Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғилемһеҙ ғәмәл юҡ...
Ғилемһеҙ ғәмәл юҡ...Ағымдағы йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 85 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләй. Рәсми иҫәп 1932 йылдан алып барылһа ла, ғәмәлдә ғилми үҙәктең тамырҙары 1922 йылда булдырылған академик үҙәккә барып тоташа. Бөгөн институт – Рәсәйҙең фән киңлектәрендә үҙ урыны булған абруйлы ойошма, бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт халҡының һәм Башҡортостандың фольклоры һәм этнографияһы, тарихы һәм археологияһы буйынса фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр алып барыла.
Шулай ҙа... Заман елдәре менән бергә йәмғиәттәге ҡанундар, рухи ҡиммәттәр, кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуҙары, инаныуҙары ла үҙгәреп тора, шуға күрә һуңғы йылдарҙа, башҡа тармаҡтарҙағы кеүек, фән-ғилем йүнәлешендә лә “көрсөк” һүҙе ишетелгәне мәғлүм. “Оптималләштереү” ҙә урап үтмәгән: Башҡортостанда оҙаҡламай Федераль тикшеренеү үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Күптән түгел был хаҡтағы протоколға Рәсәй Федераль ғилми ойошмалар агентлығы етәксеһе Михаил Котюков һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге 14 институт етәксеһе ҡул ҡуйҙы.
Әммә Рәсәйҙәге фәндең бөгөнгө хәл-торошо, тәүге сиратта, ғалимдарҙы борсой, сөнки, дөрөҫөн әйткәндә, улар дәүләт һәм йәмғиәт тарафынан һәр ваҡыт иғтибарға, эшмәкәрлеген баһалауға өйрәнгән. Хәйер, өлкә хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе барлай башлаһаң, әле үткән быуаттың 80-се йылдарында уҡ тармаҡтағы көрсөк хаҡында ара-тирә хәбәрҙәр ишетелгән, баҡтиһәң. Төп сәбәбе – фәнгә, “торғонлоҡ билдәһе” булараҡ, йәмәғәтселектең иғтибары кәмегән, совет осорондағы ҡаҙаныштар инҡар ителгән... Хәйер, илебеҙҙең аҫты-өҫкә килгән туҡһанынсыларҙа ла еңелдән булмаған: нисек йәшәргә, тамаҡ туйҙырырға тип баш ватҡан кешеләрҙә ғилем ҡайғыһы буламы ни?
Ғилемһеҙ ғәмәл юҡ......Ғалим-этнограф, география фәндәре докторы, профессор, ойошманың директор вазифаһын башҡарыусы Айбулат Вәли улы ПСӘНЧИН менән әңгәмәбеҙ ошондайыраҡ юҫыҡтан башланып китте.
– Республиканың гуманитар үҫешенә тос өлөш индергән, рухиәтебеҙҙең нигеҙен академик хеҙмәт менән нығытҡан ғилми берләш­мә­нең бөгөнгө хәле нисек? Фән менән шө­­ғөл­ләнеү, ғөмүмән, көнүҙәкме?

– Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты – комплекслы, күп профилле ойошма, бында гуманитар фәндәрҙең барлыҡ йүнәлештәре менән төплө шөғөлләнәләр. Институттың ныҡлы традициялары менән бер рәттән, фәнни мәктәбе, ҙур ҡаҙаныштары бар. 1982 йылда учреждение СССР Юғары Советы президиумы указы менән “Почет Билдәһе” ордены менән наградланған.
Үҙ ваҡытында бында исемдәре ил киңлегендә генә түгел, донъяға билдәле арҙаҡлы ғалимдар эшләгән. Академик Матвей Любавский, мәҫәлән. Ул Мәскәү дәүләт университетының ректоры булған, репрессияға эләгеп, Өфөгә ебәрелгән. Башҡорт халҡының тарихын өйрәнеү йәһәтенән уның эштәре баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Сергей Руденко, Николай Дмитриев кеүек ғалимдар ҙа беҙҙең институтта хеҙмәт иткән, билдәле фән әһелдәре Раил Кузеев, Әхнәф Харисов, Билал Юлдашбаев, Әнүәр Әсфәндиәров, Нәжибә Мәҡсүтова, Зиннур Ураҡсин, Ғайса Хөсәйенов һәм башҡалар – ошо исемлектә.
85 йыл эсендә башҡорт халҡының һәм Башҡорт­ос­танда йәшәгән халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен, рухи мираҫын өйрәнеү, системаға һалыу йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡарылған, ошо йылдарҙа институт хеҙмәткәрҙәре тарафынан меңдәрсә монография, һүҙлек, дәреслек, документаль йыйынтыҡ, фольклор тупланма һәм башҡа әһәмиәтле баҫмалар нәшер ителгән, йөҙҙәрсә экспедициялар ойошторолған, ғилми форумдар үткәрелгән...Ҡыҫҡаһы, институттың эше бер ваҡытта ла туҡтағаны, һүлпәнләнгәне юҡ. Монументаль хеҙмәттәр ете томлыҡ “Башҡорт халҡы тарихы”, ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” (һигеҙ томы сыҡты), 36 томлыҡ (әле 13-ө донъя күргән) “Башҡорт халыҡ ижады” һәм башҡа стратегик баҫмалар ошоно тағы берҙе иҫбатлай, был йүнәлештә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре башҡарған эштең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Ғилемһеҙ ғәмәл юҡ...Шул уҡ ваҡытта донъяла глобализация процесы ҙур тиҙлек менән алға барыуын, быуаттар буйы тупланған рухи ҡиммәттәрҙең инҡар ителеүен, бихисап донъяуи, рухи төшөнсәләр араһында сиктәрҙең юйылыуын да танымай булмай.
Финанс ҡыйынлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, институтта эш ҡайнай, сөнки бында үҙ эшен мөкиббән яратҡан, рухлы, зыялы кешеләр хеҙмәт итә. Йәмғиәттәге үҙгәрештәргә яраҡлашырға, ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн төрлө юлдар табырға, фәнни эҙләнеүҙәрҙе бар бөтөнлөгөндә алып барырға тырышабыҙ.
– Ысынлап та, финанс ҡына түгел, фәнни көрсөк хаҡында ла күп һөйләйҙәр. Зарҙар күп: тармаҡты финанслау кәмегәндән-кәмей, кадрҙар мәсьәләһе киҫкен, йәштәрҙең донъяуи ҡиммәттәре үҙгәрә, улар тиҙ һәм күп аҡса эшләү юлдарын үҙ итә, “алтын аҡыллы” кешеләр ситкә китеүҙе хуп күрә һәм башҡалар. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ нисек?
– Һанап сыҡҡан исемлектең һәммә­һендә ниндәйҙер кимәлдә хаҡлыҡ бар. Заман ҡаҙа­ныш­тарын инҡар итмәйем, фәнни-техник революцияның хайран ҡалырлыҡ тиҙлек менән алға барғанын һоҡланып күҙәтәм. Миҫал өсөн роботтар технологиялары үҫешен генә алайыҡ. Был тармаҡтағы эволюцияның тиҙлегенә кешелек ҡалышыбыраҡ эйәрә һәм яҡын киләсәктә машиналарҙың кеше ресурстарын төрлө тармаҡтарҙан ҡыҫырыҡлап сығарасағы бөгөн һис тә фантастика түгел, ә ҡәҙимге ысынбарлыҡ. Шигем юҡ: киләсәктә водител­һеҙ автомобилдәр, пилотһыҙ самолеттар буласаҡ, нанотехнологиялар ярҙамында атомдар һәм молекулалар кимәлендә есемдәр менән киң даирәлә идара итеү мөмкинлеге тыуасаҡ... Бер сығышында билдәле иҡтисадсы Герман Греф, бер нисә йылдан банктар системаһында белгестәрҙе күпләп ҡыҫҡартасаҡтар, сөнки компьютерҙар һәм башҡа төрлө аҡыллы машиналар улар урынына эшләй ала, тип әйткәйне... Ҡыҫҡаһы, глобаллаштереү менән бергә кешелеккә бихисап ҙур проблемалар ҙа янай. Ерҙәге экологик мәсьәләләр, эсәр һыу аҙлығы, эшһеҙлек һәм башҡа касафаттар – ошо исемлектә. Шуға күрә киләсәкте лайыҡлы ҡаршылау өсөн кешелеккә гармониялы үҫешеү, фәнде үҫтереү, ғилми тикшеренеүҙәрҙе тәрәнәйтеү һәм киңәйтеү, донъя кимәлендә хеҙмәттәшлекте йәйелдереү, тәжрибә менән уртаҡлашыу зарур.
Фән спираль формаһында үҫешә: ул ниндәйҙер ваҡыттан һуң башланғысҡа әйләнеп ҡайта, әммә яңынан-яңы ысулдар, мөмкинлектәр өҫтәлә, даирәһе киңәйә бара... Фән бер ваҡытта ла үҫештән туҡтамаясаҡ, ул ғына түгел, йәмғиәт һәм кешелек ниндәй генә йүнәлеште һайлаһа ла, ошо үҙенсәлектәрҙе системаға һалыусы, өйрәнеүсе фәнни нигеҙ буласаҡ. Уйлап ҡараһаҡ, беҙҙең институт башҡарған эштәр 100 – 150 йыл үткәс шулай уҡ тикшеренеү объектына, тарихҡа әүере­ләсәк, бөгөнгө баҫмаларыбыҙ ҡомартҡыға әйләнәсәк. Бына ошондай өҙлөкһөҙ, эҙмә-эҙлекле хәрәкәт ул фәнни үҫеш. Шөкөр, булмышын ғилми эҙләнеүҙәргә бағышлаған, һәләтле, ҡыҙыҡһы­ныусан, тырыш йәштәр ҙә юҡ түгел – алмашһыҙ ҡалмаясаҡбыҙ. Әммә фәндең йәмғиәттәге ролен үҙгәртеү, баһаһын арттырыу, дәүләт иғтибарын йәлеп итеү фарыз. Ул әлеге көн талаптарына, халыҡтың ихтыяжына яуап бирергә тейеш.
Әлбиттә, фән менән шөғөлләнеүселәргә тейешле шарттар булдырыу, финанс яҡтан тәьмин итеү мөһим. Кадрҙар мәсьәләһенә лә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк. Мәҫәлән, йәш ғалимдарҙы дәртләндереү йәһәтенән күп йыллыҡ программалар ҡабул ителһә, ифрат яҡшы булыр ине. Әле беҙ гранттар системаһы буйынса эшләйбеҙ, еңеүгә дәғүә итеү өсөн махсус программалар әҙерләп тапшырабыҙ. Ғәмәлдә, уларҙың барыһы ла Рәсәй кимәлендәге гранттар, бер йыллыҡтары ла, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгәндәре лә бар.
Шулай уҡ фәнгә һөйөү мәктәп йылдарында уҡ бала күңеленә һалына башлап, артабан урта һәм юғары уҡыу йорттарында ныҡлы үҫтерелергә тейеш, тип иҫәпләйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө мәғариф системаһына дәғүәләр күп: шул уҡ Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек кенә лә, мәҫәлән, балаларҙың белемен үтә тар йүнәлешле итмәйме икән? Совет заманында үҫмерҙәр барлыҡ фәндәр менән берҙәй етди шөғөлләнде, уҡытыусылар ҙа аҙаҡҡы класҡа тиклем һәр фәндән юғары һөҙөмтә талап итте. Ә хәҙерге белем БДИ-ла профилле фәндәрҙән йыйылған балдар һанына ҡайтып ҡала.
– Институттың бүлектәре, уларҙың эш йүнәлеше хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтеп үтәйек.
– Әлеге ваҡытта институтта һигеҙ бүлек эшләй, һәр ҡайһыһының аныҡ фәнни йүнәлеше, эшләү алым­дары булһа ла, улар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Миҫал өсөн, археология бүлеге палеолитик сән­ғәтте өйрәнеп, боронғо мифология образдары һәм сюжеттары нигеҙендә уны реконструкциялай, бо­ронғо дәүерҙә һәм урта быуаттарҙа Көньяҡ Урал биләмәләрендәге тарихи-мәҙәни процестарҙы өй­рәнә. “Ялан тикшеренеүҙәре” күпләп ойошторола, улар ярҙамында таш, бронза, тимер быуаттары бу­йынса сығанаҡтар базаһы тулыландырыла. Этно­графия бүлеге халҡыбыҙҙың килеп сығышы, тра­дицион мәҙәниәте, антропология мәсьәләләрен өйрәнә.
Тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте тарихы бүлеге институт ойошторолған осорҙан уҡ эшләй, төп фәнни йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Тәүге йылдарҙа ғалимдар Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыу осорон тикшерһә, алтмышынсы йылдарҙа, квалификациялы белгестәр барлыҡҡа килеү менән, совет осоро тарихы һәм совет осорона тиклемге йәмғиәт бүлектәре берләшә һәм һөҙөмтәле хеҙмәт итә.
Башҡорт халҡының тарихын системаға һалып, ете томлыҡ монументаль баҫма донъя күрһә лә, эшләйһе эштәр бик күп. Мәҫәлән, ғәрәп телендәге сығанаҡтарҙы, боронғо ҡулъяҙма сығанаҡтарҙы өйрәнәһе бар – был бик тос фонд, ҙур финанс сығымдар менән бергә, махсус ҡоролмалар, лаборатор тикшеренеүҙәр, тар белгестәр талап итә. Архивтар, музейҙар, юғары уҡыу йорттары башҡа төбәктәге фәнни берләшмәләр, тарихсылар менән бәйләнештәр булдырылған, бүлектә крәҫтиәнлек, төбәк дәүләт учреждениелары, этно-конфессиональ мөнәсәбәттәр, ислам һәм уның институттары тарихы һәм башҡа йүнәлештәр буйынса юғары квалификациялы, билдәле белгестәр эшләй.
– Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө техник прогресс осоронда мәғлүмәт табыу бик еңел, икенсе яҡтан, уның күплеге хайран ҡалдыра һәм ошо киңлек араһында дөрөҫлөктө нисек билдә­ләргә? Мәҫәлән, шул уҡ тарих фәне менән хәҙер кем генә шөғөлләнмәй! Китап баҫтырыу ҙа бер ни түгел...
– Профессиональ фән – тәүге сиратта яҙма сығанаҡтарға таяныу һәм уларға тәнҡит күҙлеге аша ҡарау. Сығанаҡтарҙы системаға һалғандан һуң төплө анализ үткәрелергә, факттар ҡапма-ҡаршы ҡуйылырға һәм алтын урталыҡ табылырға тейеш.
Заман талабы тип, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әйҙәүсе юғары уҡыу йорттарында тарих факультеттарын ҡыҫҡартып йә иһә ябып, башҡа факультеттар менән ҡушып бөттөләр. Бының иҡтисади нигеҙе, әлбиттә, бар. Икенсе яҡтан, был профессиональ әҙерлекһеҙ “тарихсыларҙың” артыуына килтерә. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ниндәйҙер сығанаҡтарға таянып, тарихи һығымта яһаусылар бихисап. Нәшер итеү хеҙмәте дәүләт тарафынан бер нисек тә ҡануни тәртипкә һалынмаған, шуға күрә аҡсаһы булған теләһә ҡайһы кеше теләһә ниндәй сифаттағы китап баҫтыра ала. Ошонан тарала ла инде уйҙырмалар, тарихи “сенсациялар”, “асыштар”. Һәүәҫкәр тарихсылар араһында, ысынлап та, бик төплө белгестәр осрай, улар Мәскәү архивтарына тиклем барып етә. Беҙгә мөрәжәғәт иткән осраҡта, улар менән хеҙмәттәшлек итергә, тәжрибә уртаҡлашырға, эшмәкәрлекте бер йүнәлешкә борорға тырышабыҙ.
– Институтта уникаль ҡульяҙмалар фонды булыуы билдәле. Унда Ғәли Соҡорой, Аҡ­мулла, М. Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов һәм башҡаларҙың ҡулъяҙмалары һаҡланыуы хаҡында ғалимдарығыҙ матбуғат биттәрендә әйтеп үткәне лә бар. Ошо ҡомартҡыларҙың яҙмышы нисек? Уларҙы өйрәнергә форсат, мөмкинлек бармы? Яҡынса күпмеһе өйрә­нелгән һәм системаға һалынған? Ҡасан да булһа уларҙы йәмәғәтселеккә еткереү мөмкин буласаҡмы?
– Рухи мәҙәниәтебеҙҙең был уникаль ҡомартҡыларын өйрәнеү башлыса әҙәбиәт ғилеме бүлеге иңендә. Бүлек милләттең әҙәби мираҫын халыҡҡа “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” (Әхнәф Харисов), күп томлы, башҡорт һәм рус телдәрендәге “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”, “Башҡорт әҙәбиәте антологияһы” кеүек монументаль хеҙмәттәр аша еткерһә, әлеге көндә институтта алты меңдән ашыу боронғо һәм ҡулъяҙма китаптарҙан торған уникаль фонд һаҡлана, уның 15-20 проценты ғына өйрәнелгән тип әйтергә мөмкин.
Бының сәбәптәре төрлө. Беренсенән, ҙур финанс сығымдар талап ителә, икенсенән, махсус шарттар кәрәк. Унан һуң ғәрәп, фарсы телдәрендә, ғәрәп графикаһында яҙылған йыйынтыҡтарҙы уҡырлыҡ белгестәр аҙ, кадрҙар ҡытлығы һиҙелә. Бының сәбәптәре тағы ла юғары уҡыу йорттарына барып тоташа: ғәмәлдә, институт хеҙмәткәрҙәре республиканың алдынғы гуманитар вуздарында белем алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта улар ғәрәп, фарсы телендә, иҫке төркисә яҙылған сығанаҡтар менән эшләй алмай.
Был беҙҙең институт бәләһе генә түгел. Шуға ла фән менән шөғөлләнгән, тормошон ғилемгә бағышлаған белгестең мотлаҡ, туған теле менән бер рәттән, рус, инглиз һәм бер булһа ла төрки телде өйрәнеүе – заман талабы.
2014 йылда институтта Көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге асылды. Нигеҙҙә, ундағы ғилми хеҙмәткәрҙәр үрҙә телгә алынған проблемалар менән шөғөлләнә, институттың барлыҡ тиерлек бүлектәре менән хеҙмәттәшлек итә, боронғо сығанаҡтарҙан уникаль мәғлүмәттәр алырға ярҙам итә.
– Танылған ғалимә, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова: “Телдең этимологик һүҙлеге бар икән, тимәк, был тел – донъя телдәре рәтендә”, – тигәйне. Институт ғалимдары бындай һүҙлек өҫтөндә эшләгәне билдәле. Ошо хаҡта ентекләберәк әйтеп үтегеҙсе.
– Башҡорт теле, ғөмүмән, уникаль телдәрҙең береһе, унда боронғо яҙма ҡомартҡыларҙа һаҡланып ҡалған күренештәр менән һуңғы бер нисә йөҙйыллыҡта барлыҡҡа килгән яңы һыҙаттар ҙа сағылыш таба. Телебеҙҙә мөғжизәле рәүештә ҡыпсаҡ һәм оғуз, болғар һәм ҡарлаҡ телдәре күренештәре яңғырай, ҡытай һәм тохар, уғыр һәм монгол, ғәрәп, фарсы, урыҫ телдәренән үҙләште­релгән һүҙҙәр бар. Шуға күрә башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу һәр ваҡыт булған һәм буласаҡ.
