Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Онотмаҫлыҡ итеп һеңдерҙеләр...
Ҡыҫыр көйөккә көйөнмә, ти торғайны ололар. Йәғни ваҡ-төйәккә иғтибар итеп барма. Беҙҙең өләсәйҙәр иламағанмы ни анау тиклем ҡайғыларҙан. Иланылар инде, тик беҙҙе аянылар, күрһәтмәнеләр.

* * *

Радионан бер егет, илайым, тип йырлай. Күҙ йәшен түгә, меҫкен, ҡыҫыр көйөккә көйөнөп. Илаҡ йырҙарҙы тыңлап, бар донъя бәхетһеҙ, барыһы ла әллә кемде юҡһынып, янындағын һанламай, илап йәшәп ята икән тигән фекер һеңә үҫеп килгән быуынға. Хоҙай биргәненә шөкөр итеп, яратырға тырышып йәшәргә кәрәк. Идеаль, камил кеше юҡ донъяла.

* * *

Кейәүгә сығырлыҡ йүнле егеттәр юҡ, ти ҙә яҙалар. Беҙҙең халыҡ: “Өйләнмәгәндән аҡыл һорама”, – тип әйткән бит. Ғаилә ҡормай йөрөгән егеттәр шулай бер аҙ еңел-елперәк тә була ул. Өйләнеү – тәртәгә кереү, шунһыҙ – йүгәнһеҙ ат. Өйләнмәгән егет – бауһыҙ уймаҡ. Өйләнеү – көйләнеү. Бына бит күпме мәҡәл-әйтем “йүнһеҙ” егеттәр тураһында! Йүнһеҙ түгел улар, бары әле тәртәгә кермәгән. Унан, бик үк килеп етмәгән ере бар икән, ҡыҙҙың да шундай урындары була ул, хан ҡыҙында ла бармаҡ битендәй миң була, тигәндәр. Камил егет эҙләмәгеҙ, ул һинән камиллыҡ таптырмаҫ! Әллә кем булмағыҙ инде, ҡыҙҙар!

* * *

Элек анау ябай күмер үтеге лә булмай торғайны бит. Беҙҙеке бар ине. Алып торалар ҙа килтермәйҙәр: ҡулдан ҡулға китә. Әсәйем саҡ эҙләп табып ала торғайны. Етмәһә, беҙ килмешәктәр ҙә бит әле, бар кешене лә белеп бөтмәйбеҙ. Бер заман шулай үтек һорап килеп кергәйне лә бер әбей, әсәйем, юҡ бит әле, алып торғайнылар, тип яуапланы. Биш йәшлек мин иһә мейес башында икәнен күргәйнем, ана бит, тип күрһәттем дә ҡуйҙым. Әсәйем алып бирҙе инде, нишләһен. Тик аҙағынан ғүмерҙә онотмаҫлыҡ итеп һеңдерҙе. Шунан һуң ололарҙан алда төшөп хәбәр һөйләү бөттө.

* * *

Нишләп яулыҡты төрөксә, ғәрәпсә ябыналар, ти ҙә пыр туҙалар. Нисек оҡшай, шулай ябына ҡатын-ҡыҙ. Дини булмағандар кейенә бит ана сит ил модаһына эйәреп! Быны тыйырға маташыусы күренмәй.
Заман башҡа – заң (закон) башҡа. Заманға ярашлы, әммә мөслимәләргә ҡуйылған талаптарҙы үтәп кейенеү яҡлымын. Ҡалала йәшәгән заман ҡатыны ауылдағы беҙҙең өләсәйҙәр кеүек кейенә алмай инде күпселектә. Ишшеү эрзинкә калуш кейеп йөрөргәлер, бәлки...

Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә