Сибай – республикала иң төҙөк һәм матур ҡалаларҙың береһе. Уны күптәр Урал аръяғының ысын баш ҡалаһы, рухи мәккәһе тип тә йөрөтә. Заманда ҡала баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштереү маҡсатында төҙөлһә, бөгөн ул Көньяҡ Уралдың сәнәғәт, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт, мәғариф үҙәгенә әйләнде. Тап бында республика һәм төбәк-ара “Ирәндек моңдары” йыр-моң бәйгеһе, “Ирәндек батыры” спорт фестивале, “Ҡымыҙ байрамы” кеүек киң танылған конкурстар үтә, тап ошо төбәктә Башҡортостандың халыҡ артистары – билдәле опера йырсыһы Светлана Арғынбаева, талантлы бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева, сәхнә йондоҙо Эльвира Юнысова тыуып үҫкән. Донъяла киң билдәле топ-модель Ирина Шейктың да тамырҙары Сибай ҡалаһына килеп тоташа.
Һуңғы йылдарҙа Сибай тотош бер ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Әленән-әле күркәм йорттар ҡалҡа, юлдар төҙөкләндерелә, яңы эш урындары барлыҡҡа килә. Бөгөн ниндәй уй-хыял, маҡсаттар менән йәшәй сибайҙар? Уларҙы нимәләр борсой, шатландыра? Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит СӨЛӘЙМӘНОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
– Хәлит Хәмзә улы, Сибай – таусылар ҡалаһы. Әңгәмәбеҙҙе бөгөн ҡала иҡтисадына иң тос өлөш индергән Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалынан башлайыҡ әле. Комбинаттың хәле нисек?
– Тотороҡло, әлбиттә. Ысынлап та, Сибай хаҡында нисек кенә фекер йөрөтһәк тә, уның иң тәүҙә таусылар ҡалаһы булыуын оноторға ярамай. Ҡала ҡаҙнаһын тулыландырыуҙа уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Сәнәғәт етештереүенең дә иң ҙур күләме Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалына тура килә. Мәҫәлән, былтыр предприятие 1,45 миллион тонна файҙалы ҡаҙылма сығарҙы, 1,5 миллион тонна руда эшкәртте, 6,8 миллиард һумлыҡ тауар продукцияһы етештерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл мәғдән запасы кәмей бара, шуға күрә яңы ятҡылыҡтар асыу йүнәлешендә лә маҡсатлы эш алып барыла. Ҡасандыр бөтә ил буйынса икенсе урынды биләгән Сибай карьерына бөгөн экскурсияға ғына барырға мөмкин. Мәғдән тәрәнерәк ҡатламдарҙан шахта ысулы менән сығарыла.
– Һуңғы ваҡытта Сибайҙа цемент заводы төҙөү тураһында һүҙ йөрөй. Кемдер уны төҙөүгә ыңғай ҡарашта булһа, икенселәрҙә экологик хәлдең торошо, ситтән эшсе ҡулдар килтереү ихтималлығы тәрән борсолоу тыуҙыра. Ғөмүмән, сибайҙар өсөн цемент заводын төҙөү кәрәкме һәм уға ниндәй өмөттәр бағлана?
– Әлбиттә, кәрәк. Иң мөһиме – яңы эш урындары буласаҡ, йәнә бер ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһы барлыҡҡа килеүе ҡала иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Һәр яңы башланғыс төрлө фекер, уйҙырмалар тыуҙыра, шунлыҡтан ҡала халҡы араһындағы имеш-мимеште ишетергә тура килеү – тәбиғи күренеш. Иң мөһиме – бөгөн экологик яҡтан хәүефле булған талаптарға яуап бирмәгән производство төҙөргә рөхсәт ителмәй. Шуға күрә сибайҙарға был йәһәттән хәүефләнергә урын юҡ, киреһенсә, инвесторҙың ҡаланы үҙ итеүен теләргә генә ҡала. Бөгөн инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыла, предприятие төҙөлә ҡалһа, ул комбинаттың эзбизташ сығарыу карьеры янында урынлашасаҡ. Төҙөлөш ҡасан башланыр, әлегә билдәһеҙ.
– Башҡа сәнәғәт предприятиеларына килгәндә, улар хаҡында нимә әйтер инегеҙ?
– “Урал аръяғын иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы”на ярашлы, байтаҡ яңы предприятиелар асабыҙ. Мәҫәлән, быраулау реагенттары заводы эшләй башланы. Унда 175 кешегә эш урыны булдырылды, киләсәктә был күрһәткестең тағы ла артыуы көтөлә. Завод газ, нефть сығарыусылар өсөн төрлө ярҙамсы продукция, шулай уҡ юлдарҙың сифатын яҡшыртыуға тәғәйенләнгән ҡатнашма етештерә.
“Башҡорт колбасаһы комбинаты” элекке ит комбинаты ҡеүәттәрен тулыһынса алмаштырҙы, тиһәк тә була. Унда тәүлегенә һигеҙ тонналыҡ 136 төр ит ризығы етештерелә. Артабан предприятие хәләл ит ризыҡтары әҙерләү буйынса ла эш башламаҡсы, был йәһәттән ҡуйсылыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләйҙәр.
Ҡасандыр гөрләп эшләгән ҡеүәтле Сибай леспромхозы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҙар иҡтисады шарттарына яраҡлаша алманы. Уның урынында заманса ағас эшкәртеү цехы асылды. “Сибайпромлес” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ағасты ҡалдыҡһыҙ файҙаланыу технологияһын ҡулланып, ағас юнысҡыһы плитәләре сығарыу проектын ғәмәлләштереүҙе күҙ уңында тота. Сибай элеваторын һаҡлап ҡалыуға өлгәштек, бөгөн ул Силәбе өлкәһенең “СИТНО” компанияһы ҡарамағында. 2015 йылда ярты миллиард һум инвестиция һалынған, тулыһынса заманса техника менән йыһазландырылған яңы тирмән сафҡа инде. Италияның “МИЛЛ СЕРВИС” фирмаһында етештерелгән ҡеүәтле ҡорамалда тәүлегенә 300 тонна иген эшкәртелә. Тирмәндә тартылған юғары һәм беренсе сортлы он төрлө төбәктәргә һатыуға оҙатыла. Ҡаты сортлы бойҙайҙан етештерелгән Сибай оно ҙур һорау менән файҙаланыла.
Элекке бетон-иҙмә заводы биләмәһендә “Монолит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылына 30 миллион дана продукция сығарыуға иҫәпләнгән кирбес һуғыу ҡоролмаһы урынлаштырҙы. Бөгөн тауарҙы һатыу, төҙөлөш материалдары баҙарында уның үҙ урынын табыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.
– Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов урындарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, мөмкин тиклем ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы. Был йәһәттән Сибайҙа хәлдәр нисек? Ҡала ҡаҙнаһын тулыландырыуҙа уларҙың өлөшө ҙурмы?
– Әлбиттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың ҡала ҡаҙнаһына индергән өлөшө уртаса 20 процент тәшкил итә. Беҙ үҙ эшен асҡандарға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ.
Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, эшҡыуарҙарға төрлө сығанаҡтарҙан 70 миллиондан ашыу субсидия бүленде. Сибайҙа “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес үҙәге уңышлы эшләй. Улар муниципаль, республика һәм федераль программаларҙа даими ҡатнаша, төрлө гранттар яулай.
– Һуңғы ваҡытта һәр район үҙ брендын булдырыу буйынса эш башланы. Сибай ҡалаһы бренды кимәленә күтәрерлек нимәләрҙе атарға мөмкин?
