Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәнйемәһен йән эйәһе (Хикәйәнән өҙөк)
Йәй өйөбөҙҙөң ишек алдында ла, урам тышында ла бәпкә үләне түшәлеп үҫә. Уҡыуҙар тамамланыу менән беҙгә Әлимә апайым килеп етә. Их, шундағы һөйөнөүебеҙ! Каникул бөткәнсе бергә булабыҙ. Улар Фәғилә апайым менән икәүләп бәпкә үләнен йолҡоп, ҡурсаҡтарына матур итеп өй эшләп ала. Аҙаҡ иһә көноҙоно шунда мәж киләләр. Ә мин ҡурсаҡ ҡына уйнатам, тыныслыҡта тирә-яҡты күҙәтергә яратам.
Ана ялан кәртәлә үҫкән киндер араһында турғайҙар күңелле сырҡылдашып үлән орлоғо сүпләй. Ситтә ултырған һарайға ҡарлуғастар инеп-сығып йөрөй. Балаларына ем ташый улар. Ә был яҡта, өйгә яҡын һарай мөйөшөндә, күкһел сәпсектәр оя ҡорған. Бесәй нисек шәйләмәйҙер үҙҙәрен? Һиҙеп ҡалһа – эш харап. Ә инде балалары сыҡһа, оҙаҡ уйлап тормайынса ашап та ҡуйыр. Ҡарлуғастарға иһә тейә алмай ул: оялары бейектә, бер кемдең дә буйы етмәй.
Әлеге тамашаны күҙәтеп, уйҙар донъяһына сумып ултырғанда, өләсәйем теге сәпсектәрҙе күреп ҡалды. Шул минутта уҡ көйәләнеп китте ул: “Ах, йәндәре сыҡҡыр! Һарай башына оялап алған икән был күркәмһеҙҙәр. Ул ҡош йорт-ҡураға эйәләшһә, бәлә-ҡаза килерен көт тә тор. Бар, Фәғилә, тиҙ генә ояларын туҙҙырып, йомортҡаларын һытып ташлағыҙ!” Ҡыҙҙарға ни ҡыйын эшме: Әлимә апайым шунда уҡ һарай башына менеп тә китте. “Бында йомортҡа юҡ, балалары ғына ята”, – тип һөрәнләне унан. “Аҫҡа ырғыт үҙҙәрен! Йылғаға алып барып ташларһығыҙ, тонсоҡһондар шунда. Соролдашып, бәлә саҡырып йөрөмәһендәр!” – тип бойорҙо өләсәйем. Быны ишетеп, мин яр һалып илай башланым: “Теймәгеҙ, үлтермәгеҙ бахырҡайҙарҙы! Уларҙың әсәһе илар бит. Ана әле үк сипылдашып йөрөйҙәр...” Өләсәйем иһә ялбарыуымды ишетмәне лә кеүек. “Шым хәҙер үк! Бушҡа олоп торма”, – тип, киреһенсә, ҡаты тиргәп ташланы. Ҡош балаларын алып, апайҙарым йылғаға китте. Ни эшләһендәр... Бойороҡ ҡаты, уны үтәргә кәрәк.
Арттарынан илай-илай мин дә эйәрҙем. Баш особоҙҙа ғауғалап-сырылдашып пар сәпсек оса. Бына апайҙарым (өләсәйем “ҡаза саҡыралар” тигәс, күңелдәре ҡаттымы икән) ҡошсоҡтарҙы берәм-берәм һыуға ташлап ҡайтып китте. Әйҙә, тиһәләр ҙә, тороп ҡалдым. Ауыҙҙарын бер асып, бер йомоп һыуыҡ һыуҙа йәнгә талаша ҡош балалары. Уларҙы алмашлап ҡулыма тотоп, ҡотҡарыу сараһын таба алмай һыҡтайым. Эргәмдә һыуға ҡанаттары менән һуғыла-һуғыла ике сәпсек илай. Бына бәләкәстәре, һыуыҡҡа түҙмәйенсә, тиҙ арала йән бирҙе... Яр ситенә ултырып, әрнеп иларға тотондом.
“Әйҙә, ҡайт. Өләсәй йәһәт булырға ҡушты”, – тип ике-өс мәртәбә әйтеп китте апайҙарым. Ҡайтманым. Өй менән йылға араһында өҙгөләнеп осҡан, аяныслы тауыштар сығарып әрнегән ҡоштар кискә торо ҡайҙалыр юғалды. Мин дә, бит-ҡулымды йыуып, һалҡын һыуҙа ҡатҡан бисараларҙы ярҙа өймәкләшеп үҫкән күк сәскәләр төбөнә һалып, ҡайтып киттем.
Был ваҡиға онотолоп, күпмелер ваҡыт үткәс, бер көн әсәйем: “Ҡәйнәм, риза булһаң, мин иргә сығайым тигәйнем. Һоратыусыһы ла бар”, – тип үтенгәндәй итте. Ни эшләһен ҡәйнә кеше? Ҡаршы төшә аламы? Улы бит ҡайтыр ергә китмәгән... “Барып ҡара, – тине өләсәйем. – Тик ҡыҙҙар миндә ҡалһын. Әллә ниндәй кешелер әле, балаларҙы үҙ итмәһә...” Ризалыҡ алған әсәйемә, урындағы етәкселектең ҡарарына ярашлы, үҙенә тейешле мөлкәтте, мал-тыуарҙы бүлдереп алып китергә тура килде. Өйөбөҙ туҙҙырылған ҡош ояһы кеүек ҡотһоҙға әйләнеп ҡалды...
Йәй үтеп, ҡыш етте. Фәғилә апайымдар беҙгә тәҙрәләш кенә йәшәй ине. Көндәрҙең береһендә уның минән аҙ ғына өлкән ҡустыһы Фәйезйән ауырып китеп, күп тә тормай үлеп тә ҡуйҙы. Ауыр ҡайғынан өләсәйем: “Нәҫел ебем өҙөлдө”, – тип зарлы ҡош кеүек әллә ни саҡлы күҙ йәше түкте.
Ҡыш үтеп, йәй етеүгә ауыл балалары лыпын төшөп ҡыҙылса менән ауырый башланы. Сир һис кемде урап үтмәне. Өҙлөкһөҙ ләпелдәп йөрөгән Йәмилә лә бер көн сәсрәп ауырып китте. Хоҙай өләсәйемдең доғаларын да, ялбарып инәлеүҙәрен дә ишетмәне, буғай. Һеңлем ун биш көн тирәһе ятты ла ожмах ҡошо булып баҡыйлыҡҡа күсте. Йәйҙең иҫ китмәле йәмле көнө, ҡоштар балалары менән сырылдашҡан мәл ине... Өләсәйем төндәр буйы һығылып илай, күрше ауылда йәшәгән әсәйем “балаҡайым” тип үрһәләнеп зыяратҡа әллә нисә мәртәбә килеп урай, мин дә әсе күҙ йәштәре түгәм, унда-бында һуғылам... Хас та үткән йәй балаларын юғалтыуҙан зарлап йөрөгән ҡоштарбыҙ...
Сирҙән ауылдағы бөтөн балалар ҙа һауыҡты. Тик беҙҙең Йәмилә генә... Их, яңылышты шул өләсәйем. Яңылышты. Ҡошсоҡтарҙың беҙгә бер зыяны ла юҡ ине бит. Әлеге бәләләр улар һарай башына оялағанға түгел, ә балаларын үлтереп, ҡарғыштарын алғанға килде. Ҡошсоҡтарға теймәгән булһаҡ, уларҙы ҙурайтып, рәхмәт әйтеп китерҙәр ине. Шуларҙың ғына рәнйеше төштө...
Хәҙер инде ул ваҡиғалар тарих төпкөлөндә ҡалған. Мин дә, апайҙарым да олоғайып, бүлә-бүләсәрҙәр һөйөп ултырабыҙ. Тик бәләкәй саҡтағы тетрәндергес фажиғәне онота алмайым. Балаҡайҙарымдың һәр ҡайһыһына әйтеп кенә торам: “Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡығыҙ, бер ниндәй йән эйәһен дә рәнйетмәгеҙ. Үҙегеҙ ҡағылмаһағыҙ, улар ҙа теймәҫ. Ана йыландың йыланы кешене күреү менән ҡасыу яғын ҡарай. Һәр мәхлүккә йән дә, бала ла ғәзиз”.

Б. ЙОСОПОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә