Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлдар – тормош көҙгөһө
Юлдар – тормош көҙгөһө Дыуан юл ремонтлау-төҙөү идаралығы – “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы тотороҡло һәм уңышлы эшләгән предприятиеларҙың береһе.
Уның тарихы алыҫ 1934 йылдарға барып тоташа. Был осорҙа төбәктә асфальт юлдар булмай. Тәүге төҙөлөш объекты итеп Рухтин ауылы һайлана. 1935 йылда беренсе “ГАЗ” маркалы машина алына. Артабан сит илдә етештерелгән “Катерпиллер” тракторы эшкә егелә. Яйлап Әй йылғаһы аша күпер төҙөү башлана.
Йылдар дауамында күп эштәр башҡарыла, бай тәжрибә туплана. Һөҙөмтәлә Мәсәғүт ауылында 4-се юл-төҙөлөш идаралығы барлыҡҡа килә. Ойошма район биләмәһе юлдар селтәрен ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән бер рәттән асфальт юлдар һалыу, яңы күперҙәр төҙөү маҡсатында булдырыла. Иван Зуев етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Яйлап идаралыҡ техник яҡтан йыһаз­ландырылған предприятиеға әүерелә. 1992 йылда асфальт-бетон заводы эшләй башлай. Тәүге йылда ул 13 мең тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештереүгә өлгәшә. Беренсе асфальт трасса Ҡыйғы ауылы йүнәлешендә түшәлә. Ошо уҡ йылда асфальт-бетон заводы 76 мең тонна продукция етештереп рекорд ҡуя. Бер йыл эсендә 30 километрҙан артыҡ юл һалыуға өлгәшәләр.
Дыуан районында дөйөм ҡулланылыш юлдары – 452,4 километр, шуның 213,5 километрына асфальт түшәлгән. Бөгөн юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәт­кәрҙәре тырышлығы менән йүнәтелгән һәм сүп-сарҙан таҙартылған трассаларҙан меңәрләгән автомобиль елдерә. Яңы күперҙәр төҙөлә, булғандары ремонтлана, ауылдарҙағы туҡталыштар тәртипкә килтерелә, кәртәләр ағартылып, буяла.
Юлдар – тормош көҙгөһөПредприятие менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Валерий Сафонов етәкселек итә. Талапсан, булдыҡлы, ойоштороу һәләтенә эйә етәксе йылдар дауамында берҙәм коллектив туплай. Бында әле 90 кеше эш менән мәшғүл. Уларҙың күбеһе оҙаҡ йылдар ғүмерен юл төҙөлөшө хеҙмәтенә бағышлаған. Зариповтар, Сенченко, Шәмсетдиновтар, Храмцовтар, Мозафиндар династиялары юл селтәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе, тип билдәләй Валерий Сафонов. Асфальт түшәүсе машинист Р. Ситдиҡов, машинистар М. Нуриев, А. Мозафин, бухгалтер Т. Лихачева, үлсәүсе В. Спирина, юл мастеры В. Новиков, водителдәр А. Пеленев, В. Шишкин, Ф. Фәттәхов, П. Копытов, А. Шәрипов, М. Горбунов, Г. Сөләймәнов, асфальт-бетон заводы операторы П. Коротких, автогрейдер машинисы А. Моғорбанов, баш инженер А. Шишков, келәт мөдире Н. Рязанова, тракторсы С. Кузиков һәм баш­ҡаларҙың исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уларҙың барыһы ла Башҡортостан Хөкүмәтенең юғары наградаларына лайыҡ.
– Юлдарыбыҙ күҙгә күренеп яҡшыра, шуға күрә ҡәнәғәтлек кисерәм. Эшләйһе нәмәләр байтаҡ әле, әммә атҡа­рыл­ғандары ла аҙ түгел. Төбәк әһәмиәтендәге юлдар ғына түгел, район биләмә­һендәгеләре лә төҙөкләндерелә. Беҙҙә ошо хеҙмәттең нескәлектәрен аңлаған, заманса техниканы яҡшы үҙләштергән һөнәрмәндәр эшләй. Ғөмүмән, коллектив тотороҡло. Шуныһы ҡыуаныслы: инициативалы, бурысын яҡшы аңлаған йәштәр күп эшләй беҙҙә, – ти Валерий Павлович.
Етәкселек социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Йәштәр ҙә һынатмай, улар бөгөн идаралыҡҡа ҙур ихласлыҡ менән эшкә килә. Оҙаҡ йылдар юл хеҙмәтендә эшләгән ветерандарға ла иғтибар һәм ихтирам күрһәтелә, уларҙы һөнәри байрамдары осоронда хөрмәтләү матур традицияға әүерелгән. Бөгөн идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре Кропачево – Мәсәғүт – Ачит автомобиль юлын төҙөк­ләндереү эшен алып бара. Тиҙҙән бынан елдереп үтеүе күпкә еңелләшәсәк, арыу-талыу онотоласаҡ.
Дыуан юл ремонтлау-төҙөү идара­лығының киләсәккә пландары ҙур. Идаралыҡ ҡеүәтле матди-техник базаға эйә, был үҙ сиратында бурыстарҙы сифатлы һәм ваҡытында башҡарырға булышлыҡ итә. Бындағы заманса асфальт-бетон заводында асфальт-бетон ҡатнашмаһы һәм ҡырсынташтың өс төрө етештерелә. Киләсәктә асфальт япманы өр-яңы технологиялар ярҙамында түшәү алымдарын үҙләштереү өҫтөндә эшләйҙәр.


Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә