Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡоролтай – ул һин, мин, һеҙ, беҙ
Ҡоролтай – ул һин, мин, һеҙ, беҙБДУ-ның Бөрө филиалында Бөрө район-ара берләшмәһенә ингән Бөрө, Асҡын, Мишкә, Ҡариҙел, Благовещен, Борай, Балтас райондарының башҡорт ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары өсөн семинар-кәңәшмә үткәрелде. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡарма комитет белгестәре Рәйсә Күзбәкова, Айрат Искәндәров, Марат Ғилманов, тарихсы һәм тележурналист Салауат Хәмиҙуллин, филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты Искәндәр Сәйетбатталов ҡатнашты.
Бөрө район-ара берләшмәһе башҡорт ҡоролтайы рәйесе, БДУ-ның Бөрө филиалындағы юғары уҡыу йортона әҙерлек бүлеге етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Винер Вәлиәхмәт улы Ғәниев үҙ ҡулы аҫтындағы башҡорт ҡоролтайҙарының эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайы һәм Бөрө район-ара ҡоролтайҙар берекмәһе тарафынан республиканың Асҡын, Балтас, Борай, Бөрө, Ҡариҙел, Мишкә райондары өсөн нәшер ителгән “Йәнтөйәк” гәзитенең презентацияһы үткәрелгән.
Асҡындағы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә үткәрелгән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең төбәк бәйгеһендә Асҡын, Ҡариҙел, Дыуан, Ҡыйғы, Салауат райондары командалары көс һынашҡан. Бөрө район-ара берләш­мәһе башҡорт ҡоролтайы сарала ҡатна­шып, балаларға махсус бүләген тапшыр­ған. Башҡорт дәүләт университе­тының Бөрө филиалында Һәҙиә Дәүләт­шина премияһы лауреаты, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, шағирә Гүзәл Ситдиҡова менән осрашыу уҙғарыуҙа ла урындағы башҡорт ҡоролтайының роле ҙур булды, ойоштороу эше тулыһынса уның ағзалары өҫтөндә ине.
Винер Вәлиәхмәт улының сығышында тағы ла күп кенә мәсьәләләр күтәрелде. Бына уларҙың бер нисәһе: Бөтә донъя фольклориада сиктәрендә Бөрө районы башҡорттарының ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү һәм туплау, райондың Яңы Байыш ауылында һуңғы төйәген тапҡан Башҡортостандың халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшиндың ижади мираҫын өйрәнеүҙе дауам итеү; йәштәрҙе йәмәғәт эштәренә ылыҡтырыу; һәр район өсөн башҡортса милли матбуғат баҫмаһы булдырыу (сөнки алты район өсөн донъя күргән “Йәнтөйәк” гәзите генә халыҡ ихтыяждарын ҡәнәғәт­ләндереп бөтмәй); ғаилә абруйын күтәреү; “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закондың үтәлешен тәьмин итеү йәһәтенән ҡала һәм ауылдарҙағы алтаҡталарҙа башҡортса яҙмаларҙың дөрөҫлөгөн, теүәллеген даими контролдә тотоу; туған телде өйрәнеүгә ынтылышты кесе йәштән үк тәрбиәләргә кәрәклеген иҫәпкә алып, ҡала һәм райондарҙағы балалар баҡсаларында берәр башҡорт төркөмө ойоштороу тәҡди­мен күтәреү һ.б.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы күрше өлкәләге башҡорттар менән дә тығыҙ бәйләнештә тора. Һамар өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙгә башҡортса йыртма календарҙар ебәреү, Ҡурған башҡорттарына методик әсбаптар, китаптар оҙатыу – шул бәйләнештең емешле һөҙөмтәләре.
Билдәле журналист, тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың сығышы ҡоролтай делегаттарын битараф ҡалдырманы. Ул Бөрө ҡалаһының Шәмшәҙе ырыуы башҡорттары ерендә урынлашыуы, ҡала халҡы Шәмсетдин тип йөрөткән күлдең атамаһы асылда Шәмшәҙе булыуы тураһында, Асҡын, Балтас, Борай, Благовещен, Ҡариҙел, Мишкә ерҙәре тарихы хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Әйтергә кәрәк, тележурналистың сығышы халыҡ күңе­лендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, семинар-кәңәшмә тамамланғандан һуң да уның янына килеп һорау биргәндәр күп ине.
БДУ доценты Искәндәр Сәйетбатталов үҙенең сығышында башҡорт теленең диалекттары һәм уның әҙәби телгә мөнәсәбәте, диалекттарҙың телебеҙҙең боронғолоғон һаҡлаған күренеш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Искәндәр Рәсүл улы фекеренсә, диалекттар араһындағы айырмаларҙы милләтте билдәләүҙә төп критерий итеп ҡарау – хата ҡараш, сөнки тап ошо күренеш арҡаһында күпме милләттәшебеҙҙе ситкә этәрәбеҙ. Йәш ғалимдың сығышы төплө, тәрән уйланыл­ған, дәлилдәр менән байытылған ине.
Башҡорт ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары өсөн семинар-кәңәшмә эшлекле шарттарҙа үтте. Башҡарма комитет рәйесе Әмир Ишемғолов үҙ сығышында урындарҙағы ҡоролтайҙар алдына аныҡ, етди бурыстар ҡуйҙы. Айрат Искәндәров рәйестәргә 2020 йылға тиклем стратегик план төҙөү зарурлығын иҫкә төшөрҙө. Марат Ғилманов “Яҡты киләсәк беҙҙең ҡулда” исемле йәштәр форумы үткәрергә тәҡдим итте, был тәҡдим ҡатнашыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Рәйсә Күзбәкова­ның сығышы ла залда ултырған уҡытыу­сылар өсөн бик тәьҫирле булды, сөнки уның сығышы, һәр ваҡыттағыса, төплө әҙерлекле, закондарға таянып әҙерләнгән була. Был юлы ул “Ҡоролтай рәйестәренә ярҙамға” тигән брошюраны таратып һөйөндөрҙө.
Сараға йыйылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары алдында күре­некле педагог, ғалим, дәреслектәр авторы Вәкил Исмәғил улы Хажин да сығыш яһаны. Ул педагогик эш тәжрибәһе менән уртаҡ­лашып, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙа өҫтөнлөклө алымдар тәҡдим итте. Уның ҡала шарттарында туған башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа көнүҙәк методик проблемаларҙы күтәреп сығыуы ла урынлы булды.
Ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаларының һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында алып барған эшмәкәрлеге хуплауға лайыҡ. “Минең кеүек эшлә. Булдыра алһаң, яҡшыраҡ эшлә!” тигән принцип менән йәшәй улар. Урындарҙағы ҡоролтайҙар ҙа улар өлгөһөнә эйәрер тигән өмөттәбеҙ. Ҡоролтай – ул һин, мин, һеҙ, беҙ. Кемдәндер ниндәйҙер ярҙам көтөп ятмайыҡ, үҙебеҙ эшләйек! Шунда ғына халҡыбыҙ көслө лә, берҙәм дә булыр.



Автор: Г. БИЛАЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә