Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормоштан артта ҡалмайыҡ
Тормоштан артта ҡалмайыҡДауыллы ауылының башҡорт теле уҡытыусыһы Гөләндәм Халиҡовна Өфөлә йәшәгән ҡыҙынан хат алды. Ләйсәне тыуған көнө менән ҡотлап открытка-фәлән ебәргәндер, тип уйлап, Гөләндәм хатты ашығып асҡайны, ни күҙе менән күрһен, конверттан йәлп итеп хат менән бер квитанция килеп төштө.
Бәй, әллә “Башҡортостан” гәзитенеке инде? Ул хатты алып уҡый башланы. “Әсәкәйем, тыуған көнөң ҡотло булһын! Иҫеңдәме, былтыр һинең һүрәтең менән мәҡәлә баҫылып сыҡҡас, “Башҡортостан”ды таба алмай өй беренсә йөрөп эҙләнегеҙ, тәки таба алманығыҙ. Быйыл да былтырғы хәл ҡабатланмаһын тип, баҫмаға үҙем яҙҙырып, һеҙгә һалырға булдым. “Башҡортостан” – шәп гәзит ул, уны алдырығыҙ, уҡығыҙ. Тормоштан артта ҡалмағыҙ”, – тигән ҡыҙы.


– Ҡайһылай йәтеш булды әле, Ләйсәнемдең башы эшләй шул ул. Бәхетле бул, балаҡайым, – тип ҡыуанды Гөләндәм.
– Йорт мәшәҡәттәренән арынып, почтаға барып гәзиткә яҙылырға ла ҡул теймәй тора ине, – тип ҡыуанды атай кеше лә. – Харап һәйбәт булды. Ата-әсәне ҡыҙҙарының аңлы булыуы ҡыуандырҙы.
“Башҡортостан” Йәрмөхәмәттәргә бер йыл буйы өҙлөкһөҙ килеп торҙо. Эй, рәхәтләнде Гөләндәм менән Сәлимйән ҡыштың оҙон төндәрендә гәзит уҡып. Баҫманы ҡулына алған һайын Ләйсәнен иҫләйҙәр ҙә, бәхетле тормош теләп, рәхмәт яуҙыралар.
– Башҡа берәй нәмә бүләк итһә, әллә ҡасан онотолор йә юҡҡа сығыр ине, – тине ҡәнәғәт Йәрмөхәмә­товтар. – Гәзит көн дә килеп торғас, тотҡан һайын Ләйсәнемде хәтерләтә.
Яратҡан ҡыҙҙары ата-әсәһенә “тормоштан артта ҡалмағыҙ” тине бит. Ай-һай, шәп фекер әйткән ҡыҙҙары! Ысынлап та, тормоштан артта ҡалып, бәҫәреп йәшәүҙең ни ҡыҙығы! Былай уларҙың ғаиләһе әҙәмдән артҡа ҡалып, аҡтыҡ булып, быҫҡып ятҡаны юҡ. Форсатың барҙа янып-көйөп, гөрләтеп-дөрләтеп йәшәүгә ни етә!
Гөләндәмдең тәүге оло шатлығы туған телде өйрәнеү хаҡында мәҡәлә баҫылып сыҡҡас булды. Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, эй шатланды ул. Уны ҡат-ҡат уҡыны, уҡыусыларына ла уҡытты. Авторҙың әсә телен ғәзиз әсәбеҙ кеүек итеп һаҡлайыҡ тигән һүҙҙәре күңеленә майҙай яғылды. Хаҡ һүҙ бит, ә!
Сәлимйәне менән икәүләп улы менән килененә:
– Ейәндәребеҙ менән мотлаҡ башҡортса һөйләшегеҙ, уларҙы үҙ телендә уҡытығыҙ, – тип нығытып ҡуйҙылар. – Аслан “папка”, “мамка” тип йөрөй күрмәһендәр.
Ә ҡәләм тирбәтергә әүәҫ Гөләндәм үҙе хисләнеп китеп, хатта шиғыр яҙып ташланы:
Туған тел ул – беҙҙең рухи байлыҡ,
Туған тел ул – иң ҙур хазина.
Әсәй кеүек ғәзиз һәм ҡәҙерле,
Туған тел ул – хикмәт, мөғжизә.
Улы менән килене ололар әйтеүгә ыңғай ҡолаҡ һалды. Элек “папка”, “мамка”нан һалдырған балалары инде ҡыуана-ҡыуана “атай”, “ әсәй” тип килеп инә, балаларына ла туған телдә “улым”, “ҡыҙым” тип өндәшә башланылар.
“Башҡортостан” гәзитен уҡып, ата-баба ишетмәгән һүҙҙәрҙе лә отоп алды Йәрмөхәмәтовтар. Приватизация, инфляция... Ҡулдарында аңлатмалы һүҙлек булғас, һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә тиҙ төшөнөп алды улар. Йор һүҙле Гөләндәмгә етә ҡалды:
Унда приватизация,
Бында прихватизация.
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Беҙҙә инфляция, –
тип һамаҡлап йөрөй башланы. Инфляциянан ҡурҡмай улар. Гәзит уҡыйҙар бит, шуға күрә илебеҙҙең генә түгел, бөтә донъя яңылыҡтарын, иҡтисад хәлдәрен алдан белеп торалар. Ҡышҡылыҡҡа һуғым һуйып алалар, емеш-еләген йыйып туңды­ралар. Ит, һөт, икмәк булғас, әҙәм балаһына тағы ни кәрәк?!
Гәзит һайын бер һүҙ ота торғас, Гөләндәмдең яңы һүҙ запасы ла байтаҡҡа киңәйҙе. Уларҙы онотмаҫ өсөн хәҙер шиғыр һымаҡ итеп теҙеп яҙып бара башланы.
Интернетизация,
Интерпретация,
Компьютеризация,
Һәм манипуляция.
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Уларҙа интеграция,
Беҙҙә цивилизация.
Уларҙа инвестиция,
Ә беҙҙә конвенция
Һәм йәнә коммерция.
Цивилизация булғас ни, әйҙә, тормоштан артта ҡалмайыҡ, тине Йәрмөхәмәтовтар һәм, кредитҡа инеп булһа ла, ноутбук һатып алдылар, уны Интернет селтәренә тоташ­тырҙылар. Модаһы сыҡҡан комодты сығарып ырғыттылар ҙа урынына ҡупшы ғына компьютер өсөн ҡулайлаштырылған өҫтәл һатып алып ултырттылар. Инде хәҙер улар ҡыҙы Ләйсән менән хат яҙышып тормай, бер-береһен күрә-күрә планшет аша ғына һөйләшә.
Һай был “Башҡортостан”! Ысынлап та, быларға тормоштан артта ҡалырға хут бирмәй ҙәһә. Ирле-ҡатынлы компьютерға өйрәнеү курсына йөрөй башланылар. Элекке холҡон – бер ярты алып, күрше Хәмиҙулла менән сәкәштереп эсеүҙәрҙе, иҫереп ғаилә ҡаңғыртып йөрөүҙәрҙе онотто Сәлимйән.
Ә Гөләндәм һаман яңы һүҙҙәр өйрә­нә. Кисәге гәзиттән:
Демократизация,
Милитаризация,
Демобилизация,
Депрессия, диверсия, –
тигән һүҙҙәрҙе уҡыны ла дәфтәренә тағы яҙа һалып ҡуйҙы:
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Беҙҙә деморализация, –
тип өҫтәне.
Һыммм... Деморализация... Биге­рәк ҡыҙыҡ һүҙ. Әллә ҡайҙан уҡ сыңлап, сылтырап, ялтлап тора. Туҡта, мәғәнәһен беләйем әле тип, Гөләндәм ҡара тышлы аңлатмалы һүҙлеккә үрелде. Уй-буй, вай-вай, әстәғәфирулла, тәүбә, тәүбә, ишетер ҡолаҡҡа арыу һүҙ һымаҡ тойолһа ла, мәғәнәһе ҡайһылай ҙа яман. Иманһыҙ, әхлаҡһыҙ тигәнде аңлата икән дәһә. Йәмғиәттә әҙәп, тәүфиҡ тигән төшөнсәләр юҡҡа сыҡһа, шул деморализация була, тиелгән. Кешене төп башына ултыртыу, алдау, ғәйбәт таратыу һымаҡ күренештәр ҙә бит ошо ялтыр, сылтыр һүҙ һымаҡ тәү ҡарамаҡҡа ҡыҙыҡ тойола. Аҙаҡ, асылына төшөнгәс кенә, деморализа­цияның йәмғиәтте нисек көрсөккә төшөрөүен, кешеләр араһын боҙоуын, милләтте һаҙлыҡҡа һөйрәүен аңлайбыҙ.
“Башҡортостан” гәзитен уҡый тор­ғас, Йәрмөхәмәтовтарҙың белмәгән нәмәһе ҡалманы. Төрлө-төрлө энциклопедияларҙы һатып алып уҡый башланылар. Интернетты асып ҡарап, ғүмере ишетмәгәндәрен ишетте, белмәгәндәрен белде. Бер саҡ “Аненербе” тигән һүҙҙе уҡып, иҫе-һушы китте уларҙың. Баҡһаң, Гитлер донъяны сихыр көсө менән баҫып алмаҡсы булған икән, “свастика” тигәне утлы һепертке тигән мәғәнә аңлатҡан. Ер шарындағы арый булмаған халыҡтарҙы шул сихырлы утлы һеперткеһе ярҙамында ҡырып, һепереп ташларға йыйынған икән, хәсис. Әстәғәфирулла тәүбә, тәү ҡарашҡа яуызлығы, уҫаллығы менән донъяны дер һелкетһә лә, Аллаһы Тәғәлә ҡара көстө өҫкә сығарманы, яуызлығы үҙенең ҡара башына булды Гитлерҙың. Гөләндәм был мәғлү­мәттән бик ҡәнәғәт ҡалды. Сихыр­сылыҡ менән шөғөлләнеүселәр әле лә бар тиҙәр, уларҙы ла Раббым бер саҡ Гитлер хәленә ҡалдырып, хур итһен, ер йөҙөнән юҡ итһен ине.
Яңы килгән гәзиттә срогы сыҡҡан ризыҡты алмаҫҡа өйрәткәндәр.
Берәү теплицала йәшелсә, тәмләт­кес үләндәр үҫтереп, йылына миллион һум килем алыуы хаҡында яҙған.
– Вәт, исмаһам идея! – Гөләндәм иренә һорау ҡатыш ҡыуаныслы ҡарашын төбәне, – ниңә беҙ быны элегерәк белмәгәнбеҙ? Теплицаға ҡоролоҡ та, ямғыр ҙа, ел дә, һыуыҡ та ҡамасаулай алмай, тип яҙа бит Полшибякин тигән урыҫ. Ысынлап та, шулай ҙаһа. Ана ул лимонына тиклем үҫтерә. Үҙебеҙ экологик яҡтан таҙа, ГМО-һыҙ, канцерогенһыҙ аҙыҡ ашарбыҙ, артығын һатып, килем алырбыҙ. Гөләндәм Полшибякиндың адресын, телефонын табып, теплицаға ҡағылышлы кәңәштәр һорап, шунда уҡ хат яҙып ебәрҙе. Интернетта ла мәғлүмәт күп булып сыҡты. Китте эш хутҡа. Эшлекле кешеләр өсөн килде ләһә замана, иншаллаһ!
Теплица тигәнең бик килемле булып сыҡты, ике йыл тигәндә иномарка машина алып ебәрҙеләр.
– Әбекәйем, тағы бер-ике йылдан һиңә лә еңел машина алып бирермен, – тине ҡарты.
Машинаны мөгөҙлө кеше йөрөтмәй әле. Гөләндәм булһын да машина йөрөтөргә өйрәнмәһен, имеш. “Башҡортостан” гәзитен ентекләп уҡып барһаң, әллә нимәләргә өйрәнерһең. Ниәт итһәң, тырышһаң, эш ҡарышмай инде ул. Үҙ эшең менән булышыу уларға көндән-көн нығыраҡ оҡшай барҙы. Эш тә, аш та күбәйҙе. Элекке шикелле бушты бушҡа бушатып йөрөүҙәр бөттө. Килемле хеҙмәт, илһамланып эшләү, пар күгәрсендәр һымаҡ гөрләшеп йәшәү (әйткәндәй, ғаилә мәнфәғәтен алға ҡуйып, татыу йәшәргә лә улар бит әлеге лә баяғы “Башҡортостан” гәзитенән өйрәнде) күңелдәргә дәрт бирә. Хеҙмәт – шәп тәрбиәсе икән ул! Мохтажлыҡтары бөткәс, Йәрмөхә­мә­товтар ҡарттарға, йонсоу ғаилә­ләргә ярҙам итә башланы, мәсет төҙөтөүсе муллаға бағыусы булды.
Астың күҙе – икмәктә, туҡтың күҙе – хикмәттә, ти. Бер саҡ гәзиттә һайлау хаҡында яҙа башланылар. Уны уҡып, Гөләндәмдең депутат булғыһы килә башланы. Өйөрлө эшкинмәгәндәрҙе һайлап, үтәлмәй торған закондар сығарып, илебеҙҙе тамам көрсөккә терәттеләр, гөрләп сәскә атҡан илде хәйерсегә әйләндерҙеләр, ҡороп ҡалмағырҙар. Үҙем депутат булып алайым әле, тине ул.
Өйөнөң стенаһына эре итеп яҙып ҡуйҙы:
Депутат булып алам,
Депутат булып алам.
Тормоштан артта ҡалмайым,
Тормоштан артта ҡалмайым,
Үҙ ниәтемде ҡылам.
Коррупцияны бөтөрәм,
Илде үҙгәртеп ҡорам.
Баҫып ингән инвесторҙы
Тамырынан ҡоротам.
Булдырыр был ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатҡан ут ҡатын! Әйттеме – бөттө. Ана бит, хәҙер “Башҡортостан” гәзитен барлыҡ туған-тыумасаһына яҙҙырған. Знамо, артынан яҡындарын эйәртә. Депутат булһа, ниҙәр эшләйәсәгенең концепцияһын да төҙөп алған. Пландары менән халыҡты таныштыра башлағайны, Гөләндәмдең абруйы тағы артып китте. Барыһы тик Гөләндәмде һайларға булды. “Үҙебеҙҙең депутат, настоящий кеше, һайлайбыҙ”, – тине халыҡ һәм һүҙендә торҙо. Ҡайһы бер кандидаттар кеүек, биренеп, түләнеп тә йөрөмәне, һайлау бер тауыштан үтте лә китте. Үҙен әллә кемгә ҡуйып, халыҡты аңра һарыҡҡа иҫәпләп йөрөгән түрәләр ауыҙын асып торҙо ла ҡалды. Эйе, халыҡ аҡ менән ҡараны, яҡшы менән яманды айыра белә ул, шуға бит, халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, ти мәҡәл.
Депутат булып алғас, Гөләндәм уйлап йөрөгән ниәттәрен тормошҡа ашырырға тотондо. Халҡына тәүге әйтер һүҙе ошо булды:
Ир аҡылы бер алтын,
Ил аҡылы – мең алтын.
“Башҡортостан”ды уҡыһаң,
Аҡылың булыр алтын.
Гәзит, журнал алдырайыҡ,
Закондарҙы беләйек.
Тормоштан артта ҡалмайыҡ,
Йәшәй белеп йәшәйек.
Депутат: “Һәр өйгә – “Башҡорт­остан!” – тип оран һалды. – Меңдәр аҡылын бергә туплап: “Берҙәм йәшәйек, бергә булайыҡ, туғанда­рым”, – тип фарман бирҙе.
Һеҙ ҙә, мөхтәрәм милләттәштәр, уңышлы булғығыҙ килһә, нисек йәшәргә өйрәткән ошо баҫманы алдырығыҙ. Ауылдарҙа ғына түгел, бөтә Башҡортостанда халҡыбыҙҙың рухы күтәрелһен, йүнсел булырға, алға ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәнһен. Ниәт иткән, мораҙына еткән. Хәйер, Гөләндәм һымаҡ бул­дыҡ­лы ҡатын айбарланып тотонғас, барыһы ла яҡшы булыр. Күңелгә шулай бирелә. “Башҡортостан” гәзитен дә алдырырҙар, бергә булырбыҙ, берҙәм булырбыҙ, Аллаһ бирһә, бар эштәребеҙ ҙә уң булыр, иншаллаһ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872