Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи “инеш”тәрҙән алған көс
“Йәншишмә”, “Аманат” баҫмаларын бала саҡтан уҡып үҫтем. Улар минең яҡын кәңәшсем һәм дуҫым булды. Ошо баҫмаларҙа мәктәп тормошон яҡтыртҡан тәүге мәҡәләләрем донъя күрҙе.
Гәзит-журналдар менән бәйләнеш студент саҡта ла өҙөлмәне. Башҡорт дәүләт университетындағы филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлеген тамамлап, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы хәбәрсеһе, һуңынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Өфө ҡалаһы, уның Орджоникидзе районы хакимиәттәренең мәғариф идаралығы методисы булып, хатта “Һәнәк”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Тамаша”, “Панорама Башкорт­остана” баҫмаларында эшләгәндә лә балалар матбуғатына яҡынлығым ныҡ ярҙам итте. Гәзит-журналдар менән бәйләнеш бер ваҡытта ла өҙөлмәне, дуҫлыҡ, киреһенсә, нығынды ғына.
Ике баҫманың да ғәжәп ҙур оҫталыҡ, тырышлыҡ менән балалар һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләттәрен үҫтерә белеүе уҡыусыларҙы һәр ваҡыт үҙенә ылыҡтыра торғайны. Был әле лә шулай. “Йәншишмә”лә, “Аманат”та үҙҙәренең шиғыр, хикәйә, нәҫерҙәрен, һүрәттәрен күреүе балаларҙы дәртләндерә, ҡанат ҡуя. Шуға күрә, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, уҡыусыларҙы ошо баҫмалар менән дуҫлаштырырға тырыша, яҙылыу ойоштора инем. Республика балалары өсөн иғлан ителгән бер генә ижади конкурстан да ситтә ҡалманыҡ. Баҫмаларҙың журналистары менән дә даими бәйләнештә булдыҡ.
...1985 йылда иремдең эше буйынса беҙҙең ғаилә Сибай ҡалаһына күсеп килгәс, мин 1-се урта мәктәпкә тәрбиәсе булып урынлаштым. “Сибайский рабочий” гәзитенең баш мөхәррире Мәүлиҙә Яҡупова күпме саҡырһа ла, игеҙәк балаларҙы тәрбиәләү еңел булмағанға күрә, ваҡытлыса тип мәктәпкә килдем. Бер йылдан һуң мәктәп тормошо менән ныҡлап танышҡас, Сибай буйлап балалар йыйып алдым да башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта башланым. Бик ауыр булды башта. Миңә балаларҙы нисек тә ҡыҙыҡһындырырға, рух һалырға кәрәк ине. Шул сәбәпле Сибай драма театры, Сибай халыҡ театры артистары, төбәк шағирҙары менән осрашыуҙар ойошторҙоҡ һәм башҡорт телендәге “Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Аманат” баҫмаларына яҙылдыҡ. Уларҙағы көнүҙәк мәҡәләләрҙе уҡып, фекер алыша, ижади конкурстарҙа ҡатнаша, иншалар яҙа торғайныҡ. Ике йылдан һуң уҡыусыларым үҙҙәре лә ҡәләм тирбәтә башланы. Бөгөн минең архивымда Айгөл Ҡаҙаҡбаеваның экология темаһына “Һулыған умырзаялар”, “Бер телдән дә телем кәм түгел”, Фәриҙә Билалованың туған тел хаҡында “Аңлағым килә”, Азат Фәтхуллиндың дуҫлыҡ темаһына “Артек тауышы” тигән сығышы, Айгөл Хәмитованың ҡыш тураһында яҙған хикәйәһе һаҡланған. Үкенескә ҡаршы, һөлдәһе бар, билдәһе юҡ тигәндәй, уларҙың йылын, һанын яҙып алмағанмын.
Шулай ҙа Айгөл Ҡаҙаҡбаеваның мәҡәләһенән өҙөк килтермәксемен, унда ошондай юлдар бар: “Мин Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбендә бишенсе класта белем алам. “Йәншишмә”, “Аманат”, “Атайсал” гәзиттәрендәге туған тел тураһында яҙылған мәҡәләләрҙе уҡып барам. Тиҙҙән башҡорт теленә дәүләт теле статусы биреләсәк, тиелгән. Был шатлыҡлы хәл ҡасан булыр икән? Минең, мәҫәлән, үҫкәс, юғары уҡыу йортонда башҡорт телендә белем алғым килә”.
1991 йылда ирем Закирйән Әминевте Сибайҙан Өфөгә эшкә күсергәс, беҙгә Шакша биҫтәһенән фатир бирҙеләр. Унда мин 122-се урта мәктәпкә башҡорт теле уҡытыусыһы булып урынлаштым. “Үҙгәртеп ҡороу” тигән исем алған ул замандарҙа башҡорт телен уҡытыу еңел булманы, уҡытыусылар ҙа етешмәй ине. Был юлы ла эшемдә башҡорт баҫмаларын ҡулланыу ныҡ ярҙам итте. Уҡыусыларымды “Аманат”, “Йәншишмә”, “Йәшлек” баҫмаларына ылыҡтырҙым. Журналистика түңәрәге асып ебәргәс, уға “Гөрләүек” тигән исем бирҙек.
Мәктәптә ҡумыҙ, бейеү, балалар оркестры, журналистика түңәрәктәрен алып бара торғайным – барыһы ла бушлай. Беҙҙең заманда башҡорт теле уҡытыусылары шулай түләүһеҙ эшләүҙе халыҡҡа хеҙмәт итеү тип ҡарай торғайны. Бер түгел, ике класта уҡытыу, дәрестәрҙән һуң көн һайын түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү, ял көндәре концерт-театрҙарға йөрөү, төрлө район, ҡала конкурстарында, йыр-бейеү смотрҙарында ҡатнашыу, башҡорт теле кабинетын йыһазландырыу, ата-әсәләр менән эшләү, өйҙәренә йөрөү, үҙҙәренең ҡулдарына китап тоттороп, башҡорт телен өйрәтеү, яҙыусылар менән осрашыуҙар ойоштороу һ.б. мәшәҡәттәр ял итергә ваҡыт та ҡалдырмай ине. Хәҙер шуларҙы уйлайым да, тәүлегенә ике сәғәт йоҡлап йөрөп, нисек өлгөрҙөм икән, тим. Мин эшләгән йылдарҙа мәктәптә әҙиптәр Сафуан Әлибаев, Рауил Ниғмәтуллин, бейеүсе Рәшиҙә Туйсина, тарихсы Саимә Ғиззәтуллина, академик Фәнил Фәйзуллин, “Йәшлек”, “Аманат”, “Йәншишмә”, телевидение журналистары сығыш яһаны. Бындай саралар балаларҙың рухын үҫтерә, милләтебеҙҙең бәҫен күтәрә, телебеҙгә ҡарата ихтирамды арттыра ине. Хәбәрселәр балаларға бүләк итеп журнал-гәзиттәр алып килә торғайны.
1991 – 1995 йылдарҙа “Аманат”та һәм “Йәншишмә”лә минең уҡыусыларҙың “Һуғыш ҡабатланмаһын ине!” (Алина Йомағолова), “Яраталар, ихтирам итәләр” (Лена Ҡотоева), “Көҙгө урманда” (Альбина Ялалова), “Минең дуҫым” (Айгөл Нәғимова), “Ҡиммәт шул...”, “Зоология музейында булдыҡ”, “Беҙҙең ғаилә” (Гөлдәр Аҡмырҙина), “Театрҙа күңелле!” (Әлмира Бикбулатова), “Минең ял көнөм” (Гөлшат Ялалова) исемле һәм башҡа байтаҡ мәҡәләләре, конкурстарға ебәргән һүрәттәре баҫылды.
Хәҙер шул ваҡыттан бирле сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Уҡыусыларымдың төрлөһө төрлө һөнәр һайлап, тормошта үҙ урынын тапты, барыһы ла тиерлек юғары белем алды.
1995 йылдың 22 февралендә “Йәншишмә”лә “Икеленән нисек ҡотолорға?” тигән баш аҫтында “икеле” “тоҡсайҙары”н һөйләшеүгә саҡырған мәҡәлә сыҡҡайны. “Гөрләүек”тә шөғөлләнгән уҡыусылар был етди һөйләшеүҙә әүҙем ҡатнашты, үҙ фекерҙәрен сатнатып әйтте.
Балалар баҫмаларында Тыуған илеңде, телеңде яратыу, ололарҙы ихтирам итеү, күп көс түгеп үҫтергән икмәкте ҡәҙерләү, бер-берең менән дуҫ-татыу булыу, атай-әсәйгә өй эшендә ярҙам итеү, тәбиғәтте һаҡлау кеүек темаларға иғлан ителгән һөйләшеүҙәрҙә, ижади конкурстарҙа “Беҙҙең төбәк” (Ә. Бикбулатова), “Әнүәр ағайыбыҙ”, “Икмәкте ташлау гонаһ” (И. Миһранов), “Беҙҙең ғаилә” (Г. Аҡмырҙина), “Көҙгө урманда” (А. Ялалова), “Башҡортостаным – илем” (Д. Тимерғәлиева) һ.б. байтаҡ мәҡәлә баҫылған. Архивымда һаҡланған ошо ихлас яҙмаларҙы бөгөн ҡарайым да баҫмаларыбыҙға изге эше өсөн рәхмәт уҡыйым.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы хаҡында ла әйтеп китмәксемен. Был мәктәптә лә беҙ “Аманат”, “Йәншишмә”нән айырылманыҡ, баҫмалар үҙем йыһазландырған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында айырым өҫтәлдә ята торғайны. “Иман” тип аталған йәш журналистар түңәрәге ойошторолғас, эштәр ыңғайға китте.
Әҙәбиәтте, матурлыҡты һөйгән егеттәр һәм ҡыҙҙар шөғөлләнде унда. “Иман” исемле үҙебеҙҙең гәзитте сығарҙыҡ. Ижади йыйынтыҡты үҙ көсөбөҙ менән нәшер иттек, мәктәп директоры Хисам Салауат улы Хәйбуллин да ярҙамынан айырманы.
Шуныһы ҡыуаныслы: ижади түңәрәктә шөғөллән­гәндәр уҡыуҙа ла һынатманы, үҙҙәрен тәртипле, аҡыллы тотто, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булды. Мәктәптәге бер генә мәҙәни сара ла, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, ҡала олимпиадаһы ла уларҙан тыш уҙманы. Барыһы ла мәктәпте тамамлағансы ижадҡа тоғролоҡ һаҡланы.
Республика, ҡала күләмендәге уңыштарыбыҙҙан Луиза Мөхәмәтйәнова менән Алмас Мырҙабаевтың “Йәншишмә” иғлан иткән “Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре” республика конкурсында еңеүе, йәш хәбәрселәр Гөлназ Ғәлимуллина менән Зөлхизә Илбәкованың “Орленок”ка юллама алыуы, шуға өҫтәп, Гөлназдың “Йәншишмә”нең “Йәйғор” бүләген яулауы, курсташым Марат Әбүзәровтың ҡыҙы Гөлназдың 1997 йылда “Ҡолонсаҡ” республика театр конкурсында жюри составында сығыш яһауы, 1997 – 1999 йылдарҙа ҡала, республика һәм төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында Раушания Фәтҡуллина, Илнур Әбсәләмов, Айгөл Үтәгәноваларҙың призлы урындар алыуы булғандыр. Әйткәндәй, “Рампа” журналының 11-се һанында “Служители Афины из средней школы” тигән мәҡәләлә Гөлназ Әбүзәрова хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде.
“Аманат” журналы менән дә даими бәйләнештә булдыҡ. Уҡыусылар уҡыу, гимназия тормошо хаҡында яҙҙы, үҙҙәренең ижади эштәрен тәҡдим итте, конкурстарҙа ҡатнашты. Мәҫәлән, 1997 йылдың октябрь һанында Раушания Фәтҡуллинаның “Ялҡау бесәй” тигән әкиәте, Гөлназ Әбүзәрованың “Ҡурай” исемле шиғыры, Гөлназ Сынбулатованың “Арыған”, Миләүшә Бүләкованың “Башҡортостан” тигән шиғырҙары һәм байтаҡ уҡыусыларҙың һүрәттәре баҫылды. Башҡортостандың билдәле журналисы Гөлназ Әбүзәрова менән Мәскәү телевидениеһы журналисы булып киткән Гөлназ Ғәлимуллина, шулай итеп, ошо балалар баҫмаларында ҡанат нығытты.
Ул йылдарҙа “Аманат” “Тиҫтерҙәрең ижады” тигән баш аҫтында айырым мәктәп уҡыусыларының ижады хаҡында ай һайын махсус бит бирә торғайны. Шундай бер конкурс эше әле минең архивымда ҡәҙерләп һаҡлана (№10, 1997 йыл). Унда педагогия фәндәре кандидаты З. Сәхипованың бер мәҡәләһенә Гөлназ Ғәлимуллина үҙ фекерен белдергән. Яҙма “Нимә оҡшаны, нимә оҡшаманы” тип атала. Ошо уҡ йылда уның тағы ла “Үәттибә яланы” тигән легендаһы, ә 1998 йылдың 3-сө һанында “Яҙһылыу” исемле бик матур нәҫере донъя күргән.
2000 йылдан һуң Өфө ҡалаһы, уның Орджоникидзе районы хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтарында, 48-се башҡорт лицейында, 71-се урыҫ телле урта мәктәптә һәм 64-се гимназияла эшләгәндә лә балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән башҡорт баҫмаларынан айырылманым, был еңел булмаған эште ҡала күләмендә алып барҙым. Мәҫәлән, 71-се урта мәктәптә “Йәш хәбәрсе” түңәрәген урыҫ телендә үткәрҙем, шул осорҙа әүҙем шөғөлләнгән уҡыусым Айгөл Хафизова, мәҫәлән, журналист һөнәрен һайланы. Университеттың журналистика факультетына уҡырға барырға теләгән уҡыусыларға редакция исеменән тәҡдимнамә яҙҙырып ала торғайным.
Миндә һаҡланған архив материалдарынан күренеүенсә, “Аманат”, “Йәншишмә”, “Истоки”, “Панорама Башкортостана”, “Рампа” баҫмалары менән 65-се, 64-се, 75-се, 69-сы, 54-се, 85-се, 99-сы, 106-сы, 2-се, 25-се, 39-сы урта мәктәптәр, Дим биҫтәһендә урынлашҡан 102-се, Киров районының 144-се, Калинин районының 140-сы һәм Аксаков гимназиялары, 5-се лицей әүҙем хеҙмәттәшлек иткән. Алда һанап кителгән бөтә ыңғай эштәр “Йәншишмә”, “Аманат” баҫмаларының балалар һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләтен, маҡсатҡа, белемгә ынтылышын үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен күрһәтә.
Баҫмалар бөгөн дә аманатҡа тоғролоҡ һаҡлай, балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү, Башҡорт­остандың киләсәген тәрбиәләүгә яуаплы ҡарай. Икеһендә лә ижади бәйгеләрҙә ҡатнашыусыларҙың географияһы бик киң – уҡыусылар Башҡортостандың бөтә төбәктәренән дә яҙыша. Редакция хеҙмәткәр­ҙәренә яҙмаларҙы уҡып, тикшереп, баһалап барыуы еңел эш түгел, әлбиттә. Ләкин иң уңышлы тип табылған инша, шиғыр, нәҫер, һүрәттәр баҫмаларҙа даими рәүештә баҫылып тора. Былар барыһы ла, минеңсә, бик маҡтаулы күренеш. Шулай уҡ спорт темаһының яҡтыртылыуы, хайуандар, үҫемлектәр донъяһы һүрәтләнеүе лә яҡшы. Был – балаларҙы тыуған ерен яратырға, уға тоғро булырға өйрәтеүҙең, патриотизм, сәләмәт тормошҡа ынтылыш тәрбиәләүҙең бер ысулы.
Төрлө ҡул эштәре конкурстары, шулай уҡ фоторәссамдар бәйгеһе ойошторолоуы, башват­ҡыстар, кроссвордтар, көләмәстәр баҫтырылыуы, уңышлы спортсылар, хәрбиҙәр, ғалимдар, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тураһында яҙылыуы ла маҡтауға лайыҡ.
Балалар матбуғатын йәшәткән талантлы журналистарға ижади уңыштар теләйем. Ике баҫма ла аманатына тоғро, киләсәктә лә шулай булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872