Рафиҡ ағайҙы тирә-йүндә белмәгән кеше юҡтыр ул. Уның шуҡлыҡтары, этлектәре киң таралған. Шул яғы ла бар: булмағанды булды тип йә иһә, бергә бер ҡушып, ҡойроғо менән биш яһап йөрөргә ярата танышым.
Йәш быуынға кәләш алғанын ҙур ваҡиға итеп тә гел генә һөйләй ул. Хас та Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ындағы Әжмәғол ҡарт инде. Әйткәндәй, кәләш алыу ваҡиғаһы ла шул комедиялағыға тартым.– Һин дә егет, мин дә егет... – тип һуҙып ебәрә лә китә теҙеп. – Уландар-ҡустылар, бына минең кәләш алғанды күрһәгеҙ, әй. Еңгәгеҙҙе биҙәлгән кашуфкаға бер ҡул менән генә алып ултыртып ҡайт та кит.
Был тәмләп-тәмләп һөйләгән ваҡиғаның асылында нимә ятҡанын барыһы ла белә, әлбиттә. Тик оло кешене бүлдерге лә, күңелен китке лә килмәй. Беҙ ҙә бит күрше ауылдан килмәгәнбеҙ, Айҙан да төшмәнек. Ваҡиға шаһиттарының һөйләгәнен дә ишеткән бар. Бына Сәйфетдин бабай мәрхүмде көлөп иҫкә алғандары әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғырағандай. Ул ғүмер буйы бригадир булып эшләне. Ҡул аҫтында һәр саҡ ат тотто. Дөрөҫөрәге, колхоз атын егеп йөрөнө.
– Бер саҡ шулай тракторсы Рафиҡ килеп инде, – ти ул. – “Ағай, – ти, – былай артабан йәшәп булмай, күпме ҡыҙҙың башын әйләндерәм, тик кешене гел өмөтләндереп йөрөй алмайым – кемеһендер кәләш итеп алырға кәрәк”. Эй, һөйләй, кемдең кем икәнлеген белмәйем шул әтеү: күпме генә арттарынан йүгермәй, береһе бер ҡарамай бит. Тик уйҙарым үҙемә генә мәғлүм, ҙур тормош ҡорорға торған егеттең нисек ҡанатын һындырайым инде...
Ғөмүмән, Рафиҡ ағай бригадирҙан кәләш алып ҡайтырға ат һорап тормаҡсы була. Йәнәһе, урлап алып ҡайта. Оҙаҡ киреләнә урындағы чиновник, колхоз мөлкәтен биреп ебәреү уйын эш түгел шул. Шул уҡ ваҡытта атын бик яратты бабай, ҡатынынан да нығыраҡ һөйгәндер әле. Юҡһа йомош төшөп барыусыларҙың ауыҙын да астырмай. Бар белгәне “ат ауырый” ине. Нисек кенә булмаһын, күндерә бит Сәйфетдинде механизатор егет. Ғәҙеллек хаҡына шуныһын да әйтәйек: былай беҙҙең ауылда бер-береһенең хәлен аңларға тырышалар, ярҙам итешәләр, ололар ҡабартһа ла, хөрмәтләп, баш ҡағып торған булалар.
– Баш ауыртҡан мәлгә тура килде шул, шайтан алғыры, – тип хәтер ебен һүтер ине мәрхүм. – Ни инәйегеҙҙең балы әсеп өлгөрмәгән, ни ҡырға сығып йөрөргә ирендерә, – тағы ҡабартыу китә.
“Иренеүҙең” асылы – Сәйфетдиндең әбейенең уҫаллығы, артыҡ бер аҙым атларға ирек бирмәүендә, әлбиттә. Тик, атты нығыраҡ ярата тигәс тә, бергә йәшәгән ҡатынының йөҙөн йыртмай бит инде һөйләүсе. Шулай итеп, баш төҙәтергә өмөт итеп, атын биреп ебәрә бригадир.
– Эй, көтәм атты, эй, көтәм, – тип дауам итер ине Сәйфетдин бабай. – Ә хыялымда хәлдәр былай: Рафиҡ кашуфкаға кәләшен ултыртҡан көйө, өйөнә лә туҡтап тормай, миңә ҡайтып инә! Дуғаға, йолаға ярашлы, таҫтамал бәйләнгән, санала бер “йылтыр” күренә. Хыялдарға сумып, оло ҡапҡаны шар асып ҡуйҙым. Сығам да инәм, сығам да инәм, атты көтәм. Бисәкәй ниҙер һиҙенә башланы, мин май урлаған бесәй һымаҡ янам.
“Йылтыр”, таҫтамал... Тоттороп ҡуйҙы, ти! Бер сығыуымда ҡараһам, ат санаһы-ние менән һин дә мин һарайҙа һалам көйшәп тора. Киттем Рафиҡты һүгергә. Инәйегеҙгә лә әйтергә тура килде инде эштең нимәлә икәнен, юҡһа ебәрәме ни...
Ғәмәлдә эш былай була: Рафиҡ күрше ауылда йәшәгән Зөһрә исемле һауынсы ҡыҙға ғишыҡ тотоп йөрөгән икән. Ул кистә нәҡ шул ҡыҙҙы урларға барырға уйлай. Урлау аҙымына барыуы ла Зөһрәнең бер хыялына бәйле. Нисек кенә булмаһын, тракторсы егет һауынсы ҡыҙҙы ҡулға төшөрөргә уйлай.
Шулай итеп, бригадир атында ул дуҫы – механизатор Хәким менән күрше ауылға китә (ҡыҙ урлау яңғыҙ башҡара торған эш түгел дә!). Әйткәндәй, Зөһрәне клубтан алдаштырып сығарыр өсөн Хәкимдең осрашып йөрөгән Әлфиә исемле ҡыҙын да алалар. Юҡһа егет кешенең урамға саҡырыуына концерт ҡараған ҡыҙҙың сыҡмауы ла ихтимал бит.
Юлда дуҫтар батырлыҡ өсөн Сәйфетдингә әҙерләп ҡуйылған “йылтырҙы” еңеләйтә-еңеләйтә торғас, барып етәләр. Алдан ҡоролған план буйынса Зөһрә Әлфиә артынан урамға сыға. Шуны ғына көтөп торған Рафиҡ менән Хәким ҡыҙҙы еңел генә күтәреп ултыртмаһалар ҙа, санаға этеп йығырға баштары эшләй. Малҡай ҙа, шуны ғына көтөп торғандай, урынынан ҡуҙғала, Әлфиә санаға саҡ һикереп өлгөрә. Хәйер, аҙаҡ ниңә өлгөрҙөм тигән көнгә төшәлер бахыр – эштең айышына тиҙ төшөнгән Зөһрә саналағылар менән шап та шоп һуғыша башламаһынмы! Алдағы көҙгә уҡытыусылыҡҡа уҡырға китергә тигән хыялы кейәүгә сығыу менән селпәрәмә килерен аңлай бит һауынсы ҡыҙ. Шуға әле генә урланмайым, әле генә кейәүгә сыҡмайым тип, урлаусыларҙың әле береһенә, әле икенсеһенә тондора.
Көрмәкләшеп килә торғас, сананан иң беренсе Әлфиә төшөп ҡала, уның артынан Хәкимгә лә сират етә. Өсөнсө булып Рафиҡ үҙе лә ҡолап ҡала. Урланған ҡыҙ санала яңғыҙы ғына елдерә...
Магазинда һатыусы булып эшләгән күбәләктәй Әлфиә ярай ҙа Зөһрәнән кәүҙәгә ҡайтышыраҡ. Ә бына тимер-томор араһында йөрөгән егеттәргә ни һан?! Хәйер, Рафиҡ та, Хәким дә кәүҙәгә оҙон булһа ла, йоҡараҡтар шул. Бынан бигерәк, бер үҙе 28 һыйыр һауған ҡыҙҙы еңеү еңел түгел!
Атта яңғыҙы ғына бер аҙ барғас, Зөһрә төшә лә малҡайҙың үҙен генә ҡайтарып ебәрә. Үҙенең артынан ҡыуып килгән урлаусыларҙан ҡыҙ ситән артында ҡасып ҡала.
...Сәйфетдин Рафиҡтарҙы “кейәү егете”нең ҡапҡа төбөндә тап итә.
– Ҡулыңдан килмәгәс, ни тип сығып киттек?! Ояты ни тора, – тип Хәкимдең орошоуын ишетеп ҡала ул.
Рафиҡты йәлләп, үҙ дәғүәһен икенсе юлға ҡалдырып тора. Ысынмылыр-юҡмы, Сәйфетдин атын кешегә нәҡ ошо ваҡиғанан һуң йәлләй башлаған, тип тә һөйләй ауыл халҡы. Рафиҡты “кейәү йораты”нан ҡыҙҙыра икән кешеләр, Сәйфетдин кире бороп сығарған һайын.
Әйткәндәй, Рафиҡ ағай Зөһрә еңгәне аҙаҡ барыбер ҙә урлаған. Тик инде атта түгел, ә “ДТ-54” тракторында. Бер үҙе тороп ҡалһа, был юлы ҡеүәтле техниканы туҡтата алмауҙан ҡурҡҡандыр инде һауынсы.
Аҙаҡтан Зөһрә еңгә оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләне. Тимәк, теләгең булһа, белем алыр өсөн кейәүгә сығыу ғына ҡаршылыҡ түгел. Ә бына Рафиҡ ағайҙы ул ярата. Бәлки, ныҡыш егетте баштан уҡ оҡшатҡандыр, бәлки, мөхәббәт һуңынан килгәндер. Һәр хәлдә, уларҙың ете ҡыҙы хәҙер ете тарафта яҡшы итеп донъя көтә. Башлыса әсәләре юлынан китеп, уҡытыусы булып эшләйҙәр. Тик бына малайы булмағанға ғына Рафиҡ ағайҙың бер аҙ кәйефе төшөп йөрөнө, шул кәләш тә урлай белмәү касафаты түгелме икән?!
– Һин дә егет, мин дә егет... – Ошо көндәрҙә Рафиҡ ағайҙы тағы тап иттем әле. Йәнә маҡтанып китте. – Их, мин кәләш алған саҡта...
Ул янымдан уҙғас, Рафиҡ ағай көйләгән йырҙыңмы-таҡмаҡтыңмы аҙағы иҫкә төштө:
Һин дә егет, мин дә егет,
Кәләш алып булмай...