Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәй, һин ҡайҙа?
Йәй, һин ҡайҙа?Май тамам аптыратты. Инде өҫкө кейемде сисеп, еңелсәгә күсергә өмөтләнеп йөрөй инек, тағы ҡапыл һыуытты. Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡаты ҡырауҙар төштө. Был ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн генә түгел, баҡсасылар өсөн дә оло бәлә, сөнки өмөтләнгән уңыштан күптәр ҡолаҡ ҡаҡты. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә ужым бойҙайының 6 проценты ҡырауға бирешкән, уның дөйөм күләме 20 мең гектарҙан ашыу майҙанды тәшкил итә. Хәҙер был ергә хужалыҡтар башҡа үҫемлек сәсергә мәжбүр.
Борай районындағы “Алмағас” фермер-крәҫтиән хужалығы етәкселәре Ғәлиә менән Әлфис Муллаяновтар ҡырҡ йылдан ашыу үҫемлекселек менән була.

– Борайҙа бер-ике тапҡыр ҡырау төштө. Әлдә груша сәскә атып бөткән саҡҡа тура килде. Алмағастың сәскәләре һыуыҡҡа көйгән бер аҙ. Шулай ҙа ҡурҡынысы юҡ. Беҙҙең биләмә 80 гектар самаһы булғас, ҡырау төшөр алдынан әллә ни сара ла күрә алмайбыҙ инде. Ә бына баҡсасылар үҙ ихатаһында ҡырауҙан һаҡланыу әмәлен күрә ала. Мәҫәлән, кәбеҫтәгә таңғы сәғәт 4 – 5-тәрҙә йылы һыу һипкәндә, уға ҡырау ҡурҡыныс түгел. Бынан тыш төтөнлө шашкалар ҙа ҡырауҙан һәйбәт ярҙам итә. Ихатаға кәритә менән һыу ултыртҡанда ла, үҫентеләргә һыуыҡ тейер тип ҡурҡырға түгел. Быйылғы яҙ баҡсасылар өсөн айырыуса хәүефле. Ысынлап та уңышһыҙ ҡалыу ҡурҡынысы бар. Күҙәтеүҙәр буйынса апрель ҡышҡа торошло булды. Әле һаман ҡайһы бер ағастарҙың бөрөһө асылмай, йылы етмәй. Шуға ла яҙҙы бер айға һуңлап килә тип тә әйтергә мөмкин, – ти тәжрибәле баҡсасылар.
Белорет районында үҫентеләрен һатыуға сығарған баҡсасылар ҙа һыуыҡҡа зарлана.
– Ял көндәрендә үҫенте һатып, байтаҡ килем ала инем, был аҙнала һатыу һүлпән барҙы. Халыҡ ҡырау төшөүҙән, унан бигерәк ҡар яуыуҙан ҡурҡа. Синоптиктар был аҙнала районда ҡар яуыу ихтималлығы көслө тип белдерҙе, – тип һөйләй үҙен Минзилә тип таныштырған апай.
Ысынлап та, шәхси хужалыҡтарҙа үҫентеләрҙе төрлө алымдар менән ҡотҡарып булһа, баҫыуҙарҙа быны эшләү мөмкин түгел. Мәҫәлән, Благовар районындағы хужалыҡтың береһендә генә 4 меңдән ашыу гектар майҙанда сәсеү эштәре яңынан башҡарылған.
– Ужым культураларын сәсеү эштәрен страховкалағайныҡ. Әле зыян күләмен иҫәпләйбеҙ. Яҙ ҡырау иртә төштө: 16 апрель, 5, 7 майҙа һауа температураһы алты градусҡаса түбәнәйҙе, – тип хәбәр итте хужалыҡтың баш агрономы урынбаҫары Владислав Степаненко.
Синоптиктар иһә ҡырау төшөү хәүефе 10 июнгә тиклем һаҡланасаҡ ти. Бөгөн республикала йәнә көслө ел, ямғыр яуғанда йәшен йәшнәүе көтөлә. Төндә урыны менән һауа температураһы биш градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Йәй, һин ҡайҙа?


Автор: Л. НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә