Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамсынан йыйылған күл
Тамсынан йыйылған күлТамсынан йыйылған күлҒәжәйеп беҙҙең йәмғиәтебеҙ. Йәшәй-йәшәй, үҙебеҙҙең тормошто тәрәнерәк төшөнә барған һайын, тел шартлатырға сәбәп күбәйә генә барғандай. Көтмәгән ерҙән килеп сыға ла тәрән уйланыуҙарға тарыта йәшәйешебеҙҙәге ҡарамаҡҡа ябай ғына хәл-күренештәр.
– Һунарға барып ҡайт­тыҡ, – тип маҡтанғандай итте танышым, оҙайлы ялдан сыҡҡас.
– Уңдығыҙмы һуң?
– Юҡ та, эттәрҙе юғалтып йөрөнөк...
– Өйрәктәме ни?
– Әйттең тағы... Ҡабанда!
Имеш, бөтә һунарсыларға республикала йәшәгән ҡыр сусҡаларының 80 процентын атып бөтөргә ҡушылған икән. Ҡушылған ғынамы – бойоролған! Уларға ни – ҡуш ҡына, башҡа ваҡытта нисек рөхсәт алырға белмәҫһең, ә бында – ат та ат. Бахыр ҡатымо­рондарға афәт көтөлмәгән яҡтан килгән: күрше Татарстандағы фермала уларҙың бер ҡәрҙәшендә Африканан таралған сусҡа киҙеүе тапҡандар. Ошо сәбәпле тотош ил буйынса тиҙҙән таралып китәсәк үләтте алдан фаразлаған бер “күрәҙәсе” аҡыллы баш шундай фарман сығарған – башланғысты тамырынан ҡороторға! Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел – Африканан килеп етә алғас, Татарстандан беҙгә тиклем нимә генә инде ул?
Ҡабандарға һүҙ юҡ, тип әйтмәйем, ғәйеплелер ҙә улар дуңғыҙ булып тыуыуына. Африка үләтен беҙҙә таратасаҡтары ихтималлығы ла ғәйәт ҙур. Бер тапҡыр булды бит ул афәт: тотош фермалар юҡ ителде, сусҡа малын өй беренсә йыйып йөрөнөләр. Тик шул осорҙа баҙар шарттарына ярашлы сусҡа итенә хаҡтарҙың кинәт төшөп китеүе күҙәтелмәне, баҙарҙа ҡыр сусҡаһы ла пәйҙә булманы. Тимәк, баяғы “күрәҙәсе” дөрөҫ иҫәпләгән, сараны ла ваҡытында күреп өлгөргәндәр, тип йыуанайыҡ.
Ветеринария хеҙмәте өлкәһендә бындай осраҡтар булып тора. Тауыҡтарға ла йыш янай ул афәт, ә төлкө малы беҙҙә бөтөнләй “ҡара исемлек”тә, сит илдән индерелгән аҙыҡ-түлекте лә әйләнгән һайын тыйып торалар. Мал табиптарының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге тырышлығын хәҙер “ике икең – дүрт” ише ғәҙәти ғәмәл тип ҡабул итәбеҙ, ниңә улай әле, тигән уй башҡа инеп тә сыҡмай. Әле лә бына Татарстанда аяҡ һуҙған бер “харам мал” өсөн Башҡортостандағы барлыҡ ҡыр сусҡаһына үлем янай. Кешелек был күренешкә үҙ аңлатмаһын биргән инде: глобализация дәүерендә Ер шарының бер осондағы осҡондоң тиҙ үк икенсе оста ялҡын булып тоҡаныуы ихтимал. Шул яғы хәүефле тиҙлектәрҙең һәм “асыҡ ҡапҡаларҙың”.
Тәрән уйҙарға тарыта торған ябай ғына хәлдән башлағайным бит әле. Ил буйынса сусҡа малын тотош ҡырып сығыу ябай ғына күренеш түгел, ҡатмарлы система эшмәкәрлеге ул. Иҡтисадҡа, хатта халыҡ-ара сәйәсәткә лә бәйле булыуы бик ихтимал. Ана шуға ла был хәлде “кемдеңдер бер мал йораты яңылыштан ятып үлгән” тип түгел, ә илдәге һәм халыҡ-ара сусҡасылыҡ торошонан сығып баһаларға кәрәктер. Ана ҡайҙа алып барып сығара танышымдың ял итәм тигән булып, ел ҡыуғандай, ҡарамаҡҡа бер ғәйепһеҙ ҡыр сусҡаһын баҫтырып йөрөүе!
Түбәнерәк төшөп, көнитмешебеҙгә яҡыныраҡ килеп ҡарайыҡмы? Рәхим итегеҙ. Бына, алдымда кибеттән һатып алынған кескәй генә һөт ҡумтаһы. Уҡып ҡарайым: нетто – 200 грамм. Ғәжәпләнерлек нәмә тойманығыҙмы? Туҡта, ә ни өсөн шыйыҡ­лыҡ күләме беҙҙә ауырлыҡ үлсәме менән баһалана башланы әле, тигән уй килмәнеме башығыҙға? Юҡ, улай түгел икән, бына бит, янында уҡ дөрөҫө күрһәтелгән – 196 миллилитр. Һиҙҙегеҙме инде эштең ниҙәлеген? Ана шул остоҡ ҡына дүрт миллилитр айырмала! Һөттөң бер литры (бер ҙә килограмы түгел) кибеттә 36 һум тора тип һанаһаҡ, һөт заводы ана шул айырмала бүлгеләп һатылған һәр тонна һөттән 720 һум артыҡ аҡса эшләй булып сыға. Ә Өфөлә көнөнә нисә тонна һөт һатыла?
Кит әле, тип ҡул һелтәп кенә ҡуйып ҡара ошонан һуң ҡапта күрһәтелгән дүрт тамсы ғына айырмаға. Баяғы мәрхүм сусҡа һымаҡ, система ҡалыбына һалһаң, ул да беҙҙе ил һәм халыҡ-ара иҡтисад кимәленә алып барып сығара түгелме? Күл тамсынан йыйылған кеүек, ошо бер нисә тамсы илебеҙҙең һөт малсылығы тармағы яҙмышын хәл итмәйме икән әле...
Шыттыра, төймәнән дөйә яһай был мәҡәлә авторы, тип дәғүә белдереүселәр булырын тоям. Ә бит яңыраҡ ҡына Шишмәлә шундай уҡ дау ҡупты: һөт ҡабы эсенән сысҡан үләкһәләре килеп сыҡты! Мин дә төрлөсә баш ватып ҡараным: тараҡан түгел дәһә ул ҡомаҡ, уларҙы нисек һөт ҡабына тыҡмаҡ кәрәк? Биҙрәгә яңылыш төшөп батып үлһә — бер хәл. Тимәк, үтә ныҡ тырышырға кәрәк булып сыға.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәйәт ҙур системаға әүерелдерелгән осраҡта, кеше унда кескәй генә шөрөптөң ниндәй эш башҡарыуына иғтибар итмәй, “ярай инде” тигәнерәк ҡарашта ҡала. Ә ундай “шөрөптәр” беҙҙә аҙым һайын, һәр тармаҡта, һәр өлкәлә үҙ эшен башҡарып, ҡулланыусыларҙан үҙ әжерен һығып тора. Әйткәндәй, матди өлкәлә генә башҡарылмай бындай хәйләләр. Әммә ентекләп юллап барһаң, уларҙың да шул системаға – кешене алдап аҡса урлауға — килтереп сығарыуын күрербеҙ.
Мәҫәлән, мине һәр ваҡыт беҙҙәге кибеттәрҙең ишегенең нисек ҡоролоуы ғәжәпләндерҙе. Икешәр яҡлы ике ҡатлы ишектең һәр ваҡыт берәр яғы сатрашлап бикләп ҡуйылған була. Тышта ныҡ эҫе булһа ла, халыҡ эркелеп, тығылышып инеп-сығып торһа ла. Асыуланып, хужаларына әйткәнем дә булды: “Ни өсөн әллә нисә ишек эшләп ҡуяһығыҙ, береһе генә асыҡ булғас?” Һеҙ ҙә һорап ҡарағыҙ. “Хәйлә-тығын бит ул, һатып алыусыны эстә оҙағыраҡ тотор өсөн”, – тип аңлатырҙар тиһегеҙме? Бихисап ваҡ-төйәк һатылған киң ҡулланылыш кибеттәрендә кассалар ҙа шул системаға ҡоролған: унда биш кассаның береһе генә эшләп, яһалма сират булдырып, кешене прилавка янында оҙағыраҡ тоторға мәжбүр итәләр. Ошо бәләкәй генә хәйләнең күпме табыш килтергәнен кем һанап ҡараған тиһең?
Үлсәм тигәндәй, киң таралғандарҙан тағы бер миҫал. Һеҙ юл ыңғайы ғына тәғәмханаға инеп сығырға булдығыҙ, ти. Унда тәрилкәлә бер балыҡ ҡойроғо иғтибарығыҙҙы тарта. Оһо, күркәм генә, миңә генә ҡарап ята, 50 һум ғына, тип дәртләнеп, уны ейергә ниәт итәһегеҙ. Оҙон сират тороп кассаға етһәгеҙ, ул балыҡ 150 һум булып сыға! Ни өсөн? Сөнки, ипләберәк ҡараһаң, тәрилкә янында: “Балыҡ. 100 грамы 50 һум” тигән яҙыу тора, имеш. Тик бына тап ошо урында һеҙгә тәғәйен балыҡ ҡойроғоноң нисә грамм тартыуы ниңәлер күрһәтелмәгән. Алдашамы ашнаҡсы? Эйе. Тик һин уны иҫбатлай алмаясаҡһың. Хаҡы күрһәтелгәнме – күрһәтелгән, шартына килтерелгән. Әйткәндәй, 100 грамы, бер метры, бер литры тип хаҡ билдәләп алдауҙар беҙҙә аҙым һайын. Белеүегеҙсә, статистика һәр ваҡыт хаҡтарҙы шул күләмдәрҙән сығып билдәләй. Әйтәйек, фәлән айҙа бер килограмм икмәктең уртаса хаҡы – шунса. Ә һеҙ берәй ҡайҙа бер килограмм ауырлыҡтағы икмәк күргәнегеҙ бармы? Кибеттәге хаҡтар менән статистика күрһәткесен сағыштырып ҡарар өсөн ярайһы уҡ ҡатмарлы иҫәп-хисап яһарға тура киләсәк. Ана шунда күренер система эсенә йәшеренгән грамдарҙың һәм тиндәрҙең асылда миллион һумдар яһап тороуы.
Үҙебеҙҙе аҙым һайын ваҡ ҡына нәмәләрҙә өҙлөкһөҙ төп башҡа ултыртып тороуҙарын бер ҙә танығы килмәй. Аңлашыла ла һымаҡ: барыһына ла таныш кинокәмиттәгесә: “...беҙҙең караптарыбыҙ йыһан киңлектәрен иңләгән ваҡытта!..” беҙ, бер байғош һымаҡ, грамдар вә тиндәргә көнөбөҙ ҡала буламы? Ә алдаусыларға шул ғына кәрәк тә. Белә улар: бер кешене алдаһаң, һиҙеп ҡалып, янъял күтәреүе ихтимал, ә бына системаға һалынған ялғанға барыһы ла ҡул һелтәп ҡараясаҡ. Кеше көтөү малы кеүек, ул берәй нәмә ҡылыр алдынан мотлаҡ йәнәшәһендәге башҡаларға ҡарап ала – ни эшләй улар?..
Билдәле яҙыусы-диссидент Юрий Нагибиндың “Ашығыс командировка, йәки ҡәҙерле Маргарет Тэтчер” тигән повесында киң ҡоласлы системаның эшмәкәрлеге бик матур һүрәтләп бирелгән. Унда ябай ғына инженерҙың сит илгә командировкаһы сағылдырыла. Тиҙ генә бара һалып, ҙур дәүләт йылы илдәрҙең береһендә ҡороп биргән химия заводындағы етешһеҙлекте төҙәтеп, илде химик һәләкәттән ҡотҡарырға кәрәк. Ә бына ябай инженерҙы унда ебәреп булмай, имеш: йәһүд, партияһыҙ, лимитчик һ. б. Система төрлө яҡтан тыйыуҙар һала. Аптырағас, КГБ генералы шундай ҡарарға килә: геройҙы ул илгә шпион рәүешендә оҙатырға! Тик уға биреп ебәреү өсөн 10 доллар аҡсаны ла бухгалтерия аша алып булмай (шпион бит) – үҙ кеҫәһенән сығарып бирергә тура килә. Ана шулай, һәр яҡлап үҙен ҡурсалаған система ҡайһы саҡта үҙенә лә ҡаршы булып ҡуя икән.
“Әллә ҡасан юҡҡа сыҡҡан СССР-ҙы иҫкә төшөрмә әле!” – тигәндәргә шуны әйтер инем: беҙҙең әлеге система элеккеһенән дә ҡатыраҡ, хәйләкәрерәк һәм аяуһыҙыраҡ. Тик бында шуныһы бар: беҙ шаҡтай иреклерәк һәм, һәр хәлдә, кибеттәрҙәге алдашыуҙарға ҡаршы берәмләп тә, күмәкләп тә көрәшә алабыҙ. Совет һатыусыһына һүҙ әйтеп ҡара – туң балығы менән башыңа ҡундырмаҫ тимә йә бөтөнләй кибетенә индермәй башлар ине. Ә бөгөн ундай “ваҡ-төйәк” алда­шыуҙарҙы күреп, уларға ҡаршы яу асырға мөмкин. Исмаһам, асыуыңды сығарып ҡаласаҡһың...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 125

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 477

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 113

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 922

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 687

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 266

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 587

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 970

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 451

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 526

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536