Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Донъя тулы моң бит ул”
Ҡайҙан килә бындай һағыш, моң?! Роза ханымдың йырҙарын тыңлағанда ла йөрәк тетрәнә, ә автор ниндәй хәлдәрҙә яҙа икән уларҙы? Был һорауҙар йыш ҡабатлана. Ситтән ҡарағанда үтә лә бәхетле ҡатын ул: матур, талантлы, абруйлы, үҙаллы гөрләтеп донъя көткән ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Ә кемдәр генә белә һуң ошо һөйкөмлө ҡатындың йөрәк түрҙәрендә ниндәй серҙәр ятҡанын, ниндәй кисерештәр, хис-тойғолар урғылғанын?!
Бер нәмә лә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй. Роза Хәйҙәр ҡыҙының моңдарында тыуған яҡтарының наҙы ла, ата-бабаларының, ата-әсәһенең аһәңе лә, башҡорт халҡының быуаттар төпкөлөнән килгән кисерештәре лә, бәләкәйҙән аралашып йәшәргә насип булған тажик, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡырғыҙ, татар, сыуаш, украин, урыҫ халыҡтарының йөрәк тибеше лә, үҙе күргәндәрҙең сағылышы ла барҙыр, моғайын.


Ижад шишмәһе ҡайҙан башлана?

Роза Хәйҙәр ҡыҙының ата-бабалары Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренең береһендә, гүзәл Дим йылғаһы аҡҡан, эреле-ваҡлы күлдәргә, шифалы шишмәләргә бай Миәкә районының Күл-Ҡуңҡаҫ ауылында көн иткән.
Ҡартатаһы Абдулмәхийән Мәмбәтов, хәрби кеше, отставкаға сыҡҡас, тыуған ауылына ҡатынын – черкес ҡыҙы Шареманы – алып ҡайта. Ят киленгә мулланан Шәрифъямал тигән яңы исем ҡуштыралар.
Черкес еңгәнең генә түгел, ғүмере һалдат хеҙмәтендә уҙған Абдулмәхийәндең дә ауыл тормошона өйрәнеп, бала-сағалы булып йәшәп китеүҙәре үҙе бер тарихтыр инде. Күпмелер ваҡыттан Шәрифъямал-Шарема ауылда үҙ кешегә әүерелә. Ҡулдары имле, үлән менән дә дауалай белгән, егәрле, итәғәтле, олоно – оло, кесене кесе иткән һөйкөмлө ҡатынды кем яратмаһын?! Ә инде ялан-ҡырҙарҙа еләк-емеш йыйғанда йырлап ебәрһә, үҙәктәрҙе өҙә инде. Шул тиклем дә тетрәндергес, һағышлы булыр икән тауышы! Тыуған яҡтарын да һағынғандыр инде. Туғандары ҡалмаған тиһеңме унда?!
Улдары Хәйҙәр ҙә йәштән үк гармунсы, скрипкасы, оҫта йырсы булып таныла. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын өҙҙөрөп башҡара ул. Оҙон, мыҡты кәүҙәле, һәр һүҙен уйлап һөйләүсе, хәрбиҙәрсә ыҡсым, теүәл хәрәкәтле Хәйҙәр Мәмбәтов, ауыл хужалығы институтын тамамлап, ветеринар һөнәренә эйә була. Юғары уҡыу йортонда танышып, Саҡмағош районы һылыуы Рабиға Латиповаға өйләнә, ауылына алып ҡайта. Үҙе район үҙәгендә мал врачы булып эшләй башлай. “Яҙҙың ун ете мәле” тигән күп сериялы популяр кинофильм сыҡҡас, Хәйҙәр бабайҙы белгән кешеләр Тихонов-Штирлицты уға оҡшатып ҡарай торғайны. Ә инде Рабиға инәйҙең матурлығы, уңғанлығы хаҡында әле лә һоҡланып һөйләй замандаштары.
Ғаиләлә Әминә, Рәүилә, Римма исемле ҡыҙҙар үҫә. Шәрифъямал өләсәй улы менән килене эштә саҡта ейәнсәрҙәре менән донъя көтә. Оҙаҡламай тағы ла бер бәпес алып ҡайтасаҡ, Аллаһ бирһә, килене. Бер ай ғына ҡалып бара, шикелле. Иҫән-һау ғына ҡотола күрһен!

“Йәшәнек сит-ят илдәрҙә, ҡайғылы-һағышлы көндәрҙә...”

Яҙмыштыр инде, ауылдаштарын аптыратып, әсәһенең бармағыҙ тиеүенә лә ҡолаҡ һалмай, Хәйҙәр менән Рабиға оло юлға йыйына башлай. Хәйҙәрҙең дуҫтары уларҙы Дүшәмбе ҡалаһына ҡунаҡҡа саҡырған икән. Йәшлек – дыуамал саҡ, өс ҡыҙҙы өләсәй ҡарамағында ҡалдырып, бәпес тыуғансы әйләнеп ҡайтырға ниәт итеп, китеп тә баралар.
Дуҫтары Мәмбәтовтарҙы үҙҙәрендә ҡалырға өгөтләй. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткәнсе, ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Роза тип исем ҡушалар. Хәйҙәргә ауылда үҙҙәрен көтөп торған әсәһе менән балаларын ҡайтып алып килергә генә ҡала.
Ғаилә ҡала ситенән бәләкәй генә йорт һатып алып, шунда йәшәй башлай. 1939 йылда көтөп алынған малай донъяға килә. Уға атаһы үҙенең яратҡан дуҫының исемен ҡуша, Юрий-Юрик тип йөрөтәләр сабыйҙы. Розаға дүрт йәш тулғанда һуғыш башлана. Оперуполномоченный булып, “Ҡара бесәй” тип йөрөткән ҡоротҡос төркөмгә ҡаршы көрәшеп йөрөгән Хәйҙәр Мәмбәтов тәүге йылда уҡ яуға китә.
“Бәләкәй булһам да, асыҡ хәтерләйем, – ти Роза Хәйҙәр ҡыҙы, – өйөбөҙҙөң эргәһенән генә бер туҡтауһыҙ шалтыр-шолтор вагондар үтә. Тәҙрәләр зыңлап, карауаттар дерелдәп тора. Әсәйебеҙ көнө буйына эштә. Өләсәйем беҙҙе бәйләргә, тегергә, баҡсала эшләргә өйрәтә. Йәй етһә, еләк-емеш киптереү, мискәләп ҡыяр, кәбеҫтә, помидор кеүек йәшелсәләр тоҙлау башлана. Ауырыһаҡ, өләсәйем им-томлап дауалай. Ҡыш көндәрендә өшөйбөҙ, асығабыҙ. Берәмләп кенә бүлешеп картуф ашаған саҡтарыбыҙ иҫтә. Һуғыш бөтөүгә яҡынлашыуын өлкәндәр, әлбиттә, белгәндер инде. Өләсәйем виноградтан шарап яһап, мискәгә ҡойоп, күҙ йәштәре менән теләктәрен теләй-теләй баҙға төшөрөп ҡуйҙы ла әсәйемә: “Хәйҙәрем ҡайтҡас ҡына эсерһегеҙ, ул ҡайтмайса асмағыҙ!” – тине. Бер саҡ: “Һуғыш бөттө!” – тип илаштылар. Иптәш ҡыҙҙарымдың аталары, ағалары ҡайтты. Ә атайым юҡ та юҡ. Өләсәйем менән юлға ла сығып көтөп ҡарайбыҙ. Күп тә үтмәй, ул ныҡлап ауырып китеп, түшәккә йығылды. “Балаҡайымды ғына күреп үлһәм ине”, – тип теләне. Бер көндө атайымдың фотоһын һорап алды. Уға оҙаҡ-оҙаҡ ҡарап ятты. Улының рәсемен күкрәгенә ҡуйып, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Ике-өс көндән атайым ҡайтты. Осрашыу мәле әле лә күҙ алдымда. Беҙ берәм-берәм атайымды ҡосаҡлайбыҙ, ул киткәндә бәләкәй генә булып ҡалған Юрик иһә танымай, “Был ят ағай ҡайтып китһен”, – тип әсәйемә һырыла. Аҙаҡ атайымдан бер аҙым ҡалмай, гел уға эйәреп йөрөр булды. Тик ғүмеркәйҙәре ҡыҫҡа булды шул сабыйҙың. Ғаиләбеҙ тормошон бөтөнләй үҙгәртеп, һуғыш бөткәнгә бер йыл тигәндә, Беренсе Май байрамында уйнап йөрөгәндә поезд аҫтында ҡалып һәләк булды. Әсәйем саҡ аҡылдан яҙманы ул көндәрҙә. Тимер юлына сығып, көнө буйы тирә-яҡтағы баҫыу-яландарға текәлеп ҡарап тик ултырҙы. Яҡташтары, дуҫтары килеп, йыуатып та, үҙебеҙсә йырлап та ҡарай, ҡунаҡҡа саҡыра, ә әсәйем бөтә нәмәгә битараф. Врачтар атайыма: “Ҡатыныңды юғалтҡың килмәһә, фажиғә булған урындан китегеҙ”, – тигән. Ҡайғы өҫтөнә ҡайғы: ағыулы үлән ашап, Римма апайым да үлеп китте. Кейәүгә сыҡҡан Әминә апайыма Рәүиләне ҡалдырып, мине үҙҙәре менән алып, атай-әсәйем Башҡортостанға, Күл-Ҡуңҡаҫҡа ҡайтты. Тәүҙә клуб эргәһендәге бер бәләкәй генә өйҙә йәшәнек. Аҙағыраҡ Шишмә районының Ар ауылында торҙоҡ. Атайым райондың ветеринария врачы булды, әсәйем МТС-та эшләне. Мин Шишмәлә интернат-мәктәптә уҡыным”.
– Ә Күл-Ҡуңҡаҫҡа ҡайтып йөрөгәнһегеҙҙер бит?
– Каникулдарымды Күл-Ҡуңҡаҫта үткәрҙем. Унда беҙҙең туғандар күп, әхирәттәрем дә бар. Ҡайтырымды, тылсымлы әкиәт иленә барғандай, һағынып көтөп алыр инем. Дәртле-моңло халыҡ йәшәй беҙҙең яҡта. Эшкә йырлап баралар, йырлап ҡайталар. Кис булһа, клубта таҡмаҡ әйтеп бейейбеҙ. Атайым менән әсәйем дә йышыраҡ ҡайтырға тырышып торҙо. Бергә ҡайтһаҡ, дуҫ-иштәрем килеп, мине гармун уйнарға тип уларҙан һорап алып китер ине. Көндөҙ сөгөлдөр, картуф утайбыҙ, күлдә һыу инәбеҙ. Бәләкәй саҡта әллә нисә тапҡыр һыу ингәндә батып үлә яҙһам да, әле булһа һыу инергә яратам.
Мәктәпте һәйбәт тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инеп китә Роза. Бала ҡайғылары кисергән ата менән әсә, ғалимә булыр ҡыҙыбыҙ, тип уға ҙур өмөттәр бағлай. Ятаҡта, күмәк кеше араһында уҡыуы ауыр булыр, тип фатирға урынлаштыралар.
Аҙна һайын ҡайтып йөрөй ҡыҙ Ар ауылына, бер нәмәгә лә зарланмай. Өйҙә “һәйбәт кенә уҡып йөрөй ҡыҙыбыҙ” тип ҡыуаналар. Ә ул...

Ата-әсәнән йәшереп...

Бер саҡ атаһы Өфөгә килгәндә ҡыҙының фатирына барһа, ул өйҙә юҡ. Фатир хужабикәһе: “Ниңә, һеҙ белмәйһегеҙме ни, Роза күптән инде уҡыуын ташлап, филармонияла эшләп йөрөй”, – ти. Әле гастролгә киткәндәр икән. Ялға ҡайтҡас, атай кеше ситләтеп кенә һүҙ башлай:
– Уҡыуҙар нисек бара, ҡыҙым?
– Һәйбәт кенә, атай.
– Ниңә алдайһың? Уҡыуыңды ташлағанһың бит.
– Атай, әсәй, ғәфү итегеҙ! Һеҙҙе ҡайғыртмаҫҡа уйлағайным. Мин үҙемдең яратҡан эшемде таптым, ансамблдә бейейем.
– Бейеү ҙә булған икән эш! – ти атаһы, йәне көйөп. Күнәләр инде яйлап.
Ә Роза Мәмбәтова өсөн сәнғәт донъяһында өр-яңы тормош башлана. Ҡойоп ҡуйғандай буй-һын, нур һибеп торған ҡуңыр күҙҙәр, нәфис йөҙ, илһамлы йөрәк, тәбиғи талант һәм, уларға ҡушып, алған маҡсатты үтәп сығыуҙа ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ тиҙ арала ансамблдең йөҙөк ҡашы итә уны.
Ә бит бөтәһе лә көтмәгәндә башлана. Фәниә исемле танышы бейеү ансамбленә инергә йөрөй. “Әйҙә, Роза, сығышымды ҡарарһың, күренекле артистар менән таныштырырмын үҙеңде”, – тип филармонияға алып китә... һәм һәләтле йәштәрҙе һайлауҙа күҙҙәре осҡор етәксе Фәйзи Ғәскәров Розаны ансамблгә эшкә килергә өгөтләй. Зәки Мәхмүтов, Ғәлиә Солтанова, Ғата Сөләймәнов, Фәриҙә Ҡудашева – Роза Мәмбәтованың оло сәхнәгә аяҡ баҫҡанда гастролдәрҙә бергәләп сығыш яһаған ижадташтары.
Сәнғәткә бер килеп ингән кеше уның аураһынан тиҙ генә сыға алмай, уға ғүмер буйы хеҙмәт итергә әҙер, тиҙәр. Дөрөҫтөр. Бына Роза Хәйҙәр ҡыҙы ла, тормошҡа сыҡҡандан һуң ансамблдән китергә мәжбүр булһа ла, сәнғәтте ташламай. Бер урындан томалаһалар, икенсе ерҙән атылып сыҡҡан селтер шишмә кеүек, башҡа йүнәлештә булһа ла үҙенә юл һала. Сибайҙа йәшәгәндә лә, Өфөлә лә мәктәптәрҙә музыка, йыр дәрестәрен уҡыта, хор, бейеү түңәрәктәре ойоштора.
Роза бейеү ансамблендә дүрт кенә йыл эшләһә лә, был осор йәш белгескә артабанғы йылдарҙа сәнғәт бейеклектәрен яулау өсөн этәргес көс була.

Сәхнәнән китеү сәбәбе – мөхәббәт

Әлиә тигән әхирәте өҙмәй ҙә ҡуймай: “Әйҙә, Роза, тансаға барайыҡ”, – ти. “Юҡ, мин сәхнәлә бейеп арып ҡайттым”, – тип ҡарай Роза. “Һин бармаһаң, мин дә йөрөмәйем”, – ти Әлиә, үпкәләп. Дуҫ ҡыҙыңдың һүҙен йыҡмаҫ өсөн ниҙәр генә эшләмәҫһең?! Китә Роза ла әхирәте менән. Әлиә клубта үҙ кеше булып бөткән. Уны шундуҡ бейергә саҡыралар. Розаны ла оҙон буйлы, ҡара сәсле, ҡара ҡашлы мөләйем башҡорт егете алып төшә. “Ауыл малайы мин, өйөрөлөп вальс әйләнә белмәйем. Һеҙҙе күргәс, барыбер бейергә булдым”, – ти ул, йылмайып. Һүҙгә әүәҫ икән. Тәүге парлы бейеүҙә үк Венер медицина институтында уҡып йөрөүе, Мәләүез районынан булыуы хаҡында әйтә.
Йәшлек мөхәббәте ҡыҙыу була бит. Егет ҡыҙҙың артынан килеүен дауам итә, ата-әсәһе менән таныштырыуын үтенә. Роза Венер Сәхәүетдиновты Ар ауылында йәшәүсе ата-әсәһенә алып ҡайтып күрһәтә. Егет, уҡыуын тамамлап өлгөрмәһә лә, ҡыҙға өйләнергә тәҡдим яһай. Ул ата-әсәһенең берҙән-бер улы икән. Туй матур үтә. Егеттең бер генә үтенесе була: “Филармониянан кит, Роза! Мин өйләнгәндән һуң да кәләшемдең гастролдән ҡайтҡанын айҙар буйына көтөп йөрөй алмайым бит инде”. Ҡыйын булһа ла, ире һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн аңлап, был тәҡдимгә күнә Роза. Йәш белгескә, уҡыуын тамамлағас, Сибай ҡала дауаханаһына юллама бирәләр. Ҡыҙҙары Гөлнара тыуа. Ғаилә йәшлек, хеҙмәт дәртенә, һөйөү бәхетенә күмелеп йәшәй башлай. Ауырлыҡтар ҙа, мәшәҡәттәр ҙә була, әлбиттә. Тик улар ҙур пландар менән йәшәй: һайлаған һөнәрҙәре буйынса уҡыуҙарын дауам итергә теләйҙәр. Был маҡсат бөтәһен дә еңеп сығырға дәрт тә, көс тә бирә йәштәргә.
Венер Ғәзиз улы аспирантураға уҡырға инә, сағыштырмаса тиҙ арала кандидатлыҡ диссертацияһы яҡларға әҙерләнә. Ләкин яҙмыш һин тигәнсә генә буламы ни?! Сәхәүетдиновтар ғаиләһе лә айырылыу һағыштарына ла, юғалтыу ҡайғыларына ла дусар була. Роза Хәйҙәр ҡыҙы – бер-бер артлы ата-әсәһен, Венер Ғәзиз улы атаһын юғалта. Был кисерештәр, әлбиттә, йөрәктәргә ҡан һауҙыра. Ә беҙ: “Ниңә Роза Сәхәүетдинованың йырҙары бәғерҙәргә үтеп инерлек моңло икән?” – тибеҙ. Ҡасандыр гөрләп торған ғаиләнән бер үҙе ҡалып, ни эшләргә, артабан нисек йәшәргә, тип алйып ҡалған саҡтары ла, моғайын, әле лә иҫенә төшөп, йөрәген һыҙлаталыр. Ярай әле, янында ҡыҙы – Гөлнараһы була.
Өфөгә ҡайтып, ғаилә яңынан бергә ҡушылғас тыуған Индира өйгә йәм өҫтәп ебәрә. Венер Ғәзиз улы йәш кенә көйө кандидатлыҡ, күп тә үтмәй докторлыҡ диссертацияһы яҡлап, илебеҙҙең күренекле доктор-хирургы дәрәжәһенә күтәрелә. Һәйбәт ойоштороусы сифаттарын күреп, уны медицина институтының ректоры итеп үрләтәләр. Был үҫештә, әлбиттә, ҡатыны Роза Сәхәүетдинованың да өлөшө ҙурҙыр. Сөнки тыл ышаныслы булғанда ғына ошондай уңыштарға өлгәшеү мөмкин бит.

Йырҙарына сират тора

Урау-урау ғүмер юлдары үтеп, һағышлы ла, шатлыҡлы ла кисерештәр менән тулы тормош тәжрибәһе туплап, тауҙы ярып сыҡҡан көмөш шишмә шикелле килеп инде Роза Хәйҙәр ҡыҙы йыр сәнғәте донъяһына. Үҙенсәлекле саф тауышы ла, тиҫтә йылдар музыка уҡытыусыһы булып эшләүе лә, быға тиклем дә балалар өсөн ижад итеүе лә ҡеүәт биргәндер йәш композиторға.
Уның һәр йырын ҙур яңылыҡ, асыш, күңел ҡыуанысы итеп алды йыр-моң һөйөүселәр. Ниндәйҙер тылсым көсөнә эйә һымаҡ ине Роза Сәхәүетдинованың 80-се йылдарҙағы ижади осоро. Республиканың иң күренекле сәхнә оҫталары уның һәр йырын көтөп алып, тиҙерәк репертуарына индерергә тырышты. Шағирҙар популяр композиторҙың үҙҙәренең шиғырҙарына йыр яҙыуын оло бәхеткә һананы.
Шуныһы ла ҡыуаныслы: был осорҙа ижад ителгән “Кәкүк”, “Ғүмер” (Рәми Ғарипов шиғырҙары), “Мин – умырзая”, “Ташлы күл”, “Сейәле тау”, “Үҙең бүләк”, “Ах, серле ҡараш”, “Ромашкалар” (Уран Кинйәбулатов), “Аҡҡош күле”, “Тыуған яғым – Миәкә”, “Әйҙә, киттек Дим буйына” (Гөлфиә Юнысова), “Көнгә тиңләп”, “Әллә ҡояш, әллә ай” (Сафуан Әлибаев), “Юлдарымдан юғалма” (Кәбир Аҡбашев), “Талпынаһың, ашҡынаһың” (Мостай Кәрим), “Күңелемдән яҙҙар иртә китте”, “Балдағым” (Дилә Булгакова), “Аҡ сирендәр” (Тамара Ғәниева), “Күҙ нурым” (Таңһылыу Ҡарамышева), “Ел ҡапҡа” (Радик Нуретдинов), “Елдәр, елдәр”, “Шәмдәлдәрҙә һуңғы шәмем һүнде” (Римма Шәхмуллина), “Зөлхизә” (Булат Рафиҡов), “Яҙҙар булһа” (Әнғәм Атнабаев) һәм башҡа бик күп йырҙары бөгөн дә сәхнәләрҙән һәм радио-телевидение тулҡындарынан яңғырап ағылып тора. Улар һаман да өлкәндәр өсөн дә, йәштәргә лә берҙәй яҡын. Бына, исмаһам, талант! Бына, исмаһам, ижади уңғанлыҡ!

Алтын фондты байытҡан хеҙмәт

Яугир-шағир Мостай Кәримдең “Һалдат улы” шәлкеменә 28 йыр ингән. Улар бөтәһе лә һуғыш тематикаһына булһа ла, лирик геройҙарҙың күп яҡлы образы, холоҡ-фиғеле, шиғри алымдары, ритм-моңдары менән төрлөсә яҙылған. Был шәлкемде булдырыу өсөн композиторға халыҡ шағирының тормош һәм ижад юлын яңынан өйрәнергә, үҙе менән күп тапҡыр һөйләшеп ултырырға тура килә.
Тупланмаға ингән йырҙар тыңлаусыларҙың күңеленә моң һәм ғәм һалыуын дауам итер.
Роза Хәйҙәр ҡыҙы – Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр”, Илшат Йомағоловтың “Юғалтыуҙар аша”, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Иҙеүкәй менән Мораҙым” спектаклдәренә һәм байтаҡ ҡына радиоспектаклгә көй һәм йырҙар ижад иткән автор. Улар айырым да башҡарыла.
Роза Сәхәүетдинованың йыр һәм романстары, хор йырҙары, фортепиано өсөн пьесалары, ҡыллы квартет өсөн яҙылған әҫәрҙәре Мәскәү, Ҡазан, Ижевск, Йошкар-Ола ҡалаларында уҙғарылған төбәк-ара музыка фестивалдәрендә башҡарылып, ҙур уңыш ҡаҙанды.
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, М. Аҡмулла премияһы лауреаты Роза Сәхәүетдинованың йырҙары республикабыҙ сәнғәтенең алтын фондына инде.
Минең ғүмер юлымда ла осрап, ижадташ булғанығыҙ өсөн һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм, Роза апай. Ҡырҡҡа яҡын шиғырыма моңло ҡанаттар ҡуйҙығыҙ. Бергәләп яҙған “Аҡҡош күле”, “Ғүмер юлы”, “Әйҙә, киттек Дим буйына”, “Ҡырлы ҡурай”, “Минең көйөм”, “Ләйсән”, “Яҙмыш”, “Күпер һалам”, “Яҙҙар етте”, “Йәйге юлда”, “Йөрәгемдә һинән һағыш ҡалды”, “Һағындым”, “Тыуған көн”, “Сәңгелдәк йыры”, “Әгәр һине хәтерләһәм”, “Ләйсән” һәм башҡа йырҙарыбыҙ өс-дүрт тиҫтә йылдар буйы моң яратыусыларҙың күңелен хисләндерә. Уларҙы Фәрит Бикбулатов, Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Асия Смакова, Нәзифә Ҡадирова, Фәнүнә Сиражетдинова, Фәнәүи Сәлихов, Марат Шәрипов, Шамил Хәмәҙинуров, Фән Вәлиәхмәтов кеүек мәшһүр йырсыларыбыҙҙан отоп алып, үҙҙәренсә яңы йәм, заманса аһәң өҫтәп, йәшерәк сәхнә оҫталарыбыҙ ҙа башҡара. Ә инде тыуған яҡтарыбыҙға арнап махсус ижад ителгән “Әлшәй вальсы”, “Һарыш ауылы йыры”, “Тыуған ерем – Миәкә”, “Миәкә вальсы”, “Йәйге юлда”, “Күл ауылы йыры” тигән уртаҡ әҫәрҙәребеҙ күптән инде яҡташтарыбыҙҙың гимндарына, һағынғанда, байрамдарҙа, ҡунаҡтар хөрмәтенә башҡарыла торған күңел моңдарына әүерелде. Йырҙарыбыҙҙың балаларға тәғәйенләнгәндәре лә үҙ башҡарыусыһын, тыңлаусыһын тапты. Улар – ваҡыт һынауҙарын үткән, һәр саҡ заманса ҡала алған, иҫкермәй торған йырҙар. Моңдарығыҙ минең ижад шишмәләремде лә биҙәне, өр-яңы шиғырҙар яҙырға илһамландырҙы. Үҙегеҙгә лә арнап бер нисә шиғыр яҙҙым.
Роза апай һуңғы йылдарҙа ижади мираҫын бер тәртипкә килтереп, туплау менән мәшғүл. Ун ете йыйынтығын ноталары менән бергә китап итеп әҙерләп ҡуйған. Улар араһында Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Гөлфиә Юнысова, Гөлшат Зәйнәшева, Сафуан Әлибаев, Марина Цветаева шиғырҙарына яҙылған йыйынтыҡтары – иң һәлмәктәре. Яратҡан композиторыбыҙ Роза Сәхәүетдинова менән уның ижады хаҡында әңгәмәбеҙҙе дауам итәбеҙ.
– Роза Хәйҙәр ҡыҙы, ни өсөн Марина Цветаева шиғырына романстар яҙырға уйланығыҙ?
– Бөйөк шағирәнең шиғырҙарын электән дә бик ярата инем. Ә инде Мәскәүҙә уның һеңлеһе Анастасия Ивановна менән осрашыу көйҙәр яҙыу теләген тыуҙырҙы.
– Уның менән ҡайҙа, нисек осраштығыҙ?
– Новодевичье зыяратында илгә киң билдәле шәхестәр ерләнгән. Унда туғандары ғына түгел, башҡалар ҙа зыярат ҡылырға килә. Шуға ла ҡәберҙәр өҫтөнән сәскәләр өҙөлмәй. Ҡайһы саҡта хатта шиғыр уҡыуҙар ойошторола, митингтар үтә. Анастасия Ивановна менән дә зыяратта осраштыҡ. Һөйләшеп киттек. Шул саҡта Марина Цветаева һәм Сергей Есенин шиғырҙарына романстар яҙыу теләгем тыуҙы. Ниәтемде Анастасия Ивановна ла хупланы. Ҡайттым да эшкә тотондом. Уларҙың байтағын күренекле йырсыларыбыҙ Флүрә Килдейәрова менән Фәнәүи Сәлихов үҙ репертуарына индерҙе. Был романстар белгесе Муса Мирзуев менән Елена Мороз мөхәррирлегендә айырым китап булып донъя күрҙе.
– Мөмкин булһа, ошо хаҡта бер аҙ һөйләп китһәгеҙсе.
– Уҙған быуаттың 80-се йылдары минең ижадымда күтәрелеү осоро булды, тип әйтер инем. 300-гә яҡын йыр яҙылып, улар республикабыҙҙың популяр сәнғәт оҫталары башҡарыуында сәхнәләрҙән, радио, телевидение тулҡындарында яңғыраны. Өфө һәм республикабыҙҙың ҡала- район мәҙәниәт йорттарында ижад кисәләрем ойошторолдо. Быларҙан тыш, фортепиано, ҡыллы квартет, хор өсөн әҫәрҙәр ижад иттем. Спектаклдәргә, радио, телевидение тапшырыуҙарына көйҙәр һәм йырҙар яҙҙым. Ул саҡта Композиторҙар союзына мине ағза итеп алыу мәсьәләһе йә кисектерелеп, йә кире ҡағылып килде. Ә йылдар үтә. Был хәл сәмемә тейә башланы. Сумаҙаныма ноталар яҙылған папкаларымды тултырып киттем бер саҡ Мәскәүгә. Нисек итеп СССР Композиторҙар союзын эҙләп табыуым, уның рәйесе Тихон Николаевич Хренников менән осрашыуым – үҙе бер тарих. Һәр хәлдә, ул да, Мәскәүҙә йәшәүсе башҡа күренекле композиторҙар ҙа мине бик һәйбәт ҡабул итте. Союздың идара ағзалары роялдә уйнатып, көйҙәремде ентекләп тыңланы, хәлемде һорашты, фәһемле кәңәштәр бирҙе. Иң мөһиме – күңелемдә ижади мөмкинлектәремә ҡарата ҙур ышаныс тыуҙырҙылар. Күп тә үтмәй, мине СССР-ҙың Композиторҙар музфондына, унан һуң союзға ағза итеп алдылар. Шунан һуң ғына үҙебеҙҙең берләшмәлә лә ижадыма иғтибарлыраҡ ҡараш тоя башланым. Ә инде Тихон Николаевич менән хат йә телефон аша һәр саҡ хәбәрләшеп торҙоҡ. Ул минең ижади уңыштарыма ысын күңелдән ҡыуана, күңелемде күтәрерлек кәңәштәр бирә ине. Шуға ла Марина Цветаева шиғырҙарына яҙылған романстар китабымды ошо талантлы, кешелекле, киң күңелле остазыма арнаным.
– Сергей Есениндың “Фарсы мотивтары” шәлкеменә ингән шиғырҙарының күбеһенә һеҙгә тиклем дә байтаҡ композиторҙар йырҙар, романстар ижад иткән. Уларҙы ҡабатлап ҡуйырмын йәки ҡайтышыраҡ яҙырмын тип ҡурҡманығыҙмы?
– Юҡ, сөнки һәр композитор бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен үҙенсә ҡабул итә, үҙенсә яҙа. Сергей Есениндың шиғырҙары минең рухыма тап килә. Уларға көйҙәрҙе айырыуса илһамланып, моң донъяһында йөҙөп, рәхәтләнеп яҙҙым. Йыр һөйөүселәр тарафынан бик йылы ҡабул ителделәр. Йыш ҡына мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары сәхнәләрендә башҡарылалар.
–Татарстандың күренекле шағирәһе Гөлшат Зәйнәшева шиғырҙарына ла байтаҡ йыр ижад иттегеҙ. Нимәһе менән ылыҡтырҙы һеҙҙе уның ижады?
– Гөлшат апайҙың шиғырҙары үҙҙәре йырлап торған һымаҡ. Улар моңло ла, мәғәнәле лә. Романстар тәрән фәлсәфәүи шиғырҙарға ғына яҙыла. Гөлшат Зәйнәшева һүҙҙәренә ун романс яҙҙым. Улар бөтәһе лә йырлана. Авторҙашымдың үҙенә бик оҡшай ине. Тимәк, беҙҙең уй-хистәребеҙ тап килгән. Бигерәк тә Фәрит Бикбулатов башҡарыуында – “Танго”, “Йәшерен һөйөү”, Зөһрә Сәхәбиева башҡарыуында “Бер ханыма” тигән йырҙарыбыҙ киң танылыу алды. Был шәлкемгә ингән ижад емештәрен Фәнәүи Сәлихов, Хәйҙәр Бегичев, Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Хәмдүнә Тимерғәлиева һәм башҡа күренекле сәхнә оҫталары башҡара.

Һәйбәт шиғырҙарға ғына көй яҙа алам

– Роза Хәйҙәр ҡыҙы, һеҙҙең өсөн йыр шиғырҙарын һайлауҙың критерийҙары бармы? Ғөмүмән, шағир авторҙаштарығыҙ менән нисек ижад итәһегеҙ?
– Иң беренсе талап – шиғыр халыҡҡа яҡын, хисле, күңелдәрҙе тетрәндереп ебәрерлек аһәңле булырға тейеш. Шиғыр һәм көй йырҙың ике ҡанаты булһа ла, көй шиғырға ҡарап яҙыла. Шуға күрә композитор өсөн һәйбәт шиғыр һайлау – уңыштың нигеҙе ул. Мәғәнәһеҙ һүҙҙәргә көй яҙып ваҡыт әрәм иткән композиторҙарҙы йәлләйем. Насар шиғырға яҡшы көй яҙылмайҙыр ҙа ул.
Ә инде шағирҙарға килгәндә, мин уларҙың йәшенә, абруйына, маҡтаулы исемдәренә ҡарап тормайым. Иң мөһиме – көй яҙыласаҡ шиғыр күңелгә ятышлы булһын.
– Һеҙ Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов кеүек күренекле шағирҙарҙың ижадын да урап үтмәнегеҙ. Уларҙың шиғырҙарына шәлкем-шәлкем йырҙар ижад иттегеҙ.
– Эйе, Мостай Кәрим менән Рәми Ғарипов ижадына ла мөрәжәғәт итеп, мин үҙем дә ҙур кинәнес алдым. Һәр авторҙың ижадына уның холоҡ-фиғеле, моңо, кисерештәре, донъяға, йәшәйешкә ҡарата үҙенә генә хас уй-хыялдары, фәлсәфәһе һалына. Шиғырҙағы төп фекерҙе һәм ялтлап торған хистәрҙе тотоп ала белергә кәрәк. Шунан инде уға композиторҙың да моңо, фантазияһы ҡушыла.
– Һеҙ бик күп шағирҙар менән авторҙаш булғанһығыҙ. Кемдәрҙең ижады айырыуса яҡын?
– Ниндәй шиғырҙарға көй яҙғанмын, шулар бик яҡын булған. Мин оҡшамаған әйберҙәргә көсләп көй ижад итә алмайым.
– Һеҙ балалар өсөн дә күп яҙаһығыҙ...
– Минең композиторлыҡ, музыка уҡытыусыһы булараҡ, балалар өсөн йырҙар яҙыуҙан башланды ла инде. Кескәйҙәр тормошон яҡшы белгәс, улар өсөн ижад итеү – үҙе бер ҡыуаныс. Күңел яҡтырып, сафланып киткәндәй була. 1997 йылда балалар йырҙарынан һәм фортепиано өсөн пьесаларҙан торған “Нур йомғағы” исемле китабым донъя күрҙе. Ошондай йыйынтыҡты тағы ла бер нисәне сығарырға мөмкин булыр ине. Тик хәҙерге заманда китап баҫтырыу – ифрат ауыр мәсьәлә.
– Әле ниндәй ижади пландар менән йәшәйһегеҙ?
– Бөтә тормошом ижад тирәһендә әйләнә. Ҡайһы саҡта коллегаларым, емешле хеҙмәт итеүемә аптырап: “Нисек шулай күп эшләй алаһың ул?” – тип һорай. Уның сере бер инде – ултырам да яҙам, тим. Донъя тулы моң бит ул. Селтерәп аҡҡан шишмә тауышы ла, бала-саға сырҡылдашыуы ла, сәғәт текелдәүе лә, ағас япраҡтары шыбырҙауы ла – бөтәһе лә үҙенсә көй. Хатта тынлыҡтың да үҙ моңо бар. Уны ишетә белергә генә кәрәк. Унан һуң мин ваҡытымды ләстит һатыуға, кәрәк-кәрәкмәгән сараларға йөрөүгә, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә, тиктомалдан урам ҡыҙырыуға бүлергә йәлләйем.
– Күп һәм уңышлы эшләйһегеҙ, уңған хужабикәһегеҙ. Һәр ваҡыт ҡупшы, йәш булыуығыҙҙың сере нимәлә?
– Илһамланып эшләү – бәхет. Тимәк, был – һеҙ һораған серҙәрҙең береһелер. Бер ваҡытта ла кеше уңыштарына көнләшмәйем. Көнсөллөк – нимәнелер эшләргә хыялы булып та, ҡулынан килмәгән ваҡ йәнле, ҡара уйлы кешеләрҙең сараһыҙ хәле ул.
Эшем нисек кенә күп булмаһын, аҙнаһына бер-ике тапҡыр мунсаға барып, хуш еҫле ҡайын миндеге менән рәхәтләнеп сабынам. Ҡар менән ышҡынам да тағы сабынам, йәй һалҡын һыу менән ҡойонам, тәбиғәткә сығам. Диңгеҙ яры буйлап йәйәү йөрөргә яратам.
– Һеҙҙе халыҡ табибәһе тип тә йөрөтәләр.
– Юҡ, мин был эш менән махсус шөғөлләнмәйем. Яҡындарыма һәм эргәләрендә булғанда ҡапыл хәлдәре ҡыйынлашып киткәндәргә ярҙам итә алам. Себерҙән, Мәскәүҙән, көньяҡ төбәктәрҙән килеүселәрҙе лә, кире бороп ебәрә алмай, дауалаған саҡтарым булды.
– Бындай маһирлығығыҙ ҡайҙан килә?
– Атайымдың әсәһе Шарема өләсәйемдән, тип уйлайым. Уның да ҡулдары имле, дауалау ҡеүәһе көслө ине.
– Гәзит уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы күренекле кешеләрҙең матурлыҡ серҙәре лә ҡыҙыҡһындыра. Һеҙ ниндәй косметика ҡулланаһығыҙ?
– Мотлаҡ француз хушбуйы һөртәм. Самаһын белеп кенә, әлбиттә. Ә битлектәрҙе тик үҙем эшләйем. Бының өсөн еләк-емеш, ҡаймаҡ, йомортҡа, бал кеүек ашамлыҡтарҙан, йыл миҙгеленә ҡарап, төрлө-төрлө махсус составтар әҙерләйем. Балдаҡ, алҡа, муйынсаҡ кеүек биҙәүестәрем ҡиммәтле металдарҙан һәм таштарҙан. Улар күп түгел. Үҙем өсөн бик ҡәҙерлеләр, сөнки бөтәһе лә – бүләк.
– Һеҙҙең хаҡта гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр сығып тора. Улар хаҡында фекерегеҙ ниндәй?
– Ижадыма иғтибар итеүҙәренә рәхмәтлемен. Тик журналистар араһында ла төрлөһө бар. Ҡайһы берәүҙәр интервью алырға ла минең тормошом, ижадым хаҡында бөтөнләй хәбәрҙар булмай килә. Ундайҙар менән нисек уртаҡ тел тапмаҡ кәрәк?! Журналист, беренсе сиратта, профессионал, итәғәтле, ғәҙел булырға, геройҙары менән осрашыуға әҙерлекле килергә тейеш.
Ә инде композиторҙар ижадына төплө анализ яһап яҙа алыусы музыка белгестәре юҡ дәрәжәһендә бит инде беҙҙә. Уйлап ҡараһаң, ғәжәпләнерлек тә: сәнғәт училищеһында тиҫтәләрсә йылдар музыка белгестәре әҙерләүсе махсус теория бүлеге бар. Уҡып сыҡҡас, ҡайҙа булаларҙыр, нимә менән шөғөлләнәләрҙер инде улар?! Ә бит беҙҙең Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Нариман Сабитов, Камил Вәлиев, Рәүеф Мортазин, Рафиҡ Сәлмәнов кеүек композиторҙарыбыҙҙың тормошо һәм ижады махсус өйрәнелеп, айырым китаптар, монографиялар сығарыуға лайыҡ. Хәҙергеләрҙең эшмәкәрлегенә, ижади процесҡа арналған хеҙмәттәр ҙә бик кәрәк.
– Ижад шишмәһенең сығанағы була, тиҙәр. Һеҙҙеңсә, нимә ул был төшөнсә?
– Минең ижад шишмәм – Башҡортостаным, тыуған яғым, халыҡ ижады, уның үткәндәре, бөгөнгөһө, киләсәк яҙмышы. Үҙемдең тормошомда кисергәндәрем һәм күргәндәрем, хыял-уйҙарым.
– Ижадығыҙҙы яратыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Бәхетле булығыҙ! Йыр-моңдан айырылмағыҙ. Улар һеҙгә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итер, рух көсөгөҙгә ҡеүәт бирер.
– Рәхмәт, Роза Хәйҙәр ҡыҙы, изге теләктәрегеҙ өсөн. Оло юбилейығыҙ ҡотло булһын! Балаларығыҙҙың, йыр-моң яратыусыларҙың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, алдағы көндәрегеҙҙә лә сәләмәтлек менән илһамлы ғүмер кисерергә яҙһын!

Гөлфиә ЮНЫСОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873