– Алдан әйтеп үткәнемсә, күптән инде Сибай оно үҙенең сифатлы һәм туҡлыҡлы булыуы менән бренд кимәленә күтәрелде. Шулай уҡ беҙҙең йәшмә республикала ғына түгел, хатта сит илдә лә киң танылыу яуланы. Унан етештерелгән төрлө сувенирҙарҙы республика, Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтары яратып һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һатып ала. Беҙҙә тәбиғи таштарҙан юғары зауыҡлы эксклюзив әйберҙәр яһау буйынса үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙар етерлек. Мәҫәлән, Дамир Девятовтың “Девятов и Ко” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте оҫталары флоренция мозаикаһы стилендә ҡаты таштарҙан иҫ киткес мөғжизәләр тыуҙырыу һәләтенә эйә. Павел Лазаренковтың “Сибай йәшмәһе”ндә, нигеҙҙә, сувенирҙар эшләү менән шөғөлләнһәләр, Сергей Чупковтың “Каро” оҫтаханаһында үҙебеҙҙәге агат, лазурит, йәшмә, опалдан күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәүестәр яһала. Төрлө таштарҙан ҙур зауыҡ менән эшләнгән был уникаль әйберҙәр республикала ғына түгел, хатта Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород ҡалаларында үҙ клиенттарын тапҡан. Күҙ ҡамаштырырлыҡ, ҙур оҫталыҡ менән эшләнгән картиналарҙың хаҡы яҡынса 170 меңдән алып миллион һумғаса иҫәпләнә. Сибайҙың йәнә бер бренды булырлыҡ, данын киң таратырлыҡ емеше – сейә күп беҙҙә. Йыл һайын ул емерелеп уңа, ситтән килеп, халыҡтан арзан хаҡҡа һатып алалар, йөк машиналары тултырып алып китәләр. Үҙебеҙҙә үҫкән емеште эшкәртеп, һут, ҡайнатма, компот консервалары етештереү буйынса үҙ эшен асырҙай кешеләр эҙләйбеҙ, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Беҙҙә ҡала һәм төбәк бренды булырҙай әйберҙәр бар, уларҙы күтәреү, пропагандалау талап ителә.
– Һуңғы йылдарҙа Сибай ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә...
– Тулыһынса килешәм, ысынлап та ҡалала төҙөлөш әүҙем бара. Һуңғы биш йылда ғына күп ҡатлы 70-тән ашыу йорт файҙаланыуға тапшырылды. Адреслы федераль программаға ярашлы, республикала тәүгеләрҙән булып халыҡты авария хәлендәге йорттарҙан күсереп бөттөк. Был маҡсатта 1 миллиард 19 миллион 469 мең һум аҡса тотонолдо, авария хәлендәге күп ҡатлы 87 йорт һүтелеп, уларҙың урынына 37 мең квадрат метр майҙанлы торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, 1 мең 722 кеше яңы фатирға күсте. Уҙған быуаттың 50–60-сы йылдарында һалынған биҫтәләр танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, яңырҙы. Сибай хәҙер үҙенең икенсе йәшлеген кисерә, тиһәк тә була.
– Әйткәндәй, ҡала үҙәгендә, Зәки Вәлиди урамында һүтелгән йорттар урынына яңылары төҙөләсәкме, әллә башҡа объекттар төҙөү планлаштырыламы?
– Әлегә был йорттарҙың урыны таҙартыла, уныһын да үҙ көсөбөҙ менән башҡарабыҙ. Артабан унда күп ҡатлы йорттар төҙөү планлаштырыла. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер урындар бик тар – уларҙы конкурс буйынса эшҡыуарҙарға тәҡдим итәбеҙ. Бер-ике йылдан Зәки Вәлиди урамында байтаҡ яңы йорт, башҡа биналар ҡалҡып сығасаҡ.
– Ҡалаға халыҡ күпләп күсеп килә, торлаҡҡа можтажлыҡ арта. Шәхси йорт төҙөү өсөн ергә, социаль торлаҡ буйынса фатир алыуға сиратҡа баҫҡандарҙың һаны ла йылдан-йыл арта. Был тәңгәлдә хәлдәр нисек?
– Бөгөн шәхси йорт һалыуға ер биләмәһе алыу өсөн 1300 кеше ташламалы исемлектә тора. Аукцион аша ер участкалары һатып алырға теләгәндәр ҙә бихисап. Әммә ҡаланың шәхси йорттар һалыу өсөн тәғәйенләнгән ер ресурстары юҡ. Килеп тыуған хәлде ыңғай хәл итеү маҡсатында Баймаҡ районы етәкселеге менән һөйләшеү алып барыла. Социаль торлаҡҡа килгәндә, әле 72 фатирлы йорт төҙөү планлаштырыла. Әгәр уны тормошҡа ашыра алһаҡ, бюджет өлкәһендә эшләгән байтаҡ кеше торлаҡлы булыр ине.
– Ҡаланың төп проблемаларына килгәндә...
– Әлбиттә, иң тәүҙә юлдар мәсьәләһен билдәләр инем. Ҡала урамдарына байтаҡ асфальт түшәйбеҙ, тротуарҙарҙы ремонтлайбыҙ, әммә ныҡ туҙған, асфальт һалынмаған урамдар күп әле. Ҡалала яңы предприятиелар асыу өсөн электр энергияһы етмәй. Бөгөн энергетика өлкәһенә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Өҫтәп кәмендә 30 мегаватт күләмендәге яңы энергетика ҡеүәттәре кәрәк.
– Республика Башлығының “100 йыллыҡҡа – 100 объект” тигән тәҡдимен күтәреп алып, сибайҙар нимәләр эшләргә йыйына?
– Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы эш планы ҡабул иттек. Уға ярашлы “Сибай ҡалаһының 100 шәхесе” проектына старт бирелде. Күренекле шәхестәребеҙ исемлеген тәүгеләрҙән булып мәғдән тапҡан Исхаҡ Мотаевтан башлап, уны күп данлыҡлы төҙөүселәр, таусылар, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре дауам итер. Аныҡ объекттарға килгәндә, беҙ Сибай филармонияһының янғында ҙур зыян күргән бинаһын реконструкциялап, йәнә башҡа бина-ҡоролмаларҙы сафҡа индермәксебеҙ.
– Яңыраҡ Сибайҙа “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан бик матур сара булды. Уны үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн һеҙгә редакция исеменән оло рәхмәт. Баҫманы оҙаҡ йылдар уҡыусы һәм алдырыусы булараҡ, гәзит хаҡында фекерҙә- регеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине...
– Үҫмер йылдарымдан уҡ “Совет Башҡортостаны” гәзитен уҡып үҫтем. Ул осорҙа гәзиттең тәүге битендә төрлө райондарҙан сәсеү, ураҡ барышы, ит һәм һөт етештереү буйынса хәбәрҙәр бирелә ине. Мин шуларҙы ҡарап, үҙебеҙҙе башҡа райондар менән сағыштыра торғайным. Бигерәк тә үҙ-ара ярышҡан Баймаҡ менән Илештәге хәлдәрҙе күҙәтергә яраттым. Бөгөн гәзиттә тап шундай мәғлүмәттәр әҙерәк, рәсми хрониканың етешмәүе лә күп осраҡта уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Интернет, телевизорҙы һәр саҡ ҡарап ултырып булмай, ваҡытлы матбуғат менән һәр көн иртән танышып сығыу ҡанға һеңгән. Ауыл эшсәндәрен һүрәтләгән, фермерҙарҙың эшен тәрәндән яҡтыртҡан, проблемаларҙы ҡыйыу күтәргән мәҡәләләр күберәк булырға тейеш, тип һанайым. Республикабыҙ тарихы менән йәнәш атлаған “Башҡортостан” гәзитен бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлайым, киләсәктә уның уҡыусыларының күбәйеүен, халыҡсан, уҡымлы баҫма булып ҡалыуын теләйем.