Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡош һайрауы ла – Аллаһ Тәғәләгә зекер
Билдәле мәғрифәтсе Ғарифулла Кейеков XX быуат башында башҡорттарҙан беренселәрҙән булып туған тел хоҡуғын яҡлап сығыш яһай. “Һәр халыҡтың үҙ теле бар. Матур һөйләшәм тип, берәүҙәр үҙҙәренең яҡындары аңламаған телдә аралашып маташһа, йыуасаға әрем ҡыҫтырған кеүек була”, – тип яҙып ҡалдыра ул.
Ғарифулла Кейеков Тәтешле райо­нының Күрҙем ауылында яҡташтары ярҙамы менән мәсет, мәҙрәсә һалдыра, мөғәллимлек тә итә. Дин тәғлимәтен генә түгел, донъяуи фәндәрҙе лә уҡыта. Ҡәрҙәштәренең рухи, тән сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бүлә. Үҙе йыйған дарыу үләндәренән шифалы төнәтмәләр, ҡайнатмалар әҙерләп халыҡҡа тарата, сырхауҙарҙы дауалай. Был эшендә уға батша армияһында унтер-офицер дәрәжәһендә хәрби фельдшер булып хеҙмәт итеүе ярҙам итә. Төрлө яҡлап камил шәхес, оло диндар халыҡ араһында сөхбәт йыйындары уҙғара, йәғни яҡын-тирәләге мосолмандар йыйылып, Аллаһ Тәғәләгә зекер әйтә, аяттар уҡый.
Сөхбәт йыйындары совет заманында тамырынан ҡоротола, халыҡ бөтә ғәм менән намаҙ уҡыу түгел, йәшерен Ҡөрьән өйрәнеүҙән дә ҡурҡа. Күрҙемдә был сара бер ҡасан да онотолмай, быйыл да унда сөхбәт уҙғарылды. Дини сараға Борай, Яңауыл райондарынан, Нефтекама ҡалаһынан, Пермь крайы­ның Ҡуяҙы ҡалаһынан мосолмандар йыйылды. Ете күҙле Хәҙрәт шишмәһе янында ҡоролған майҙанда барыһы бергәләп аят уҡыны. Йола уңайынан Күрҙем мәхәлләһе рәйесе, имам-хатип Мәғдән Атнабаевҡа, дин эштәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәевкә һәм башҡа бер нисә диндар ир-уҙаманға Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының “Берҙәмлек” миҙал­дары, күрше мәхәллә аҙансыларына, мәзин­дәренә шәһәҙәтнамәләр тапшырылды. Күрҙем мәсетендә Ислам дине нигеҙҙәре дәрестәрен Мәғдән ағай Атнабаев алып бара. Байрамда уның шәкерттәре, шулай уҡ бәләкәстәр аят уҡыны.
Дин әһелдәренең сығыштары ауыл ағинәйҙәренең мөнәжәттәре, тәрбиәүи темаға шиғырҙар, йыр менән аралашып барҙы. Табын ырыуы вәкиле, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев табын ырыуының бер тармағы булған ирәктеләргә ҡурай моңдары бүләк итте. Ошо ерҙең арҙаҡлы мәғрифәтселәре рухына, ил-йорттоң именлеге, ҡан-ҡәрҙәштәрҙең һаулығына бағышлап аҙандар әйтелде, аҡ ҡорбандар салынды йыйында.
1918 йылда Ғарифулла Кейеков ҡораллы кешеләр тарафынан үлтерел­гәс, йола һүнеп ҡалған, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ҡатын-ҡыҙҙар ғына зекер әйтергә йыйылыр булған. Быйыл ул рәсми рәүештә 21-се тапҡыр уҙғарылды. Киләсәктә уның әһәмиәте, абруйы тағы ла күтәреләсәк, сөнки Иҫке Соҡор ауылы мәсете имамы Бәхтегәрәй Әрмәншин тапҡан боронғо китапты филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбат­талов өйрәнгәндән һуң, ундағы яҙмалар араһында Ғарифулла Кейековтың силсиләһе, йәғни рухи вариҫлыҡ сылбыры һәм ижазнамәһе – мөриттәр тәрбиәләүгә рөхсәт биргән таныҡлығы — табылған. Кейековтарҙың силсиләһе пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән башлана, Ғәле Соҡорой иһә ул исемлектә – 33-сө, Ғарифулла Кейеков 34-се урында тора. Үкенескә ҡаршы, силсилә Ғарифулла Кейековта өҙөлгән, әммә мосолман донъяһының бөйөк мәғрифәтселәре, оло уҙамандар Ғәле Соҡорой һәм Ғарифулла Кейековтарҙың тыуған төйәгендә дин бер ваҡытта ла өҙөлмәгән, иманлы халыҡ йәшәй бында. Сөхбәт йыйындары республикала тик Тәтешле районында ғына һаҡланып ҡалған һәм һуңғы йылдарҙа әүҙем тергеҙелә. Ҡоҙаш халҡы ла был йоланы күтәреп сыҡты.


Автор: Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА. Район: Тәтешле районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә