Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шатлыҡ бүләк итеп йәшәгән
Педагогия училищеһында уҡыған дуҫтарым менән осрашҡанда һәр саҡ белем биргән, һөнәр һайларға ярҙам иткән уҡытыусыларыбыҙҙы оло хөрмәт менән иҫкә төшөрәбеҙ. Кем өсөндөр теүәл фәндәр яҡын булһа, икенселәргә һынлы сәнғәт йәшәү мәғәнәһе ине. Тимәк, яратҡан уҡытыусыларыбыҙ ҙа төрлө булды һәм фекер айырымлыҡтары килеп сығыуы ла ғәжәп түгел. Шулай ҙа бер исем әле лә берләштерә.
Эйе, 2-се педагогия училищеһының (хәҙер колледж) директоры Сәйет Бикмөхәмәт улы Сәйфуллин уҡыусылар араһында ҙур абруй ҡаҙанған шәхес ине. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты белем усағына байтаҡ йылдар етәкселек итте (1975 — 1995 йылдарҙа). Тап ул директор булған осорҙа уҡыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Партия органдарында эшләп, шаҡтай тәжрибә туплаған, ойоштороу һәләте көслө белгес, хеҙмәттәштәренең хәтерләүенсә, педагогик советтарҙың эшенә яңы һулыш өҫтәй, уҡыу йортон бынамын тигән белгестәр менән нығыта.
Сәйет ағай тураһында талапсан да, бер үк ваҡытта йомшаҡ күңелле лә булды, тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килер. Беҙҙе ижтимағи фәндәрҙән уҡытты. Уның йомшаҡ тауышы күңелгә үтеп инә ине. Бер ҡасан да дәреслеккә күҙ һалмай, теманы төплө аңлата, ысын һүҙ оҫтаһы булыуы менән йәлеп итте. Шуға ла уны йотлоғоп тыңланыҡ. Уҡыусыларҙың фекере менән ҡыҙыҡһынырға ла өлгөрҙө. Директорҙан ихласлыҡ бөркөлөп торғанғамы, аралашыуҙа көсөргәнешлек тыумай торғайны, ваҡыты-ваҡыты менән көлөп тә ебәрер ине. Ғөмүмән, тәбиғәте менән ысын педагог булды. Төркөмдәшем Әлфиәнең: “Ҡайһы бер уҡытыусылар йылдар үтеү менән тоноҡлана, ә Сәйет ағай күҙ алдында, дәрестә нимә һөйләгәнен дә яҡшы хәтерләйем”, — тигәне әле лә иҫтә.
Бына шундай сағыу кеше С. Сәйфуллин ойоштороусы, етәксе генә түгел, ә атайҙарса хәстәрлек менән янған тәрбиәсе лә була белде. Кеселекле һәм үҙе лә һәр уҡыусыһында шәхес күрҙе. Күптәр уның өмөтөн аҡланы, уҡыуын уңышлы тамамлап, һөнәренә тоғро ҡалған, белем усағының данын, мәртәбәһен күтәргәндәр бихисап. Совет осоронда һынлы сәнғәткә арналған күргәҙмәләр йыш ойошторолдо. “Мәктәп-Уҡытыусы-Сәнғәт” тигән I Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә тәүге мәртәбә ҡатнашҡанда, уҡыусыларҙың егерме өс эше тәҡдим ителеп, ун дүрт автор диплом менән бүләкләнде. 1983 йылда икенсе тапҡыр уҙғарылған күргәҙмәлә училище ҡырҡ алты диплом яулай. 1987 йылда илле туғыҙ автор бүләкләнә.
Иң мөһиме — уҡыу йортонда һөнәргә, мәктәпкә, илгә тоғро белгестәр тәрбиәләнде. Бынамын тигән оҫталар әҙерләнде. Улар менән республика ғына түгел, ил ғорурлана. Н. Калинушкиндың рәсемдәре Италия, Германия, Словакия, АҠШ һәм Францияның төрлө фондтарында һаҡлана. Мансур Саттаров С. Дали исемендәге Бөтә донъя альянсының алтын миҙалы, М. Ломоносов һәм Бөйөк Петрҙың III дәрәжә ордены менән наградланған. Яҙмамда ундай оҫталарҙы берәмләп һанауҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Музыка бүлеген тамамлағандар ҙа илебеҙҙең университеттары, сәнғәт академиялары һәм аспирантураларында уҡыта.
Сәйет Бикмөхәмәт улының вафатына ун биш йыл үтһә лә, уҡыусылары уны һағынып иҫкә ала, ҡатыны Тамара Шәрифулла ҡыҙы менән араны өҙмәй. Ул үҙе лә ижади тормош менән йәшәй. Сәйет ағайға арналған “Мәрхәмәтле йөрәк” тигән китап сығарҙы. “Уның һымаҡ миһырбанлы башҡа берәүҙе лә белмәйем. Ярҙам иткән кешеһе күп булды, һәр уҡыусыһының хәлен белешергә лә ваҡыт тапты”, — ти ул ире хаҡында.
Тамара апай менән Сәйет ағай тәү күргәндә үк бер-береһен оҡшата, оҙаҡ та үтмәй өйләнешә. Татыу ғүмер кисергән был парға көнләшеп ҡараусылар ҙа табыла. “Һүҙ юҡ, татыу йәшәнек. “Сәйет Тамараһын бик ярата, хатта кәләше уяныуға кофе яһап, түшәгенә килтерә икән” тип тә әйткәндәр. Ул саҡта кофе эсеүҙең нимә икәнен дә белмәй инем”, — тип йылмая апай.
Ғаилә татыулығының серен ошолай аңлата.
— Ирҙе ғаилә башлығы итеп күрергә, кәйефен тойорға кәрәк һәм уның һүҙенән сыҡмау мөһим. Сәйет ата-әсәһен, туғандарын хөрмәт итте. Шуға өйләнешкән саҡта уҡ ата-әсәһенә һүҙ тейҙермәҫкә ҡушты. Шулай эшләнем дә. Ҡәйнәмдән күп нәмәгә өйрәндем, — ти Тамара Шәрифулла ҡыҙы.
Халҡыбыҙ борон-борондан ғаиләне иң изге төшөнсә тип ҡараған. Уны донъяның кесерәйтелгән бер өлгөһө, бала унда үҙен танырға, бүтәндәрҙең күңелен, ихтыяжын аңларға, яуаплылыҡҡа өйрәнә. Шәхестең формалашыуында, уның артабанғы яҙмышында ата-әсәнең роле баһалап бөткөһөҙ. Тамара ханым Сәйфуллина менән һөйләшкәндә, үҙенән-үҙе һүҙ ғаилә темаһына барып тоташты. Ошо бәләкәй генә дәүләттә һаҡланған ҡиммәттәр айырым бер төркөм тарафынан уйлап сығарылған ниндәйҙер идеология, сәйәсәттән күпкә өҫтөн. Шуға ла һәр дәүер (маҡтайбыҙмы уны, әллә тәнҡитләйбеҙме) үҙенең үрнәк булырҙай кешеләрен йәмғиәткә сығара. Остаз уҡыусылары өсөн шундай шәхес булды ла инде.
Тамара апай һөйләгәндәрҙән тормош иптәшенең туған йәнле, Бикмөхәмәт олатай менән Хәмиҙә инәйҙең хәстәрлекле улы булып кәүҙәләнә. Тыуған төбәген яратҡан.
— Хәйбулла районына йыл да ҡайта торғайныҡ. Икенсе яҡта тыуып үҫкәс, бындағы ҡайһы бер ғөрөф-ғәҙәтте белеп тә бөтмәгәнмендер, ә Сәйет үҙ яғындағы йолаларҙы бик тә һанлай ине. Тәүге тапҡыр ҡайтырға йыйынғанда уҡ әсәһенә лә, атаһына ла күлдәк алырға ҡушты. Шулай тейешлеген аҙаҡ белә башланым, һуңынан иҫкә төшөртөү кәрәкмәне. Борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттең үтәлеүе ҡайһылай шәп. Һигеҙ бала үҫтергән Хәмиҙә ҡәйнәм эшкә уңған кеше ине. Ҡайтып төшөү менән әбейҙәрҙе йыйып алды. Уның менән тиҙ уртаҡ тел таптыҡ. “Киленемде яратам”, — тимәне, ә ҡунаҡтар алдында: “Киленемде яратып ултырам әле”, — тип йылы мөнәсәбәтен белдерҙе.
Эйе, Өфөнән ҡайтып төшөү менән ҡәйнәм һәр саҡ туғандарын йыйып ала торғайны. Шунан улар саҡыра. Беҙҙең яҡта икенсерәк ҡунаҡ һыйлау. Ул саҡта кешелә әллә нәмә лә юҡ, иң мөһиме — аралашыу үҙе ҡиммәт, кешенең күңеле киң, шуға саҡыра. Ошо ихласлыҡҡа аптырай торғайным. Ҡәйнәм үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне. Уйлайым да, өндәшмәй генә күпме нәмәгә өйрәткән, тип һоҡланам. Азамат, Илшат тип улдарыбыҙға ла исемде ҡәйнәм ҡушты, — тип йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды.
Мәҡәлә геройым бына ошондай мөхиттә үҫкән. Атаһы — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, байтаҡ ауырлыҡ кисергән, ләкин бер ҡасан да зарланмай, ғүмере гел эш өҫтөндә үткән. Балаларын да шулай тәрбиәләгән.
— Сәйеттең иң матур сифаты — кеселекле булыуында, — ти Тамара Шәрифулла ҡыҙы. — Бөтәһе менән дә берҙәй уртаҡ тел тапты. Кешеләр йыш мөрәжәғәт итә торғайны, райондаштары менән араһын өҙмәне. Ауылдаштары барыр урын тапмаһа, өйгә алып ҡайтып ҡундыра торғайны. Бер ҡасан да ҡаршы килмәнем, ризыҡ менән бүлештек. Күңел киң булһа, урын һәр саҡ табыла. Хәҙер, әлбиттә, еңелерәк, Аллаға шөкөр, магазинда бөтә нәмә лә бар...
С. Сәйфуллиндың дуҫтарының береһе, яҙыусы Р. Ханнановтың хәтирәһендә шундай юлдарға иғтибар итмәү мөмкин түгел. Тамара апайҙың һүҙҙәрен миҫалға килтерә журналист. “Бигерәк тә бала йәнле ине. Азаматыбыҙ тыуғас, баланы ни эшләтергә белмәне, ҡулынан да төшөрмәне. Аяғы ергә теймәй ғорурланып йөрөгәнен хәтерләйем. “Атайым һуғышҡа киткәс тыуғанмын, атайым мине күргән булһа, шулай яратыр ине, тип уйлайым”, — тиер ине. Икенсе улыбыҙ Илшат донъяға килгәс тә башы күккә тейерҙәй булып шатланды, — тип бәхетле мәлдәрен хәтеренә төшөрҙө апай. Был — бәхетле ғаилә тормошонан бәләкәй генә күренеш.
Аңлауымса, бала йәнле Сәйет ағай бигерәк тә ата-әсәһе өсөн өҙөлөп торған, уларҙы ҡыуандырып, шатлыҡ бүләк итеп йәшәй белгән. Мәрхәмәт менән тулы күңел. Шул матурлыҡты йәш быуын менән хәленән килгәнсә бүлеште. Ике улына ла лайыҡлы тәрбиә биргән атай. Уларҙы хәҙер эшкә яуаплы ҡараған белгес тип беләләр. Өс ейәне, ике ейәнсәре бар. Унынсы класта уҡыған Әҙилә — спорт мастерлығына кандидат. Ул яңыраҡ Пермдә үткән үҫмерҙәр араһында трамплиндан һикереү буйынса ярышта ҡатнашып, бронза миҙал алып ҡайтҡан.
Сәйет Бикмөхәмәт улы тарихты яҡшы белеүе менән хайран итте, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары тураһында матбуғат биттәрендәге йөкмәткеле сығыштары менән һоҡландырҙы. Уны идеолог, ойоштороусы, яуаплы вазифа биләүсе тип кенә баһалау дөрөҫ булмаҫ. Республика тормошонда ҡайнап йәшәгән, халҡы яҙмышына битараф булмаған ир-уҙамандарҙың береһе булды. Халҡыбыҙҙың йола, ғөрөф-ғәҙәтен хөрмәт итеү менән бер рәттән, уның киләсәге өсөн хәстәрлек күрҙе — уҡыусылары, фекерҙәштәре, эшен дауам итеүселәре етерлек. Халыҡтың тәрән аҡылын һеңдереп үҫкәнгәлер, ата-бабалар аманатына тоғролоҡ һаҡланы. Үҙ асылын юғалтманы, дан-шөһрәт яулағанда ла, ғәҙелһеҙлектәргә дусар ителгәндә лә юғары мәҙәниәтле, сабыр, аҡыллы булып ҡалды.
Ихласлығын уҡыусылар асыҡ тойҙо. Педагог таланты һәр кемгә бирелмәй. Ә беҙҙең быуынға шундай уҡытыусыларҙа белем алыу бәхете тейҙе, улар ғәҙеллек, намыҫ өлгөһө булып ҡалды. Педагогия училищеһын тамамлаусылар араһында Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә танылыу яулаған һөнәр эйәләре һәм ғалимдар барлығын әйткәйнем. Ә Сәйет Бикмөхәмәт улы махсус урта белем биреү йортон киңәйтеү, уҡыусыларға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн һаулығын да, ваҡытын да йәлләмәне. Беҙ уҡый башлаған саҡта уның дөйөм ятағы юҡ ине, торараҡ ул да булдырылды, художество-графика бүлеге өсөн өҫтәмә бина юлланылды. Республикала беренселәрҙән булып училищеға колледж исеме бирелде. Егерме йыл директор вазифаһын башҡарыу дәүерендә күп нәмәләрҙе йөрәге аша үткәрергә тура килә уға.
Яҡшы хәтерле булыуына аптырай торғайныҡ. Үҙе уҡытмаған төркөмдәге уҡыусыны ла исеме менән белә ине. Миһырбанлыҡ һәм ҡәтғилек, һәр эштә теүәллек һәм асыҡлыҡ. Уҡыусылар менән ябай ғына итеп аралаша белеү. Ҡапыл рәхәтләнеп көлөп ебәрһә, иңдән ауырлыҡтар, хәсрәт һыпырылып төшөп киткәндәй. Сабыр ҡарашлы ине, ошо сабырлыҡ эсендә аҡыл да, үтә күреүсәнлек тә сағылды.
2009 йылда 2-се педагогия колледжы арҙаҡлы шәхестең юбилейын билдәләне. Тарих өсөн ҙур ваҡыт түгел һымаҡ. Ә ошо осорҙа был махсус урта белем биреү йорто биш меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған. Күркәм йолаларға тоғролоҡ һаҡлана — колледж үҫеш юлында. Ә был уның эшмәкәрлеге өсөн тормошон арнаған Сәйет Сәйфуллин кеүек шәхестәрҙең фиҙаҡәрлеге юҡҡа сыҡмаясаҡ тигәнде аңлата.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 144

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 493

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 233

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 937

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 706

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 381

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 702

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 974

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 460

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 534

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 361

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 541