Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухты беҙгә Хоҙай үҙе биргән
Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан йыйын йыйып, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып кәңәшләшер булған. Торатау итәгендә үткән Юрматы ырыуы йыйынында ла нәҡ ана шул ил ҡарттарының быуаттар аша килгән тауышы яңғырағандай булды. Был көндө башҡорт халҡының иң ҙур, көслө, тәүәккәллеге менән дан тотҡан бик боронғо Юрматы ырыуы вәкилдәре, Тәтегәс бей вариҫтары һәм саҡырылған ҡунаҡтар Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайына ҡорға йыйылды.

“Нисә сутый ерең бар?”

Юрматыларҙың төп төйәге булған Ишембай, Стәрлебаш, Федоровка, Стәр­летамаҡ, Мәләүез райондарынан тыш, Ауырғазы, Ғафури, Баҡалы яҡтарынан, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларынан, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Татарстандан, хатта Венгриянан да алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән милләттәштәребеҙ бер ҡорға тупланып, халҡыбыҙҙы борсоған ҡырҡыу мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Был мөһим сарала шулай уҡ республи­кабыҙҙың күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, тарихсылар, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡатнашты. Баш­ҡортостан Респуб­ликаһының төҙөлөүенә 100 йыл тулыуҙы ҡаршыларға йыйынған тарихи мәлдә был мәртәбәле йыйын ихлас, эшлекле шарттарҙа дәррәү үтте, бере­һенән-береһе үткер, ҡыйыу фекерҙәр әйтелде.
Ҡорҙа ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вильмир Аҙнаев сәләмләне. Унан Баш­ҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Айнур Арыҫланов халҡыбыҙҙың бөйөк юлбашсыһы, Юрматы ырыуының данлы улы Әхмәтзәки Вәлиди һәм башҡа шәхестәребеҙ рухына доға ҡылды. Ул сығышын пәйғәмбәребеҙ Мө­хәммәт ғәләйһис сәләмдең “Тыуған яғыңды яратыу – имандан” тигән аҫыл һүҙҙәре менән тамамланы.
“Барыбыҙға ла ҡото йоҡһон йыйындың!” – тип сәләмләне Юрматы ырыуы ида­ралығы рәйесе Риф Иҫәнов.
– Беҙҙәге туғанлыҡ, дуҫлыҡ, толерант­лыҡ өлгөһө барыһына ла ишара, – тине уҙаман. – Мин һеҙҙән: “Һинең нисә сутый ерең бар?”–тип һорар инем. Маҡтанып әйтмәйем: улымдың Иглин районында мең гектарҙан ашыу ере бар. Беҙгә еребеҙгә хужа булырға өйрәнергә кәрәк, кемдәндер көтөп ятырға түгел, үҙебеҙгә әүҙем булыу, тырышыу, эшләү мөһим.
Риф Шәрифйән улы шулай уҡ йәштәрҙе дин тоторға, балалар менән башҡортса һөйләшергә саҡырҙы. “Мәктәп белем бирә, ә туған телдә аралашыу үҙебеҙҙән тора”, – тине ҡор башлығы. Һүҙ ыңғайында ул шулай уҡ Юрматы ырыуынан сыҡҡан күренекле яҙыу­сы, “Ҡараһаҡал” романы­ның авторы Булат Рафиҡовҡа “Башҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы” исемен бирергә кәрәк тигән тәҡдимен әйтте. “Аҡмулланың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, тағы ла шуны өҫтәр инем: “Баш­ҡорттарым, уҡығыҙ, белем алығыҙ, бай булығыҙ!” – тип тамамланы ул ялҡынлы телмәрен.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова иһә, “Йәшелдәр” партияһы лидеры булараҡ, быйылғы Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында ер-һыуҙарыбыҙҙы бергәләп ҡурсаларға саҡырҙы. “Боронғо йолаларын һаҡлап алып ҡалған ғәййәр халыҡтың көсөнә ышанам!” – тине депутат.
Венгрияның Будапешт ҡала­һындағы Петер Пазманя университеты ғалимы, урта быуаттар өлкәһен өйрәнеүсе тарихсы-археолог Аттила Тюрк ике халыҡ ара­һындағы туғанлыҡты тамырҙаш һүҙҙәр менән дәлилләне. “Беҙҙә лә “юрми” этнонимы бар”, – тине ғалим.
Ырыуҙар хәрәкәте етәксеһе, табын­дарҙың ҡор башы Ниязбай Сәлимовтың тапҡыр һүҙле сығышы ла йөрәктәргә үтеп инде: “Борон­ғоһо менән ғорурланған халыҡты берәү ҙә еңә алмай. Беҙҙең көсөбөҙ – тамырҙарыбыҙҙа”.

Аҫабалығыбыҙҙы онотмайыҡ!


Башҡортостан Фәндәр акаде­мияһының Стратегик тикшере­неүҙәр институты хеҙмәткәре, ғалим Юлдаш Йосопов, тарих биттәрен асып, халҡыбыҙға ҡағылышлы мөһим ваҡиғаларға туҡталып үтте. Ырыуҙың ҡотон ебәрмәй, ҡоротмай дауам итеп, килер быуындарға еткереүҙең ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген үткәндә­ребеҙгә нигеҙләнеп аңлатты.
“Башҡорттарға хоҡуҡ грамотаһы бирмә­гәндәр, сөнки ер батшаныҡы түгел, ә халыҡтыҡы булған, – тип аңлатты тарихсы. – Нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән аҫабалыҡ хоҡуғына бөтөн ырыу эйә булған, йәғни ул хоҡуҡ субъекты һаналған. Ырыу менән бергә ергә хоҡуҡ та һаҡланған”. Ғалим быға ҡағылыш­лы миҫалдар ҙа килтерҙе. “Беҙ – боронғо халыҡ, аҫабалығыбыҙҙы онотмайыҡ!” – тип өндәште тарихсы.
Республикалағы “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите­нең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ағинәйҙәрҙе ойошҡанлыҡ менән, әүҙемерәк эшләргә өндәне. Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙа­ланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин иһә тарихи ҡомарт­ҡыларҙы һаҡларға саҡырҙы.
Йыйындың етәксеһе Вильмир Аҙнаев Башҡортостандың көн­байыш башҡорт­тары проблемаларына ла туҡталды.
– Быға тиклем Табын ырыуы ҡор йый­ғайны, артабан башҡалар­ҙыҡын да уҙғарасаҡбыҙ. Ошо йыл аҙағынаса Мең, Йылан, Гәрәй-ҡыпсаҡ ырыуҙары йыйындарын үткәрергә ниәтләйбеҙ, – тине Вильмир Хәйбрахман улы. – Маҡ­сатыбыҙ – телебеҙҙе, ырыуыбыҙҙы белеү, милкебеҙ­ҙе һаҡлау. Ер мәсьәләһен һәр ҡасаба, ауыл халҡы үҙе хәл итергә тейеш.
Ғөмүмән, йыйын етәксеһе һәм­мәбеҙҙе лә үҙ еребеҙҙең хужаһы итеп тойорға, тарихта меңдәрсә йыл элек йәшәп килгән ырыуҙар хәрәкәтен дауам итергә саҡырҙы.
Йыйын аҙағында Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитетының мөхәрририәте һайланды. Юрматы ыры­уының гербы һәм гимны раҫланды. Ҡо­ролтайҙа шулай уҡ дини мәсьәләләр буйынса комиссия булдырылды.
Күсмә йыйын Мең ырыуының ҡор етәксеһе, атаҡлы ғалим Рәшит Шәкүргә тапшырылды. “Халыҡтың рухын бер нисек тә тыйып та, юҡҡа сығарып та булмай, бына әле залда тере ҡуҙ һымаҡ ултыраһығыҙ!” – тине аҡһаҡалыбыҙ.

Берҙәмлектә – бәрәкәт

Стәрлебаш районының Ҡабыҡ­ҡыуыш ауылынан йүнсел Дамир Ишембәтов кемдәндер эш көтөп ултырмаҫҡа, ә уны үҙебеҙгә булдырырға саҡырһа, Федоров­калағы “Маяҡ” йәмғиәте етәксеһе Сәғит Дәүләтбаев: “Ер яҙмышын үҙ ҡулыбыҙға алһаҡ һәм айыҡ булһаҡ, ауылдар һаҡла­ныр”, – тип өндәне. Мәләүез районының Үрге Юлдаш ауылынан фермер, йәмәғәт эшмәкәре Эдуард Байсуриндың сығышы бигерәк тә сәпкә тейерлек булды. Ул глобалләшеү, урбанизация шарттарында ауыл биләмәләрендәге ерҙәрҙе һаҡлау проблемаларын күтәреп сыҡты. Фермер ерҙәрҙең сит ҡулдарға күсеүенә борсолдо. Пайҙарҙы мәскәүҙәргә һаталар, тип йәне әрнеп һөйләне. Ә үҙебеҙҙекеләргә ер алыу мәсьәләһе йылдан-йыл ҡыйынлаша бара. Өс балалы ғаиләләргә уны бушлай бир­һендәр, тип саң ҡаҡты әүҙем йәмәғәт эш­мәкәре һәм, ғөмүмән, ошо проб­лемаларға бәйле референдум уҙғарырға саҡырҙы. Өфө – Ырымбур юлында Батырҙар комплексы йәки Юрматы мәсете төҙөргә кәрәк ине, тигән тәҡдимен дә әйтте.
Свердловск өлкәһенән Александр Хановтың сығышын да халыҡ дәррәү күтәреп алды. Сит өлкәлә йәшәп тә, тамырҙары ғына түгел, рухы менән дә башҡорт булыуын ҙур ғорурлыҡ менән бил­дәләне ул: “Үҙем хәҙер урыҫ­лашһам да, ата-бабаларым башҡорт булған”, – тине йәш эшҡыуар һәм еребеҙҙе һаҡларға, яҡларға саҡырҙы.
Йыйындың икенсе өлөшө Торатау итәгендә дауам итте. Юрматылар ҡорон көтөп кенә торған һымаҡ, көн аяҙ, матур булды. Күпте күргән Торатауыбыҙ, сәләм биргән аҡһаҡалдай: “Уландарым, үҙ ере­геҙ­ҙең хужаһы икәнегеҙҙе онот­мағыҙ, был бит – меңәр йылдарҙан килгән аҫаба ерегеҙ, һеҙҙең генә түгел, атай-олатай­ҙарҙың да кендек ҡаны тамған ере, күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ!..” – тип оран һалғандай булды. Ә тау буйында теҙелгән береһенән-береһе сағыу, һый-хөрмәтле тирмәләр “Хуш килдегеҙ!” тип ҡаршыланы кеүек.
Ошо мәлдә тетрәндергес ваҡиғалар ҙа күҙ алдына килеп баҫты: Торатау итәгендә бинахаҡҡа ғәйепләнеп, зинданда баштарын һалған меңдәрсә тотҡондоң рухтары иңрәгәне ишетелгәндәй тойолдо... Был урын күренекле яҙыусы, ғәйепһеҙгә яла яғылып, биш йыл ғүмерен төрмәлә үткәргән Һәҙиә Дәүләтшинаның эҙҙәрен дә һаҡлай.
Ә Торатау буйҙары ҡурай моңдарынан, шат тауыштарҙан гөрләп торҙо. Бер аҙға булһа ла быуаттар төпкөлөнән килгән милли йолаларыбыҙға ҡайтып ураныҡ. 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым Мырҙашев хөрмәтенә милли көрәш, Юрматы ере батыры, 1735 – 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәксеһе, Ҡырым хан­лығында һәм Осман империяһында башҡорт илселеге ағзаһы булған Килмәк абыҙ Нөрөшев кубогына “Мәргән уҡсы” турниры, төрлө райондарҙың тирмәләре, шәжә­рәләр, халыҡ һөнәрмәндәре эше һәм милли ризыҡ күргәҙмәләре, милли биҙәүестәр, китап сауҙаһы ойошторолдо. Ә сәхнәнән Юрматы вариҫтарының береһенән-береһе дәртле, моңло, рухлы йырҙары яңғыраны. Кемдәрҙер Торатау башына үрмәләне.
Байрамға килгән һәр кем әруахтарыбыҙ рухына аяттар уҡыны. Күптәр ҡорбан салып, тирмәләр янында ҡаҙанда ит бешереп, донъялар имен-аман торһон тип теләктәр теләне.
Ошондай йыйындарҙан һуң күңелде гел яугир халҡым өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо биләп ала. Һәр һүҙҙе мәҡәл-әйтем менән ослап ҡуйыр, аҡыллы, төптән уйлап фекер йөрөтөр аҡһаҡалдарыбыҙ ғәм алдына сығып, аҫыл кә­ңәштәрен әйтеп, халҡыбыҙҙы, еребеҙҙе хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалар булған.
Башҡорт хәҙер үҙгәрҙе, ти­гәндәренә һис кенә лә ышанғы килмәй. Күңел түрендәге һүнмәҫ рухты ваҡыт та, йәмғиәт тә, бер ниндәй ваҡиға ла тыя, туҡтата алмай. Бына шуға йәнә бер тапҡыр инандым. Шөкөр, сал Уралдың үҙе кеүек боронғо, ғорур, киң күңелле халҡыбыҙға ҡаҡшамаҫ рухты Хоҙай йомарт итеп биргән. Ул беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән.
Бөйөк юлбашсыбыҙ, Юрматы ырыуы­ның арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди халҡыбыҙ йәшәһен өсөн өс нәмәне – динебеҙҙе, телебеҙҙе һәм еребеҙҙе – һаҡларға саҡырған. Шәхесебеҙҙең аҫыл һүҙҙәрен ҡеүәтләп, йәнә “Берҙәм булайыҡ!” тип өҫтәргә теләр инем. Һәр кем үҙ-үҙенә бикләнеп түгел, ә күмәкләп ҡайнап, кәңәш­ләшеп, татыу йәшәһәк, Аллаһ бойорһа, илебеҙ ҙә, телебеҙ ҙә, халҡыбыҙ ҙа имен булыр, иншаллаһ!

Роза ҠОБАҒОШОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873