112-се Башҡорт атлы дивизияһының яу эҙҙәре буйынса һайланма кисерештәр Мәхмүт Сәлимов, запастағы подполковник, яҙыусы, тарихсы һәм эҙәрмән. Һис шикһеҙ генерал булыр ине. Ине... Әгәр ҙә Кавказ кампанияларының береһендә яраланмаһа... Яҙмыш. Хәрби пенсияһына тик кенә ята алыр ине лә бит... Тынғыһыҙ заттарҙан ул. Үҙ иңенә яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаусыларҙан. Үҙенең һаулығы тураһында һөйләгәнде яратмай. Шуға күрә бер генә дәлил килтерәм: әлеге сәфәргә бер аҙна ҡалғас ҡына Питерҙа хәрби госпиталдә ятып сыҡты. Оҙайлы марш-бросок осоронда шым ғына уның йөҙөнә ҡарап, ҡатыны Галина Рифат ҡыҙының шәүләләй генә уны хәстәрләүенән асыҡ аңлап була ине был акцияның Мәхмүт Бакир улына ниндәй хаҡҡа төшкәне. Әммә ул һиҙҙермәне. Ир кеше бит. Ысын ир, ә кәпәсле зат вәкиле генә түгел.
Бөтә ойоштороу эше уның иңенә төштө. Әҙерлек барышында телефон аша һөйләшеп торғанлыҡтан, барыһы ла яҡшы булырын самалай инек. Әммә яңылышҡанбыҙ. Бөтәһе лә иҫ киткес юғары кимәлдә булды. Бөтәһе лә – хәрбиҙәрсә.
Быны тәүге көндән, Волгоградтың Мамай ҡурғанындағы тәүге митингтан уҡ төшөндөк. Мәхмүт Сәлимов барыһын да аяҡҡа баҫтырған ине. Кем генә юҡ: урындағы хакимиәт вәкилдәре, казактар, хәрбиҙәр, афған һуғышы ветерандары... Был ҡурғанда 34 меңдән артыҡ яугир ерләнгән. Донъялағы иң ҙур туғандар ҡәберлегелер, моғайын... Ил азатлығы өсөн баштарын һалған батырҙар хөрмәтенә янған мәңгелек ут эргәһенә килеп сәскә һалабыҙ... Мин дә хәрби кейемдә бит, офицерҙар ыңғайына честь бирәм. Ни бары бер нисә секунд... Ошо секундтар эсендә ҡан тамырҙары буйлап ток үтә... Йән – алҡымда... Армияла ике йыл буйы честь биреп йөрөргә насип булды. Әлеге честь биреүҙе аңламағанмын, баҡһаң... Ошонда, Сталинград (махсус Сталинград тип яҙам, беҙ шул осорға ҡайтҡандай булдыҡ) ерендә генә аңланым был хәрби ритуалды. Честь бирәм, һәм ҡаршымда 34 меңдән артыҡ һалдат. Өнһөҙ һалдаттар. Мин честь бирәм, улар өнһөҙ... Тик ҡараштар ғына... 75 йыл аша ҡарайҙар... 34 меңдән артыҡ ҡараш... Күбеһе малай ғына, минең улым менән тиңдәштәр... Ни бары бер нисә секунд... Ҡан тамырҙарымда ер тетрәй... Утлы лава алҡымға тығыла...
Мамай ҡурғаны буйлап атлайбыҙ. Алда – 112-се Башҡорт атлы дивизияһы байрағы. Ҡурғанда кеше күп. Ҡарап ҡалалар. Байраҡтағы яҙыуҙарҙы уҡырға тырышалар. Һәм күңелдә – йыр: “Башҡорттар китте һуғышҡа...” Туғандар ҡәберлеге эргәһендә туҡтайбыҙ. Ошонда беҙҙең авторейд рәсми башланасаҡ. Сығыштар... Христиан священнигы һәм урындағы имам доға ҡыла. Бындағы йола буйынса тыуған ер менән алмашабыҙ. Мин Башҡортостандан алып килгән тупраҡты ҡәбер өҫтөнә түгәм, сигелгән янсыҡты Волгоград округы атаманына тотторам, ул миңә Сталинград тупрағы тултырылған гильза бүләк итә. Бер ус тупраҡ... Кемдәрҙең генә ҡаны һеңгән икән ул тупраҡҡа?..
Хушлашҡанда йәнә “Ватан-әсә”гә күҙ ташлайым... Мөһабәт һын... “Ватан-әсә”нең ялан аяғы аҫтында 34505 яугир ерләнгән. Һәм иҫкә төшә: “Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында”...
Обливская станицаһы... Район үҙәге. Район ҙур түгел – халҡы 18 мең тирәһе. Бында беҙҙең тәүге осрашыу. 1942 йылдың ноябрендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы был фронтта тәүге алышҡа инә. Ошоғаса улар Косинка-Тербуны-2 оборона һыҙығында була. Әлбиттә, һуғыш ҡайҙа ла һуғыш инде... Тик оборонала торғанда юғалтыуҙар аҙыраҡ була. Тап ошо Обливская станицаһы эргәһендә төп юғалтыуҙар башлана ла инде. Әйткәндәй, дивизия формалашҡан саҡта уның составының 81,4 проценты башҡорттарҙан тора. Ошо Обливскаянан башлап Морозовскиға тиклем кавдивизияның тәүге составы тулыһынса тиерлек һәләк була. Морозовск ҡалаһына тиклем бөтә полктарҙың иҫән ҡалған яугирҙәренән генерал Шайморатов бер йыйылма отряд төҙөй. Белешмә өсөн: Обливская менән Морозовск араһы ни бары 75 километр. Ошо араны дивизия ике ай самаһы үтә. Һәр бер утар өсөн алыш ҡаты була.
Обливскаяла урындағы халыҡ – уҡытыусылар, уҡыусылар, зыялылар, муниципаль хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар – оло митинг әҙерләгән. Һәр кемдең йөҙөндә айырыуса етдилек. Һәм көсөргәнешлек. Көн эҫе. Почетлы ҡарауылда торған егеттәрҙең береһе сайҡалып китә. Тотоп өлгөрмәйҙәр, малай ҡолай. Әллә эҫенән, әллә көсөргәнешлектән. Митинг бөткәс, әлеге егеттең класташтары эргәһенә киләм, ҡыҙҙарҙан һорайым: “Ә һеҙ Никитаның (әлеге үҫмерҙең исемен һорашып белдем) герой икәнен беләһегеҙме?” Ҡыҙҙарҙың йөҙөндә һорауға – һорау... Аңлатам: “Никитаға ҡыйын ине, ул үҙенең хәле бөтә башлағанын, башы әйләнгәнен тойҙо, әммә үҙенең посын ҡалдырып китмәне, аҙаҡҡаса – ҡолағанса торҙо...” Ҡыҙҙарҙың уйынсаҡ йөҙҙәре етди ҡиәфәт ала. Миңә лә тынысыраҡ: Никитанан тиҫтерҙәре көлмәйәсәк.
***
Алексеев утары. Рәсәйҙең уртаса статистик күрһәткесле ауылдарҙың береһе. Калининградтан Владивостокка тиклемге ауылдарының яҙмышы менән бер иш: батша тарафынан да, дәүләт тарафынан да онотолған. Тик Алла тарафынан түгел. Кешеләре кешелекле. Йөҙҙәрендә нур бар. Ҡайҙалыр юғарыла оло ағайҙар Сүриә яҙмышын хәл итә, Украинаның киләсәген хәстәрләй, донъя ҡиммәттәрен нефть барреле менән үлсәй. Ә бында ыҡсым ғына кейенгән өсөнсө класс уҡыусыһы Олег сәскә тотоп митингка килгән. Ә бында ябай ғына ауылда ябай ғына кешеләр ил Хәтерен һаҡлай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда батырҙарса һәләк булғандарҙың туғандар ҡәберлеген таҙартып, буяп, тәртиптә тота. Ҙурайғас кем булаһың тигән һорауға Олег: “Мин әлегә кем булырымды белмәйем, әммә иң тәүҙә армияла хеҙмәт итәсәкмен”, – тине. Уның ҡарашының етдилеге һәм паклығы оҙаҡ күҙ алдымда торасаҡ әле... Ҡайҙалыр кемдер доллар менән һумдың нисбәтен үлсәй... Ә Олег ул кисте башҡорт күстәнәсе – башҡорт балы менән сәй эсте...
***
Юлһыҙ ерҙән оҙаҡ барабыҙ. Туҙан туҙҙырып. Йырындар, ҡалҡыулыҡтар аша. Беҙҙең маршрут битендә барасаҡ урыныбыҙ Деев утары тип күрһәтелгән. Аптыратҡыс күренеш: барған тарафта үлән баҫҡан аҡлан уртаһында автоматын ҡосаҡлаған совет һалдаты һәйкәле. Ул ыҡсым ғына кәртәләнгән. Башҡа бер нимә лә юҡ. Баҡһаң, хутор бөткәненә утыҙ йыллап самаһы. Ә туғандар ҡәберлеге һәм уның эргәһендәге һәйкәл ҡалған. Тәрбиәле. Ҡараулы. Юл юҡ, ауыл юҡ. Ә һәйкәл ҡараулы. Ғөмүмән, Ростов өлкәһендә барлыҡ комплекстар, обелисктар, һәйкәлдәр, туғандар ҡәберлеге тәртиптә. Бында ерләнгән һәр яугир уларҙыҡы. Һәм яуаплылыҡ – уларҙа. Бына әле ошо Деев утарының урынында, әлеге туғандар ҡәберлеге эргәһендә 1948 йылдан бирле Башҡортостан вәкилдәре булғаны юҡ. Булмаған. Ә ул саҡта бында буласаҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов булып киткән. Ошонда Чир йылғаһы ярында ҡыуыш ҡороп ятҡандар. Бына алыҫ Ростов ерендә башҡорт рухы килеп ойошто: яуҙа һәләк булған батырҙар, Рәми Ғарипов эҙҙәре һәм бөгөнгө делегация... Һәм имам доға уҡый. Был ҡәберлектә беренсе тапҡыр. Һәм ҡурай... “Урал”... “Аямаған йәнен, түккән ҡанын, Һис бирмәгән башҡорт Уралын”... Һәм Дон ярын бирмәгән... Днепр ярын да... Висла, Одер... Һәм күктә һабантурғай талпыныпмы-талпына... Әйткәндәй, унда бытбылдыҡтар ҙа, һабантурғай ҙа башҡортса һөйләшә... Һәр хәлдә миңә шулай тойолдо...
***
Обливский районында беҙҙең делегацияны район хакимиәте башлығы оҙатып йөрөй. Йәш егет. Иғтибарлы һәм илтифатлы. Килегеҙ, ти, һәр саҡ ярҙам итербеҙ. Исеме асыҡланған һәр яҡташыбыҙҙың исем-шәрифен обелисктарға өҫтәп яҙасаҡбыҙ, ти. Улар ярҙам итергә әҙер, ә беҙ әҙерме? Унда әле меңәрләгән яҡташыбыҙ туғандар ҡәберлегендә исемһеҙ ята бирә. Бына Лобачев утарында туҡтайбыҙ. Шулай уҡ 300-ҙән артыҡ кеше ерләнгән. Шул 1942 йылдың ҡышында ҡарт-ҡоро, бала-саға тирә-яҡтағы яландарҙан һалдат мәйеттәрен бәләкәй сана менән һөйрәп ташып ерләгән. Шул уҡ Чугунка балкаһынан, Санеев балкаһынан... Ҙур соҡорға бер рәт һалдаттар һалынған, шинель менән ябылған да йәнә бер рәт һалдаттар... Нисә рәт булғандыр... Утын өйгән кеүек... Ни бары 50-ләп кенә исем билдәле... Ә ҡалғандары?.. Уларҙың да туғандары барҙыр бит? Кемдер көткәндер... Әле һаман яҡындары Башҡортостанда йәшәйҙер... Ә тегендә, шинель аҫтарында көтәләрҙер... Йәнә доға уҡыйбыҙ... Һәм “Урал”... Эҙәрмән яҡташыбыҙ Владимир Буйдаков әйтеүенсә, был урындан ике дивизия үткән: 55-се һәм 112-се. Бөгөн 55-се дивизияның был урындарҙа һәләк булғандарҙың исемлеген асыҡлау 70 процент тәшкил итә, ә 112-се дивизияныҡы – биш процент... Бер кемде лә ғәйепләүем түгел. Бары һорау тыуа. Һорауҙар...
