Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кеше ышанмаҫлыҡ осрашыу
Кеше ышанмаҫлыҡ осрашыу
Кеше ышанмаҫлыҡ осрашыуҺуғыш касафаттарын беҙ ҙә, уҙған быуаттың уртаһындараҡ тыуған балалар, күреп-тойоп үҫтек. Һикһәнләп кенә өйлө тыуған ауылым Һарыш халҡы ла ил күргәнде кисерҙе. Яуға киткән ирҙәрҙең яртыһынан күберәге кире әйләнеп ҡайта алманы. Ҡайтҡандары араһында ла имгәнмәгән берәү ҙә юҡ. Сатан күршеләр Сабир һәм Әнүәр ағайҙар урам буйлап ағас аяҡтары менән туҡылдап атлап, колхоз эшенә ашыға. Хәким, Сибәғәт, Хөсәйен ағайҙарҙың башы яраланған, баш кейемен һалһалар, лепкәләре күренеп тора. Шаһисолтан, Харис, Ахун, Ғәҙелша ағайҙарҙың, Миңлебай бабайҙың да йә арҡаһы, йә ҡулбашы һыҙлап интектерә икән…
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар­ҙың тормоштан зарланғанын, эш­лә­мәйенсә өйҙә генә ятҡандарын хәтерләмәйем. Кү­бе­һенең өйөндә кәм тигәндә ете-һигеҙ бала үҫте. Уларҙы аяҡҡа баҫ­тырырға ла кәрәк булғандыр. Ваҡыт табып, тол ҡалған апай-еңгә­ләренә лә ярҙам итә әле улар. Өмә яһап, әле бере­һенең, әле икен­сеһенең ихатаһын, ҡыйығын йә ҡапҡаһын йүнәтәләр. Изгелекле, тырыш, намыҫлы быуын вәкилдәре – элекке яугирҙәр үҙ-ара дуҫ йәшәне.
Атайым да сәмле, көн буйы эштән бушамай, ә төндәрен йыш ҡына ыңғырашып сыға. Бигерәк тә бесән сабыу, эҫкерт ҡойоу, колхоз фермалары өсөн саман һуғыу кеүек ауыр хеҙмәттәрҙән һуң, снаряд яралап, өҙгөләнгән ҡулбашы һәм бото һыҙлап йонсота ине уны.
Атайым һуғыш ветераны, ғүмер буйы колхозда мал духтыры булып эшләгән Тимерғәли ағай менән дуҫ йәшәне. Ҡунаҡҡа ла йыш саҡырыштылар. “Һөйләшкән һайын гел бер хәбәр бит әле, – тип аптырай әсәйем менән Тимерғәли ағайҙың ҡатыны Гөлйыһан апай. – Нисек ялҡмайҙар икән гел генә бер нәмәне хәтерләп?!”
Йылдың-йылы 9 Майҙа колхоз менән ауыл Советы ветерандар хөрмәтенә үткәргән байрамдан һуң икәүләп кенә ауыл ситенә Дим буйына төшөп ултыра ике яуҙаш. Яртылары ла булалыр инде: бер аҙҙан ҡосаҡлашып ҡысҡырып һөйләшкән, йырлашҡан тауыштары ишетелә. Әҙәм ышанмаҫ хәлде дөрөҫ булһа ла һөйләмә тиһәләр ҙә, ветерандарҙың яҡты рухы хөрмәтенә һеҙгә лә бәйән итәйем әле уларҙың ҡәҙерле иҫтәлеген. Хикәйә итеп яҙып булмаҫ ине уны, сөнки бер кем дә ышанмаясаҡ.
…Украина ерендә була был хәл. Әйткәндәй, атайым Киевты азат итеүҙә лә ҡатнаша. Ниндәйҙер ҡаланан (исемен әйтеп һөйләйҙәр ине лә, мин онотҡанмын) дошмандарҙы ҡыуыу өсөн үлемесле алыш бара. Шартлауҙарҙан хасил булған тупраҡ, туҙан, ағас һәм ер ҡатламдарынан күк менән ер бергә тоташҡан. Күптән түгел һин дә мин аралашып йөрөгән яуҙаштарҙы танырлыҡ түгел: тупраҡ менән ҡанға буталып, кеше ҡиәфәтен юғалтҡандар. Тирә-яҡта снарядтар гөрһөлдәй, пулялар һыҙғыра, пулеметтар тыҡылдай… Атыш, ҡысҡырыш, ыңғырашыуҙар аша командирҙарҙың бойороҡ биргән тауышы ишетелә. Йәшәү, үлем тойғолары ла тупаҫлана төшә икән бындай саҡта. Аңда бер генә теләк: алға, алға, алға! Йүгерергә, атырға, дошманды ҡыйратырға, ҡаланы азат итергә!
Утыҙ йәшлек пулеметсы Аҙнағол Юнысов та ата-ата, йән асыуына алға йүгерә. Ҡапыл бер ҡулы ҡорал тота алмай, иҫһеҙләнеп, һәлберәп төшә. Ҡараһа, снаряд ярсығы ҡулбашының бер киҫәген өҙөп киткән икән.
– Юнысов, һин ныҡ яраланһаң да атлай алаһың бит, санитарҙар етешмәй, артта, күпер аръяғында – ялан госпитале, шунда йүгер! – ти яланда тура килгән командиры. Аҙнағол икенсе ҡулы менән яраны ҡапларға итә, ҡан туҡтарға уйламай ҙа. Күперҙән үткәндә, ни хикмәт менәндер: “Арағыҙҙа Башҡортостандан килгәндәр бармы?” – тип ҡысҡырырға булып китә. Белеп тора бит инде: бындай тауыш, ошондай мәхшәрҙә кем ишетһен уны?! Һәм көтмәгәндә халыҡ ағымынан яралы һалдаттың үҙен дә аптыратып: “Мин – Башҡортостандан!” – тигән тауыш ишетелә. Ҡараһа, үҙҙәренең Һарыш ауылы егете – һалдат Тимерғәли Вәлиәхмәтов баҫып тора. Тик тупраҡ ҡатыш ҡанға батҡан ауылдаш ағаһын танымай. “Мин бит Һарыштан, Тимерғәли туғаным, Аҙнағол Юнысов булам!” – ти танышын осратыуға шатланған яугир. Ҡосаҡлашалар. Шул арала: “Тиҙерәк, тиҙерәк, алға!” – тип арҡаһынан төрткөләп, Тимерғәлиҙе яуға инеп барған халыҡ ағымына ҡушып алып та китәләр.
“Кемебеҙ иҫән ҡайта, шул ғаиләбеҙгә ошонда осрашҡанды һөйләр”, – тип һүҙ бирешеп өлгөрәләр шулай ҙа. “Ете тапҡыр госпиталдә яттым: ҡулбашым менән ботомдоң яралары иң ауыры булды”, – тип хәтерләй ине атайым.
Яуҙа табышҡан һалдаттарҙың икеһенә лә тыуған ауылдарына иҫән әйләнеп ҡайтырға насип була. Ғүмер буйы колхозда эшләйҙәр, күмәк бала үҫтерәләр. Күрешкән һайын иҫкә алған иҫтәлектәре кеше ышанмаҫлыҡ ошо осрашыу хаҡында инде.
Ысынлап та, ниндәй генә ғәжәп хәлдәр булмай донъяла?! Был алышта хәлһеҙләнгән яугирҙәргә ярҙамға ебәрелгәндәр араһында бөтә Башҡор­тостандан бер кемдең дә булмауы ла мөмкин ине бит әле. Ике-өс минутҡа ғына аймылышһалар ҙа осраша алмаҫ ине ауылдаштар.
“Гел бер нәмә хаҡында һөйләйҙәр”, – тип аптырай ине яҡындары. Ә был ваҡиғаның ни тиклем ҡәҙерле һәм изге булғанлығын тик үҙҙәре генә белгәндер яуҙаш-ауылдаштар.


Автор: Гөлфиә ЮНЫСОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә