Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һалым түләрлек кенә... (Уйынлы-ысынлы)
“Һаумы, ҡустым! Тимербикә инәйең был. Үҙең беләһең: мин кешене бушҡа ғына борсой торғандарҙан түгел. Ваҡытың тығыҙ икәнлеген дә аңлайым, Хөкөмәт эшенә башкөллө сумғанһың. Мине лә шул бер Хөкөмәт закуны йоҡлар йоҡоларымдан, ашар аштарымдан яҙҙырғанын аңлаһаң икән. Гел эшһеҙ ятҡан әрәмтамаҡтарға һалым һалынасаҡ тип яҙып, ауыл халҡын ҡурҡытып бөттөгөҙ бит. Хут шул нәмәнең суммаһы күпме икәнлеген күрһәтмәһәгеҙ ни була? Беҙҙә ни улар өй һайын, ауылыбыҙҙан ғына бер-ике депутатҡа айлыҡ эш хаҡын түләрлек аҡса йыйылырлыҡ. “Пенсия йәшен арттыралар”, тип яҙғанығыҙҙан бирле ағайың гәзит уҡыуҙан туҡтаны. “Инде бер йыл ҡалды тигәндә”, – тип төндәр буйы уфтаныуҙан бушамай.
Пинсиәһен көтөп ала алмай ыҙалана шул ҡартҡайым. Ғүмер буйы калхузда трахтарист булып йөрөнө. Ни аҡсаһы, ни файҙаһы булмағас, “ҡороғор!” тип беҙ, бисәләр, ныҡ ҡарғаныҡ, ахырыһы, калхузы ла ирҙәребеҙ пинсиәгә сыҡҡансы түҙмәне, ҡороно. Үҙем биш бала тапҡас ни, хаҡлы ялға илленән туҡтаным да ул, әле ете мең һигеҙ йөҙ тәңкә пинсиә алам, Аллаға шөкөр! Балаларыбыҙҙың ҡайһыһы ҡояш сығышында, ҡайһыһы ҡояш байышында үҙ йүнен үҙе күрә, әллә ниҙә бер ҡайтҡылап китәләр.
Ярар, әллә нимәләр яҙып, башыңды бушҡа бутамайым әле. Әйтер һүҙеңде, кем әйтмешләй, күҙгә ҡарап, тура әйтеп һөйләшеүгә ни етә. Ағайыңды әйтәм, ни эшләргә эше, ни мал аҫрарлыҡ хәле юҡ. Йорт тирәһендә аҙ-маҙ ҡыштырлаған була былай. Көнө буйы Һоросайы менән диванда һуҙылып ятып кина ҡарауҙан уҙмай. Әлеге сығарылған закун буйынса – әрәмтамаҡтың тап үҙе. Улай Хөкөмәткә яр һалып ултырмайбыҙ ҙа ул, һоранып йонсотмайбыҙ. Нимәбеҙ бар, шуны ашайбыҙ. Ғүмер иткән иреңдең тамағын күпһенеп ултырып буламы, арыуырағын уның алдына ҡуйырға тырышам хатта. Пинсиәм еткәндә етә, етмәгәндә икмәк-тоҙҙо магазиндан бурысҡа алып торабыҙ. Ауылыбыҙ менән шулай йәшәйбеҙ, бурыстарыбыҙҙы яҙа-һыҙа һатыусы ҡыҙыбыҙҙың әллә нисә ҡалын дәфтәре тулды инде. Балнис ишегенең ҡайһы яҡтан асылғанын белмәйбеҙ ҙә. Унда беҙҙең кеүек аҡсаһыҙ ҡарт-ҡороно кем ҡараһын? Ауырыуыңды еңгең килһә, тегеһенә лә, быныһына ла түлә. Ятырға урын юҡ, тип һыу буйы дарыу яҙып бирәләр ҙә вәссәләм. Ике йыл элек ағайың шулай билдән яҙып ауырығас, машина яллап, тейәп апарғайныҡ, яҙған дарыуҙарҙы алырға айлыҡ пинсиәм етмәне. Район үҙәгенә барып ҡайтҡансы ла күпме аҡса кәрәк! Ҡуй, бушты-бушҡа ауҙармайыҡ тип, башҡаса йөрөмәйбеҙ. Үҙебеҙ белгәнсә ыуынып, үлән төнәтмәләрен эсәбеҙ ҙә кеше булабыҙ ҙа китәбеҙ. Алла биргәндән артығын барыбер йәшәп булмаҫ.
Уй, шул түләнмәгән ыштраф, һалым тигән нәмәләрҙән ғәләмәт ҡурҡам мин. Йыл башында район үҙәгенән: “Пинсиәңде юллай башла, дүкәминттәреңде килтер”, тигән яҙыу алғас, ағайыңды кейәү егетендәй кейендереп-яһандырып пинсиә фундына оҙатҡан булғайным. Кис етте, юҡ та юҡ был, тәҙрәнән күҙҙе алмай көтәм. Икенсе көн кис өйөрҙә йөрөп өйпәләнгән эт кеүек һөйрәлеп ҡайтып инмәһенме! “Атаҡ-атаҡ, ҡайҙа шулай йөрөнөң, ҡарт алаша?” – тип ауыҙымды асып өлгөрмәнем, “гөрҫ!” итеп диванына барып та ауҙы. Күптән күрешмәгән ҡорҙашын осратып, бер яртының башына еткәндәр икән. Автауысҡа юлланғанда милитсия туҡтатып, теге маймылдар ултыра торған ергә тиме бикләп ҡуйғандар бахырҡайымды. Шул хәлдән һуң ике ай үттеме, юҡмы, ике ыздарауай милитсионир мылтыҡ тотоп өйгә килеп кермәһенме! “Ыштрафын түләһен!” – тип өтөп алып баралар, пинсиә килгәнде лә көтөргә риза түгелдәр. 600 тәңкә аҡса артынан мылтыҡ тотоп йөрөгәс, егерме мең өсөн танкта килеп, өйөңдө лә емереп китерҙәр, Аллам һаҡтаһын!
Шуға, ҡустым, ағайыңа һалымын түләрлек кенә берәй “ҡалым” тапмаҫһыңмы, тим. Ҡарауылсы эшенә генә лә барырлыҡ түгел шул ҡартҡайым. Көноҙоно аяғөҫтө баҫып торорға хәлгенәһе етеңкерәмәҫ. Ҡырыҡмаһа ҡырҡ ата балаһының ингәнен-сыҡҡанын күҙәтеп, йә башы әйләнеп йығылып ятыр. Үҙең ҙур ерҙә, ҙур кешеләр араһында эшләйһең бит, төҫкә-башҡа ла нисауа ғынаһың, кәүҙәң дә баһадирҙарса. Һинең кеүек азаматтың һүҙе үтмәй ҡалмаҫ.
Ней, бер ваҡыт хужаларығыҙ телвизорҙан: “Ултырған урыныбыҙ эй һыуыҡ, ел үтәнән-үтә өрә, електәребеҙгә тиклем үтә”, – тип зәрә зарланғайны. “Әстә, әстә, Хөкөмәт үҙенең ошондай тоғро хеҙмәтселәрен дә уйламағас, беҙгә ни һан инде”, – тип шаҡ ҡатҡайным шул саҡ. Кит, һеҙҙең кеүек башлы кешеләр Микулай заманында ла туңып ултырмаған. Бик булмаһа, бүлмәләрегеҙгә йәтеш кенә итеп галланка сығарып алаһығыҙмы әллә? Ағайыңды әйтәм, хатта ғына ла килештереп һала шул нәмәне. Ауылдағылар хәҙер газға күсеп бөттө, мейес ҡәҙере китте. Элегерәк, ағай, сығарып ҡына бир инде, тип оҙон сирут торалар ине лә бит. Ҡайһы берәүҙәр ағайың һалған мейескә һаман да арҡаһын йылыта әле ул, һүтергә йәлке, тиҙәр. Кирбесен, ҡомон, балсығын, тимер-томорон әҙерләй һалып, йәһәт кенә шул эште арганизавать итеп ебәрәһеңме әллә, ҡустым?
Ағайыңа ни шунда ятажға менә торған баҫҡысығыҙ аҫтына булһа ла шаршау элеп, ятып торорлоҡ урын-ерен, шыжлап ултырған электр сәйнүген әҙерләһәң, мас була ла ҡуя инде. Ике көнгә бер галланка һалһа ла, ай ярым тигәндә һалымын түләрлек ҡутара аҡса эшләп ҡайтыр ине, тим. Балсығын иҙеп, кирбесен әпиреп, ярҙамлашып торһағыҙ, ағайыңа хатта ғына еңелерәк булыр. Көнө буйы ҡара тирен сығарғансы эшләтеп, өҙлөктөрөп ҡуймағыҙ тағы. Тамағын да ҡарарһығыҙ, тейеүем. Кемдең бүлмәһенә мейес сығара – шул һыйлай. Ауылда сиратыңды үткәреүгә көтөүсе яллаһаң да, көнө буйы итләп-майлап бүккәнсе ашатаһың, кисен сәмәйен ултыртып, мунса төшөрөп ҡайтараһың. Ярай, сәмәйе менән мунсаһы булмаһа ла, ағайың нисек тә түҙәр. Крандан һыу ағып тора, ҡараһына ҡатмаҫ әле. Телвизорын да ҡайтҡас ҡарар, бер эше лә юҡ өйҙә. Мунсаһын да яғып, туйғансы сабыныр. Ҡустым, шул эште арганизавать итеп ебәрһәң, ағайыңа тәфсирләп хат яҙған бул. “Шулай- шулай, ағай, һинһеҙ никак, һинең кеүек алтын ҡуллылар беҙгә бик кәрәк”, – тигән булып ебәр. Яҡшы һүҙгә шундуҡ иреп төшә ул. Урамға сығып, тәмәке тартҡан арала: “Бына Өфөгә китергә торам әле, мине фәлән ҡусты үҙенә саҡыра!” – тип берәйһенә ысҡындырһа, хәбәр йәшен тиҙлеге менән бөтә ауылға тараласаҡ. Белһендәр әле беҙҙең дә сиған арбаһынан төшөп ҡалмағанды! Кемде хәҙер эшкә саҡырып торалар? Ағайыңдың афтарититы барлығын күрһендәр әйҙә. Әтеү ғүмер буйы эшләгән трахтарисҡа бер һыңар миҙал да бирә белмәнеләр, күҙле бүкәндәр. Ҡулы ла оҫта ағайыңдың, ватылған өҫтәл, ултырғыстарығыҙҙы ла ипкә килтерер. Йүнәтерлек булмағандарын сүпкә ташлап әрәм итмәҫһегеҙ, плитағыҙға яғып сәй ҡайнатырға самый раз булыр ҙа ҡуйыр.
Әй, ҡустым, онотмаҫ борон шуны ла яҙайым әле: ағайың ҡулында һис аҡса тота белмәй. Кеҫәһенә мең тәңкә инһә лә, әтәс булып ҡуҡырая башлай, суҡынғыр. Эшләгән генәһен үҙеңә йыйып барып, аҙаҡ пушты аша миңә ебәрерһең инде. Кеҫәһендәге әҙме-күпме аҡсаһын күрһәләр, ҡарт тип тормаҫтар, “тауыҡ”тары ла табылыр. Ирҙәрҙең быуыны һайын бисә бит, уларға ышанһаң... Әй, һиңә әйтеп тораһы түгел инде, ир затынан бит үҙең дә.
Ярай, ҡустым, был мейеһеҙ апай юҡҡа ғына башымды ҡатыра тип ғәйепләмә берүк. Аптырағандың көнөнән инде. Өфөләге берҙән-бер белгән кешем – һин. Беҙгә ни күп кәрәкмәй, шул әрәмтамаҡлыҡҡа һалынасаҡ һалымын түләргә етһә, булды. Кем белә, күпме ғүмеребеҙ ҡалғандыр, һөйөклө Хөкөмәтебеҙгә бурыслы булып китеп бармайыҡ, тим. Ғүмер баҡый намыҫлы йәшәгәс, артыңдан бер генә лә алама һүҙ ҡалдыраһы килмәй бит әле.

Сәләм менән Баймаҡтан Тимербикә апайың”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873