Ошонда район хакимиәте башлығы беҙҙең менән хушлаша. Һәм, ғәфү үтенгәндәй, өҫтәп ҡуя: “Бөгөн ҡыҙым тыуғайны”... Йә Хоҙай, шундай ҡыуанысын көнө буйына йәшереп йөрөгән. Күмәкләп ҡыуанабыҙ...
***
Артабан беҙҙе ауыл хакимиәте башлығы оҙата. Сиволобов ауылы эргәһендә бер һәйкәл эргәһендә туҡтап китергә булдыҡ. Күҙ алдына килһә, һаман күңел тула: велосипед менән шул ауыл хакимиәте башлығының ҡатыны ҡаршы сыҡты. Ике тәгәрмәсле транспортының кәрзиненә бер нисә шешә һут, компот тейәгән дә беҙҙе “һуғарырға” килгән. Көн эҫе. Ҡабаланған, ахыры, туҡтауһыҙ йөҙөндәге тирен һөртә... Ә йөҙөндә шундай ябайлыҡ... Ябай илаһилыҡ... Йә инде, беҙ кем уға?.. Рәхмәт һиңә, таныш түгел урыҫ ҡатыны!
***
Ростов өлкәһенән йәнә Волгоград яғына сығабыҙ. Чернышковскийға. Оҙон буйлы казак ҡаршылай беҙҙе. Ысын казак. Бер ҡолағындағы һырғаһы ла уның ысынлығын раҫлай. Чернышковскийҙы оҙаҡ ҡына ала алмай дивизия. Хәйлә менән яулайҙар. Элеватор яғынан түгел, ә арттан урап сығалар. Бында аэродром урынлашҡан була. Летчиктар һәм хеҙмәтләндереүсе персонал – йәмғеһе 100-ләп кенә фашист була. Ажарланып, кавалеристар ҡылыс менән тураҡлай баяғы илбаҫарҙарҙы. Аңлашыла: Обливск өсөн дә, Чугунка балкаһы өсөн дә үс алалар. Чугункала ҡылыс менән самолеттарға ҡаршы сабалар ине, бына, бында килеп ҡыуып еттеләр әлеге летчиктарҙы...
***
Морозовск... Бында митингты ҙурҙан әҙерләгәндәр. Урындағы кадеттарҙы йәлеп иткәндәр. Телмәрҙәр... Ҡылыс тотҡан кадеттар... Мылтыҡтан залп... Һәм бар ерҙәге кеүек ихласлыҡ. Бер камуфляж костюм кейгән ир-уҙаман һүҙ ҡуша. Кадет корпусының директоры Владимир Абашин икән. Отпускыламын, әммә был ваҡиға айҡанлы һеҙҙе күрергә килергә булдым, ти. Ошо ерҙәрҙә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен асыҡлау буйынса ярҙам итергә теләген белдерҙе. Әйткәндәй, юлға сығыр алдынан Ишембай кадет корпусының етәкселеге менән һөйләшкәйнем. Ошо ике кадет корпусы менән туғанлыҡ бәйләнештәре булдырыу һәм эҙәрмәнлек эшен бергәләп алып барыу тураһында. Был хаҡта Владимир Николаевичҡа әйткәс, ул ҡыуанып китте... Ысынлап та, шәп эш булыр ине. Әле Мәхмүт Сәлимовтың тыуған яҡҡа ҡайтҡанын көтәбеҙ, Ишембайға барып, әлеге идеяны тормошҡа ашырыу өсөн...
Оло сәфәрҙә баштан аҙағынаса беҙҙең менән Ростов өлкәһенең Афған һуғышы союзы вәкилдәре Геннадий Акулов менән Александр Аркадьевич ҡатнашты. Ошонда, Морозовскиҙа, әлеге Абашин юлдашыбыҙ Александр эргәһенә килеп: “Афғанстан?” – тип һораны. Кейеменән таныған. Баҡһаң, икеһе лә Ҡандағарҙа хеҙмәт иткән икән. Төрлө осорҙа. Уртаҡ таныштарын таптылар. Шунда уҡ хәтирәләргә төшөп киттеләр... Ҡыҙыҡ, бер өлкәлә йәшәгән ике “афғанды” осраштырыр өсөн беҙҙең ошо сәфәр кәрәк булған икән...
Морозовск йәнә нимәһе менән иҫтә ҡалды? Был ҡаланы азат иткән саҡта сафта ҡалған полк командирҙарынан һуңғы башҡорт һәләк була... Әйткәндәй, ошо ҡалаға тиклем полк командирҙары дүрт-биш тапҡыр алмашына: кемеһелер һәләк була, кемеһелер яралана...
***
Артабан беҙҙең юл – сәфәребеҙҙең иң билдәле урындарының береһенә. Белая Калитва. 79.9 бейеклеге. 30 батыр ҡалҡыулығы. Ил тарихына яҙылған ҡаһарманлыҡ. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы “панфиловсылары”. 1943 йылдың ғинуарында Төньяҡ Донец йылғаһы ярындағы был ҡалҡыулыҡ өсөн үлемесле алыш була. Дивизияның 30 яугире ике тәүлеккә яҡын бейеклекте һаҡлай. Дошмандың ете атакаһы кире ҡағыла, 300-гә яҡын фашист юҡ ителә... Тик беҙҙең төп көстәр килеп етеүгә утыҙ батырҙың береһе лә иҫән ҡалмай... Ҡаһармандарҙың барыһы ла Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Тик был юғары исем эскадрон командиры Аннаҡылыс Атаевҡа ғына бирелә, ҡалған батырҙарға ордендар эләгә. Әлбиттә, барыһына ла – үлгәндән һуң. Хәйер, уларҙың үлеме бары шартлы ғына, сөнки урындағы халыҡ был ҡалҡыулыҡты “Үлемһеҙлек ҡалҡыулығы” тип йөрөтә...
Беҙҙең сәфәр барышында Юғары көстөң ҡыҫылышы булғандыр тип уйлайым. Көтөлмәгән осрашыуҙар булды. Мәҫәлән, шул “Үлемһеҙлек ҡалҡыулығы”нда Аннаҡылыс Атаевтың улы Владимир менән күрешергә насип булды. Баҡһаң, ул бында 51-се яҙ рәттән килә икән. Еңеү көнөнә. Һәр йыл беҙ 4-5 майҙарҙа килә инек, ти. Быйыл беренсе тапҡыр иртәрәк юлланғайныҡ, һеҙҙе күреү насип булды, тип ҡыуана... Беҙ ҙә сикһеҙ шатландыҡ... Әйткәндәй, һүҙ ыңғайы атаһының исеменең мәғәнәһен дә асыҡланыҡ: Аннаклыч – Аннаҡылыс төркмән телендә Изге ҡылыс икән. Шул тиклем дә ирәбе ағай булып сыҡты. Оҙаҡ аралаштыҡ. Мөмкинлек булһа, Башҡортостанға килеп ҡайтырға теләген дә белдерҙе.
Йәнә был бейеклектә ике осрашыуҙы айырып әйтер инем. Беренсеһе – легендар 22-се махсус бригаданың легендар командиры Алексей Попович менән. Афғанстандағы позывнойы – “Борода”. Аҙаҡ – Кавказда. Тере булһа, Сәлмән Радуев уның хаҡында байтаҡ һөйләр ине... Алексей Максимович теремек, күҙҙәрендә шуҡлыҡ... Аралашыуға асыҡ, ябай. Һуғыш эрелекте юялыр, тәкәбберлекте, мин-минлекте йыуалыр, моғайын.
Икенсе осрашыу ҙа пландан тыш ине. Белая Калитвалағы митингка ил Президентының Көньяҡ федераль округы вәкиле урынбаҫары килә, тинеләр. Килде. Олпат кәүҙәле түгел. Һөйләшеүгә ипле, түшендә Рәсәй Геройы билдәһе. Эргәмдә торған Александр Аркадьевич кинәт шым ғына телгә килде: “Был бит теге Сафронов... Ишетеп беләм мин уны... Вертолетсы... Кавказдағы һуғыш ваҡытында вертолеты менән шундай мөғжизәләр ҡылыр булған”... Асыҡлайбыҙ... Шул үҙе булып сыҡты: Анатолий Сафронов. Ул ғына ла түгел, беҙҙең яҡташ икән, баҡһаң. Иглин районынан... Бына – үткән һуғыш ҡаһармандары һәләк булған урында яңы һуғыш геройын осраттыҡ...
***
Сәфәрҙең һәр этабында офицерҙар оҙатып йөрөнө. Уларҙың кемеһелер әле хеҙмәт итә, кемеһелер – отставкала. Төрлөһө төрлө хәрби өлкәнән. Әммә бер уртаҡлыҡтары бар: барыһы ла ҡайһылыр бер ваҡытта Мәхмүт Сәлимов менән бергә уҡыған, хеҙмәт иткән йәки уның дуҫтарының дуҫтары. Шунда Мәхмүт Бакир улы бер ҡыҙыҡ һөйләне: “Ике бер-береһен белмәгән офицер осрашып, өс минут һөйләшкәндән һуң уртаҡ таныштарын тапмаһалар, икеһенең береһе – шпион”... Рәсәй ҙур, әммә хәрби офицерҙар өсөн түгел...
***
Белая Калитвала майҙанда туҡтап, репрессиялар осоронда һәләк булған казактарға ҡуйылған мемориаль комплексҡа сәскә һалдыҡ. Беҙ йыш ҡына төрлө золомдарҙан зыян күргән халҡыбыҙ тураһында һөйләйбеҙ. Һәм хаҡлыбыҙ ҙа... Тик ҡайҙа ғына барһам да, ҡанлы тарихҡа юлығам. Ҡырғыҙстанда булдым, унда ла йылъяҙмалар ҡанһырап ята... Косовола булдым, унда ла... Чечендар, ингуштар, ҡырым татарҙары, ҡабарҙалар... Һәр береһенең – айырым тарих... Тик тарих китабы биттәренән ҡан һарҡыла... Бына казактар яҙмышы... Революциянан һуңғы “расказачивание” ваҡытында һәләк булған казактарҙың һанын бер кем дә асыҡ ҡына әйтә алмай. Һандар – бер нисә йөҙ меңдән бер миллионғаса... Тымыҡ Дондың оло фажиғәһе...
Ғөмүмән, ошо урында казактар тураһында айырым әйтеп китергә кәрәктер. Йәшермәйем, сәфәремдең маҡсаттарының береһе казактар яҙмышын, тарихын һәм йәшәйешен өйрәнеү ине. Ни тиһәң дә, 1798 йылдан 1861 йылғаса беҙ ҙә казак булғанбыҙ. Беҙ үткән маршрут тотош казак станицалары ине. Һәр ерҙә беҙгә айырым иғтибар бүлделәр, бөтә юл буйына делегациябыҙҙы бер казак атаманы икенсе округтың атаманына “тапшырып” барҙы. Улар ҙа ҡыҙыҡһына, беҙ ҙә... Уртаҡ яуҙар, уртаҡ походтар... Әйтергә кәрәк, ҙурланы беҙҙе казактар! Бүләктәрен, күстәнәстәрен биреп оҙаттылар... Хатта ки, үҙемдә әлегәсә булмаған яңылыҡ та ишетеп ҡайттым: баҡһаң, атаман Платовтың йәйәһе башҡорт йәйәһе булған икән... Бына улар беләләр башҡорт йәйәһен, ә беҙ беләбеҙме? Башҡорт йәйәһе эшләй белгән бер генә оҫтабыҙ бармы? Юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы... Уларҙың милли байрамдарында һәр бер бала тиерлек ҡылыс менән фланкировка күрһәтә белә, ә беҙҙекеләр? Уларҙың милли байрамдарында һөңгө менән алыш ярышы бар, хатта һыбай ҙа... Ә беҙҙә? Быйылғы йылдан улар һыбай “джигитовка” программаһына аттан уҡ атыуҙы мотлаҡ тиеп иғлан иткән... Ә беҙҙә? Уларҙың милли казак уйындарына артистар ғына түгел, ә барыһы ла тиерлек милли кейем кейеп килә... Бөтә ғаиләләре менән казак костюмдарында киләләр... Ә беҙҙә? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙан өйрәнерлек өлгөләр бар...
Юл ыңғайы казактарҙың милли уйындары “Шермициялар”ға һуғылғайным, шунда күрҙем барыһын да... Бер юлы уҡ атып ярышып ҡараным. Һынатманым, икенсе урынды алдым... Быныһы мөһим түгел, ә башҡаһы: иғтибар... Тотош майҙанда бер үҙем башҡорт кейемендә булғанлыҡтан, үҙемде шул арала Радик Юлъяҡшин йә Стас Михайлов кеүек итеп тойҙом... Кемдәр генә туҡтатып ҡайҙан, кем булыуымды һорашманы, кемдәр менән генә фотоға төшмәнем... Киләһе йылға Башҡортостандан тулы йыйылма команда саҡырҙылар. Барырбыҙ, Алла бирһә...
***
Белая Калитвала беҙҙең сәфәрҙең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бәйле өлөшө тамамланды, ә юлыбыҙ артабан дауам итте. Тараф – Тарасов районына. Бында Красновка эргәһендә 13 Советтар Союзы Геройы ерләнгән. Шулар араһында ике яҡташыбыҙ бар: Зөбәй Үтәғолов менән Тимерәй Кубакаев. Бында ла беҙ килеүгә етди әҙерләнгәндәр. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған батырҙарҙың мәйеттәрен тапҡандар икән, хатта ки шуларҙы шартына килтереп ерләү сараһында ла ҡатнашыу насип булды. Алыҫ Салехардтан килгән эҙәрмәндәр тапҡан уларҙы. Егерме бер һалдат... Шуларҙың тик береһенең генә затын асыҡлай алғандар... Егермеһен ерләнеләр... Береһенең мәйетен ейәне килеп, тыуған яғында ерләү өсөн алып ҡайтып китте. “Ниһайәт, 72 йылдан һуң беҙҙең ғаилә өсөн дә һуғыш тамамланды, олатайымдың аныҡ ҡәбере буласаҡ”, – тине ул матәм митингында... Эйе, уларҙың ғаиләһе өсөн һуғыш тамам, ә беҙҙең өсөн? Башҡортостан өсөн? Ростов ерендә генә меңдән артыҡ яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ һаман йә туғандар ҡәберлегендә исемһеҙ көйө, йә ҡайһылыр яланда беҙҙең барып эҙләп тапҡанды көтөп ята. Геннадий Акулов: “Һеҙ бәхетле, сөнки 112-се Башҡорт кавалерия дивизияғыҙ булған... Һеҙ уның данлы юлынан үтә алаһығыҙ, ул һаман һеҙҙе берләштерә, туплай. Ҡайһы милләт тағы шулай үҙ дивизияһы менән ғорурлана ала?” – тине. Эйе, был йәһәттән беҙ бәхетле... Тик шул дивизияның баш һалған яугирҙәренең рухы тынысмы? Улар беҙҙең алдыбыҙҙа, ил алдында үҙ бурыстарын үтәне. Ә беҙ? Һорауҙар, һорауҙар...
Красновкала йәнә ике осраҡ йәнде әрнетте. Береһе – ун өс батырға арналған музей, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнә тулыланған. Тағы ике исем өҫтәлгән. Украиналағы ығы-зығы башланғас, Рәсәй сиге аша ынтылған халыҡты арттарынан ҡыуып килгән бандерасыларҙан һаҡлап йәнен биргән ике сик һаҡсыһының шәхси әйберҙәре... 72 йыл элек һуғыш бөттө... Тик бында түгел... Был район тап шул сиктә урынлашҡан, беҙ йөрөгән ерҙәрҙән Украинаға ни бары бер нисә генә саҡрым... Һәм төндәрен ул яҡтан атыш тауышы ишетелә, тиҙәр...
Икенсе осраҡ – тутығып ятҡан тимер юл. Ҡасандыр был станция аша Миллеровонан Луганскиға поездар йөрөгән. Украина үҙ яғынан юлды япҡан. Юлды хәҙер үлән, ваҡ сауҡалыҡ баҫҡан. Күңелһеҙ күренеш. Илдәр араһында сик ҡуйып була, юлдарҙы ла ябырға мөмкин, тик тарихты кәртәләп ҡуйып булмай... Уртаҡ тарихты бикләп булмай... Һәм... Хәтеребеҙҙе үлән, ваҡ сауҡалыҡ баҫмаһын ине...