Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Иң тәүҙә – Тыуған ил, һуңынан ғына үҙең тураһында...”
“Иң тәүҙә – Тыуған ил, һуңынан ғына үҙең тураһында...” Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — Башҡортостандың Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең тәбиғи фәндәр, Рәсәйҙең гуманитар фәндәр, шәхестәрҙең бөгөнгөһөн һәм киләсәген тикшереүгә арналған Халыҡ-ара акмеологик фәндәр, Халыҡ-ара мәғлүмәтләштереү академиялары ағзаһы, философия фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Фәнил ФӘЙЗУЛЛИН.
— Фәнил Сәйет улы, һөйләшеүҙе, ғәҙәттә, тыуған яҡтан, атай-әсәйҙән башлайҙар. Беҙ иһә эшкә башҡасараҡ — традицион булмағансараҡ тотона­йыҡ. Бына һеҙ әллә нисә төрлө академия ағзаһы, Өфө дәүләт авиация университетының философия кафед­ра­һына етәкселек итәһегеҙ, йәштәрҙе фән юлына әйҙәп, тәүге аҙымдарын яһағанда ярҙам­лашаһығыҙ. Шулай булғас, алда һаналған дәрә­жәләрегеҙ яуланған үрҙәр, һөҙөмтәләр генә түгел, әле лә олоғара хеҙмәт икәнен күрһәтә.
— Әлбиттә, шундай академиялар ағзаһы булыу минең өсөн бер күрһәткес кенә түгел. Ә Рәсәйҙә, донъяла билдәле ғалимдар, фән эшмәкәрҙәре менән осрашыу, аралашыу, бәйләнеш булдырыу Башҡортостан фәнен артабан үҫтерергә лә ярҙам итә. Философия, политология һәм социологияның башҡа илдәрҙә лә билдәле булыуы ошо бәйләнештәрҙең нығытылыуы менән бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙ күп кенә аспирант­тарыбыҙҙы, йә иһә докторанттарыбыҙҙы бөтә ерҙәргә лә ебәрә алмайбыҙ. Финанс сығымы бәкәлгә һуға. Ә бына уҙған быуаттың 80-се йылдарында илдәге башҡа республикалар менән тығыҙ бәйләнештә торҙоҡ. Киләсәктә Рәсәйҙең яҙмышы тураһында уйлайбыҙ икән, иң тәүҙә ошо мәсьәләләрҙе хәл итергә тейешбеҙ. Һис сер түгел, фән өлкәһе ысын мәғәнәһендә юғалтыу кисерә. Фәндәр академияһын ғына алып ҡарайыҡ. 90-сы йылдарға тиклем СССР-ҙа туғыҙ йөҙләп ғилми-тикшеренеү институты эшләһә, бөгөн өс йөҙҙән саҡ ҡына ашыу. Был илдең ҙурлығына ғына бәйле түгел. Шул уҡ ваҡытта диссертациялар яҡлау кәмей. Был иһә фән эшмәкәр­ҙәренең һөнәри үҫешенә кире йоғонто яһай.
— Рәсәй төбәктәре менән көслө, тибеҙ. Был уларҙа фән үҫешенә лә ҡағылалыр...
— Әлбиттә, туранан-тура ҡағыла. “Рәсәйҙең төбәктәре Рәсәй яҙмышын хәл итә” тигән фекер менән сығыш та яһағайным. Бөгөн дә ошо юлды, ошо принципты тормошҡа ашырыу мотлаҡ. Төбәктәрҙә фән үҫеше иҫ китмәле юғары кимәлдә. Әммә шул дәрәжәне яйлап юғалта башланыҡ. Был ҡаҙнаның һай булыуынан, бәйлә­нештәрҙең һүрелеүенән, шул айҡанлы һәр кем үҙ ҡаҙанында ҡайнауҙан килә. Әгәр киләсәк тураһында уйлаһаҡ, фән үҫешенә дәүләт яғынан ныҡлы ярҙам кәрәк. Булған традицияларҙы дауам итергә тейешбеҙ. Урындарҙа юғары кимәлдәге институттар киләсәктә лә үҫешһә, “үҙәк” һәм “перефирия” тигән төшөнсәләрҙе юҡҡа сығарыр инек. Беҙҙә “үҙәк нәшриәт”, “үҙәк гәзит” һымаҡ төшөнсәләр йәшәй. Ә төрлө өлкә буйынса ниндәй генә алға киткән илдәрҙе алма, уларҙа “үҙәк” йәки “төбәк” тигән нәмә юҡ, сөнки һәр ҡайһыһында ниндәйҙер йүнәлеш үҫешкән, барыһы ла бер-береһенә бәйле. Шул уҡ ваҡытта фән юғары кимәлгә ҡуйылған. Фән үҫешмәһә, ил дә үҫешә, яңы, заманса алымдар индерелә алмай. Илебеҙҙә ғилми-тикшеренеү институттары­ның киләсәген йәшәп килгән “перефирия” принцибынан сығып хәл итергә тейеш түгелбеҙ. Киреһенсә, төрлө төбәктәрҙең фәнен ныҡлап үҫтереү, бәйләнештәр булдырыу мөһим.
— Миңә ҡалһа, гуманитар фәндәрҙе, шул иҫәптән философияны нисектер ситкәрәк ҡуйыу күҙәтелә һымаҡ. Физика, химия, математика һымаҡ теүәл фәндәр менән сағыштырып әйтмәксемен.
— Ысынлап та, миҫалға һуңғы ваҡытта иң үҫешкән фәндәр иҫәбенән химияны атап китер инем. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең гуманитар, бигерәк тә ижтимағи фәндәр бик юғары баҫҡыста тора. Был турала Бөтә Рәсәй философия, социология конгресының Өфөлә үткәрелеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Һис тә осраҡлы хәл түгел. Көслө фән эшмәкәрҙәре булмаһа, әлбиттә, бындай саралар, конгрестар беҙҙә үткәрелмәҫ ине. Традицияны артабан да дауам итергә тейешбеҙ. Беҙҙә хатта Бөтә донъя конгрестары үткәреүгә мөмкинлек бар. Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа социология, политология, философия бик ҙур үҫеш алды. Шуға күрә киләсәктә лә өлгәшелгәнде һаҡлап ҡалыр өсөн республиканың интеллектуаль көстәрен юғалтмау сараларын булдырыу мөһим. Был Башҡортостан Фәндәр академияһын киңәйтеү, абруйын күтәреү, ҡаҙна мәсьәләләрен хәл итеүҙән тора.
Башҡортостан фән эшмәкәрҙәре тик фундаменталь проблемалар өҫтөндә генә эшләмәй, ошо һығым­таларынан, тикшеренеүҙәренән сығып, аныҡ тәҡдимдәрен дә белдерә. Һис арттырыу булмаҫ, был йәһәттән ҙур үҙәктәр һаналған Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск фән эшмәкәрҙәренән айырылып торабыҙ. Әйтәйек, шул уҡ иҡтисад фәнен алайыҡ. Ул Башҡортостан үҫешенә бик ҙур йоғонто яһай, ләкин тағы ла һөҙөмтәлерәк булһын өсөн, практик өлкәне етәкләүселәр беҙҙең менән бергә эшләргә, тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырырға тейеш. Фән эшмәкәрҙәре яҙған тәҡдимдәрҙең ун проценты ғына тормошҡа ашырылһа ла, республика дәррәүерәк үҫеш алыр ине.
— Һис сер түгел: бөгөн республикала урынлаш­ҡан күп кенә эре предприятиелар, хатта бәләкә­йерәктәре лә федераль органдарға ҡарай. Был йәһәттән мин Мәскәү, Санкт-Петербург эшҡыуар­ҙары тураһында әйтеп тә тормайым. Шунан һуң сит илдәр менән берлек­тәгеләре лә бар. Улар урындағы фән эшмәкәрҙәре тәҡдимдәренә, хеҙмәт­тәренә таянырмы?
— Әлбиттә, был йәһәттән күп кенә етешһеҙлектәр бар. Шуға күрә Фәндәр академияһында беҙҙең фундаменталь фәндәр белгестәре эшләп сығарған рекомендацияларҙы тормошҡа ашырыу буйынса бүлек булдырылды. Улар туранан-тура ошо мәсьәлә өҫтөндә эшләйәсәк.
— Иҡтисад тармағы булһынмы, башҡа йүнә­лешме, фән эшмәкәрҙәре менән етәкселәр берлектә эшләгәс, әлбиттә, алға китеш булырына шик юҡ. Шул уҡ ваҡытта “берлектә” тигән һүҙҙә оло мәғәнә лә ята: үҙ сиратында практик йүнәлештә эшләгән предприятиелар фән өлкәһенә лә финанс яғынан ярҙам итергә тейештер бит. Элек, совет осоронда, завод-фабрикалар, башҡа етештереү тармағы дәүләт ҡарамағында ине. Нисек кенә булма­һын, был мәсьәләне көйләүе еңелерәк булған, тимәксемен.
— Социалистик системала һәр ойошма, предприятие үҙ килеменең биш процентын фән үҫешенә йүнәлтергә тейеш ине. Бөгөн был юҡ. Тик дәүләт кимәлендә, йыйылған һалым иҫәбенә генә фән өлкәһенә бүленә. Мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында улай түгел: шәхси предприятиемы, түгелме, улар килемдең биш-һигеҙ процентын фәнгә бүлә. Ул дәүләт кимәлендә йыйыла һәм кәрәк тармаҡҡа йүнәлтелә. Шуны беҙгә кире ҡайтарырға кәрәк. Беҙҙә, мәҫәлән, теге йәки был тармаҡҡа гранттар бүленә, ошо системаға күсәбеҙ, ә шул гранттарға аҡса биреү юлын эҙләй белмәйбеҙ.
— Һуңғы ваҡыт байтаҡ етешһеҙ­лектәребеҙҙе иҡти­сади йәки башҡа төр “көрсөк”кә һылтай баш­ланыҡ шикелле...
— Бөгөнгө төп проблемаларҙың береһе — үҙҡиммәттәрҙең юғала барыуы һәм уларҙың нисек йүнәлеш (ориентация) алыуы. Ниндәйҙер конфликтты тик иҡтисад менән генә бәйләй башланылар. Минеңсә, иҡтисадты көрсөккә килтергән үҙенең факторҙары бар. Улар иң тәүҙә үҙҡиммәттәр системаһының ҡаҡшауына бәйле. Был — идеалдарҙың көрсөгө, халыҡтың дөйөм ҡыҙыҡһыныуы юғалыуы. Шул уҡ ваҡытта үҙ эшенә булған яуаплылыҡ тойғоһо юйыла барыуы — рухи көрсөк. Бына шулар уның нигеҙендә ята. Яңынан тарихи хәтерҙе тергеҙергә кәрәк. Беҙҙең халыҡта ололарға ихтирам менән ҡарау, хөрмәтләү булған. Бәхәсләшһәләр ҙә, уртаҡ фекергә килгәндәр.
Тарихи нигеҙгә ҡайтыу киләсәктә исем өсөн генә булмаһын ине. Әйтәйек, Бөйөк Ватан һуғышын ғына алып ҡараһаң да, бөгөн барлыҡ геройҙарҙы хәтерләйбеҙме? Әллә һуғыш тураһында Америка киноларын ғына ҡарай башланыҡмы? Был йәһәттән йәштәргә күпме уйҙырма, ялған яуа. Шуға күрә ошо турала ныҡлап уйларға тейешбеҙ. Бөгөн ижтимағи фәндәрҙе юғары уҡыу йорттарында кәметеү — бик ҙур насарлыҡ. Мәктәптәрҙә тарихты төрлөсә яҡтыртылған китаптарҙан уҡытыу китте. Тарих нисек булған, шулай күрһәтелергә тейеш. Ижтимағи, гуманитар фәндәрҙе уҡытыуҙы киңәйтеү мотлаҡ.
Киләсәк тураһында уйлайбыҙ икән, беҙ үткәнебеҙҙән насарлыҡ ҡына эҙләмәйенсә, иң тәүҙә тарихыбыҙҙан “үҙәк”те табырға бурыслыбыҙ. Ул рухыбыҙҙы, зауығыбыҙҙы һуғарһын, үҙҡиммәтебеҙҙе сағылдырһын. Шул үҙәккә тотоноп, прогресты һаҡлап ҡалып, ҡояшҡа ҡарап йәшәргә кәрәк.
Башҡортостандың киләсәге, Рәсәй Федерацияһында тотҡан урыны тураһында йыш уйландыра. Бөгөн республика үҫеше беҙҙең өсөн иң әүҙем, иң көнүҙәк проблема булып ҡалырға тейеш. Беҙҙең республика һымаҡ бай тәбиғи ресурстары, эшсе көстәр, ҡеүәтле предприятиелары, ғөмүмән, ҙур потенциалы булған төбәктәр һирәк. Шуға күрә эште үҙебеҙҙең тәбиғи, иҡтисади, социаль мөмкинлектәр нигеҙендә алып барырға тейешбеҙ. Гелән инвесторҙарға ғына ҡарап ятыу эш түгел.
– Ошо урында һүҙебеҙҙе йомғаҡлап ҡуйһаң да булыр ине, ләкин тамы­рығыҙ-сығышығыҙ тура­һында әйтеп үтмәһәк, яҙыҡ булыр.
– Өфө районының Ҡара Шиҙе (Ҡаршиҙе) ауылында тыуғанмын. Ауыл исеме Шиҙе йылғаһынан алынған. Атайым да, әсәйем дә — уҡытыусылар. Атайым ошо ауылдыҡы. Аҙаҡ Иглин районына күскәнбеҙ. Атайым тәүҙә райкомда эшләгән. Һуңынан, Болашевтың нәҫеле булғас, партия эшендә әллә ни үрләтмәгәндәр. Зиннәтулла Болашев 1930—1937 йылдарҙа БАССР Совнаркомы рәйесе булған. Өфө нефть заводтары, Ишембай ҡалаһының үҫеше уның исеме менән бәйле. Ысын фамилияһы — Ғиззәтуллин. Динигә тартым булғас, һуңынан Болаш күле атамаһын фамилия итеп алған. Бик абруйлы, алға ҡарап йәшәгән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “халыҡ дошманы” яһап, 1938 йылдың башында уны аталар...
Атайым Сәйетҡужа Шәфәғәт улы ла, әсәйем Шәмсиә Мөҙәрис ҡыҙы ла бик ябай, бик ихлас, киң күңелле кешеләр ине. Хәтеремдә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа уҡытыусыларға аҙыҡ “паегы” бирә торғайнылар. Ононан әсәйем тәмле итеп ҡалас һала ла кластағы балаларға тарата. Үҙебеҙ ҙә ғаиләлә биш бала бит...
– Һеҙҙең философияға тарты­лы­уығыҙ ҙа, үҙегеҙ шул тиклем ябай булыуығыҙ ҙа атай-әсәйегеҙҙән килә­лер.
– Нәҡ шулай. Ғөмүмән, кешегә күп нәмә ҡандан, нәҫелдән бирелә бит ул. Сталин үлгәс, бик күп кеше һөргөндән ҡайта башланы. Уларҙы Өфөгә “прописка”ға бик алмайҙар, шуға яҡын-тирә ауылдарға урынлашалар. Беҙҙең ауылға ла бер нисә ғаилә килде. Уҡытыусыларҙан Рауил ағай Низаметдинов иҫ китмәле белемле, тәрән фекер йөрөтөүсе, ябай кеше ине. Кис интернатҡа килеп, үҙе уҡыған китаптарын төнгә тиклем һөйләй торғайны. Атайым — тарихсы. Ғүмер буйы китаптар араһында үҫтем. Бәләкәйҙән философ булырға хыялландым. Мәктәптә яҡшы уҡыным. Фән кандидаты булып киткәс, минең математика уҡытыусыһы аптырап: “Фәнил, һин нисек философ булып киттең? Беҙ һине математик йәки физик булырһың тигәйнек”, – тине.
Мәктәптән һуң шунда уҡ институтҡа инеп булманы, сөнки туранан-тура Мәскәүгә философия факультетына документтарҙы ебәрҙем. Уны ҡабул итмәнеләр. Былай тип яуап килде: “Партияның өлкә комитетынан өҫтәмә рекомендация кәрәк”. Миңә обкомдан кем йүнәлтмә бирһен инде, шуға күрә Өфөләге “Синтезспирт” заводына эшкә киттем. Ике йыл химия етештереү аппаратсыһы булып эшләгәндән һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға индем. Уны тамамлағас, Иглин районының Турбаҫлы мәктәбенә ебәр­ҙеләр. Уны әлеге урта белем биреү мәктәбенә әйләндереүҙә минең дә өлөш ҙур. Шунан һуң инде Өфөгә әйләнеп ҡайттым.
Бер йыл эшләгәс, Нариман Абдрахман улы Айытов Өфө авиация институтына саҡырҙы. Ул бик көслө философ ине. Мин иң беренсе аспиранттарының береһе булдым. Улар араһында беренсе доктор, академик булып киткән уҡыусыһы ла инем. Үҙе һуңынан Ҡаҙағстанға китеп барҙы. Айытов Советтар Союзында иң көслө социологтарҙың береһе ине. Әле Америкала бар донъяға билдәле социологтар тураһында китап сығып ята, шунда уның тураһында мәғлүмәт һоранылар. Ғөмүмән, философияны һайлау минең өсөн осраҡлы хәл түгел. Атай-әсәйҙең тәрбиәһе элекке йыр һымаҡ ине: “Иң тәүҙә — Тыуған ил, һуңынан ғына үҙең тураһында...” Ошо минең өсөн ғүмерлек девиз, нәсихәт-юлдаш булды...
– Фәнил Сәйет улы, барлыҡ уҡыусылар исеменән һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ – 75 йәшегеҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәр теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 132

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 482

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 220

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 927

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 692

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 270

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 591

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 971

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 452

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 528

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 353

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536