Мәхмүт Ҡашғариҙың XI быуаттағы һүҙлегенән алып, телебеҙ хаҡындағы мәғлүмәттәр урта быуат сығанаҡтарында, сәйәхәтнамәләрҙә, тарихи яҙмаларҙа сағылыш таба. Башҡорт ырыуҙары Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң, башҡорттар һәм уларҙың теле хаҡындағы мәүлүмәттәр рус телендәге яҙмаларҙа ла хасил була.
Институт ойошторолоуҙың тәүге көндәренән үк телде өйрәнеүҙең аныҡ йүнәлеше билдәләнә, улар бөгөн дә уңышлы эшләй һәм тотороҡло үҫешә. Был исемлеккә орфография, терминология, лексикография, лексикология, диалектология һәм башҡа йүнәлештәрҙе индереү зарур.
Тағы бер мөһим йүнәлеш – телселәр тарафынан фәнни терминологияны өйрәнеү һәм терминологик һүҙлектәр төҙөү йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡарылған һәм был өлкәне өйрәнеү дауам итә. Атап әйткәндә, тап институт телселәре тарафынан башҡорт теленең фәнни терминологияһына һәм фәнни стиленә нигеҙ һалынған. Заман талабы: һуңғы йылдарҙа тел ғилеме бүлеге эргәһендә Лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары лабораторияһы эшләй башланы һәм компьютер лингвистикаһын өйрәнеүгә юл асылды.
Институт хеҙмәткәрҙәре тарафынан орфографик, диалектологик, терминологик, аңлатма һәм башҡа йүнәлештәге һүҙлектәр төҙөү буйынса иҫ киткес ҙур хеҙмәт башҡарылған. “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” – яңы бейеклек, ул ун томдан торасаҡ, бәлки, күберәк тә булыр. Һүҙҙәр башҡорт, рус, телдәрендә бирелә, һәр һүҙгә төплө анализ яһала. Баш һүҙ шулай уҡ инглиз, төрөк телдәрендә яҙылған. Бында төрлө һөйләш, диалект һүҙҙәре, боронғо яҙмалағылар, ғәрәп, фарсы, урыҫсанан үҙләштерелгәндәрҙе лә индергәндәр. Унан һуң, тел көндән-көн үҫә, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе лә күбәйә. Һүҙлекте төҙөгәнсе әллә күпме яңы һүҙ барлыҡҡа килә.
Монументаль хеҙмәттең тәүге томдары донъя күрҙе, ҡалғандары – сиратта. Баҫманың әһәмиәте бик юғары, тәүге сиратта ғалимдар өсөн. Ғөмүмән, һүҙҙәрҙең аңлатмаһы ла, тәржемәһе лә булған академик һүҙлек уҡытыусылар, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, туған телен төплө өйрәнеү теләге менән янған милләттәштәребеҙ өсөн дә ифрат кәрәкле ҡулланма буласаҡ.
Этимологик һүҙлеккә килгәндә, был лингвистик хеҙмәттең маҡсаты – һүҙҙәрҙең тарихы, улар кисергән фонетик һәм семантик үҙгәрештәрҙе күрһәтеү. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең килеп сығыу тарихы төрлө булыуы ихтимал, шуға күрә һүҙлектә мәғлүмәт төрлө варианттарҙа бирелә.
Был иҫ киткес тынғыһыҙ, ваҡ, көсөргәнешле эш ваҡыт, ғилми нигеҙ, фәнни маҡсатлылыҡ талап итә. Институт белгестәре филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова етәкселегендә был ҡатмарлы эшкә тотондо, әммә башта уҡ телгә алғанымса, уны аҙағына еткереү өсөн бихисап ваҡыт кәрәк. План буйынса этимологик һүҙлек яҡынса ун томдан торорға тейеш. Әммә тел диңгеҙгә тиң, уны тулыһынса ҡосоу мөмкин түгел. Заман менән бергә телебеҙҙә лә яңы һүҙҙәр тыуып тора, улар ҙа мотлаҡ өйрәнелергә, теркәлергә тейеш. Шуға ла, форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иткем килә: һүҙлек төҙөүҙә тел яҙмышына битараф булмаған һәр кем ҡатнаша ала. Төрлө төбәктәрҙә ҡулланылған, аҙ таралған һүҙҙәрҙе, институттың сайтына инеп, яҙып ебәрегеҙ! Һүҙлектең йөкмәткеһен байытыу өсөн был ифрат әһәмиәтле буласаҡ.
– Халҡыбыҙҙың бөртөкләп йыйылған рухи хазинаһын һаҡлаусылар – фольклористика бүлеге хаҡында бер кәлимә һүҙ...
– Быуындан быуынға күсә килгән эпостар, легендалар, риүәйәттәр, шәжәрәләр, тәүарихтар, дастандар, йырҙар, таҡмаҡтар, әкиәттәр, көләмәстәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр – беҙҙең институт ғалимдары тарафынан экспедициянан экспедицияға йөрөп йыйылған, системаға һалынған, ташҡа баҫылған хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Фольклорсы ябай фән эшмәкәре булыу тигәнде генә аңлатмай, был кеше ниндәйҙер кимәлдә фанат булырға, уны эҙләнеү рухы алға әйҙәргә тейеш, минеңсә.
Әлеге ваҡытта бүлектә алты кеше эшләй, бүлеккә филология фәндәре кандидаты, фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенова етәкселек итә. Улар үҙ эшен юғары профессиональ кимәлдә башҡарған хәлдә лә, тормош ҡанундары байтаҡ ҡаршылыҡтар ҙа ҡуя. Эш шунда: фольклорсылыҡ буйынса диссертация советтары бөтөрөлдө, был йүнәлештең һүлпәнәйеүенә килтерҙе. Аспиранттар ғилми хеҙмәт атҡара, ә кандидатлыҡ яҡларға урын юҡ. Бөгөн Рәсәйҙә фольклорсылыҡ йүнәлеше буйынса кандидатлыҡты Мәскәүҙә һәм Махачкалала ғына яҡларға мөмкин, был ҙур финанс сығымдары талап итә. Юғары уҡыу йорттарында фольклор­сылыҡ буйынса профессиональ белем биргән уҡытыусыларға ла ҡытлыҡ, тимәк, был йүнәлеште үҙ иткән йәштәргә лә юл ябыла, тигән һүҙ.
Фольклористика бүлеге йыл да тиерлек федераль гранттар яулай, улар ярҙамында экспе­дицияларҙы яңырта алды. 2002 – 2015 йылдарҙа 35 экспедиция тормошҡа ашырылған, уларҙың һөҙөмтәһе буйынса материалдар донъя күргән. Был сығанаҡтар Башҡортостан белгестәре генә түгел, күрше өлкә ғалимдары, уҡытыусылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр араһында ифрат популяр.
Унан һуң бүлек белгестәре төрлө эксперт комиссияһы, жюри эштәрендә лә ҡатнаша, шәжәрә төҙөү өсөн дә мөрәжәғәт итәләр. Төрлө сараларҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, ғилми конферен­цияларҙа дәүләт эксперты вазифаһын үтәйҙәр. Ҡыҫҡаһы, бүлектең эшмәкәрлеге ифрат киң, һәм ул бер ваҡытта ла туҡтамаясаҡ.
– Фән офоҡтарын киңәйтеү, ғилми асыштарыбыҙҙы донъя кимәленә сығарыу йәһәтенән башҡа өлкәләрҙәге белгестәр, сит ил ғалимдары менән хеҙмәттәшлекте арттырыу мөһим...
– Рәсәй фәне финанслауҙың түбән кимәлдә булыуы ғына түгел, ҡоролошоноң иҫкелеге, бюрократик ҡаршылыҡтарҙың күп булыуы арҡаһында ла үҫешә алмай. Беҙҙең ғалимдарҙың матди хәлен дә сит илдекеләрҙеке менән сағыштырыу ҡыйын.
Хеҙмәттәшлек иһә бар, буласаҡ, тип иҫәпләйем. Мәҫәлән, беҙҙең тарихсылар, археологтар Эсто­нияның Тарту ҡалаһындағы Биоүҙәк белгестәре менән тығыҙ бәйләнештә, Мәскәү, Петербург, Силәбе, Екатеринбург, Ырымбур, Пермь, Ҡазан ғалимдары менән дә эшләйбеҙ. Ғилми конференциялар, фәнни кәңәшмәләр байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә, киләсәккә йүнәлеш билдәләргә ярҙам итә.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа “Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары” XVII Бөтә Рәсәй фәнни конферен­цияһы уҙҙы. Билдәле башҡорт диалектологтары, танылған ғалимдар Нәжибә Мәҡсүтова, Таңһылыу Кусимова, Урал Нәҙерғоловтарҙың иҫтәлегенә һәм юбилей даталарына арналды.
Нисек кенә булмаһын, милли мәҙәниәттәр һәм телдәр киләсәге өсөн хәүеф менән янаған глобалләштереү заманында ғилми үҙәктең тарихты һаҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге ҙур баһаға лайыҡ, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың телен, мәҙәниәтен өйрәнеү һәм һаҡлау йәһәтенән башҡарылған эштәре баһалап бөткөһөҙ.

1 – 4 июндә Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 85 йыллыҡ олпат юбилейы айҡанлы баш ҡалала “Рәсәй төбәктәрендә гуманитар фәндәрҙең үҫеше” халыҡ-ара фәнни һәм “Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары” XVII Бөтә Рәсәй фәнни конференциялары уҙҙы.
Гуманитар фәндәр проблемаларына килгәндә, сарала Рәсәй һәм сит ил белгестәре ҡатнашты, улар төп тема – күсмә һәм ярымкүсмә халыҡтарҙың Рәсәй дәүләте структураһына интеграцияланыуының (төрлө өлөштәрҙең берләшеүе) үҙенсәлектәре һәм формалары хаҡында фекер алышты. Атап әйткәндә, ғалимдар социаль тарих һәм методология; этнография һәм фольклор; тел һәм әҙәбиәт; археография һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү; археология һәм антропология мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләште. Шулай уҡ сара сигендә “Рәсәй дәүләте һәм Евразияның XVI – XIX быуаттарҙағы күсмә халыҡтары: уртаҡ ҡабул итеү ракурсынан” симпозиумы ойошторолдо, ул СССР Фәндәр академияһының Өфөләге махсус Тарих фәндәре бүлегенең 60 йыллығына арналды.
Ун етенсе тапҡыр уҙғарылған “Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары” конференцияһы иһә билдәле башҡорт диалектологтары, танылған ғалимдар Нәжибә Мәҡсүтова, Таңһылыу Кусимова, Урал Нәҙерғоловтарҙың иҫтәлегенә арналғайны. Сарала донъя ғалимдары төрки, славян, фин-уғыр һәм башҡа халыҡтар диалектологияһының теоретик, методик, методологик проблемаларын, глобализация һәм кешелек цивилизацияһы техноген үҫешеүе шарттарында диалекттарҙы һаҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне, этнолингвистика, ҡатнаш дисциплиналар үҙенсәлектәрен барланы, шулай уҡ заман проблемаһына әүерелгән диалект шарттарында туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү темаһы ла күтәрелде. Был бигерәк тә Рәсәйҙең полиэтник төбәктәренә хас күренеш.
Әйтергә кәрәк, Өфөлә диалектология мәсьәләләре буйынса фәнни конференциялар үткәреү йолаға әүерелгән, ул күптән Рәсәй сигенән сығып, халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә күскән. Заман заңы үҙгәрһә лә, йәмғиәттәге гуманитар проблемалар көнүҙәк булып ҡала, төрлө тарафтарҙан килгән ғалимдарҙың ҡатнашыуы диалектология мәсьәләләренең һәр ваҡыт көнүҙәк икәнлеген иҫбатлай.
Әйткәндәй, сарала Рәсәйҙең утыҙға яҡын ҡалаһынан, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Корея, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Эстония илдәренән ғалимдар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, филологтар ҡатнашты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872