Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алдаҡсының ысулы ҡырҡ
Алдашыусылар тураһында әленән-әле ишетелеп тора. Күп осраҡта халыҡ бер үк тырмаға баҫыуын дауам итә. Өҫтәүенә мутлашыусылар бер урында тапанмай, алдауҙың яңы алымдарын өҙлөкһөҙ уйлап сығара.
Мәҫәлән, телефондан шылтыратыу, смс хәбәр аша алдатыуҙар әле лә иҫкермәгән. Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә лә мутлашыуҙар дауам итә. Банк картаһынан аҡса һурыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Билдәле булыуынса, башҡа кешенең кеҫәһенә төшөү, ышанысы менән файҙаланыу яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш. Әлбиттә, язаһы төрлө шарттарға бәйле. Был йәһәттән юғалтыуҙың күләме, енәйәттәштең булыу-булмауы күҙ уңында тотола.
Мәҫәлән, күптән түгел Өфөлә күрәҙәлек менән шөғөлләнгән ике ҡатын урам уртаһында бер ирҙең 2 500 һум аҡсаһын һалдырып алған. Уныһы хоҡуҡ һаҡсыларына шылтыратҡан һәм енәйәтселәрҙе тиҙ арала тотҡандар. Хәҙер уларҙың башҡа алдашыуҙарға ҡыҫылыштары бармы, юҡмы икәнен тикшерәләр.
Ошо урында бер танышым иҫкә төшә. Эштән ҡайтып барған мәлендә уға ла берәү осрап, “сәләм” биргән. Ләкин артабан нимә булғанын томан аша ғына иҫләй. Шул арала банк картаһынан 15 мең һумын тегегә күсереп тә ҡуя. Аҡсаһын ят кешегә тоттороп ебәреүен ике сәғәттәй ваҡыт уҙғас ҡына аңлап ҡала.
Иң тәүҙә, әлбиттә, банкка бара. Ләкин күсергән аҡсаны ҡайтарып булмай тигән яуап ала. Артабан полиция бүлексәһенә юлды тапай башлай. Тәүге барғанында: “Иртә килгәнһең, бәлки, аҡсаңды кире ҡайтарыр. Ике аҙна үткәс килерһең”, – тип яуаплайҙар. Әйткән ваҡыттарына ҡабат бара. Банктан ҡағыҙҙар алып килеүен һорап, йәнә кире боралар. Өсөнсөгә барғанында бөтөнләй: “Һиңә ни кәрәк? Нимә тип ғариза яҙырға уйлайһың?” – тиҙәр. Баҡһаң, теге кеше быны туҡмамағас, сәнсмәгәс, енәйәт эшен ҡуҙғатырлыҡ сәбәп юҡ, имеш. Ә ҡанундар кешенең хисен, гипноз, күҙ буяу кеүек нәмәләрҙе танымай. Ҡоро дәлилдәр кәрәк. Әйтәйек, анау күрәҙәселәрҙеке кеүек. Дауалайым тип, сирен еңә алмаһалар ҙа, енәйәт эшенә ҡарай икән. Ә танышымдың осрағында мутлашыусыны эҙләп тә маташмайҙар. Әгәр үҙе аҡсаны ҡайтарырға теләмәһә, уны мәжбүр итерлек көс юҡ. Ә аҡса әҙ түгел бит – бер айлыҡ эш хаҡы.
Банктан алған ҡағыҙҙар аша мутлашыусының исем-шәрифе асыҡланғас, мәғлүмәттәр банкын ҡарағандар. Унан билдәле булыуынса, был кеше хатта ике эш буйынса тикшереү аҫтында йөрөй икән. Береһе – мутлашыу, икенсеһе талау ниәтендә һөжүм иткәне өсөн.
Бындай осраҡтар йәмғиәттә һирәк түгел. “Полиция хеҙмәткәрҙәре эшләмәй” тигән һүҙҙәр ҙә халыҡ араһында юҡтан ғына таралмағандыр. Әммә хоҡуҡ боҙоусыны улар түгел, ә Енәйәт кодексы хөкөм итә бит. Мутлашыусылар иһә шуны урап үтеү юлын эҙләй. Табалар ҙа. Бындай осраҡтарҙан кеше үҙе генә һаҡлана ала. Иң әүәл – иғтибарлы булыуы менән. Унан тағы кешеләр мутлашыусыларҙың яңы алымдары тураһында бер-береһенә хәбәр итә ала. Социаль селтәрҙәр был йәһәттән ҙур мөмкинлек аса. Ошо алымдың, ысынлап та, проблеманан аралауы ихтимал.
Енәйәтселәрҙең аңы йоҡламай икәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Уларҙың ысулдары үҙгәреү генә түгел, яҡшыра ла. Шуға ла ят кешегә һеҙҙән берәй нәмә кәрәк була ҡалһа, хис-тойғоға бирелмәйсә, айыҡ аҡылды һаҡлап ҡалығыҙ.


Автор: Динис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә