкин файҙаһыҙға. Ҡыйын уға. Их, эсмәгән генә атайың булып, ҡаршы­һына ултырып тороп рәхәтләнеп һөйләш ине лә ул. Юҡ шул.
...Иҙелдең үлеме тураһында һүҙ йәшен тиҙлегендә бөтә ауылға таралды. Уҡыу йылы тамамланыуға аҙна-ун көн тирәһе генә ваҡыт ҡалғайны. Бер ниндәй яҙыу-фәлән дә ҡалдырмаған. Түҙемлеге бөткәндер инде...
Ауыр, үтә лә ауыр булды Рәмилгә бындай ҡайғыны күтәреү. Ғәзизкәйен һаҡлай алманылар. Уланғынаһы юҡҡа ғына ошондай аҙымға бармаған бит. Әллә нимәләр кисергәндер инде. Ни эшләп ул быны һиҙмәне икән? Хәйер, ундай хәлдә инеме ни?.. Йүнләп һөйләшергә лә ваҡыт тапманы. Ә улы бала-саға түгел, егет ине бит инде.
Шунда Рәмил балаһының табуты ҡаршыһына баҫып, башҡаса был ағыуҙы бер ваҡытта ла ауыҙына алмаҫҡа һүҙ бирҙе. Эсмәйем тиһәң, булдыраһың ул. Түҙергә мөмкин. Хәҙер, ана, күргеһе лә килмәй. Байтаҡ йылдар ауыҙына алғаны ла юҡ. Тик ниндәй хаҡ түләгәнен үҙе генә белә...
Ана, Зәлиәһе лә күренде. “Елпелдәп килгән була, бәләкәсемде”, – тип тороп баҫып, Рәмил ҡатынына ҡаршы атланы. Улар килеп ингәндә өмәселәр апаруҡ булып алғайны:
– О-о-о, быларға штрафной һалығыҙ. Һуңлап йөрөмәһендәр икенселәй.
– Юҡ, беҙ эсмәйбеҙ, – тип Рәмил еңел генә ҡотолорға уйлағайны ла, тегеләр күҙҙәрен дә астырманы.
– Нисек була инде ул? Беҙ иҫерек, һеҙ айыҡ... Улай булмай, – тип ҡыҫтай башланылар.
– Йәмәғәт, Рәмил эсһә, һеҙҙе кем бейетер һуң? – тип Солтан дуҫына ярҙамға ашыҡты.
– Эй, беләбеҙ инде эскәндәрен. Эсһә лә уйнай ул. Ҡыланып ултыралар инде. Һал тултырып.
Рәмилдең кәйефе ныҡ ҡына ҡы­рылһа ла, дуҫы хаҡына өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Аңламаҫһың был кешеләрҙе, эсмәһәң дә, эсһәң дә ярамай. Нимә етмәй икән уларға? Бына әле нимә тип ҡыҫтарға? Ю-уҡ, улар эскәндә һинең айыҡ йөрөр­гә хоҡуғың юҡ. Ә үҙҙәре айыҡ ваҡыт­та һине эскән килеш күреп ҡалһын­дар әле, ишетмәгәнеңде ишетәһең. Бар, аңлап ҡара һин уларҙы.
Нисек кенә тырышмаһындар, уларҙы эсерә алманылар. Теләмә­һәң, ауыҙыңа бер кем дә көсләп һала алмай.
Йырлашып-бейешеп таң атҡансы ултырҙылар. Рәмил ҡулынан гармунын төшөрмәне лә тиерлек. Инде туҡтап ял итәйем тиһә, уйна инде, тине лә торҙолар. Танһыҡтары ҡанғансы бейетте үҙҙәрен.
...Шул кеше бөгөн араларында юҡ. Күңел һис ышанмай. Их, шунда Мәскәүҙән бергә хеҙмәт иткән Игорь дуҫы килмәһә. Бәлки, үлмәгән дә булыр ине.
Көтмәгәндә, алдан хәбәр ҙә итеп тормайынса килеп төштө ул. Хатлашып торһа­лар ҙа, утыҙ йыллап күрешкәндәре юҡ уларҙың.
Игорь бөтөнләй үҙгәрмәгән кеүек. Ә Рәмил биреште һуңғы йылдарҙа. Ауыл ерендә эш тә күп инде. Унан эсеү ҙә һәйбәткә алып бармай. Ярай, үткән эштән төш яҡшы, тип Рәмил был турала уйламаҫҡа тырышты. Юлдан һуң, бер аҙ ял итеп алғас, кискә ҡарай иптәшен балыҡҡа алып китте.
– Ой, Рамилька, ожмахтың үҙендә йәшәйһең икән, – тип юл буйы тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып барҙы Игорь. – Тауҙар ҡайһылай бейек һеҙҙә. Анау иң текәһенә менгәнең бармы?
– Бар, әлбиттә, ошонда йәшәп... Елмерҙәк һырты ул.
– Әйҙә, иртәгә алып бар әле.
– Барырбыҙ, барырбыҙ.
– Ысынмы? Рәхмәт. Белһәң, нисек оҡшай миңә бында. Мәскәүҙә быларҙың береһен дә күреп булмай бит.
– Ярай, ярай, тыныслан, йәнең телә­гән урынды алып барып күрһәтермен.
Килеп еткәс тә ҡармаҡтарына тотондолар. Һыу шундай йылы, әйтерһең дә, уларҙың килеүенә кемдер әҙерләп ҡуйған.
– Ҡайһылай таҙа йылға. Таштар үтә күренеп ята. Ҡара әле, балыҡтарҙың йөҙгәне лә күренә, – тип ҡунаҡ һоҡланыуын дауам итте. – Әйҙә, һыу кереп сығабыҙ. – Үҙе иптәшенең яуабын көтөп тә тормай, йылғаға һикерҙе.
– Балыҡ тотҡанда шым ғына йөрөргә кәрәк. Ә һин геү киләһең, – тип ауыҙ эсенән бер аҙ мөңгөрләһә лә, Рәмил түҙмәне, Игорь артынан үҙе лә төшөп китте.
Рәхәтләнеп, ҡолас ташлап йөҙҙө улар. Рәмилдең дә күптән былай кинәнеп һыу кергәне юҡ ине. Улай яйлап йөрөргә ваҡыты ла юҡ инде. Өҫтәүенә балыҡҡа килгәндә, бер үҙеңә ҡыҙыҡ та түгел.
– Әйҙә, ярышып ҡарайыҡ. Анау ялбыр тирәк тапҡырына тиклем кем тиҙерәк барып етер икән?
– Әйҙә, – тип рәхәтләнеп ризалашты Рәмил.
Ғүмер буйы һыу буйынан ҡайта белмәгән ауыл иренә етә аламы һуң ҡала кешеһе? Әллә ҡайҙа артта тороп ҡалды.
– Слушай, һин бит үҙең балыҡ һымаҡ йөҙәһең, – тип ысын күңелдән һоҡланды Игорь, дуҫына ҡарап.
– Ә һин нисек уйлағайның?..
Бәхеткә, балыҡ та шәп сиртте. Рәмилгә ҡармағын ырғытҡан һайын тиерлек эләгеп кенә торҙо. Ҡунағының ғына эше бешмәне. Нисек кенә тырышмаһын, эләкмәй ҙә ҡуя. “Ниндәй сере бар һуң уның? Ҡарап тороуға бер нәмәһе лә юҡ кеүек. Тап һинеңсә ырғытам бит”, – тип бер аҙ кәйефе лә ҡырылды тегенең. Аптырағас, Рәмил уның эргәһенә барып өйрәтеп, селәүсенде үҙе ҡармағына индереп, ҡулына тоттороп ҡараны. Тик ике-өс аҙым атларға ла өлгөрмәне, тегеһе яу һалып ҡысҡырырға тотонмаһынмы!
– Рәмил, эләкте, эләкте, кил тиҙерәк бында! – Ләкин сығарып килтергәндә генә балыҡ төштө лә ҡалды.
– Кеше шулай ҡысҡырамы ни? Шым ғына ултырырға кәрәк. Һиңә мәңге балыҡ эләкмәйәсәк, – тип Рәмил иптәшен шелтәләп алды.
Игорҙың түҙемлеге бөттө.
– Һин бит күрҙең. Эләккәйне, шулай бит? Все, мин башҡаса булдыра алмайым. Балыҡтарығыҙ мине ят итә шикелле, – тип ул ҡармағын бөтөнләй ташлап ҡуйҙы. – Һин унда байтаҡ ҡына тотҡанһың, әйҙә, бешереп ашайбыҙ, – тип усаҡ әҙерләй башланы.
– Асыҡтың дамы ни, балыҡсы? Ярай, сыбыҡҡа теҙеп, өтөп кенә ашап тор. Ҡайтҡас, үҙемдең фирменный ризыҡты әҙерләрмен, – тип йылмайҙы Рәмил.
Табыштарын саҡ күтәреп ҡайтты улар. Рәмил шунда уҡ балыҡтарҙы таҙартып, бешерергә тотоноп китте. Өҫтәл әҙерләнеләр. Табынға ҡунаҡ та күстәнәстәрен сығарып теҙҙе. Оҙаҡламай балыҡ та бешеп сыҡты.
– Әйҙә, башта “Мәскәүский”ҙән ауыҙ итәйек, – Игорь араҡы ҡойҙо, тик хужа шунда уҡ ҡаршы килде.
– Их, шундай матур ултырабыҙ. Ризыҡтарҙың барыһы ла иҫ китмәле тәмле. Сәкәштереп тороп эсерлек кеше лә булһа икән, – тип, хужа эсмәүенең сәбәбен әйтһә лә, тегеһе ҡыҫтауын белде. – Шул тиклем ерҙән килдем, етмәһә, күрешмәгәнгә нисә йыл. Әҙерәк кенә хөрмәт итһәң, бер генә рюмка булһа ла эсәһең инде. Аҙаҡ көсләмәм.
– Ярай, улайһа, – ризалашмай булдыра алманы Рәмил. Ысынлап та, бер рюмканан нимә булһын инде? Һөйләшеп ултыра торғас, икенсеһен, өсөнсөһөн дә бушатып ҡуйғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Күптән эсмәгәнгәмелер, башына тиҙ сыҡты. Оҙаҡламай:
– Дуҫың килгән тип ишеткәйнем, әйҙәгеҙ, беҙгә килеп ҡайтығыҙ, – тип Солтан шылтыратты. – Матур итеп ултырырбыҙ. Рәсимә тәмле итеп бәлеш һалған.
– Үҙебеҙҙә балыҡ та бешкән дә ул. Тик дуҫҡа һинең йортоңдо күрһәтмәйенсә булмай инде. Хәҙер сығып етербеҙ, – тип ризалығын бирҙе Рәмил.
Уның эскәнен һиҙгәс, Солтан шикләнеберәк ҡарап ҡуйҙы.
– Бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ. Бөтәһе лә һәйбәт. Күреп тораһың бит, һин дә мин аяғымда баҫып торам, – тип тынысландырырға ашыҡты Рәмил.
Шунан өсәүләп яңы өйҙө ҡарарға инеп киттеләр. Икенсе ҡатҡа менә башлағас, Рәмил, башы әйләнгәнен һиҙеп, туҡталып ҡалды. Күҙ алдары ҡараңғыланды. Тәне ауырайып, ҡуҙғала алмаҫтай хәлгә килде.
– Нимә булды һиңә, Рәмил?
– Башым, башым әйләнә. Йөрәгем атылып сығып килгән һымаҡ. Миңә теймәгеҙ, йәме. Барығыҙ, ҡарай тороғоҙ. Мин ошонда ултырып аҙ ғына хәл йыям да артығыҙҙан ҡыуып етермен. Туҡта, бында ни эшләп ҡараңғы һуң ул? Ут үткәрмәнеңме ни, Солтан?
– Бәй, янып тора бит. Күрмәйһеңме ни?
Солтан нимәлер һиҙенеп, тиҙерәк Рәмил янына ашыҡты.
– Нимә булды һуң һиңә, дуҫҡайым? Ни эшләп эстең һуң шул шайтан һыуын?
Унан утлы ҡарашын Игорға төбәне:
– Эсергә ярамағанлығын әйтмәнеме ни?
Тегеһе, нимә тиергә лә белмәй, ҡарашын ергә төбәне.
– Бәй, Иҙел улым, ә һин нимә эшләйһең бында? – Рәмил һаташа башланы. – Ҡайҙан килеп сыҡтың һуң һин? Зәлиә, әйт әле, ул бит үлгәйне. Төшмө был, әллә өнмө? Улым, асыуланып ҡараған кеүекһең. Нимә тип үпкәләттем үҙеңде? Ә-ә-ә, белдем. Хәҙер бөтәһен дә аңлатам. Эйе, мин яңылыштым. Шайтан ҡотортто, улым. Туғандарың өсөн ҡайғыраһың инде. Уларҙы матур итеп үҫтерәм, кеше итәм тигәйнем. Килеп сыҡмаҫ, ахыры. Асыуланма инде атайыңа...
Рәмил яйлап ҡына баҫҡыс буйлап һуҙылып төштө. Әле яңы ғына үҙе семәрләп эшләгән баҫҡыста шулай йән бирере башына ла инмәгәндер инде уның. Киреһенсә: “Рәсимә еңгә, һинең өсөн генә тырышыуым. Баҫҡыс буйлап менгәндә лә, төшкәндә лә ошо матурлыҡты күреп, кәйефең күтәрелһен, тим. Ну, ҡәйнешем булдырған, тип мине лә маҡтап-маҡтап алған булырһың шунда”, – тип ҡайһылай шаяртып торғайны.
Уны һуңғы юлға оҙатырға бөтә ауыл халҡы йыйылды. Барыһына ла ауыр ине. Бигерәк яҡты, изге кеше ине шул.
Солтан ҡунаҡтары янына килгәндә, улар ҙа тынып ҡалғайны.
– Рәмил дуҫыбыҙ етмәй, шулай бит? – тип көрһөндө хужа.
– Ҡуй инде, шундай кеше арабыҙҙан китте. Урыны йәннәттә булһын инде.
– Рәмилдең рухы беҙҙең менән. Былай ултырыуыбыҙҙы ул һис килештермәҫ ине, – тип хужабикә табынды күтәрергә тырышты.
Шул саҡ үҙәккә үтмәле моңло тауыш менән берәү йыр башланы. “Ғәлиә” йыры. Зәлиә йырлай ҙаһа. Күптән тауышын ишеткән юҡ ине. Бындай ҙа моңло итеп бер ваҡытта ла йырлағаны булмағандыр. Сәхнәләге сығышын алҡышлаған кеүек, ул йырлап бөтөүгә дәррәү ҡул сабып ебәрҙеләр. Тик Заһир йырын башҡарыусы ғына булманы...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873